Һөйрәлеүселәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һөйрәлеүселәр
China-Alligator.jpg
Ҡытай аллигатор
Agkistrodon contortrix mokeson.jpg
Еҙ башлы ҡалҡанморон
African Leopard Tortoise.jpg
Ҡаплан ташбаҡаһы
Tuatara.jpg
Гаттерия
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Reptilia Laurenti, 1768

Бүлендек таксондар

Хәҙерге отрядтар

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   173747
EOL   4658568

Һөйрәлеүселәр (рептилиялар — лат. Reptilia) — ташбаҡа, крокодил, томшоҡбашлылар, амфисбен, тәңкәлеләрҙе (кәҫәртке һәм йыландар) берләштергән умыртҡалы хайуандар класы.

XVIIIXIX быуаттарҙа амфибиялар төркөмөнә һалҡын ҡанлы умырҡалылар берләштерелә. Дөнъяла һөйрәлеүселәрҙең 9400 төрө билдәле[1], Рәсәйҙә 72 төр тереклек итә.[2][3]

Динозаврҙар – боронғо һөйрәлеүселәрҙең вәкиле. Мезозой осоронда һөйрәлеүселәрҙең өҫтөнлөк итеү осоро булған. Улар йәшәү мөхиттәренең барлыҡ төрҙәрендә лә тиерлек киң таралған. Ҡоро ерҙе, диңгеҙҙе, ер- һауаны яулап алған. Экосистемаларҙың барыһында ла һөйрәлеүселәр өҫтөнлөк иткән. Шуға ла, мезозойҙы һөйрәлеүселәр эраһы тип атайҙар.

Аҡбур осоронда күп һөйрәлеүселәр юҡҡа сыҡҡан. Хәҙерге заман рептилиялары шул замандан ҡалған һөйрәлеүселәрҙең айырым төрҙәре.

Рептилиялар 260 миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән. Улар – ер йөҙөндәге беренсе умыртҡалы хайуандар. Йылы урындарҙы һәм уртаса климатты яраталар, Ер йөҙөндә Антарктиданан башҡа барлыҡ урында йәшәйҙәр. Ҡайһы бер төрҙәр ерҙә йәшәһә, башҡалары һыуҙа йәшәүҙе хуп күрә.

Рептилиялар – һалҡын ҡанлы умыртҡалы хайуандар. Тиреләре ҡоро, тышҡы яҡтан мөгөҙ тәңкәләр менән ҡапланған. Тире биҙҙәре, ҡағиҙә булараҡ юҡ, үпкә менән һулыш алалар.

Баш мейеһенең төҙөлөшө ер-һыу хайуандарына ҡарағанда ҡатмарлылаҡ. Алғы мейе ярымшарҙарында мейе ҡабығы була. Бүлеп сығарыу органдары – бөйөрҙәр.

Тән температураһы даими түгел, шуға уларҙың активлығы тирә-яҡ температураһына бәйле. Кәлтә, йылан кеүек һөйрәлеүселәрҙең тәне – тиреле япма, крокодил һәм ташбаҡаныҡы эзбиз ҡабырсаҡ менән ҡапланған.

Һөйрәлеүселәрҙең күбеһе — йыртҡыстар йәки бөжәк ашаусылар. Ә ҡоро ер ташбаҡалары үҫемлек менән туҡлана. Һөйрәлеүселәр араһында йыландарҙың (шулай уҡ, ҡайһы бер кеҫәрткеләрҙең)ғына ослоҡтары юҡ. Башҡа һөйрәлеүселәрҙең икешәр пар ослоҡтары һәм һәр ослоҡта тырнаҡлы бишәр бармағы бар. Рептилиялар дүрт отрядҡа бүленә: тәңкәлеләр, ташбаҡалар, крокодилдар һәм томшоҡбашлылар.

Ер-һыу хайуандары менән сағыштырғанда, рептилиялар хәрәкәтсәнерәк, активыраҡ һәм тайга урмандарынан алып сүллектәргә, тропиктарға ҡәҙәр йәшәргә яраҡлашҡан.

Быға уларҙың мөгөҙ матдәнән торған тәңкәләр менән ҡапланған һәм кибеүҙән һаҡлаған ҡоро тиреһе, тиҙ хәрәкәтләнеүгә яйлашҡан ослоҡтары, бармаҡ остарында төрлө өҫлөктәрҙә хәрәкәтләнергә мөмкинлек биреүсе тырнаҡтары булышлыҡ итә. Шулай уҡ уларҙың ослоҡтары оҙон. Үпкәләренең эске йөҙө күҙәнәкле төҙөлөшлө. Шуға ла, газдар алмашына торған өҫлөк ҙурая.Ҡандың кислородҡа байыу процесы камилыраҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]