Эстәлеккә күсергә

Иордания

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иордания
ғәр. االْمَمْلَكَةُ الْأُرْدُنِيَةُ الْهَاشِمِيَة
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1946
Рәсем
Рәсми атамаһы المملكة الأردنية الهاشمية
Ҡыҫҡаса атамаһы 🇯🇴
Ҡатнашыусы Война на истощение[d]
Ғүмер оҙонлоғо 74,329 йыл[1]
Кем хөрмәтенә аталған Иордан
Этнохороним Jordanian, jordán, Jordaniano, Yordänan, أردني, أردنية, أردنيون, иорданцы, iordanieni, iordanian, iordaniană, জর্দানীয়, giordano, giordana, giordani, giordane, urduni, xordanu, xordana, Jordanien[2], Jordanienne[2], ירדני, ירדנית, Jordanier, Jordanierin, zordana, zordane, zordani, zordan, Jordanec, Jordanka, أردني, أردنية, أردنيين, أردنيات һәм Iordánach[3]
Рәсми тел Ғәрәп теле[4]
Гимн Гимн Иордании[d]
Культура культура Иордании[d]
Девиз тексы الله، الوطن، الملك, God, Country, King, Бог, Отечество, крал, Yes, it's Jordan, אללה, המולדת, המלך һәм Duw, Gwlad, Y Frenhiniaeth
Донъя ҡитғаһы Азия[5]
Дәүләт  Иордания
Административ үҙәк Амман
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d], UTC+3:00[d] һәм Asia/Amman[d][6]
Геомәғлүмәттәр Data:Jordan.map
Иң юғары нөктә Jabal Umm ad Dami[d]
Глубочайшая точка Үле диңгеҙ
Дәүләт башлығы вазифаһы король Иордании[d]
Дәүләт башлығы Абдалла II[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы премьер-министр Иордании[d]
Хөкүмәт башлығы Аль-Хасауна, Бишер[d][7]
Закондар сығарыу органы Народное собрание Иордании[d]
Үҙәк банк Центральный банк Иордании[d]
Дипломатик мөнәсәбәттәр Германия, Израиль, Австралия, Сүриә, Святой Престол[d], Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Европа Берләшмәһе, Ираҡ, Малайзия, Пакистан, Ҡытай Республикаһы, Мексика, Греция, Мысыр, Бангладеш, Грузия, Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы[8], Ҡытай һәм Венгрия
Ойошма ағзаһы БДО, Ғәрәп лигаһы, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы[9], Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы[d], Халыҡ-ара үҫеш ассоциацияһы[d], Халыҡ-ара финанс корпорацияһы[d], Инвестициялар именлеген гарантиялау буйынса күпъяҡлы агентлыҡ[d], Инвестицион бәхәстәрҙе көйләү буйынса халыҡ-ара үҙәге[d], ЮНАМИД[d], Arab Bank for Economic Development in Africa[d], Arab Fund for Economic and Social Development[d], Арабский валютный фонд[d], Интерпол[10][11], ОЗХО[d][12][13], ЮНЕСКО[14], Всемирный почтовый союз[d][15][16], Международный союз электросвязи[d][17], Международная организация гражданской обороны[d], Всемирная метеорологическая организация[d][18], Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы[19] һәм Всемирная таможенная организация[d][20]
Возраст вступления в брак 18 йәш
Халыҡ һаны 10 428 241 кеше (19 июнь 2019)[21]
Ир-егеттәр 5 555 605[22], 5 670 775[22], 5 780 154[22] һәм 5 846 915[22]
Ҡатын-ҡыҙҙар 5 143 079[22], 5 257 947[22], 5 368 123[22] һәм 5 438 953[22]
Административ рәүештә бүленә Аджлун (мухафаза)[d], Амман[d], Акаба[d], Эль-Балка[d], Ирбид[d], Джараш[d], Эль-Карак[d], Маан[d], Мадаба[d], Эль-Мафрак[d], Эт-Тафила[d] һәм Эз-Зарка[d]
Валюта иорданский динар[d]
Номиналь ЭТП 45 116 317 042 $[23] һәм 47 451 499 859 $[23]
Кеше үҫеше индексы 0,72[24]
Inequality-adjusted Human Development Index 0,617[25]
Уровень самоубийств 2
Эшһеҙлек кимәле 11 ± 1,1 процент[26]
Сиктәш Израиль, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, Ираҡ, Западный берег реки Иордан[d] һәм Фәләстин Дәүләте
Автомобиль хәрәкәте яғы уң[d][27]
Селтәр көсөргәнеше 230 вольт[28]
Электр тоташтырғысының төрө NEMA 5-15[d][28], Europlug[d][28], тип D[d][28], Schuko[d][28], BS 1363[d][28] һәм SN 441011[d][28]
Алыштырған Подмандатная Палестина[d]
Ҡулланылған тел южнолевантийский арабский[d], Levantine Arabic Sign Language[d], арабский литературный язык[d], Недждийский диалект арабского языка[d], Бедуинский диалект восточного Египта и Леванта[d], инглизсә һәм Малай теле
Майҙан 89 341 ± 1 км²
Һештег Jordan
Юғары кимәлдәге интернет-домен .jo[d] һәм .الاردن[d]
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Официальный символ I. nigricans[d]
Тема географияһы география Иордании[d]
Тема иҡтисады экономика Иордании[d]
Теманың демографияһы Население Иордании[d]
Мәктәптә уҡымаған балалар һаны 261 842[29]
Коэффициент Джини 33,7[30]
Ставка НДС 16 процент
Тыуымдың дөйөм коэффициенты 3,422[31]
Городское население 9 757 520[22], 9 990 818[22], 10 214 721[22] һәм 10 363 475[22]
Сельское население 941 163[22], 937 903[22], 933 557[22] һәм 922 394[22]
Индекс демократии 3,49[32]
BTI Governance Index 4,68[33], 4,81[33], 4,44[33], 4,43[33], 4,63[33], 4,74[33], 4,84[33][34] һәм 4,86[33]
BTI Status Index 5,12[33], 5,15[33], 5,03[33], 5,09[33], 5,22[33], 5,14[33] һәм 4,98[34]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 69 832
Pождаемость 22,6[22], 22,265[22], 21,95[22] һәм 21,616[22]
Смертность 3,148[22], 3,475[22], 3,868[22] һәм 3,957[22]
Happy Planet Index score 43,9[35]
Мобильный код страны 416
Илдең телефон коды +962
Междугородный префикс 0
Ашығыс хеҙмәттең телефон номеры 9-1-1[d][36]
Илдең GS1 коды 625
Номер тамғаһы коды HKJ
Диңгеҙ идентификация һандары 438
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Иордании[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Jordan[d]
Карта
 Иордания Викимилектә

