Ҡан әйләнеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡан әйләнеше — организмда ҡандың циркуляцияһы. Ҡан йөрәктең ҡыҫҡарыуы (тибеше) һөҙөмтәһендә тамырҙар буйлап хәрәкәт итә. Ҡан организмдың туҡымаларын кислород, туҡлыҡлы матдәләр, гормондар менән тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта күҙәнәктәрҙәге матдәләр алмашыуы продуктарын йыйып ала һәм уларҙы бүлеп сығарыу ағзаларына еткерә.

Ҡандың кислород менән байыҡтырылыуы — үпкә, ә туҡлыҡлы матдәләр менән туйындырылыуы аш һеңдереү ағзалары аша бара.

Бауырҙа һәм бөйөрҙә метаболизм продуктары нейтралләшә һәм сығарыла. Ҡан әйләнеше процесы гормондар һәм нервы системаһы аша көйләнә.

Ҡоро ер организмдарының ҡаны ике ҡан әйләнеше түңәрәге: кесе ҡан әйләнеше түңәрәге (үпкә аша) һәм ҙур ҡан әйләнеше түңәрәге (ағзалар һәм туҡымалар аша) буйлап әйләнә.

Ҡан әйләнеше — кешенең һәм хайуандарҙың йәшәйешендә бик мөһим фактор. Ҡан даими әйләнеп, хәрәкәтләнеп торғанда ғына үҙ функцияларын үтәй ала.

Кешенең һәм күпселек хайуандарҙың ҡан тамырҙары системаһы йөрәктән, туҡымаларға һәм ағзаларға ҡанды килтереп һәм йөрәккә ҡайтарып торған тамырҙарҙан ғибәрәт .

Ағзаларға һәм туҡымаларға ҡан килтереп торған тамырҙар артерия тип атала. Артериялар вағыраҡ артерияларға, артериолдарға, ниһайәт, капиллярҙарға тармаҡлана .

Вена тамырҙары аша ҡан йөрәккә кире ҡайта. Ҡоштарҙың, имеҙеүселәрҙең йөрәктәре дүрт камералы була.

Ҡан әйләнеше системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡан әйләнеше ағзалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йөрәк, насос һымаҡ, ҡанды тамырҙарға ҡыуа. Йөрәктән сыҡҡан ҡан артерияға бара. Артерия ҡанды ағзаларға алып барып етерә. Иң ҙур артерия — аорта. Артериялар, үҙ сиратында, капиллярҙарға тармаҡлана. Капиллярҙар аша ҡан менән туҡымалар араһында матдәләр алмашыныу процессын бара. Артабан капиллярҙар венаға йыйыла, вена буйлап ҡан кире йөрәккә килә. Йөрәккә яҡынайған һайын веналар йыуаная.

Ҡан әйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡан йөрөү

Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Күҙәнәктәр менән ҡан араһында ҡан тамырҙары стенаһы кәртә булып тора. Ул туҡыма шыйыҡсаһы менән йыуылып тора. Артерия менән веналарҙың стеналары ҡалын, шуға күрә ҡандағы туҡлыҡлы матдәләр, кислород юлда юғалмай. Ҡан уларҙы кәрәкле урынға лып барып еткерә. Ҡан менән туҡымалар араһындағы матдәләр алмашыныу процессы капиллярҙарҙа ғына башҡарыла. Капилляр стеналары бик йоҡа — эпителиаль туҡыманың бер ҡатламынан ғына тора. Ошо стена аша туҡыма шыйыҡсаһына ҡан плазмаһының бер өлөшө бүленеп сыға, туҡлыҡлы матдәләр, кислород, углекислый газ һ.б. матдәләр күсә.

Ҡан әйләнеше түңәрәктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешенең ҡан әйләнеше системаһы

Ҡаң әйләнеше системаһы ҙүр һәм кесе ике түңәрәктән тора. Ҡан әйләнешенең ҙур түңәрәге һул ҡырынсыҡтан башлана, шунан ҡан аортаға этеп сығарыла. Ағзаларҙа ваҡ артериялар капиллярҙарға тармаҡлана. Капилляр стеналары аша ҡан туҡыма шыйыҡсаһына туҡлыҡлы матдәләр, кислород тапшыра, үҙенә углекислый газ ала, тереклек эшмәкәрлеге продукттырын йыя һәм вена ҡанына әйләнә. Был ҡан капиллярҙарҙан ваҡ веналарға йыйыла. Улар эрерәктәренә тоташа. Өҫкө һәм аҫҡы эсе ҡыуыш веналар вена ҡанын уң яҡ йөрәк алдына килтерә.

Уң яҡ йөрәк алдынан вена ҡаны уң ҡарынсыҡҡа килә. Уң ҡарынсыҡтан ҡан әйләнешенең кесе түңәрәге башлана.

Уң ҡарынсаҡ ҡыҫҡарып ҡанды үпкә олонона ҡыҫырыҡлап сығара, ул үпкәгә ҡан алып барған үң һәм һул үпкә артерияларына бүленә.

Үпкә капиллярҙарында газ алмашыныу бара: вена ҡаны углекислый газын бирә, кислород менән туйына һәм артерия ҡанына әйләнә. Дүрт үпкә венаһы буйлап артерия ҡаны һул йөрәк алдына әйләнеп ҡайта.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кешенең ҡан әйләнеше түңәрәктәре
  • Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы
  • Һөлдә мускулдарының эшмәкәрлек гиперемияһы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кровообращение // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Лищук В.А. Математическая теория кровообращения. — 1991.
  • И. П. Павлов «Лекции по физиологии кровообращения 1912—1913 гг.». «Познавательная книга плюс», 2002
  • Сонин Н. И. Биология. Кеше. — тәрж. С. М. Рәхимова. — Өфө: Китап: Дрофа, 2005. — ISBN 5-295-03615-4