Эстәлеккә күсергә

Ер-һыу хайуандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Амфибиялар битенән йүнәлтелде)
Ер-һыу хайуандары йәки Амфибиялар
Ер-һыу хайуандар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Amphibia Linnaeus, 1758

Аҫҡы класс һәм отрядтар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  173420
NCBI  8292
EOL  1552

Ер-һыу хайуандары, йәки амфи́биялар (лат. Amphibia) — умыртҡалы дүрт аяҡлы хайуандар класы. Тереклек итеүҙәре һыу менән дә, шулай уҡ ер өҫтө мөхите менән дә бәйләнгән умыртҡалы хайуандар.

Был класҡа тритондар , саламандралар, баҡалар һәм аяҡһыҙ амфибиялар (червяги) керә[1] (башҡа мәғлүмәт буйынса — 5000 тирәһе төр,[2]) сағыштырмаса бик күп түгел

Рәсәйҙә — 28 төр[3], Мадагаскарҙа — 247 төр булыуы билдәле.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу хайуандары 320 млн йылдар элек барлыҡҡа килгәндәр.

Улар ябай төҙөлөшлө умыртҡалы ер һәм һыу хайуандары булараҡ ҡоро ерҙә тереклек итеүсе беренсе хайуандар булғандар.

Уларҙың үрсеүе һәм үҫешенең тәүге этабы, йәғни личинка стадияһы һыуҙа үтә. Личинка стадияһы дәүерендә ер-һыу хайуандары тулыһынса әүерелеш (метаморфоз) кисерә. Йәғни һыуҙа йәшәүсе личинка булыуҙан дымлы ҡоро ерҙә терекләк итеүсегә әйләнә. Айғолаҡтар менән һулыш алыу урынына үпкә менән һулыш алыу барлыҡҡа килә. Ҡан әйләнеше системаһы үҙгәрә, ослоҡтар барлыҡҡа килә, һиҙеү органдары системаһы үҫешә.

Амфибияларҙы өйрәнеүсе фән герпетология тип атала.

Ер-һыу хайуандары йылы климатлы һәм дымлы климатта таралған. Һалҡын ҡыш була торған урындарҙа бер нисә ай ғына тереклек итергә бик аҙ һанлы вәкилдәре генә яраҡлашҡан. Ошо ваҡыт эсендә улар ыуылдырыҡ сәсеп, яңы быуын үстерергә һәм ҡышын йоҡоға талырға өлгөрә.

Ер-һыу хайуандары өс отрядҡа бүленә: ҡойроҡлолар, ҡойроҡһоҙҙар, аяҡһыҙҙар.

Ер-һыу хайуандарына дөйөм ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

-Ер-Һыу хайуандары — ер өҫтө-һауа һәм һыу мөхитендә тереклек итеүгә яраҡлашҡан һалҡын ҡанлы хайуандар.

-Тиреләре яланғас һәм лайлалы.

- Ике пар аяҡ ослоҡтары

-Һулыш үпкә һәм тире аша.

-Өлкән хайуандарҙың йөрәге өс камералы.

-Ҡан әйләнеше түңәрәге икәү.

-Күреү һәм ишетеү ағзалары һауа мөхитендә эшләүгә яраҡлашҡан.

-Ыуылдырыҡ сәсеп үрсейҙәр.

- Үҫештәренең тәүге этабы һыуҙа личинка стадияһы аша тулы әүерелеш менән бара ,

Өлкән хайуандарҙа һулыш алыуҙа лайлалы яланғас тире ҡатнаша. Шуға ла ер-һыу хайуандары дымлы урындарҙа йәшәргә ярата.

Тәндәре башҡа, кәүҙәгә, ҡойроҡҡа (ҡойроҡлоларҙа) һәм биш бармалы алғы һәм артҡы ослоҡтарға бүленә. Башы кәүҙәгә хәрәкәтсән тоташҡан.

Һөлдә түбәндәге бүлектәрҙән тора:

- умыртҡалыҡ (үҙәк һөлдә);

- баш һөлдәһе;

- парлы ослоҡтар һөлдәһе.