Иордания (ғәр. الأردن‎, Эль-Урдун[37]; тулы исеме — Иордания Хашимит Короллеге[38] (ғәр. المملكة الأردنية الهاشمية‎, әл-Мамляка аль-Урдуния әл-Хашимий)) — Яҡын Көнсығыштағы ғәрәп дәүләте.

Короллек төньяҡта Сүриә, төньяҡ-көнсығышта Ираҡ, көнсығышта һәм көньяҡта Сәғүд Ғәрәбстаны, көнбайышта Израиль һәм өлөшләтә Фәләстин дәүләте тип танылған Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) менән сиктәш. Иордания Үле диңгеҙҙең яр буйы һыҙаттарын Израиль һәм ФМХ менән; Акаба ҡултығының яр буйы һыҙаттарын Израиль, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Мысыр менән уртаҡлаша.

Короллек биләмәләренең 90 процентҡа яҡыны сүллекккә һәм ярымсүллеккә тура килә.

Иорданияға туристарҙы Акаба ҡултығының, Үле диңгеҙҙең пляждары, мәрйен рифтары һәм донъяның яңы ете мөғжизәһенең береһе Петраҡалаһы йәлеп итә.

Хәҙерге ваҡытта Иордания Хашимит Короллеге — Сәғүд Ғәрәбстаны (Сәғүдиҙәр династияһы) һәм Лихтенштейн кенәзлеге (кенәз Лихтенштейн династияһы биләмәһе) менән бер рәттән идара итеүсе династия (Хашимиттар) хөрмәтенә аталған донъяның өс дәүләтенең береһе.

Әйн-Ғәзәл һындарының береһе

Әз-Зәркә үҙәнендә Олдувай мәҙәниәте ҡоралдары һәм 1,95—2,48 млн йыл элек[39][40] формалашҡан Даукар формациялары (Dawqara Formation) ултырмаларында һөтимәр хайуандар ҡалдыҡтары табыла.

