Мехико
Баш ҡала | |||||
Сьюдад-де-Мехико исп. Ciudad de México ацт. Āltepētl Mēxihco | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федераль берәмек | |||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш | |||||
Хөкүмәт башлығы |
Клаудия Шейнбаум Пардо[1][2] с 01.07.2018 | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Баш ҡала с | |||||
Майҙаны |
1680 км² | ||||
Бейеклеге |
2240 м | ||||
Халҡы |
9 100 000 кеше (2017) | ||||
Тығыҙлығы |
5900 кеше/км² | ||||
Милли состав | |||||
Конфессиональ составы |
90 % католиктар | ||||
Этнохороним |
мехика́нец, мехика́нцы[3] | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+52 55 | ||||
Почта индексы |
01000 и 16999 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
15 | ||||
Код INEGI | |||||
Рәсми сайт |
webarchive.loc.gov/all/20020808031049/http://www.df.gob.mx/ (исп.) | ||||
ISO 3166 |
MX-DIF | ||||
Ме́хико (исп. Ciudad de México) — Мексиканың федераль округы (исп. Distrito Federal), баш ҡалаһы һәм иҡтисади, сәйәси, мәҙәни үҙәге.
Мехико Төняҡ Американың мөһим финанс үҙәге булып тора[4]. Ҡала Мексиканың ҡалҡыу урынында, диңгеҙ кимәленән 2240 метр бейеклектә урынлашҡан.
Халыҡ һаны (2010 й.) — 8,85 млн кеше, майҙаны — 1 485 км²[5]. Федераль хөкүмәттең рәсми мәғлүмәттәре буйынса, ҡала агломерацияһында 21,2 млн кеше йәшәй, донъяла ҙурлығы буйынса бишенсе агломерация буйып тора[6].
Исеме ацтек һуғыш алиһәһе Мехитли хөрмәтенә бирелгән[7].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалаға 1325 йылда ацтектар тарафынан Теночтитлан исеме аҫтында нигеҙ һалына, был «кактус ҡаяһы урыны» тигәнде аңлата. Әммә был ҡалала ацтек һуғыш аллаһы Мехитли хөрмәтенә ҡорамдар булғанлыҡтан, ҡаланың икенсе исеме — Мехико (унда ко — суффикс урын). Тап ошо икенсе исемен XVI быуат башында ҡаланы тулыһынса баҫып алғандан һуң испан баҫҡынсылары үҙләштерә[7]. Рус теле традицияларына ярашлы, Мексика һәм Мехико атамалары, испан теленән айырмалы рәүештә, төрлөсә яҙыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теночтитлан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мехико 1325 йылда индейҙарҙың ацтек ҡәбиләһе тарафынан төҙөлә. Ҡалаға нигеҙ һалыусылар — боронғо ацтектар — башта күсмә тормош алып барғандар һәм һунарсылыҡ, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгәндәр. Уларҙың ҡәбиләләре хәҙерге Мехиконың тирә-яғында яҡынса 1200 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Боронғо һинд риүәйәтенә ярашлы, уларға бында килергә ҡояш аллаһы Уицилопочтли ҡуша, ул ацтектарға, бейек кактуста ултырған һәм суҡышында йылан тотоп торған бөркөт осрай, шул урында урынлашырға ҡуша. Индейҙар шул Уицилопочтли һүрәтләүенә тап килгән урынды таба ла инде, һәм улар бында, Тескоко күленең көнбайыш яры буйында, матур үҙәндә ауыл — Теночтитлан (ацтек тәржемәһенән — «кактус ҡаяһы йорто») төҙөй, ул ацтектар дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә.
Боронғо Мехико — Теночтитлан территорияһы — 7,5 км² тирәһе була. Теночтитланды каналдар селтәре киҫеп үтә, ә ҡоро ер менән бәйләнеш күтәрмәле күперҙәр менән тәьмин ителгән дамбалар ярҙамында башҡарыла. Ҡаланы күлдәр — дөрөҫөрәге, ацтектар быуынының тырышлығы менән төҙөлгән һыуһаҡлағыстар системаһы уратып ала. Өс дамба ҡала үҙәген ҡоро ер менән тоташтыра.