Умыртҡа һөйәгендә 4 бүлек бар: муйын, кәүҙә, һигеҙгүҙ һәм ҡойроҡ. Умыртҡалылар һаны — ҡойроҡһоҙҙәрҙа 7-нән аяҡһыҙ амфибияларҙа 200-гә тиклем барып етә.

Муйын умыртҡаһы (1) баш һөйәгенең соңҡа өлөшөнә хәрәкәтсән беркетелә һәм баштың хәрәкәтсәнлеген тәьмин итә. Кәүҙә умыртҡаларына ҡабырғалар беркетелгән (әммә ҡойроҡһоҙҙарҙанҙың ҡабырға һөйәктәре юҡ). Берҙән-бер һигеҙгүҙ умыртҡаһы артҡы ослоҡтар билбауына (таз һөйәгенә) тоташтырылған. Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандарының ҡойроҡ умыртҡалары үҫеш дәүерендә редуҡциялана һәм ҡыҫҡа ғына ҡоймос һөйәге булып ҡала.

Яҫы һәм киң баш һөлдәһе умыртҡалыҡҡа ике соңҡа байырсаһы (мыщелки) ярҙамында хәрәкәтсән ялғанған..

Алғы һәм артҡы ослоҡтар һөлдәһе ослоҡтар билбауы һәм ирекле ослоҡтар һөлдәһенән барлыҡҡа килә. а

Алғы ослоҡтар билбауына мускулдар ҡатламында ята. Уға парлы умрау, ҡалаҡ һәм күкрәк һөйәгенә тоташҡан ҡарға һөйәктәре инә.

Ирекле алғы ослоҡтар һөлдәһе төп өс бүлектән тора: ҡулбаштан, беләктән (ҡушар) һәм ослоҡ суғы (беләҙек, ус һәм бармаҡ фалангаһынан) тора.Ослоҡ ослоҡ суғы дүрт бармаҡ менән тамамлана, бишенсе бармағы үҫмәй ҡалған.

Артҡы ослоҡтар билбауын (таз) үҙ-ара ҡушылып үҫкән парлы янбаш (подвздошные) , ултырыш (седалищные) һәм сат (лобковые) һөйәктәре тәшкил итә. Таз һигеҙгүҙгә янбаш һөйәктәре менән хәрәкәтһеҙ тоташҡан.

Ирекле артҡы ослоҡтар өс бүлектән: бот, енсек (ҙур һәм кесе сираҡ һөйәктәре) һәм кәтмәндән (бәшәләй,туларһыҡ ) тора. Кәтмән биш бармаҡ менән тамамлана. Һыу мөхитендә тереклек итеүсе вәкилдәрендә улар йөҙөү ярыһы ярҙамында бер-береһе менән тоташҡан.

Ослоҡ бүлектәре үҙ-ара быуындар ярҙамында тоташҡан. Артҡы аяҡтары алғы аяҡтарынан оҙонораҡ һәм көслөрәк. Улар хәрәкәт иткәндә һикереү өсөн ҡеүәтле рычагтар барлыҡҡа килтерә.

Ултырған саҡтарында бер аҙ бөгөлгән алғы ослоҡтарына таяналар. Был саҡта бөкләнгән артҡы ослоҡтары ян-яҡтарында була. Уларҙы бик етеҙ турайтып, алға һикергән саҡта алғы аяҡтары хайуанды ергә бәрелеүҙән һаҡлай.

Тәлмәрйен йөҙгәндә артҡы ослоҡтарын әле үҙенә тартып ала, әле турайтып ебәрә, ә алғы ослоҡтарын был саҡта кәүҙәһенә ҡыҫа.

Мускулдар системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мускулдар кәүҙә һәм ослоҡ мускулдарына бүленә. Кәүҙә мускулдары сегментланған. Махсус мускулдар төркөмдәре рычаг барлыҡҡа килтереп ослоҡтарының ҡатмарлы хәрәкәтен тәьмин итә.

Башын күтәреүсе һәм төшөрөүсе мускулдары бар . Тәлмәрйендәрҙә , мәҫәлән, яңаҡтарындағы һәм ослоҡтарындағы мускулдар яҡшы үҫешкән. Ҡойроҡло амфибияларҙың ҡойроҡ мускулдары ла ныҡ үҫеш алған.