Homo erectus, неандерталдәрҙең һәм боронғо Homo sapiens ҡалдыҡтары Иордан үҙәнендә, Әзркәлә һәм хәҙерге Иорданияның көньяғында табыла [сығанаҡ 1570 көн күрһәтелмәгән]. Әзрәкәләге оазиста археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында яҡынса 250 мең йыл элек эшләнгән таш ҡоралдар табыла[41].

Неолит дәүерендә (беҙҙең эраға тиклем 8500-4500 йй.) ауыл хужалығы үҫешә башлай. Аммандың төньяғындағы Әйн-Ғәзәл тораҡ пунктында гипс һындар (керамикаға тиклемге неолит B) табыла, ул — боронғо кешенең эре итеп эшләнгән һыны[42].

Беҙҙең эраға тиклем 4500-3200 йылдарҙа, халколит дәүерендә Фейнанда баҡыр иретеү эше башлана. Телелат Әл-Гхасуль ауылында ошо дәүергә ҡараған фрескалар табыла.

Бронза быуатында (беҙҙең эраға тиклем 3200-1200 йй.) тораҡ пункттары, улар менән бергә архитектура, эш ҡоралдары, сәнғәт, сауҙа йылдам үҫешә. Һуңғы бронза дәүерендә Иордания Мысыр йоғонтоһо аҫтына эләгә.

Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1300 йылдар тирәһендә Иордан йылғаһынан көнсығышҡа табан хәҙерге Иорданияға тап килгән территория, Моав һәм Аманды (Аммон) йәһүд ырыуҙары Рәүвән, Гад һәм ярты Менаше ырыуы баҫып ала, унда улар нығытмалы ҡалалар төҙөй һәм үләне күпереп үҫкән көтөүлектәрҙә малсылыҡ тармағын үҫтерә. Беҙҙең быуаттың I быуатына тиклем был урындарҙа йәһүд ауылдары ултыра, Иордан аръяғы ла йәһүд дәүләтенең бер өлөшө була. Хәҙерге заманда археологтар атап үтелгән осорҙа был ерҙәрҙә йәһүдтарҙың йәшәүен раҫлаусы тарихи артефакттар таба…………………………………………………табылған тарихи һәйкәлдәрҙең беҙҙең , был ерҙә йәһүд ултыртыу осоронда күрһәтеүҙәрен раҫлай.

Тимер быуат (беҙҙең эраға тиклем 1200—332 йй.) дәүерендә Иордания территорияһы йәһүдтәр, аммонит, моавита һәм эдомиттар араһында бүленә. Иҫке Ғәһедтәге һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың төп өлөшө ошо осорға ҡарай. Иорданияның төньяғында ауыл хужалығы юғары үҫешкән була. Был осорҙа Амман, Дейбан, Мадаб, Күк тауҙа, Бусер һәм Каракала тораҡ пункттары бик күп була.

Джераш харабалары

Короллектең ҡораллы көстәре лә король контроле аҫтында.

Ғосман осоро (1517—1918)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Трансиордания төҙөлгөнгә тиклем Фәләстан

Иордания 1990-сы йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылған (1963 йылдың авгусында СССР менән төҙөлгән). Израиль менән Тыныслыҡ килешеүе 1994 йылда төҙөлгән, шул уҡ ваҡытта формаль дипломатик мөнәсәбәттәр ҙә урынлаштырылған.

Иорданияның халҡы 6,2 млн тәшкил итә, 95 % халыҡ — ғәрәптәр. Иордандар халыҡтың 35 , фәләстиндәр — 55 процентын тәшкил итә[43]. Башҡа милләттәр: адыга (черкес), чечендар, әрмәндәр, балҡарҙар, туркоман, көрдтәр һәм башҡалар. Шулай уҡ Европала тыуып үҫкән иордандар, Ираҡ менән Сүриә ғәрәптәре йәшәй.

Халыҡтың бер өлөшө Фәләстин ҡасаҡтары булараҡ теркәлгән. 2003 йылдан Ираҡ һуғышынан һуң бик күп Ираҡ ҡасаҡтары Иорданияла төплөнеп ҡала. Баһалама мәғлүмәттәре буйынса Иорданияла улар, башлыса, Амма һәм Зәркәлә, 150 мең кешенән 300 мең кешегә тиклем етә[44].

