Артерия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артерия
Рәсем
Нимә менән тоташа йөрәк һәм артериола[d]
Развитие анатомической структуры artery development[d]
Содержит Артериальная кровь[d]
Ҡапма-ҡаршыһы Вена
Код NCI Thesaurus C12372
 Артерия Викимилектә
Артериальная система человека

Арте́риялар —ҡанды йөрәктән алып китеүсе тамырҙар.

Вена — ҡанды йөрәккә алып килеүсе ҡан тамыры. («центрипетально»).

Иң нәҙек ҡан тамырҙары — .капиллярҙар.

Уларҙың көптәре яҫы эпителиаль күҙәнәктәрҙең бер ҡатлауынан ғына тора. Ҡан плазмаһында эрегән матдәләр капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығына һарҡып сығалар, ә унан күҙәнәктәргә эләгәләр. Күҙәнәктәрҙең тереклек эшмәкәрлеге продукттары капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығынан ҡанға сығалар.

Артериялар эсендә веноз ҡан да ағырға мөмкин. Ҡан әйләнешенең кесе түңәрәгендә йөрәктең уң ҡарынсығы ҡыҫҡарып, үпкә олонона һәм унан айырылып киткән артерияларға веноз ҡанды этеп сығара.

Бынан тыш, норма буйынса артериаль ҡан ағып торған артерияларҙа , ҡатнаш йәки веноз ҡан була ала. Мәҫәлән, тыумыштан килгән йөрәк сирҙәре булып, йөрәк клапандары ябылып етмәгәндә .

Ҡарынсыҡтарҙың һәр ҡыҫҡарыуы ваҡытында ҡан аортаның һығылмалы көптәренә ҙур көс менән бәрелә һәм уларҙы һуҙа. Был саҡта тыуған тирбәлеүҙәр тулҡыны артерияларҙың көптәре буйынса бик тиҙ тарала. Был ритмлы тирбәлеүҙәрҙе пульс тип атайҙар.

Эре артериялар тәндең өҫкө йөҙөнә яҡын ятҡан урындарҙа, мәҫәлән, беләҙектең эске яғында, сикәләрҙә, муйындарҙың ян-яҡтарында һәм башҡа урындарҙа, пульсты ҡапшап һиҙергә мөмкин .

Пульстың һәр тибеүе йөрәктең бер ҡыҫҡарыуына тура килә. Пульсты һанау юлы менән йөрәктең 1 минутта нисә тапҡыр ҡыҫҡарыуын билдәләп була.

Артерияларҙың төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артерияларҙың (стеналары) көптәре беше һәм һығылмалы була.

Улар өс ҡатламдан төҙөлгән:

  • эске эндотелий (тоташтырғыс ҡатламда урынлашҡан эндотелиаль күҙәнәктәр);
  • урта (һығылмалы эластик сүстәр һәм шыма мускулдарҙың ҡалын ҡатлауынан тора) ҡатлам иң ҡалыны һәм артерияларҙың диаметрын көйләй;
  • тышҡы ҡатлам беше тоташтырғыс туҡыманан тора (адвентициялар).

Аорта — кешенең иң эре артерияһы.

Йөрәк, ҡыҫҡарып, ҡанды аортаға ҙур баҫым менән этеп сығара. Көбө беше һәм һығылмалы булғанлыҡтан, аорта был баҫымға бирешмәй. Ҡан баҫымынан ул бер аҙ һуҙыла төшә һәм кире бушана. Шуға күрә тамырҙар буйлап ҡандың туҡтауһыҙ һәм тигеҙ ағымы барлыҡҡа килә.

Эре артериялар, йөрәктән алыҫлашҡан һайын вағыраҡ артерияларға һәм артериолдарға тармаҡлана баралар. Иң ваҡ артериялар бик нәҙек капиллярҙарға тармаҡлана.

Капиллярҙарҙың көптәре яҫы эпителиаль күҙәнәктәрҙең бер ҡатлауынан тора. Ҡан плазмаһында эрегән матдәләр капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығына һарҡып сығалар, ә унан күҙәнәктәргә эләгәләр.

Артерия төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эластик төрө — аорта һәм ҙур артериялар. Бындай артериялары стеналары башлыса эластик сүстән тора, мускул элементтары юҡ тиерлек.
  • Күсмә төр — уртаса диаметрлы артериялар. Уларҙың көптәре эластик сүстәр һәм мускул элементтарынан тора.
  • Мускуллы төрө — артериолдар, капиллярҙар алды тамырҙары. уларҙың көптәрендә мускус элементтары өҫтәнләк итә.