Ҡоро ерҙәге йәшәү рәүешенә бәйле амфибияларҙың мускул системаһы һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Личинка осорондағы сегментлы төҙөлгән мускулдары баштың, ослоҡтарҙың, ауыҙ ҡыуышлығының махсуслашҡан мускулдарына әүерелә.

Амфибияларҙа һулыш алыу органдары:

-Үпкәләр,

- тиреләре һәм ауыҙ ҡыуышлыҡтың лайлалы тиресәһе (өҫтәмә һулыш алыу ағзалары);

- айғолаҡтар (ҡайһы бер һыуҙа йәшәүселәрҙә һәм сүмесбаштарҙа).

Күпселек төрҙәрҙә, үпкәһеҙ саламандерҙарҙан һәм тәлмәрйендәрҙән( Barbourula kalimantanensis) башҡаларында бик ҙур булмаған үпкәләре бар. Үпкәләре йоҡа стеналы ҡаптар рәүешендә һәм ҡан тамырҙарының тығыҙ селтәре менән уратып алынған.

Һәр үпкә ларингеаль-трахея ҡыуышлығына үҙ аллы тишек менән асыла (бында орофарингеаль ҡыуышлыҡҡа асылған тауыш ярылары урынлашҡан).

Һулыш алыу орофарингеаль ҡыуышлыҡ күләменең үҙгәреүе арҡаһында барлыҡҡа килә. һауа орофарингеаль ҡыуышлыҡҡа танау тишеге аша эйәк аҫтын төшөргәндә инә. Төбө күтәрелгәндә үпкәгә һауа этәрелә.

Ҡорораҡ мөхиттә йәшәүгә яраҡлашҡан әрмәнделәрҙә тире кератинизациялана, шуға һулыш башлыса үпкә аша башҡарыла.

Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡан әйләнеше системаһы йомоҡ, йөрәк өс камералы:[4] ике йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтан тора. Һул йөрәк алдындағы артериаль һәм уң йөрәк алдындағы ҡатнаш ҡандың ҡарынсыҡтарҙа ҡушылыуы (ике камералы йөрәкле пульмонарһыҙ саламандерҙарҙан башҡа) һөҙөмтәһендә тән күҙәнәктәре ҡатнаш ҡан менән тәьмин ителә. Шуға күрә матдәләр алмашыныу процесы әкркн бара һәм тән температураһы тирә-яҡ мөхит температураһына бәйле (һалҡын ҡанлы хайуандар).

Ҡарынсыҡтан спираль клапан менән йыһазландырылған артериаль спираль клапанлы конус сыға.

Артериялар:

- тире-үпкә артериялары (үпкәгә һәм тирегә веноз ҡанды алып бара);

- йоҡо артериялары (баштағы ағзаларҙы артериаль ҡан менән тәьмин итә);

- аорта дуғалары ҡатнаш ҡанды тәндең ҡалған өлөшөнә алып бара.

Кесе ҡан әйләнеше түңәрәге —кан үпкә аша үткән түңәрәк. Һулыш алыу ағзаларына (үпкә һәм тирегә) веноз ҡан алып барған тире-үпкә артерияларынан башлана. Үпкәләрҙә һәм тирелә ҡан углекислы газдан арынып һәм кислородҡа байып парлы үпкә веналарына йыйыла һәм һул йөрәк алдына килә.

Ҡан әйләнешенең ҙур түңәрәге тән ағзаларында һәм туҡымаларҙа тармаҡланыусы аорта дуғаларынан һәм йоҡо артерияларынан башлана. Веноз ҡан парлы алғы эсе ҡыуыш веналар парһыҙ артҡы эсе ҡыуыш вена аша уң йөрәк алдына килә. Бынан тыш, алғы эсе ҡыуыш веналарға тиренән кислородҡа байытылған ҡан ҡушыла. Шунлыҡтан уң йөрәк алдындағы ҡан ҡатнаш була.

Ғәҙәти йөрәктән тыш, бөтә амфибияларҙа ла лимфа йөрәктәре бар, улар лимфа тамырҙары веналарына ҡушылған урындар алдында урынлашҡан[5].