XV—XVI быуаттарҙа Теночтитлан донъяла иң ҙур ҡала иҫәпләнә: халыҡ һаны XVI быуат башына 500 мең тиерлек кеше тәшкил итә. Был мөһабәт ҡала ике быуат тиерлек йәшәй. Испан конкистадорҙары Эрнан Кортес етәкселегендә Теночтитланға 1519 йылдың 8 ноябрендә килеп инә. Утрауға килгән бер испандың һүҙҙәре буйынса, «…бындайҙы бер кем дә бер ваҡытта ла күрмәгән, ишетмәгән һәм төшөндә лә быға оҡшаш нәмәне күрмәгән». Ацтектар — бик үк тыныс халыҡ түгел — хәрби көс менән күршеләренең күп өлөшөн үҙенә буйһондора, әммә испандарҙы, ғәжәпкә ҡалдырып, алсаҡ йөҙ менән ҡаршы ала, боронғо легендалар буйынса, индейҙар тарафынан ҡыуылған һаҡаллы аҡ йөҙлө — аҡ тәнле — Кецалькоатль аллаһы ҡамыш сыбыҡ йылында кире килергә тейеш була. Ләкин Кортес сәйәсәте конфликтҡа килтерә: ихтилал ҡабынып китә, һәм испандар Теночтитланды ҡалдырырға мәжбүр була. Еңелгәс, Кортес армияны кешеләр һәм ҡорал менән тулыландыра һәм ацтектарҙың баш ҡалаһына — шул саҡта Теночтитланды испандар Мехико тип атаған ҡалаға яңы һөжүм аса. 1521 йылдың 13 майында Э. Кортес тантаналы рәүештә ҡаланың Испания короле ҡулына күсеүе тураһында иғлан итә.
Мехико
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1521 йылда емерелгән Теночтитлан урынында хәҙерге Мехикоға нигеҙ һалына[8], ул Яңы Испания тип аталған колония баш ҡалаһы статусын ала. Колониаль дәүер башында испандар һыу ағыуҙың ҡатмарлы системаһын һаҡламайынса, күлде киптерергә ҡара итә. Мексиканың баш ҡалаһы — хәҙер инде рәсми аталған Мехико халҡы был уйланылмаған ҡарар өсөн бөгөнгө көнгә тиклем яфа сигә.
1810 йылда ҡалала күмәк халыҡ ихтилалы ҡабына: баш күтәреүселәр испан баҫҡынсыларының хакимлығына ҡәтғи ҡаршы сығыш яһай. 1821 йылда, испан хакимлығынан азатлыҡ өсөн оҙайлы һуғыштан һуң, Мексика, ниһәйәт, бойондороҡһоҙлоҡ ала, һәм Мехико яңы дәүләттең баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 1847 йылда, Техас биләмәһе өсөн Америка-Мексика һуғышы ваҡытында ҡаланы АҠШ ғәскәрҙәре баҫып ала.
1910—1917 йылдарҙа генерал П. Диастың 30 йыллыҡ диктатураһы ҡолатылғандан һуң, ҡалала ҡан ҡойошло революцион көрәш башлана, ул демократик революцияның еңеүе менән тамамлана. 1929 йылдан баш ҡалала илдең хөкүмәте урынлаша, революция ун йыллығы аҙағында Мехикола элек АҠШ һәм Бөйөк Британияның сәнәғәт фирмаларына ҡараған предприятиеларҙы дәүләтләштереү башлана.
