Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брокгауз һәм Ефрондың 86 томлыҡ коллекцияһы
Ia һәм XXV томдарының титул бите.

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (рус.  «Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» (ЭСБЕ) — Рәсәй империяһында урыҫ телендә нәшер ителгән универсаль энциклопедия.

1890—1907 йылдарҙа Петербургта Ф. А. Брокгауз — И. А. Ефрон акционер нәшриәт йәмғиәте тарафынан нәшер ителгән. Баҫма ике вариантта нәшер ителә: 41 төп том һәм 2 өҫтәмә том (тираждың бәләкәй өлөшө) һәм 82 төп том һәм 4 ярым том. 49-сы һәм 50-се ярым томдарҙа нумерация китаптың төбөнә ҡуйылған һәм титуль битенә XXV, XXVа баҫылған.

Беренсе 8 том И. Е. Андреевский редакцияһында нәшер ителә, ҡалғандары К. К. Арсеньев һәм Ф. Ф. Петрушевский редакцияһында. Энциклопедияла 121 240 мәҡәлә, 7800 иллюстрация и 235 карта бар.

18991902 йылдарҙа «Брокгауз һәм Ефрондың кесе энциклопедияһы» «Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» (МЭСБЕ) (3 томда) нәшер ителә; 19071909 йылдарҙа 4 томда икенсе баҫмаһы сыға.


19111916 йылдаҙа «Яңы энциклопедик һүҙлек» («Новый энциклопедический словарь» (НЭС)) (48 томдың 29 томы, һуңғы мәҡәлә — «Отто»). Рәсәй милли китапханаһында (Российская национальная библиотека|РНБ) төҙәтелгән 30-сы том һәм тулы булмаған 31-се том һаклана.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кауфман И. М. Русские энциклопедии. Вып. 1. Общие энциклопедии. — М., 1960. — 103 с. (рус.)