2006 йылдағы Израиль-Ливан конфликтынан һуң Ливандан күсеп килеүселәр һаны иҫәпкә алынмаған. Хеҙмәт министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, сит ил эшселәре һаны яҡынса 300 000 кешегә етә, уларҙың иң ҙур өлөшөн Мысыр ғәрәптәре (000 227) тәшкил итә, ҡалғандары — башлыса, Бангладеш, Ҡытай, Филиппин, Шри-Ланка һәм Һиндостандан. Ираҡ һуғышынан һуң Ираҡ христиандарының күбеһе (ассирий һәм халдей) Иорданияла төпләнә (даими йәки ваҡытлыса).

Халыҡтың күпселек өлөшө ислам динен тота, уларҙың күпселеге шәфи мәҙһәбенә ҡараған сөнниҙәр.

Христиандар Иордания халҡының 6 процентын тәшкил итә һәм Парламентта 20 % урынды биләй. Иордания христиандары Православие сиркәүенә ҡарай (Иерусалим патриархаты) (ғәрәпсә «румын-ортодокстар») — бөтә христиандарҙың 2/3 өлөшөнән артығырағы, ҡалғандар — Грек-католик йәки Мелькит сиркәүенә (ғәрәпсә «румын-катулик»), Рим-католик сиркәүе (улар бында «латиняниндар тип йөрөтөлә»), Әрмән апостол сиркәүе, маронит һәм төрлө протестант йәмғиәттәренә ҡарайҙар. Иорданияла христиан динен төрлө милләт кешеләре тота (миҫал өсөн, католик месса ғәрәп, инглиз, француз, итальян, испан, тагаль, сингаль телдәрендә, ғәрәп теленең ираҡ диалектында үткәрелә), әммә төп массаны ғәрәп-христиандар тәшкил итә. Православие ғибәҙәтханаларында өгөт-нәсихәт грек телендә алып барыла.

Иордандарҙың бер өлөшө дини аҙсылыҡҡа ҡарай — хәлифәләр һәм бахай дине яҡлылар .

Рәсми теле — ғәрәп теле, бизнеста, хөкүмәттә, белемле кешеләр араһында инглиз теле киң таралған. Мәктәптәрҙә ғәрәп һәм инглиз телдәрен мотлаҡ өйрәнелә. Француз телендә ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡытыла, ләкин уны өйрәнеү өсөн мотлаҡ түгел. Иордания радиоһы тапшырыуҙарҙы ғәрәп, инглиз һәм француз телдәрендә алып бара. Ғәрәп теле рәсми э башҡарыуҙа, матбуғат, телевидение һәм радиола ҡулланыла, әммә кешеләр үҙ-ара (айырым радиостанциялар ҙа), төрлө диалекттарҙы файҙалана. Иордан диалекты ла бар, ул сиро-ливан диалекттарына ҡарай («аш-шамаил»), әммә баш ҡалала йәштәр араһында фәләстин ала башланы. Бәҙәүин диалекты һәм төбәк (төньяҡ, көньяҡ һәм башҡалар) диалекттары ла аралашыуҙа ҡулланыла.

Иордания — дуалистик монархия, был 1952 йылдың 8 ғинуарында ҡабул ителгән Конституцияла нығытылған. Бөтә власть король һәм уның министрҙар советы ҡулында. Король бөтә закондарға ла ҡул ҡуя, уның ветоға хоҡуғы Милли Ассамблеяның ике палатаһындағы тауыштарҙың өстән ике булыуы менән кире ҡағылыуы ихтимал. Ул бөтә судьяларҙы үҙенең указы менән тәғәйенләй, Конституцияға үҙгәрештәрҙе раҫлай, һуғыш иғлан итә һәм ҡораллы көстәр менән командалыҡ итә. Министрҙар советын етәкләгән Премьер-министрҙы король тәғәйенләй, Премьер-министр һорауы буйынса айырым министрҙарҙы ла король вазифаһынан төшөрөргә хоҡуҡлы.

Конституцияла өс төрҙәге суд ҡаралған: граждандар, махсус һәм дини. Иордания административ йәһәттән 12 мухафазға бүленгән, уларҙың губернаторҙарын король тәғәйенләй. Үҙҙәренә ышанфып тапшырылған территорияларҙа улар — идара итеүҙең бөтә бүлектәрендә берҙән-бер генә етәксе.