1968 йылда Мексиканың баш ҡалаһында йәйге XIX Олимпиада уйындары үтә. Ә 1970 һәм 1986 йылдарҙа Мехико футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. Ҡаланың финанс һәм хужалыҡ үҫеше өлкәһендә Канада һәм АҠШ менән тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәре ҙур әһәмиәткә эйә. 1999 йылда «Майор башняһы» бейек йортон төҙөү башлана.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мехико илдең иң уртаһында тиерлек урынлашҡан. Ҡала диңгеҙ кимәленән 2240 м бейеклектә ята. Бөтә яҡтан тауҙар менән уратып алынған.
Машиналарҙан сыҡҡан газдарҙан һауаның бысраныуы сәбәпле, Мехико ҡалаһы ситендә һауала монарҙың даими ҡуйы болото тора. Әммә, айырыуса яҙғы-йәйге осорҙа, күк зәңгәр булып ҡала. Йыл дауамында ваҡыты-ваҡыты менән ер тетрәү күҙәтелә, улар ғәҙәттә урындағы халыҡты айырыуса борсомай һәм емергес зыян килтермәй. Ҡайһы саҡта Мехикола көслө ер терәүҙәр була. Ер тетрәүҙәрҙең иң көслөһө 1985 йылдың 19 сентябрендә, урындағы ваҡыт меннән 7 сәғәт 19 минутта була, уның һөҙөмтәһендә 10 мең кеше һәләк була һәм 100 метрлыҡ телебашня емерелә. Ҡала территорияһында саң бурандары ла һирәк күренеш түгел. Тәбиғи үҫемлектәр пальма ағастарының төрлө төрҙәренән, имән, ҡарағай, аҡ шыршынан ғибәрәт. Ҡала тирә-яғында ҡоштарҙың күп төрҙәре осрай.
Мексика баш ҡалаһының климаты субтропик муссонлы. Тропиктарҙың төньяҡ сиге өсөн хас булған ҡышҡы юғары температураларға ҡарамаҫтан (+13 °C), температура ноябрҙән алып апрелгә тиклем ҡайһы саҡта 0 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Был ҡаланың океандан ҙур алыҫлыҡта булыуы менән бәйле. Ғинуарҙа һауа температурһы +12 °C, июлдә — +17 °C тәшкил итә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 750 мм.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 28,2 | 29,3 | 33,3 | 33,4 | 33,9 | 33,5 | 30,0 | 28,4 | 28,5 | 28,9 | 29,3 | 28,0 | 33,9 |
Уртаса максимум, °C | 21,3 | 22,9 | 25,5 | 26,6 | 26,3 | 24,7 | 23,2 | 23,4 | 22,5 | 22,4 | 21,9 | 21,2 | 23,5 |
Уртаса температура, °C | 13,6 | 15,0 | 17,4 | 18,7 | 19,0 | 18,5 | 17,4 | 17,5 | 17,1 | 16,2 | 14,9 | 13,9 | 16,6 |
Уртаса минимум, °C | 5,9 | 7,0 | 9,2 | 10,7 | 11,7 | 12,3 | 11,5 | 11,5 | 11,6 | 9,9 | 7,8 | 6,5 | 9,6 |
Абсолют минимум, °C | −4,1 | −4,4 | −4 | −0,6 | 3,7 | 4,5 | 5,3 | 6,0 | 1,6 | 0,0 | −3 | −3 | −4,4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 9 | 9 | 13 | 27 | 58 | 157 | 183 | 173 | 144 | 61 | 6 | 8 | 787 |
Сығанаҡ: NOAA [1] |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылда үткәрелгән муницпаль халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Мехико баш ҡалаһы федераль округында 19 331 365 кеше йәшәгән, был бөтә Мексика халҡының дөйөм һанынан 20 процентын тәшкил итә.
