Ғәззә секторы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәззә секторы
Флаг
Нигеҙләү датаһы 1949
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ғәззә
Этнохороним gazià[1], gaziana[1], gazians[2], gazianes[2] һәм Gazans
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Фәләстин Дәүләте[3]
 Объединённая Арабская Республика[d]
оккупированные Израилем территории[d]
 Палестинская национальная администрация[d][4]
 Ғәззә[d]
Административ үҙәк Ғәззә
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Gaza Strip.map
Иң юғары нөктә Абу Ауда[d]
Хөкүмәт башлығы Мәхмүд Аббас һәм Хания, Исмаил[d]
Халыҡ һаны 2 098 389 кеше (2023)[5]
Валюта новый израильский шекель[d][6]
Сиктәш Мысыр һәм Израиль
Ограничение скорости 80 километр в час
Телгә алынған хеҙмәттәр Gaza mon amour[d]
Майҙан 365 км²
Тасуирлау биттәре btselem.org/topic/gaza_s…
Урынлашыу картаһы
Тема иҡтисады economy of the Gaza Strip[d]
Спутниковый снимок
Телефонный код страны +970
Карта
 Ғәззә секторы Викимилектә


Ғәззә секторы[7] (ғәр. قطاع غزّة‎, йәһ. רצועת עזה‎; рус. сектор Газа) — Урта диңгеҙ яры буйындағы биләмә, өлөшләтә танылған Фәләстин ғәрәп дәүләтенең ике өлөшөнөң береһе (Иордан йылғаһының төньяҡ яры менән берлектә). Көнсығышта һәм төньяғында Израиль менән сикләшә, ул унан контроль-үткәреү пункттары ҡуйылған ҡойма менән бүленгән. Көньяҡ-көнбайыштан сиге — Мысыр менән, унан иһә бетон диуар менән ҡоймаланған. Ғәззә секторының оҙонлоғо яҡынса 40 км, киңлеге — 6 — 12 км. Дөйөм майҙаны — яҡынса 360 км²[8]. Мәркәзе — Ғәззә ҡалаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәззә секторы һәм Израиль араһында ракета барып етеү аралығы

БМО-ның Фәләстинде ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлеү планына ярашлы, сектор ғәрәп дәүләтенә инергә тейеш була. БМО-ның ҡарары һәм артабан Израиль дәүләте ҡорола башлау арҡаһында 1948—1949 йылғы Ғәрәп-израиль конфликты килеп сыҡҡас, ғәрәп дәүләте төҙөлмәй ҡала, һәм 1948—1967 йылдарҙа сектор Мысыр контролендә була. 1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә 1967—2005 йылдарҙа сектор Израиль ҡулы аҫтында була.

Израиль һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһы араһында ҡул ҡуйылған Ослолағы 1993 йылғы килешеүҙәр ваҡытлыса[9] Ғәззә секторының һауа юлдарында, ҡайһы бер ҡоро ер сиктәренә (бер өлөшөн Мысыр контролләй) һәм территориаль һыу майҙандарына хәрби контроль тәьмин итә.

Ослолағы Килешеү нигеҙендә Иордан йылғаһының төньяҡ яры биләмәһендә һәм секторҙа Фәләстин милли хакимиәте төҙөлә (ФМХ).

2005 йылдың авгусында Сик билдәләү бер яҡлы планын ғәмәлгә ашырғанда Израиль секторҙан ғәскәрен сығара һәм үҙ тораҡ пункттарын бөтөрә.

2007 йылдың июлендә ХАМАС ислам ойошмаһы эшләгән түңкәрелештән һуң ФМХ-ның дәүләт учреждениелары һәм уның хәүефһеҙлек көстәре, артабан сектор үҙе лә тулыһынса ХАМАС идараһына күсә.

Территорияға Әш-Шура Мәжлесе идара итә, ул 15 кешенән тора.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәззә секторы халҡының өстән ике өлөшөнән күберәге фәләстин ҡасаҡтарынан тора[10], улар Израилдән 1947—1949 йылдарҙағы Ғәрәп-израиль конфликты ваҡытында ҡасып сыҡҡандар һәм уларҙың тоҡомдары. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2014 йылда Ғәззә секторында 1 760 037 кеше йәшәй[11], АҠШ ЦРУ-һы 2014 йылда — 1 816 379 кеше йәшәй тип хәбәр итә[8]. Халыҡ урынлашыу тығыҙлығы 4890 — 5045 кеше/км².


Биләмәләр бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Төньяҡ Ғәззә округы 270,245 (үҙәге Джебалия)
  • Ғәззә округы 496,410
  • Дәйр-Әл-Бәләх округы 205,534
  • Хан-Юнис округы 270,979
  • Рәфәһ округы 173,371[12]

Ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абасан
  • Бәйт-Хәнун (ғәр. بيت حانون‎)
  • Ғәззә (ғәр. غزة‎) (йәһ. עזה‎)
  • Дәйр-әл-Бәләх (Дейр-эль-Балах, Дир-аль-Балах, Дир-эль-Балах, ғәр. دير البلح‎)
  • Рәфәх (город)|Рафах (ғәр. رفح‎‎; шулай уҡ Рафиах, йәһ. רפיח‎)
  • Хан-Юнис (ғәр. خان يونس‎)
  • Джәбәлиә (ғәр. جباليا‎)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]