Административ йәһәттән Иордания 12 мухафазға бүленә. Мухафаздар башында король тәғәйенләгән һәм эске эштәр министрлығына буйһонған губернаторҙар тора. Мухафаздар 52 районға бүленгән.

Административ бүленеш һәм урындағы власть органдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иорданияның мухафаздары
Мухафаздар Мухафаздар Адм. үҙәге Майҙан,



км2
Халыҡ,



(01.01.2012), кеше.
Тығыҙлығы,



кеше/км2
1 Аджлун Ajlun Аджлун 420 700 143 342,14
2 Акаба Aqaba Акаба 905 6 200 136 19,72
3 Амма Amman Амма 579 7 419 600 2 319,25
4 Джараш Jerash Джараш 410 500 187 457,32
5 Ирбид Irbid Ирбид 572 1 112 1 300 707,57
6 Маан An Ma' Маан 832 32 800 118 3,62
7 Мадаба Madaba Мадаба 940 300 156 166,28
8 Эз-Зарка Zarqa Эз-Зарка 761 4 931 100 195,57
9 Эль-Воронеж Balqa Әс-Салт 120 1 600 418 373,75
10 Эль-Карак Kerak Эль-Карак 495 3 700 243 69,73
11 Эль-Мафрак Mafraq Эль-Мафрак 551 26 293 700 11,06
12 Эта-Тафил Tafilah Эта-Тафил 2 209 500 87 39,61
Барыһы 794 88 249 6 000 70,38
Файл:Физ. карта Иордании.png
Иорданияның физик картаһы

Илдә Яҡын Көнсығышта урынлашҡан һәм төньяҡта Сүриә, , төньяҡ-көнсығышта Ираҡ, көнсығышта һәм көньяҡта Сәғүд Ғәрәбстаны, көнбайышта Израиль һәм Фәләстин ерҙәре (Иордан йылғаһының көнбайыш яры) сиктәш. Юғарыла атап үтелгән илдәр менән ҡоро ер буйынса сиге 1619 км тәшкил итә. Шулай уҡ Акаба ҡултығы һәм Үле диңгеҙҙә билдәләнгән сиктәре бар (яр һыҙаты 26 км тәшкил итә).

Иорданияның төп территорияһын (90 %) сүллек яйлаһы биләй, илдең көнбайышында убалар һәм тауҙар бар. Иордан йылғаһы Иорданияны һәм Израил бүлеп аға. Илдең иң бейек нөктәһе Умм-эд-дами тауы (1854 м), иң түбән нөктәһе — Үле диңгеҙ (-427 м).

Эре ҡалалары — илдең баш ҡалаһы Амман төньяҡ-көнбайышта, Ирбид һәм Әз-Зәркә — төньяҡта.

Иорданияла тәбиғәт ресурстарына әллә ни бай түгел, бигерәк тә һыу һәм нефть һәм күмер. 1970-се йылдарҙан 1980-се йылға тиклем Иордания ғәрәп дәүләттәренән ярҙам ала һәм уның тулайым милли килеме йыл да яҡынса 10 % тәшкил итә. 1980-се йылдан һуң халыҡ-ара ярҙам кәмей башлай, һәм тулайым милли килем 2 процентҡа тиклем төшә. халыҡ-ара ярҙам һәм үҫештең әкренәйеүе нвп ҡыҫҡартыу башланғанға тиклем 2 % йылына. Иордания сит илдәрҙән нефть, ҡорамалдар, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, аҙыҡ-түлек һатып ала. Сауҙа барышында килеп тыуған дефицит сил ил кредиттары һәм займдары менән ҡаплатыла. 1989 йыл уртаһында Иордания хөкүмәте, илдең бурыстарын реструктуризациялауһәм бюджет дефицитын кәметеү маҡсатында Халыҡ-ара валюта фонды менән һөйләшеүҙәр алып барырға мәжбүр була.

Өстөнлөктәре: фосфатты экспортлау күләме ҙур. Эшсе көстәре лә күп. Акаба порты — айырым иҡтисади зона.

Илдә эшһеҙлек — 15 %, 2018 йыл мәғлүмәттәре буйынса Донъя буйынса 169-сы урында тора. 2015 йылда эшһеҙлек кимәле 13 процент булған, донъяла 141-се урын.[45]

Иорданияла бөтә электр энергияһын ғәмәлдә йылылыҡ электр станциялары етештерә, уларҙың күпселеге нефттә эшләй.

