Төньяҡ Америка
Төньяҡ Америка — Ер планетаһының Көнсығыш һәм Көнбайыш ярымшарҙары тоташҡан урындағы ҡитға. Төньяҡ Америка халҡы 500 млн кеше. Халыҡ тығыҙлығы Кариб диңгеҙе һәм ҡитғаның Үҙәк өлөшөндә тығыҙ. Бында 1 кв.км-ға 200-ҙән артыҡ кеше тура килә.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡ Америка көнбайыштан Тымыҡ океандың Беренг диңгеҙе, Аляска һәм Калифорния ҡултығы менән, көнсығыштан Атлантик океандың Лабрадор, Кариб, Изге Лаврентий һәм Мексика ҡултығы менән, төньяҡтан Төньяҡ Боҙло океанның Бофорт, Гренландия Гудзонов ҡултығы менән йыуыла. Көнбайыштағы Евразиянан Беринг боғаҙы айырып тора. Көньяҡ Американан Панама боғаҙы айырып тора. Төньяҡ Америка составына шулай уҡ Гренландия, Канада арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы һәм башҡа утрауҙар инә. Утрауҙар менән Төньяҡ Америка майҙаны — 24,2 млн кв. км., утрауҙарһыҙ — 20,4 млн.кв. км.
Рельеф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рельефтың айырмалығы — боҙлоҡ дәүеренең оҙайлы эшкәртеүе һөҙөмтәһе. Һөҙәкле-тулҡынлы ҡалҡыулыҡтарҙың бейеклеге — 150—600 м. Үҙәк тигеҙлек — Төньяҡ Америка платформаһы өлөшө. Бейеклеге — 200—500 м. Рельефы эрозиялы һәм аҙ тулҡынлы, төньяҡта боҙло һәм боҙлоҡ менән шыуып төшкән тау тоҡомдарынан тора. Көньяҡ өлөшө урман менән ҡапланған. Озарк ҡалҡыулығы (бейеклеге 760 м тирәһе), Уошито ҡалҡыулығы (884 м тиклем) эпигерцин плтаформаһының йыйырсығы булып тора. Бөйөк тигеҙлектәр Кордильер платоһының тау итәге булып тора. Бейеклеге — 500—1500 м. Былар Кордильер платоһының ватылып, йыйырсыҡланып өҫкә күтәрелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Төньяҡ Америка территорияһындағы дәүләттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бойондороҡһоҙ дәүләттәр
Антигуа һәм Барбуда
Багамы
Барбадос
Белиз
Гаити
Гватемала
Гондурас
Гренада
Доминика
Доминикан Республикаһы
Канада
Коста-Рика
Куба
Мексика
Никарагуа
Панама
Сальвадор
Сент-Люсия
Сент-Винсент һәм Гренадин
Сент-Китс һәм Невис
Америка Ҡушма Штаттары
Тринидад һәм Тобаго
Ямайка
- Бойондороҡло территориялар
- АҠШ Виргин утрауҙары
- Ангилья
- Аруба
- Бермуд утрауҙары
- Британияның Виргин утрауҙары
- Гваделупа
- Гренландия
- Кайман утрауҙары
- Клиппертон
- Мартиника
- Монтсеррат
- Навасса
- Нидерландтың Антиль утрауҙары
- Пуэрто-Рико
- Сен-Бартельми
- Сен-Мартен
- Сен-Пьер һәм Микелон
- Тёркс һәм Кайкос
![]() |
Был Төньяҡ Америка географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |