Гипертония

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артериаль гипертензия
МКБ-10

I1010. - I1515.

МКБ-9

401401 - 405405

DiseasesDB

6330

MedlinePlus

000468

eMedicine

med/1106 

 Гипертония Викимилектә

Артериал гипертензия (АГ, Гипертония) — тоторо терекөмөш бағанаһының (рт.ст.) 140/90 мм һәм юғарыраҡ артериаль баҫым. Эссенциаль артериаль гипертензия осрағы 90—95 % тәшкил итә. Ҡалған осраҡта икенсел артериаль гипертензия тип билдәләйҙәр: бөйөр (нефроген) 3—4 %, эндокрин 0,1—0,3 %, гемодинамик, неврологик, стресс, ҡайһы бер матдәләр ҡабул итеү менән бәйле һәм ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙағы юғары баҫым төп сирҙең билдәһе булып тора.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нормаль артерия баҫымы (АД) < 120/80 мм рт. ст.
  • Прегипертония АД 121—139/81—90 мм рт. ст.
  • 1 дәрәжә (еңел гипертония) — АД 140—159/АД 90-99.
  • 2 дәрәжә (сиктәш гипертония) — АД 160—179/АД 100—109.
  • 3 дәрәжә (ауыр гипертония) — сАД 180 һәм юғарыраҡ/дАД 110 һәм юғарыраҡ.
  • Айырым систолик гипертония — сАД140 юғары /дАД 90 кәмерәк.

Гипертония — иң киң таралған йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан иҫәпләнә. Планетала һәр бишенсе кеше ошо ауырыу менән яфаланһа, Рәсәйҙә — һәр өсөнсө кеше ошо ауырыуға дусар. Был ауырыуҙы кеше үҙе лә һиҙмәҫкә мөмкин. Ваҡыты-ваҡыты менән баш ауырта, кеше көйһөҙләнә, башы әйләнә, хәтере насарая, эш һөҙөмтәлелеге кәмей. Бер аҙ ял иткәс, барыһы ла үткән кеүек тойолһа ла, йылдар буйына уға иғтибар итмәү ауырыуҙың аҙыуына килтерә. Баш ауыртыу, баш әйләнеү даими күҙәтелә, аяҡтар хәлһеҙләнә. Шуға ла үҙ ваҡытында врачҡа мөрәжәғәт итеү — иң тәүге аҙым

Артериаль гипертонияның эҙемтәһенән СПИД, яман шеш ауырыуҙары һәм туберкулездан үлгән кешеләрҙән дә күберәк вафат була. Гипертония ауырыуы билдәләре арыу билдәләре менән күпселектә тап килә, шуға күрә лә ауырыуҙарҙың күбеһе үҙенең ошо диагнозы хаҡында «Ашығыс ярҙам» врачынан ғына ишетә. Үҙ һаулығыңа битараф булмау, йәшәү рәүешен үҙгәртеү һәм грамоталы терапия аша ғына оптималь ҡан баҫымына ирешеп була, ти белгестәр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алан Л. Рубин Гипертония для «чайников» = High Blood Pressure For Dummies. — М.: «Диалектика», 2007. — С. 496. — ISBN 0-7645-5424-7
  • Шулутко Б. И., Макаренко С. В. Стандарты диагностики и лечения внутренних болезней. 3-е изд. СПб.: «Элби-СПБ», 2005
  • Башҡортостандың Көйөргәҙе районы [1] 2016 йыл 4 март архивланған. район гәзитендәге мәҡәлә файҙаланылды.