Этник составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала халҡының күпселеге — метистар (ҡатнаш Европа сығышлы һәм ерле халыҡ). Метистарға ҡарата Мексиканың ерле халҡы баш ҡала халҡының бер процентын ғына тәшкил итһә лә, бөтә федераль округта индей халҡы күберәк. Илдә бөтә этник төркөмдәрҙең 360 меңдән ашыу Мексика индеецтары баш ҡала федераль округында йәшәй. Һаны буйынса Мехикола йәшәгән иң ҙур этник төркөм — науа халҡы. Федераль округта йәшәүсе ерле халыҡтың башҡа вәкилдәре төбәк өсөн туған түгел, улар башҡа территорияларҙан килеп ултырған. Ҡалала тағы миштектар, отомиҙар, сапотекиҙар һәм масауалар, пурепечалар, майялар һәм башҡа аҙ һанлы төркөмдәр йәшәй.
Мехикола тыуған яңы быуын индейҙары, XXI быуат башында ҡалала йәшәүсе төп мәҙәниәт вөкилдәре араһында протест күренештәре күҙәтелһә лә, мегаполистың испан телле мәҙәниәтен өҫтөнлөклө һанап, ассимиляциялана. Мехикола йәшәгән индейҙарҙың күпселеге испан теленә күсә, әммә төп телдә аралашыу көнкүрештә булһа ла һаҡланып ҡалған[9].
Мексикаға башлыса Латин Америкаһының ярлыраҡ илдәренән яҡшы өлөш эҙләп иммигранттар килә. Федераль округ шулай уҡ Мексикала йәшәгән күпселек сит ил кешеләре өсөн туған йорт һанала. Мексикандар, американдар, аргентиндар, колумбийҙар, француздар, немецтар һәм ливандарҙың күп һанлы общиналары дөйөм халыҡ һанының ҙур булмаған процентын булдырып, баш ҡаланың ҡалған өлөшөн тәшкил итә.
Телдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мексикалағы кеүек үк, федераль округта өҫтөнлөклө тел булып испан теле тора, ул телдә баш ҡаланың күпселеге һөйләшә. Бынан тыш, бизнес-мөхиттә (эре бизнеста) һәм ғилми мөхиттә йыш ҡына инглиз теле ҡулланыла.
Ҡала территорияһында башҡа аҙ һанлы этник төркөмдәр ҙә йәшәгәнлектән урамдарҙа йыш ҡына Мексиканың ерле халҡының башҡа ҡалған телдәрҙе лә ишетергә мөмкин, күпселеге уларҙың — ацтек теле (37 450 кеше һөйләшә), отоми теле (17 083), миштек теле (16 268), сапотеки теле (14 117) һәм масауа теле (9 631)[10].
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мехиконың күпселек халҡы католиктар. Һорауға яуап биреүселәрҙең күпселеге — суҡындырылған, уларҙың дине католицизм, әммә күптәре сиркәүгә даими йөрөмәй. Католиктарҙың һаны федераль округта элекке йылдарға ҡарағанда байтаҡҡа кәмегән. Мәҫәлән, 1960 йылдарҙа был күрһәткес федераль провинцияһы халҡының 90 % тәшкил итә ине, ә XXI быуат башында, был күрһәткес барлығы 80 % тәшкил итә.
Бер ниндәй ҙә дин тотмаған халыҡ һаны арта. Өҫтөнлөклө католик сиркәүе менән бер рәттән ҡалала католицизмдың ортодоксаль тармаҡтары киң таралған, улар Мехикола халыҡ йолалары һәм ышаныуҙарын берләштереп, төрлө культтар менән үҫешә, әммә уларҙы Рим-католик сиркәүе танымай. Бынан тыш, ҡалала ҙур йәһүд общинаһы һәм ҙур булмаған мосолман общинаһы бар.
Халыҡтың артыҡлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федераль округтың хәҙерге территорияһы тарихи яҡтан Мексиканың иң күп халыҡлы райондарының береһе булып тора. Бойондороҡһоҙлоҡ дәүере башында ҡала Куаухтемок районына (исп. Cuauhtémoc) «үтеп инә» башлай. XX быуат башында, Порфирио Диас ваҡытында, ҡаланың көньяғына һәм көнбайышына Мехиконың бай халҡы күсеп килә башлай. Тиҙҙән Мискоак йәки Сан-Ангель кеүек ҡала яны тораҡ пункттары Мексика йәмғиәтенең кремы өсөн ял итеү йәки йәшәү урыны итеп үҙгәртелә. Артабан уларҙың резиденцияларын ҡаланың көнбайыш өлөшөнә күсереү тенденцияһы XX быуат дауамында мексикандарҙың юғары ҡатламдарының артабанғы быуындары тарафынан нығытыла.
