Манагуа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Манагуа
исп. Managua
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 24 март (5 апрель) 1819
Рәсем
Этнохороним Managua, Managvano, Managüense, Capitalino, Managua, Managuayen[1] һәм Managuayenne[1]
Дәүләт  Никарагуа[2]
Административ үҙәге Никарагуа һәм Манагуа[d]
Административ-территориаль берәмек Манагуа[d]
Сәғәт бүлкәте UTC−6[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Манагуа[d]
Халыҡ һаны 937 489 кеше (2005)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 83 метр
Туғандаш ҡала Тайбэй, Кара́кас, Мадрид, Трухильо[d], Монреаль, Халапа-Энрикес[d], Рио-де-Жанейро[4], Оспиталет[d], Санто-Доминго (Доминика Республикаһы), Лос-Анджелес һәм Буэнос-Айрес
Майҙан 267,2 км²
Почта индексы 10000–14345
Рәсми сайт managua.gob.ni
Коллаж
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Манагуа[d]
Карта
 Манагуа Викимилектә

Манагуа (исп. Managua) — Никарагуаның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы; шул уҡ исемдәге департаменттың административ үҙәге. Халҡы 1,850 млн (2015 йыл).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең көнбайышында, Манагуа күленең көньяҡ яр буйында урынлашҡан ҡала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуаттан билдәле булған индеецтарҙың торағы урынында испандар тарафынан Манагуа ҡалаһына нигеҙ һалынған. 1855 йылда Манагуа Никарагуа дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә. Ҡала үҙенең тарихы дауамында бер нисә тапҡыр стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күрә: 1876 йылда көслө ташҡын була; 1885, 1931 һәм 1972 йылдарҙа емергес ер тетрәүҙәре була, ә 1936 йылда көслө янғындар була.

1979 йылда был ҡалала диктатор А. Сомоса ғәскәрҙәре һәм Сандино милли азатлыҡ фронты отрядтары араһында ҡаты һуғыш (герилья) барған. 1979 йылдың 4 июнендә Манагуала дөйөм милли забастовка башланған, ә 9 июндә ҡораллы ихтилал тоҡанған. Ихтилалдың 19-сы көнөнә ҡарай Сандино милли азатлыҡ фронтының отрядтары һәм баш күтәреүселәре (бөтәһе 6 мең кеше) баш ҡаланан сигенә башлай. Ҡасаҡтарҙа улар менән китә. 14 июлдә Сандино милли азатлыҡ фронтының отрядтары йәнәй Манагуаға һөжүмгә күсә. Ҡалала баррикадалар төҙөлә башлана. Президент А. Сомоса илдән ҡасырға әҙерләнә һәм 17 июлдә Никарагуа конгрессы алдында үҙ вазифаһынан баш тарта һәм АҠШ-ҡа китә. 1979 йылдың 19 июлендә илдең баш ҡалаһына тантаналы рәүештә Сандино милли азатлыҡ фронты отрядтары инә.

2009 йылдың 1 июлендә элекке боксёр, Манагуа ҡалаһының мэры Алексис Аргуэльо, үҙенең резиденцияһында үле табыла. Вафат булыу  сәбәбен полиция тикшерә[5]. Алексис Аргуэльо үлгәс, шул уҡ йылдың 8 июленән Дэйзи Торрес мэры вазифаһына инеүгә антты ҡабул итә[6].

2014 йылдың 6 сентябрендә урындағы ваҡыт буйынса 23:04  (Өфө ваҡыты буйынса 7 сентябрендә 11:04) Манагуа аэропорты тирәһендә метеорит ҡолай, ул 12 метр диаметрҙағы һәм 5,5 метр тәрәнлегендәге кратер ҡалдыра.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала илдең финанс һәм сәнәғәт үҙәге булып тора. Манагуала туҡыма, күн-аяҡ кейеме, цемент, нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары урынлашҡан[7].

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]