Аш һеңдереү системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә амфибиялар ҙа йыртҡыстар. Улар тик хәрәкәт итеүсе табышты ғына тота. Телдәре ҡуйы йәбешкәк лайлалы һәм төбө ирендәренә беркетелгән. Ауыҙ ҡыуышлығында осо менән йотҡолоҡ яғына ҡарап ята.

Табыш аулағанда төп ролде күҙҙәре уйнай. Ниндәй ҙә булһа берәй бөжәкте йәки башҡа берәй ваҡ хайуанды күреү менән, йәбешкәк киң телдәрен ауыҙҙан бик йәһәт һуҙып сығаралар , һәм табышы уның телдәренә йәбешеп ҡала, унан ҙур тиҙлек менән тамаҡ төбөнә ырғытыла.

Яңаҡтарында табышын тотоп ҡалыу өсөн хеҙмәт иткән тештәр бар. Тәлмәрйендәрҙә улар өҫкө яңаҡта ғына урынлашҡан.

Ауыҙ ҡыуышлыҡтарҙа шайыҡ биҙҙәренең көпшәләре асыла. Уларҙың шайығында аш һеңдереү ферменттары юҡ. Ауыҙ ҡыуышлығынан аҙыҡ аш юлы аша ашҡаҙанға, унан бөйәнгә килә. Бында бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе көпшәләре асыла. Аш һеңдереү ашҡаҙанда һәм бөйәндә бара. Эшкәртелмәгән ҡалдыҡтар артҡы эсәк аша туранан-тура тышҡа түгел, ә тәүҙә эсәктең клоака тип аталған айырым бер киңәйгән өлөшөнә— клоакаға эләгә һәм унан тышҡа сығарып ташлана.

Бүлеп сығарыу системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бүлеп сығарыу ағзалары — парлы бөйөрҙәр, унан бәүел көпшәләре айырылып китә һәм клоакаға асыла. Клоаканың стенаһында бәүел ҡыуығының тишеге урынлашҡан. Шул тишек клоакалағы бәүел ҡыуыҡҡа йыйыла.

Амфибияларҙың бөйөрҙәрендә һыуҙы һурып алыу механизмы юҡ. Бәүел ҡыуығы тулғандан һәм уның стеналарының мускулдар ҡыҫҡара һәм ҡуйыртылған бәүел , клоака аша сығарып ташлана. Бындай механизмдың үҙенсәлекле ҡатмарлылығы амфибияларҙың күберәк дым һаҡлап ҡалыу кәрәклеге менән аңлатыла. Шуға күрә бәүел клоаканан шунда уҡ сығарылмай.

Метаболик продукттарҙың бер өлөшө һәм артыҡ һыу тире аша бүленеп сыға. Был үҙенсәлектәр амфибияларға тулыһынса ҡоро ерҙә тереклек итеү рәүешенә күсергә мөмкинлек бирмәгән.

Балыҡтар менән сағыштырғанда амфибияларҙың мейе нисбәте ҙурыраҡ. Баш мейеһенең тән ауырлығының проценттарҙа нисбәте: балыҡтарҙа— 0,06-0,44 %, һөйәкле балыҡтарҙа — 0,02-0,94, ҡойроҡло амфибияларҙа — 0,29-0,36, ҡойроҡһоҙ амфибияларҙа 0,50-0,73 % тәшкил итә[6].

Баш мейеһе 5 бүлектән тора:

- алғы мейе сағыштырмаса ҙур; 2 ярымшарға бүленгән;унда еҫ һиҙеү зонаһы ныҡ үҫешкән;

- аралыҡ мейеһе яҡшы үҫешкән;

- кесе мейе ҡатмарлы булмаған хәрәкәттәргә бәйле насар үҫешкән;

-оҙонса мейе — һулыш алыу, ҡан әйләнеше һәм аш һеңдереү системаһы үҙәге;

- урта мейе сағыштырмаса ҙур түгел, унда күреү һәм һөлдә мускулдары тонусын көйләүсе үҙәктәр урынлашҡан.