Ә күлдән уның бассейны киптереү сәбәпле тергеҙелгән ерҙәр урта һәм түбән синыфтар өсөн яңы торлаҡ массиондары төҙөү өсөн файҙаланыла, һуңынан улар колониялар тип атала. Беренсеһе — бер быуат элек нигеҙ һалынған Докторҙар колонияһы, артабан Аркитектос колонияһы. Һуңынан иммигранттар һәм түбәнге синыфтар өсөн колониялар асыла — Обрера һәм Морелос, ә рома һәм Хуарес Порфирионың колония райондарын буржуазий биләй.
1950 йылда Мехико сиктәрендә ҙур ташҡын була, ул күп һанлы йорттарҙы емерә. Әммә артабанғы ун йыллыҡта Мехикола халыҡ һаны ике тапҡырға арта, егерме йылдан ашыу ваҡыт арауығында ул ике тапҡырға артыуын дауам итә. Был үҫеш Мексика үҙәнендә сәнәғәт объекттарының юғары концентрацияһы һәм иҡтисади әүҙемлек менән бәйле. Мехикола иҡтисади тупланыу республиканың башҡа райондарынан, бигерәк тә ярлыларҙан — Пуэбла, Хидальго, Оаксака һәм Михоакандан кеше ресурстарын иммиграциялауға этәргес бирә. 1985 йылдан алып халҡының күпселеге Мехиконың көньяҡ ситендә төпләнә башлай.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың үҙәк һәм көньяҡ өлөшө көньяҡ тау алды менән Мексика составында штат кимәлендәге айырым административ берәмекте, федераль округты булдыра. Ҡала агломерацияһының ҡалған өлөшө Мехиконың төньяҡ-көнсығыш штатының төрлө муниципалитеттарына һәм Идальго штатының бер муниципалитетына инә. Федераль округ 16 районға бүленә (исп. delegaciones):
1. Альваро Обрегон (Álvaro Obregón) |
9. Истапалапа (Iztapalapa) |
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ артыҡ тығыҙ ултырғанлыҡтан Мехикола автомагистралдәрҙә тығындар проблемаһы ҙур. Был проблеманы хәл итеү өсөн властар юлдар һәм юл үткәргестәр төҙөй. Шулай уҡ шәхси автомобилдәрҙе файҙаланыуға сик индерелгән — 8 йылдан да иҫке бөтә автомобилдәргә аҙнаһына бер тапҡыр һәм айына бер тапҡыр йәкшәмбе генә файҙаланыу рөхсәт ителә. Киң таралған һәм уңайлы транспорт төрө булып такси тора, өҫтәүенә асыҡ йәшел «Фольксваген Жук» маркалы автомобилдәр өҫтөнлөк итә. 2010 йылдан Мехико властары таксопарктан яйлап экоголик булмаған «Жукты» алыу буйынса курс алып бара. Бер үк ваҡытта таксиҙың төҫө алтын-һоро төҫкә алмашына, яңынан буяу бюджет иҫәбенә эшләнә. Иң яңы үҙгәреш — «CDMX» (Ciudad de México) яҙыу менән аҡ-алһыу төҫтәге такси[11].
Ҡала транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мехикола төп йәмәғәт транспорты — метрополитен, ул Латин Америкаһында иң оҙон метро. Үҙәгендә ул ер аҫтынан үтә, ә ситтәрендә өҫкә сыға. Көн һайын метро менән 4 млн ашыу кеше ҡуллана.