Артериялар системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йөрәктән ҡан сығып китеп, артериялар буйынса капиллярҙарға, унан вена тамырҙарына күсә.

Ҡан әйләнешенең түңәрәктәре ҡарынсыҡтарҙан башлана. Уң ҡарынсыҡтан үпкә артерияһы аша ҡан (ҡан әйләнешенең кесе түңәрәгендә) үпкәләргә килә. Һул ҡарынсыҡтан төп артерия — иң эре ҡан тамыры айырылып китә.

Аортала бер нисә урынды айырып йөрөтәләр: башланып киткән ере — аорта тамырсаһы үрләүсе аортаға күсеп борола һәм аорта дуғаһы барлыҡҡа килтерә.

Унан һул яҡтан артҡа йүнәлеп түбәнләүсе аортаға күсә. Аорта тамырсаһынан ике (йөрәк ҡан тамырҙары) коронар артериялар, аорта дуғаһынан — ҡулбаш-баш олоно, һул дөйөм йоҡо артерияһы һәм һул умрау аҫты артерияһы айырылып сыға. Ҡулбаш-баш олоно дөйөм уң йоҡо һәм уң умрау аҫты артерияларына айырыла.

Дөйөм (уң һәм һул) йоҡо артериялары, күкрәк ситлегенең өҫкө тишеге аша үтеп, ике йоҡо артерияларына — тышҡы йоҡо (башы менән муйынды тәьмин итә) һәм эске йоҡо (мейе менән күҙҙәрҙе тәъмин итә) ҡан тамырҙарына айырыла.

Умрау аҫты артерияларынан баш мейеһен ҡан менән тәьмин итеүсе умыртҡалыҡ артериялары тармаҡлана.

Артабан умрау аҫты артериялары күкрәк ситлегенең алғы өлөшә менән диафрагмаға барыусы тамырҙарға айырыла.

Нәүбәттәре тармаҡтары . күкрәк ситлегенең өҫкө өлөшө менән һәм муйындың аҫҡы өлөшөнә килә. Умрау аҫтынан үтеп, умрау аҫты артерияһы мускул аҫты артерияһына әйләнә.

Мускул аҫты уйпатында был тамыр күкрәк ситлегенең ян ҡырына, өҫкө ослоҡтарға тармаҡтар ебәрә. Ҡулбашҡа күсеп, ҡулбаш артерияһы булып китә. Т

ерһәктән үтеп ҡулбаш артерияһы нур һәм терһәк артерияларына бүленә. Улар, үҙ сиратында, беләкте ҡан менән тәьмин итеп, устарға күсә. Унда ике ус артериа дуғаһы — ус тамырҙарына тармаҡланыусы өҫкө һәм тәрән ус ҡан тамырҙарын барлыҡҡа килтерә. Ус тамырҙары усты һәм бармаҡтарҙы ҡан менән тәъмин итә.

Түбәнләүсе аорта күкрәк һәм ҡорһаҡ өлөштәренә бүленә. Күкрәк аортаһынан бик күп ҡабырға -ара артериялар китә. Улар күкрәк ситлегенә һәм уның эсендәге ағзаларҙы ҡан менән тәьмин итә. бара.

Ҡорһаҡ аортаһы ишле (бөйөр артерияларына, бөйөр өҫтө, ирҙәрҙә күкәйлек һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа йомортҡалыҡ артерияларына) һәм ишһеҙ (ашҡаҙан артерияһы, бауыр, талаҡ, үрге һәм түбәнге ҡатлы шекәрә) тармаҡтарын барлыҡҡа килтерә. Аҙағында ҡорһаҡ аортаһы дөйҡм бығым (подвздошные) артерияларына бүленә.

Һәр дөйөм бығым артерияларынан эске таз эсендәге ағзаларҙы (бәүел ҡыуығын, енес ағзаларын) тәьмин итеүсе һәм тышҡы артериялар айырыла. Тышҡы артерия сандыр бәйләүестәре аҫтына үтеп бот артерияһы булып китә.

Бот артерияһының тармаҡтары бот мускулдарын ҡан менән тәьмин итә.

Тубыҡтан аҫта бот артерияһы тубыҡ аҫты артерияһы тип атала башлай. Ә уныһы ҙур сираҡ артерияларына бүленгән: уксәгә төшөүсе алғы һәм артҡы сираҡ артериялары. Артҡы сираҡ артерияһы табан артерияларына бүленеүсе сираҡ артерияна күсә. Улар барыһы ла артериоларға тарбаҡлана. Артабан диаметрҙары бик бәләкәй тамырҙарға күсә.