Баш мейеһенән 10 пар баш мейеһе нервыһы китә (I-X).

Ҡойроҡһыҙ һәм ҡойроҡло амфибияларҙың арҡа мейе нервылары яҡшы үҫешкән ҡулбаш һәм бил нервы сырмалсыҡтары барлыҡҡа килтерә.

Симпатик нервы системалары яҡшы үҫешкән. Ул башлыса умыртҡалыҡтың ике яғынан һуҙылып киткән нервы олондарынан ғибәрәт.

Тәлмәрйендәрҙең һиҙеү ағзалары төҙөлөшө ҡоро ер мөхитенә яраҡлашҡан.

Балыҡтар менән сағыштырғанда ер-һыу хайуандарында күҙҙәренең мөгөҙ ҡатлауы ҡабарыңҡыраҡ. Ә яҫмыҡтың алғы ( хрусталик) алғы өҫлөгө ялпағыраҡ һәм

ике яғы ҡабарынҡы линза формаһын ала. Күҙҙәрҙең был төҙөлөшө уларҙың ярым ҡоро ер мөхитендә тереклек итеүҙәренә бәйле һәм алыҫыраҡ урынлашҡан әйберҙәрҙе күрергә мөмкинлек бирә. Һыу эсендә мөгөҙ ҡатлау балыҡтарҙыҡына оҡшап ялпаҡлана.

Селтәрле шәкәрәлә рецепторҙар (таяҡсалар һәм колбочкалар) нейрондар аша биполяр күҙәнәктәргә тоташа. Улар мәғлүмәтте детекторҙарға — ганглийлы күҙәнәктәренә тапшыра.

Был күҙәнәктәр бер нисә функциональ типҡа бүленә: берәүҙәр объекттарҙың формаһын айыра, икенселәре дөйөм фонда объекттарҙы айыра. Шулай уҡ объекттарҙың хәрәкәтен һәм уның йүнәлешен билдәләүсе детекторҙар бар; яҡтылыҡ кимәлен асыҡлаусы детекторҙары бар. Шулай итеп, визуаль мәғлүмәтте тәү эшкәртеү күҙ алмаһында бара.

Күпселек ерҙәге амфибиялар төҫтәрҙе айырыу һәләтенә эйә, әммә селтәрле шәкәрәлә таяҡсалар өҫтөнлөк итә. Шул уҡ ваҡытта төҫтө айырыу күреү зонаһында түгел, ә аралыҡ мейелә урынлашҡан Беллонци ядроларында бара.

Ҡойроҡһоҙ амфибияларҙың (әрмәнделәр һәм тәлмәрйендәр) үҙенсәлекле һыҙаттарының береһе — күҙҙең латераль урынлашыуы, шуға ярашлы, күреү мөйөшө 360 градус тиерлек тәшкил итә. Әммә бының арҡаһында уларҙың бинокль зонаһы бәләкәй.

Ҡоро ерҙәге тереклектәренә бәйле күҙҙәрен тышҡы йоғонтонан һаҡлау механизмдары бар. Атап әйткәндә, хәрәкәтсән күҙ ҡабаҡтар, йомғос яры (өсөнсө ҡабаҡ) һәм күҙҙәрҙе сылатып тороусы йәш биҙҙәре. Улар күҙ ҡабаҡтарын асып-йомоп, күҙҙәренә кергән туҙан бөртөктәрен һепереп төшөрә һәм күҙ өҫлөгөн еүешләп тора ала Был ағзалар барыһы ла метаморфоз ваҡытында, ҡоро ергә ергә сығыр алдынан барлыҡҡа килә.

Амфибияларҙың эске ҡолағы бар. Әммә тауыш тулҡындары һауала һыуҙағынан насарыраҡ тарала. Шуға күрә, яҡш ыраҡ ишетер өсөн, тәлмәрйендә урта ҡолаҡ та үҫешкән. Ул тауыш ҡабул итеүсе ҡолаҡ ярыһынан — күҙ артындағы түңәрәк йоҡа шекәрәнән башлана. Унан тауыш тибрәнештәре иш етеү һөйәге аша эске ҡолаҡҡа тапшырыла.