Ҡала буйлап шулай уҡ троллейбуста, тиҙ йөрөшлө трамвайҙа, ҙур автобустарҙа һәм Рәсәй маршруткалары аналогы булған "песерос"та йөрөргә мөмкин. Йәмәғәт транспортының яңы төрө — метробус, махсус бүленгән һыҙаттар буйлап йөрөүсе тиҙ йөрөшлө тоташма автобус бар.
Ҡала-ара транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мехиконың төп аэропорты — Бенито Хуарес исмендәге Халыҡ-ара аэропорт.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мехикола бер нисә университет урынлашҡан. Баш ҡалала асылған юғары уҡыу йорттары араһында — Мексика милли автономиялы университеты (Латин Америкаһында иң ҙуры), Милли политехник институт, Иберо-Америка университеты һәм башҡалар.
Олимпия стадионы (1951-1953), «Ацтека» стадионы (1968) Башҡалала барлығы 20-нән ашыу футбол стадионы бар.
1-2 ноябргә ҡараған төндә үлгәндәр көнөн байрам итеүҙә католик йолаһы элементтары һәм боронғо һинд үлем культы бар.
Парктар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зокалонан алыҫ түгел Аламеда ҡала паркы урынлашҡан. Пасео-де-ла-Реформа проспекты ҡасандыр император Монтесуманың йәйге резиденцияһы урынлашҡан Чапультепек паркында тамамлана. Был иҫтәлекле урындар һәм зоопарктар менән иң популяр күңел асыу урыны, бында шулай уҡ музейҙар күп. Парк эргәһендә Сона Роза урынлашҡан, ул барҙарҙың һәм ресторандарҙың билдәле зонаһы. Көньяҡҡа ҡарай яҡынса ун кварталда Кондесаның богемия районы урынлашҡан, унда Парк Мексико һәм Парк Эспаньа урынлашҡан. Chapultepec, Viveros de Coyoacán, Cerro de la Estrella кеүек ҙур парктарҙан тыш, ҡалала тиҫтәләгән бәләкәй парктар урынлашҡан. Улар араһында иң билдәлеләре — Хундидо паркы («Һыуға батҡан парк», ҙур булмаған йырындарҙа урынлашҡан), Парке-де-лос-Венадос, Парк Линкольн. Шулай уҡ Джардин Пушкин (Пушкин баҡсаһы) бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Kahn, Carrie Meet Mexico City's First Elected Female Mayor . NPR (25 июль 2018). — «Both Sheinbaum's parents, also scientists, are children of Jewish immigrants from Bulgaria and Lithuania. Sheinbaum says she celebrated holidays at her grandparents', but her home life was secular».
- ↑ Mexico City elects first Jewish mayor, Jewish Telegraphic Agency (2 July 2018). 2 июль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Мехико // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 188. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ WFE – Member Exchanges . World-exchanges.org (1 апрель 2003). Дата обращения: 25 март 2010. Архивировано 30 май 2012 года. 2010 йыл 25 март архивланған.
- ↑ Brian W. Blouet, Olwyn M. Blouet. OECD Reviews of Regional Innovation OECD Reviews of Regional Innovation: 15 Mexican States 2009. OECD Publishing, 2009. p. 418 (p. 299). ISBN 978-92-64-06012-8.
- ↑ United Nations. World Urbanization Prospects (2007). Дата обращения: 27 декабрь 2009. Архивировано 31 июль 2007 года. 2009 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 Поспелов, 2002, с. 268
- ↑ Мехико — Словаря «Современные географические названия»
- ↑ Indígenas de la Ciudad de México 2009 йыл 6 ғинуар архивланған., en el sitio en internet de la Comisión Nacional para el Desarrollo de los Pueblos Indígenas de México, consultado el 17 de enero de 2007
- ↑ Distrito Federal. Tabulados definitivos del Censo de Población y Vivienda de 2000
- ↑ Presenta Semovi Nueva Cromática Para Taxis En La Cdmx | Agu — Síntesis Informativa 2017 йыл 13 сентябрь архивланған.