  1. Институт статистики ЮНЕСКО
  2. 2,0 2,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  3. (unspecified title) (ирл.) — 2006.
  4. 2 // Конституция Иордании
  5. https://www.workwithdata.com/place/jordan
  6. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  7. English Wikipedia community Wikipedia (ингл.) — 2001.
  8. https://www.ncnk.org/sites/default/files/content/resources/publications/NCNK_Issue_Brief_DPRK_Diplomatic_Relations.pdf
  9. https://www.oic-oci.org/states/?lan=en
  10. https://www.interpol.int/Member-countries/WorldИнтерпол.
  11. https://www.interpol.int/Who-we-are/Member-countries/Asia-South-Pacific/JORDAN
  12. https://www.opcw.org/about-opcw/member-states/Организация по запрещению химического оружия.
  13. https://www.opcw.org/about-us/member-states/jordan
  14. http://www.unesco.org/eri/cp/ListeMS_Indicators.asp
  15. http://www.upu.int/en/the-upu/member-countries.html
  16. https://www.upu.int/en/Universal-Postal-Union/About-UPU/Member-Countries?csid=-1&cid=161
  17. https://www.itu.int/online/mm/scripts/gensel8
  18. https://public.wmo.int/en/members/jordan
  19. https://www.who.int/choice/demography/by_country/en/
  20. https://www.wcoomd.org/-/media/wco/public/global/pdf/about-us/wco-members/list-of-members-with-membership-date.pdf — Б. 7.
  21. http://dosweb.dos.gov.jo
  22. 22,00 22,01 22,02 22,03 22,04 22,05 22,06 22,07 22,08 22,09 22,10 22,11 22,12 22,13 22,14 22,15 22,16 22,17 22,18 22,19 22,20 22,21 22,22 22,23 (unspecified title)Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре базаһы.
  23. 23,0 23,1 https://data.worldbank.org/indicator/NY.GDP.MKTP.CDДонъя банкы.
  24. Отчёт о развитии человечестваПрограмма развития ООН, 2022.
  25. Отчёт о развитии человечестваПрограмма развития ООН, 2022.
  26. http://data.worldbank.org/indicator/SL.UEM.TOTL.ZS
  27. http://chartsbin.com/view/edr
  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 28,4 28,5 28,6 World Plugs / под ред. Международная электротехническая комиссия
  29. Институт статистики ЮНЕСКО
  30. https://data.worldbank.org/indicator/SI.POV.GINI
  31. Институт статистики ЮНЕСКО
  32. https://www.eiu.com/n/campaigns/democracy-index-2021/ (ингл.)EIU, 2022.
  33. 33,00 33,01 33,02 33,03 33,04 33,05 33,06 33,07 33,08 33,09 33,10 33,11 33,12 33,13 https://www.bti-project.org
  34. 34,0 34,1 https://bti-project.org/en/reports/country-dashboard/JOR
  35. https://happyplanetindex.org/countries/?c=JOR
  36. International Numbering Resources Database: ITU-T E.129 National-only numbers linked with emergency services and other services of social value / под ред. Международный союз электросвязи
  37. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 23.
  38. См. официальное название на сайте Министерства иностранных дел Российской федерации
  39. Chronologic constraints on hominin dispersal outside Africa since 2.48 Ma from the Zarqa Valley, Jordan, 2019
  40. Дробышевский С. Древнейшим орудиям вне Африки больше 2-х миллионов лет
  41. Archaeology team makes world-first tool discovery, 2016. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 26 сентябрь 2019 года.
  42. Kathryn W. Tubb The Statues of 'Ain Ghazal: discovery, recovery and reconstruction (инг.) // Archaeology International. — 2001. — № 5. — С. 47—50.
  43. Charlie Rose — A conversation with King Abdullah II of Jordan. Архивировано 5 март 2008 года. 2008 йыл 5 март архивланған.
  44. Doors closing on fleeing Iraqis
  45. Список стран мира по уровню безработицы составлен на основе подтвержденных данных Всемирного банка
  • Трансиордания
  • Рәсәй-иордан мөнәсәбәттәре
  • Иорданияла авторлыҡ хоҡуҡтары

Ҡалып:Иордания в темах

Ҡалып:Agadir

Ҡалып:Бывшие мандатные территории

Ҡалып:Монархии Ближнего Востока