Еҫ ағзалары тик һауа мөхитендә генә эшләй. Улар парлы һиҙеү моҡсайҙарынан ғибәрәт. Уларҙың стеналары еҫ һиҙеү рецепторҙары булған эпителий менән көпләнгән. Танау тишектәре менән тышҡа, ә хоаналар менән ауыҙ ҡыуышлығына асылалар.

Балыҡтарҙағы кеүек үк, амфибияларҙың да эске ҡолағы бар. Әммә тауыш тулҡындары һауала һыуҙағынан насарыраҡ тарала. Шуға күрә, яҡшыраҡ ишетер өсөн, урта ҡолаҡ та үҫешкән. Ул тауыш ҡабул итеүсе ҡолаҡ ярыһынан — күҙ артындағы түңәрәк йоҡа шекәрәнән башлана. Унан тауыш тибрәнештәре ишетеү һөйәге аша эске ҡолаҡҡа тапшырыла.

Ҡолаҡтың ике яғындағы баҫымды тигеҙләү өсөн урта ҡолаҡ ҡыуышлығы ауыҙ ҡыуышлығында тамаҡ өҫтөнә ишетеү торбаһы аша тоташа.

Тейеү ағзаһы булып тактиль нервы остары булған тире тора. Һыуҙа йәшәүсе вәкилдәренең һәм сүмесбаштарының ян ( латераль һыҙығы) ағзаһы бар.

Тәм һиҙеү ауыҙ ҡыуышлығында урынлашҡан. Тәлмәрйендәр бары әсене һәм тоҙлоны ғына айыра, тип фараз ителә.

Бөтә амфибиялар ҙа айырым енесле. Күпселек амфибияларҙа тышҡы аталаныу (һыуҙа) хас.

Үрсеү осоронда өлгөрөп еткән ыуылдырыҡтар тулған йомортҡалыҡтары инә заттарҙың бөтә ҡорһаҡ ҡыуышлығын тиерлек алып тора.

Ата заттарҙа парлы орлоҡ биҙҙәре бар. Уларҙан орлоҡ көпшәләре аша бәүел көпшәләренә эләгә. Унан енес күҙәнәктәре клоакаға асылалар.

Өлгөрөп еткән ыуылдырыҡтар көпшәле юлдар буйлап клоакаға килә, ә унан тышҡа сығарып ташлана. . Ата хайуандар улар өҫтөнә составында сперматозоидтар булған шыйыҡлыҡ ебәрә.

Амфибияларҙың йәшәү циклында дүрт үҫеш стадияһы аныҡ айырыла: йомортҡа (йомортҡа), личинка (сүмесбаш), метаморфоз осоро һәм өлкән заттар.

Амфибияларҙың ыуылдырыҡтары (йомортҡалары) балыҡтарҙыҡы кеүек кибеүҙән һаҡлай торған ҡабығы юҡ. Ыуылдыҡтың үҫеше өсөн уның даими дымланып тороуы кәрәк. Амфибияларҙың ҙур өлөшө сөсө һыу ятҡылыҡтарына йомортҡа һала.

Әммә аяҡһыҙ амфибиялар (червяги) йомортҡаларын тупраҡҡа һалып, уларҙы кәүҙәләре менән уратып яталар. Шуның менән йомортҡаларын лайлалары менән еүешләп торалар. Амфиума баҡаһы, гигант саламандерҙар һәм ҡайһы бер башҡа амфибиялар ҙа ҡоро ергә ыуылдырығын һалалар.Әммә бындай осраҡтарҙа ла йомортҡаға тирә-яҡ мөхиттең юғары дымлылығы һәм был юҫыҡта ата-инәләренең ярҙамы талап ителә.

Ыуылдырыҡтан һыу мөхитендә генә тереклек итә алған личинка— сүмесбаш сыға. Тышҡы күренеше менән ул ҙур ҡойроҡло бәләкәй балыҡты хәтерләтә.

Сүмесбаш тәүҙә тышҡы айғолаҡтар ярҙамында (улар баштың ян-яҡтарында урынлашҡан бәләкәй шәлкемдәр рәүешендә була) һулыш ала. Тиҙҙән улар эске айғолаҡтар менән алмашына.

