Йыландар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йыландар
Баҡыр башлы ҡалҡаняңаҡ (Agkistrodon contortrix)
Баҡыр башлы ҡалҡаняңаҡ (Agkistrodon contortrix)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Serpentes Linnaeus, 1758

Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   174118
NCBI   8570
EOL   2815988

ЙыландарЗме́и (лат. Serpешуentes) — һөйрәлеүселәр подотрядындағы ҡаулы (ҡабырсыҡлы) йәнлек. Ағыулы һәм туҙбаш йыландар була.

Төрҙәре[үҙгәртергә]

Яҡынса 3 мең төрө, 13 ғаиләһе билдәле. Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда туҙбаш йыландар (баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙбаш йыланы һәм ябай туҙбаш йылан) һәм ҡара йыландар (ябай һәм дала ҡара йыландары) ғаиләләренә ҡараған 6 төрө бар.


Ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ҡалып:Дополнительно

Snake skeleton.jpg
Йылан һөлдәһе.
Snake Skeletons.jpg
Йылан һөлдәһе ташбаҡанан айырыла, башлыса күкрәк ситлеген буйынса.

Кәүҙәһе тар, һуҙылған, оҙонлоғо 45‑тән алып 120 см тиклем, мөгөҙ ҡалҡансыҡтар һәм ҡау менән ҡапланған. Йылан, тиреһенең тышҡы мөгөҙ ҡатламын (ҡабығын) тулыһынса ташлап, йылына бер нисә тапҡыр ҡау һала. Төҫө төрлө, күпселек осраҡта тирә-яҡ мөхит төҫөнә ярашлы. Умыртҡаһы кәүҙә һәм ҡойроҡ бүлектәренән тора, күкрәк һөйәге юҡ; кәүҙә умыртҡалары ҡорһаҡ ҡалҡансыҡтары менән тоташҡан оҙон хәрәкәтсән ҡабырғалар менән. Аяғы юҡ, ҡабырғаларының бөгөлөшөн үҙгәртеү, ҡорһаҡ ҡалҡансыҡтарын күсереү һәм кәүҙәһен ян-яҡҡа тулҡын рәүешле бөгөү ярҙамында хәрәкәт итә. Тышҡы ҡолаҡ тишеге һәм ҡолаҡ ярыһы юҡ, урта ҡолағы ябай төҙөлөшлө, насар ишетә. Күҙе ҡушылып үҫкән күҙ ҡабаҡтары хасил иткән үтә күренмәле йоҡа тышса менән ҡапланған. Көндөҙгө йыландың күҙ ҡараһы түңәрәк; эңер һәм төнгөләрҙеке — вертикаль. Теше нәҙек, осло, артҡа бөгөлгән; ағыуһыҙ йыланға табышты эләктереү һәм ысҡындырмаҫ өсөн хеҙмәт итә. Ағыулы төрҙәрҙең ағыулы тештәре өҫкө яңаҡта урынлашҡан. Теле оҙон, осо ике йәпле; Якобсон ағзаһы бар. Баш һөйәгенең бит өлөшө һөйәктәре үҙ-ара эре табышты йотҡанда ауыҙ ҡыуышлығының ныҡ һуҙылыуын тәьмин иткән һығылмалы ярылар менән тоташҡан. Эске ағзалары асимметриялы. Үпкәһе ғәҙәттә берәү. Бауыры оҙон көрәк формаһында. Бөйөрҙәре, орлоҡлоҡ һәм йомортҡалыҡтары оҙонса. Бәүел ҡыуығы юҡ. Ата йылан копулятив ағзаһы (парлы муҡсалар рәүешендә) ҡойроҡ төбөндә аналь тишек артында тире аҫтында урынлашҡан.

Үрсеүҙәре[үҙгәртергә]

Йомортҡа-тере бала тыуҙырыусы йылан (баҡыр йылан, ябай ҡара йылан) август—сентябрь айҙарында 6—12 бала тыуҙыра; йомортҡа һалыусы йылан июнь—июлдә япраҡ һәм тиреҫ өйөмдәренә, дымлы мүккә йомортҡа һала (5—30 дана, инкубация осоро 35—36 көн).

Туҡланыуы[үҙгәртергә]

Йәнле аҙыҡтар (ваҡ кимереүсе, ҡош, кеҫәртке, тәлмәрйен, әрмәнде, балыҡ, бөжәк, үрмәксе һымаҡтар, селәүсен һ.б.) менән туҡлана; табышты тере көйөнсә (туҙбаш йылан) йәки алдан ағыу менән үлтереп (ҡара йылан) йота.

Йәшәйеше[үҙгәртергә]

Башҡортостанда туҙбаш йылан һыу ятҡылыҡтары янында, дымлы һыубаҫар болондарҙа; башҡа йыландар урмандарҙа, болондарҙа, ҡайһы бер төрҙәре (таш йылан һәм дала ҡара йыланы) шулай уҡ далала тереклек итә. Ябай ҡара йылан, баҡыр йылан, ябай туҙбаш йылан бөтә Башҡортостанда таралған, йыландың башҡа төрҙәре көньяҡ райондарҙа осрай.

Йыландарҙың файҙаһы[үҙгәртергә]

Йылан, кимереүселәрҙең һәм бөжәктәрҙең һанын көйләп, экосистемаларҙа мөһим роль уйнай. Йылан ағыуы медицинала ҡулланыла. Дала ҡара йылан, баҡыр йылан, һыу туҙбаш йыланы, таш йыланы БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә]

Примечания[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Викитека логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Йыландар


Лягушка Был Герпетология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.

Ҡалып:Семейства змей