Ҡан баҫымы һәм сирҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артерияларҙың төп бурысы — билдәле бер баҫымы аҫтында йөрәккә килгән ҡанды тейешле урынға үткәререү, тапшырыу булып тора.

Артериаль ҡан баҫымының үрге һәм түбәнге ике ҡиммәте була:

  • береһе ҡанды этеп сығарыу өсөн йөрәк мускулдары ҡыҫҡарғанда (систола) юғары ҡан баҫымы килә.
  • йөрәк мускулдары бушанғанда (диастола) көсөргәнеш кәмей һәм артерия баҫымы ла түбән төшә.

Үрге (юғары) ҡиммәтен — систола ҡан баҫымы ( САБ — систола артериаль ҡан баҫымы) , ә аҫҡы (түбәнге) ҡиммәтен диастола ҡан баҫымы( ДАБ — диастола артериаль ҡан баҫымы) тип атайҙар.

Һау кешенең тыныс ваҡыттағы оптималь ҡан баҫымы (Коротков ысулы буйынса) терегөмөш бағанаһының 120/80 мм-ын тәшкил итә. Әммә ниндәй осраҡта ла, терегөмөш бағанаһының 140/90 мм билдәһенән артырға тейеш түгел.

Ҡан баҫымы күтәрелеү (гипертония) — ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуын күрһәтә.

Түбән (гипотензия) ҡан баҫымы тағы ла хәүефлерәк булырға мөмкин.

Гипертония күреү һәләтенә хәүефе менән янай.

Бөйөр эшмәкәрлегенә зарар килтерә. Йөрәктең ишемия ауырыуын барлыҡҡа килтерә. Коронар тамырҙарҙың эшмәкәрлеге боҙолоп, инфаркҡа килтереүе мөмкин. Баш мейеһе инсульты, гипертоник криз, үлем менән янай.

1896 йылда италия табибы Рива Сципион-Рочча хәҙерге заманда артериаль ҡан баҫымын үлсәү өсөн ҡулланылған аппараттар прототибын эшләй. Әммә ҡан баҫымын С. Коротков ысулы буйынса үлсәйҙәр. .

Бөгөн, бындай классик аппараттарҙан башҡа (өрә торған манжетлы, терегөмөшлө манометрлы) заманса электрон тонометрҙар ҡулланыла.

Күп кенә илдәрҙә ҡан баҫымын табиптар ошондай итеп яҙа:

  • RR=130/85.
  • RR яҙыуы уйлап сығарыусы хөрмәтенә ҡабул ителә.
  • Юғары ҡиммәте систола ҡан баҫымы тигәнде аңлата, ә түбәнгеһе — диастола.

Йөрәк өҙлөкһөҙ эшләп торһон өсөн кислород һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең килеп тороуы шарт.

Был эште коронар артериялар (уң һәм һул) башҡара. Улар аорта тамырсаһынан башланғыс ала. Унан вағыраҡ тамырҙарға тарҡалып йөрәк мускулдары буйынса тарала, эскә үтеп инә.

Коронар артерияларҙан йөрәк мускулдарына килгән ҡан һәм ихтыяж араһындағы тигеҙлек боҙолоуы мөмкин. Был йыш ҡына склеротик үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә артерия көптәренең тарайыуы менән бәйле була. Тәүге осорҙа ауырыу һиҙелмәй. Артабан тамырҙарҙың тарайыуы күкрәктә ауыртыу барлыҡҡа килтерә. Аҙаҡ тын бөтөү (ҡыҫылыу) башлана.

Сирҙең аҙыуы коронар артерияларҙың тулыһынса көпләнеүенә килтереп, миокард инфаркты хәүефенә тыуҙыра.

Коронар ҡан тамырҙары системаһында хәүеф янаған урындарҙы ҡан менән тәьмин итеү механизмы бар. Артерияларҙың зарарланған йәки көпләнгән урындарын урап үтеү һәм һау артериялар менән тоташыу юлдары — анастомоздар бар.

Төрлө сәбәптәр һөҙөмтәһендә артериялар көптәре зарарланырға мөмкин (был тәү сиратта, атеросклероз һәм Менкеберг артериосклерозы). Тыштан ҡарағанда был ҡан тамырыының тарайыуы, күбеп сығыуы йәки киңәйеүе һымаҡ күренә. Йыш ҡына бындай йәрәхәттең сәбәбе булып аневризма, йәғни, артерияларҙағы дегенератив-дистрофик процестар тора. Бынан тыш, аневризма тыумыштан булырға ла мөмкин.

Эре ҡан тамырҙарында аневризма урындары өҙөлөү эске ҡан ағыуҙан үлемесле ҡурҡыныс менән янай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]