Сүмесбаштың ҡан әйләнеше түңәрәге бер генә, йөрәге ике камералы, тиреһендә ян һыҙаты беленеп тора. Шулай итеп, ер-һыу хайуандарының личинкаһында балыҡтар төҙөлөшөнә хас ҡайһы бер билдәләр була.

Уларҙың төҙөлөшөндә литар балыҡтарҙы хәтерләтә: уларҙың парлы ослоҡтары юҡ.

Метаморфоз кисереп, личинка ерҙә йәшәү рәүешен алып барыусы өлкән баҡаларға әйләнә. Ҡойроҡһоҙ амфибияларҙа метаморфоз процесы бик тиҙ бара, ә примитив саламандраларҙа һәм аяҡһыҙ амфибияларҙа ныҡ ҡына һуҙыла.

Күпселек амфибияларҙың тереклеге ҡоро ерҙә һәм һыуҙа сиратлашып бара. Әммә ҡайһы берҙәре тик һыу мөхитендә , икенселәре тик ағастарға ғына йәшәгән төрҙәр ҙә бар.

Ҡоро ер мөхитендә йәшәү өсөн амфибияларҙың етерлек яраҡлашмауы йәшәү шарттарының миҙгелле үҙгәреүенәҡарап йәшәү рәүештәренең ҡапыл үҙгәреүенә килтерә.

Амфибиялар насар шарттарҙа (һалҡын, ҡоролоҡ һ. б.) оҙайлы ваҡытҡа йоҡоға талалар. Ҡайһы бер төрҙәрҙә әүҙемлек температура үҙгәргәндә төндән көнгә үҙгәрергә мөмкин.

Амфибиялар йылы шарттарҙа ғына әүҙем. +7 — +8 °C температурала күпселек төрҙәр ҡатып ҡала, ә -2 °C -та — үлә. Әммә ҡайһы бер амфибиялар оҙаҡҡа һуҙылған туңыуға, киптереүгә бирешмәҫкә, шулай уҡ юғалған тән өлөштәрен регенерациялауға һәләтле.

Ҡайһы бер амфибиялар, мәҫәлән әрмәнде-ага Bufo marinus һәм краб тәлмәрйен Fejervarya cancrivor тоҙло һыуҙа йәшәргә һәләтле.Әммә күпселе амфибиялар тик сөсө һыуҙа ғына тереклек итә алалар. Шуға ла улар өсөн уңайлы шарттар булыуға ҡарамаҫтан, күп кенә океан һәм дингеҙ утрауҙарҙарында осрамайҙар

Барлыҡ хәҙерге ваҡытта тереклек итеүсе ер-һыу хайуандары  — йыртҡыстар. Төрлө бөжәктәр, башлыса ҡуңыҙҙар һәм ике ҡанатлылар, менән туҡлана, әммә шулай уҡ үрмәкселәрҙе, ҡорһағаяҡлы моллюскыларҙы, ә ҡайһы берҙә балыҡ селбәрәләрен дә ашай.Үҙҙәренең табыштарын тәлмәрйендәр аулаҡ урында хәрәкәтһеҙ ултырып һағалап тора. Шулай уҡ, үҙ личинкалары менән туҡланып каннибализм осраҡтары ла булғылай. Матдәләр алмашыныуы бик әкрен барғанлыҡтан, үҫемлек аҙыҡ менән туҡланыуҙары осрамай.[7].

Ҡойроҡло амфибияларҙың личинкаларының туҡланыу рәүеше өлкән хайуандарҙың туҡланыуына оҡшаш тиерлек. Ҡойроҡһоҙ амфибияларҙың личинкалары туҡлауында ҡырҡа айырма бар.Улар үҫемлек аҙыҡ һәм детрит менән туҡлана, йыртҡыслыҡҡа бары тик личинка стадияһының аҙағына ғына күсә.[8].

«Амфибия» боронғо грек теленән алынған һүҙ— ἀμφίβιος (amphíbios) терминынан алынған.

