Ҡоштар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡоштар
Bird Diversity 2011.png
Ҡоштарҙың 18 төрө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aves (Linnaeus, 1758)

Ярым класс
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   174371
NCBI   8782
EOL   695

Ҡоштар (лат. Aves) — умыртҡалылар төркөмөнә ҡараған ҡанатлы, ике аяҡлы, тәне ҡауырһын, йөн-мамыҡ менән ҡапланған, йылы ҡанлы, йомортҡа һалыусы хайуандар классы. Яҡшы айырымланған төркөм һанала, вәкилдәренең иң үҙенсәлекле билдәләренең береһе - тәнде температура үҙгәреүенән һаҡлаусы һәм осҡанда мөһим роль уйнаусы ҡауырһын япмаһы тора. Осоу һәләте ҡоштарҙың төп үҙенсәлеге (уның ҡайһы бер төрҙәрендә булмауы — икенсел күренеш). Өҫкө ослоҡтары ҡанат формаһын алған. Ҡоштарҙың һулыш алыу һәм аш һеңдереү ағзалары осоу һәләте менән тығыҙ бәйле булғанлыҡтан, үҙенсәлекле төҙөлөшлө. Ҡоштар башҡа йән эйәләренән суҡышы булыуы менән айырыла. Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 9800 ҡош төрө булыуы билдәле, Рәсәйҙә 600-гә яҡын төр.

Ҡоштар социаль хайуандар һанала, сөнки улар визуаль һәм тауыш сигналдары ярҙамында үҙ-ара аралаша, байтаҡ осраҡта йәмәғәтселек ғәмәлдәрен үтәйҙәр: уртаҡ оя,  бергәләп һунар итеү йәки йыртҡыстарҙан һаҡланыу. Байтаҡ төрҙәргә моногамия хас. Ҡағиҙә булараҡ, ояла йомортҡалар һалына һәм уларҙы парҙың бер йәки ике ағзаһы ла баҫа. Ҡоштар нәҫел тураһында ҡайғырталар: ҡошсоҡтарын оҙайлы ваҡыт ҡурсыйҙар, ашаталар, өйрәтәләр.

Күп кенә ҡоштар миҙгелгә ҡарап йәшәү мөхиттәрендәге климат шарттарының үҙгәреүенә, оя ҡора торған биләмәләрендәге үҙенсәлектәргә (аҙыҡ мәсъәләһе, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына бәйлелек һәм башҡалар) бәйле күсеп йөрөйҙәр.

Ҡоштар Ер шарының бөтә экосистемаһында, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрендә лә йәшәйҙәр. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы , 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндәрҙә йәшәүсе ҡоштарҙың  10681 төрө (20 087 төрсәһе), шулай уҡ,  хәҙерге тарихи ваҡытта юҡҡа сыҡҡан159 төрө билдәле. Рәсәй  биләмәләрендә  ҡоштарҙың 789 төрө билдәләнгән, шул иҫәптән оялаусы 657 төр; оялауҙары хаҡында мәғлүмәт күрһәтелмәгән 125 төр , һәм юҡҡа сыҡҡан 7 төр.

Күсер ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күсер ҡоштар көҙөн һалҡын һәм уртаса климатлы өлкәләрҙән бөтөнләй осоп китеп, ҡышты үткәреү өсөн йылы илдәргә йүнәлә. Был төркөмдәгеләр бөжәк ашаусылар йәки төп туҡланыу урыны — һыу ятҡылыҡтары булған ҡоштар.

Туптарға йыйылып, улар йөҙәрләп һәм меңәрләп: берәүҙәре — көндөҙ, икенселәре төнөн оса. Юлда ҡоштар туҡлана, ял итә һәм, үҙҙәре ғәҙәтләнгән даими ҡышлау урынына барып еткәнсе, артабан оса.

Күсер ҡоштарҙың бер өлөшө оялау райондарынан көҙ аҙағында осоп китә. Мәҫәлән, күп кенә өйрәктәр һәм аҡҡоштарҙың осоп китеүе төп туҡланыу урындары булған һыу ятҡылыҡтарының туңыуына бәйле. тыуған яҡтарында туҡланыр аҙыҡ бөткәс,

Башҡа күсер ҡоштар, мәҫәлән, һандуғастар, һарығоштар, ҡарлуғастар, керәшәләр, оялаған ерҙәрендә һауаның йылы тороуына һәм аҙыҡтың етерлек булыуына ҡарамаҫтан, ҡышлау урындарына йәй аҙағында уҡ осоп китә.

Ҡышлау урындарына барғанда ла, яҙын тыуған ерҙәрендә бала сығарыу өсөн әйләнеп ҡайтҡанда, ҡоштар һәр йылда ла бер үк юл буйлап оса.

Ултыраҡ ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ултыраҡ ҡоштар йыл әйләнәһенә бер урында йәшәй(тумыртҡа, һайыҫҡан, ҡоҙғон һәм башҡалар). Йәй аҙағында уларҙың ҡайһы берҙәре ҡышҡа бәләкәй генә аҙыҡ запасы әҙерләй. Суҡтурғайҙар кедр һәм имән сәтләүектәрен ерҙәге соҡорҙарға һәм мүк араһына йәки ағас ҡыуыштарына йәшерә.

Ҡарабаш турғайҙар һәм шыуышҡаҡ турғайҙар ҡышҡа орлоҡтар һәм бөжәктәр йыя. Уларҙы ағас ҡабығындағы ярыҡтарға һәм ботаҡтарҙағы лишайниктар араһына тығып ҡуя.

Аҙыҡ бөтә ерҙә лә аҙ булған ҡыш һәм яҙ көндәрендә улар ошо запас аҙыҡ менән туҡлана

Күсеп йөрөүсе ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ваҡытта башҡа ҡоштар, бәләкәйерәк туптарға йыйылып, аҡрынлап көньяҡҡа күсеп китә. Мәҫәлән, ала ҡарғалар, аҡрынлап ҡар аҙ яуған йәки еләктәргә һәм башҡа аҙыҡҡа бай райондарҙы эҙләп оса. Уларҙың даими ҡышлау урындары булмай.

Ҡышларға килеүсе ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡта оялап, бала сығарғас, беҙҙҙең яғтарға көҙ йәки ҡыш башында осоп киләләр.

Ҡоштарҙың күплеге йәки аҙлығы дүрт төр билдә менән күрһәтелә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бик киң таралған ҡоштар.
  • Киң таралған ҡоштар.
  • Һирәк осраған ҡоштар.
  • Бик һирәк осраған ҡоштар.