«Ике тормош төрө» ( ἀμφί —«ике төрлө» һәм βιος «йәшәү») тигәнде аңлата. Башта термин һыуҙа ла һәм ҡоро ерҙә лә йәшәргә һәләтле барлыҡ хайуандар өсөн ҡулланыла (шулай уҡ, тюлендәр, диңгеҙ бесәйҙәре һ.б.

Аҙаҡ был ҡоро йән эйәләренән амфибиялар класы вәкилдәренә, йәғни амниоталарға (үрсеүҙәре, үҫештәре һыу мөхитенә бәйле булмағандарға) инмәгән дүрт аяҡлы Умыртҡалыларға ҡарата ғына ҡулланыла башлай.

Амфибияларҙы өс аҫклассҡа бүләләр:

Ике аҫкласс вәкилдәре юҡҡа сыҡҡан( Юҡҡа сыҡҡан төрҙәр)[9]:

  • † Аҫкласс Лабиринтодонттар (Labyrinthodontia — палеозой һәм иртә мезозой төркөмө.
  • † Аҫкласс Йоҡаумыртҡалылар (Lepospondyli — бәләкәй генә палеозой төркөмө. Ҡайһы саҡ лабиринтодонттар төркөмөнә лә индерәләр.
  • Аҫкласс Панцирһыҙҙар (Lissamphibia — барлыҡ хәҙерге амфибиялар.
    • Ҡойроҡһыҙ амфибиялар (Anura — тәлмәрйендәр һәм әрмәнделәр): юра дәүеренән хәҙергәсә  — 48 ғәиләгә ҡараған 5602 төр
    • Ҡойроҡло амфибиялар отряды (Caudata или Urodela — саламандралар, тритондар): юра дәүеренән хәҙергәсә  — 10 ғәиләгә ҡараған 571 төр
    • аяҡһыҙ амфибиялар отряды (Gymnophiona йәки Apoda, рус. червяги): юра дәүеренән хәҙергәсә — 10 ғәиләгә ҡараған 190 төр.
Triadobatrachus massinoti
Triadobatrachus massinoti, Мадагаскарҙың түбәнге триас ҡатламына ҡараған ултырмаларында һаҡланған ҡаҙылма тәүтәлмәрйен

Төп ароморфоздары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Биш бармаҡлы ослоҡтарҙың барлыҡҡа килеүе.
- Үпкә үҫеше.
- Өс камералы йөрәк бар.
- Урта ҡолаҡтың формалашыуы.
-Ҡан әйләнешенең ике түңәрәге барлыҡҡа килеү
  1. Amphibian Species of the World (ингл.). База данных амфибий. Darrel Frost and The American Museum of Natural History. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  2. Класс Земноводные, или Амфибии: общая характеристика. Биология и медицина. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  3. Classis AMPHIBIA (Л. Я. Боркин, 1992). Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  4. Практикум по зоологии позвоночных. Вскрытие земноводного. Проверено 16 июля 2012.
  5. Лимфатические сердца // Большая Советская Энциклопедия / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская Энциклопедия, 1973. — Т. 14 : Куна — Ломами. — С. 450. — 629 000 экз.
  6. Никитенко, 1969. Головной мозг земноводных. Биология и медицина. Дата обращения: 13 март 2012.
  7. Питание земноводных. Биологи и медицина. Дата обращения: 13 март 2012.
  8. Пищеварительная система земноводных. Биология и медицина. Дата обращения: 13 март 2012.
  9. Baird, Donald Paleozoic lepospondyl amphibians (инг.) // Integrative and Comparative Biology (инг.)баш.. — Oxford University Press, 1965. — Т. 5. — № 2. — С. 287—294. — DOI:10.1093/icb/5.2.287
  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 5. (Земноводные. Пресмыкающиеся). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. — Москва: Просвещение, 1969. — 488 с.

• Рәхимов И. И. Р96 Татарстанның үсемлекләр һәм хайваннар дөньясы : Уку әсбабы / И. И. Рәхимов, K. K. Ибраһимова; Русчадан Ф. Г. Иштирәкова, P. 3. Закирова тәрҗ. — Казан: Мәгариф, 2007. — 199 б.: рәс. б-н. — ISBN 978-5-7761-1710-7