Көнсығыш Тимор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Демократик Республика
Repúblika Demokrátika Timor Lorosa’e República Democrática de Timor-Leste
Flag of East Timor.svg Coat of arms of East Timor.svg
Флаг Герб
Девиз: «Honra, Pátria e Povo (Намыҫ, Тыуған ил һәм Халыҡ )»
Гимн: «Pátria»
LocationEastTimor.svg
Үҙаллылыҡ датаһы 28 ноябрь 1975 ( Португалиянан)

20 май 2002Индонезиянан)

Рәсми телдәр Португал теле һәм Тетум[d]
Баш ҡала Дили
Идара итеү төрө Парламент республикаһы
Президент

Премьер-министр

Таур Матан Руак

Шанана Гужмау

Дәүләт дине Католицизм
Территория
• Бөтәһе
154
15 007 км²
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

1 066 [1] чел. (156)
71,5 чел./км²
ИЧР  0.489 (түбән) (162 урын)
Валюта АҠШ доллары (USD, 840) (IDR, код 360)
Интернет-домен .tl[d]
Код ISO TL
МОК коды TLS
Телефон коды +670
Сәғәт бүлкәте 9

Координаталар: 8°45′54″ ю. ш. 126°05′38″ в. д. / 8.76500° ю. ш. 126.09389° в. д. / -8.76500; 126.09389 (G) (O)

Көнсығыш Тимо́р (Тимо́р-Ле́шти йәки Тимо́р-Ле́сте[2]), Көнсығыш Тимор Демократик Республикаһы — Көньяҡ-көнсығыш Азияла урынлашҡан дәүләт. Көнсығыш Тимор дәүләтенә Тимор утрауының көнсығыш өлөшө һәм шул уҡ уртауҙың көнбайышында ҙур булмаған эксклав (Окуси-Амбено провинцияһы), шулай уҡ Атауро (төньяҡта) һәм Жаку (көнсығышта) утрауҙары керә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бынан 4 мең йылдар элек Тиморҙа боронғо папуас телендә һөйләшкән австралоид расыһы кешеләре йәшәгән тигән фараз бар. Һуңыраҡ Тиморға Индонезия утрауынан монголоид ҡәбиләләре күсенеп ултыра башлай. XVI быуатта тетум ҡәбиләләре килеп ултыра, улар Тимор утрауында йәшәуселәрге ҙур йоғонто яһай. Тетумдарҙан күреп, утрауҙа йәшәүселәр, тәү тормош үҫеш баҫҡысынан ер эшкәртеүгә күсә. Улар дөгө үҫтерә башлай.

Шулваҡытта (XIV—XVI быуатарҙа) Тиморға Ява, Малайзия, Ҡытай сауҙагәрҙәре килеп урындағы халыҡтан, Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Көньяҡ Азия илдәрендә ҙур һорау менән файҙаланған сандар ағасын алыштырып алғандар. Тиморға беренсе килеп ултырған европалылар португалдар була, тирә яҡтағы утрауҙарҙы голландтар колонизациялай. 1512 йылда Тиморға сандал ағасы менән сауҙа итеүсе беренсе португал сауҙагәре килеп ултыра, 1556 йылда католик миссионерҙар килә, һәм 1702 йылда Тимор рәсми рәүештә Португалия колонияһы тип иғлан ителә. 1859 йылда Тиморҙы Лиссабон килешеүе буйынса Нидерландтар һәм Португалия бүлешә, был илдәр биләмәһе һуңғы тапҡыр тип 1916 йылда ғына билделәнә. Тиморҙа деколонизация процессы 1974 йылда, Португалияла авторитар режим ҡолатылғас, башлана. 1975 йылдың 28 ноябрендә бәйһеҙлек деклорацияһы иғлан ителә. Тик 9 көндән һуң илгә Индонезия армияһы баҫып керә, Көнсығыш Тимор Индонезияның 27-се провинцияһы тип иғлан ителә. Баҫып кереү һәм артабанға репрессиялар АҠШ ярҙамы менән үткәрелә, АҠШ Инднезия армиһын ҡорал менән тәъмин итә һәм күнекмәләр үткәрә.

Тиморҙа Индонезия идараһы рәхимһеҙ һәм халыҡты ирекһеҙләү менән айырыла. 27 йыллыҡ оккупация дәүерендә 100—250 мең кеше үлтерелә (баҫып кергәндә утрауҙа халыҡ һаны 600 мең була), шул тиклем УК халыҡ ҡасаҡҡа әүрелә.

1999 йылда Көнсығыш Тиморҙа референдум үткәрелә. Халыктың 78,5 % бәйһеҙлек өсөн тауыш бирә. 2002 йылдың 20 майында рәсми рәүештә бәйһеҙлек иғлан ителә.

Илдә 2007 йылда сыуалыштар башлана.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Восточный Тимор.png
Көнсығыш Тиморҙың физик картаһы

Ил биләмәһендә Банда һәм Тимор диңгеҙҙеренә ағып төшкән тау йылғалары булған тауҙар күп. Ер тетрәү һәм цунами булып ала. Көнсығыш Тиморҙа уртаса яуым-төшөмлө субэкваториаль муссонлы климат.

Дымлы муссонлы климата ер шыуыуҙар, һыу баҫыуҙар булып тора. Таулы һәм тау алды райондарында сандал ағасы үҫә. Уйһыулыҡтарҙа күберәк кокос пальмаһы һәм эвкалип ағаслы үҫкән бейек үләнле саванналар урынлашҡан.

Илдең көнсығышында 500—700 метрлыҡ ҙур булмаған платолар таралған. Яр буйы, шельф һәм Тимор диңгеҙе төбө нефть һәм тәбиғи газға бай.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дини составы: католиктар — 98 %, мосолмандар — 1 %, протестанттар — 1 % . Ике рәсми тел: тетум теле һәм португал теле, һәм ике «эш теле»: индонезия теле һәм инглиз теле. Бынан тыш Көнсығыш Тимор халҡы бик күп абориген телдәрҙә һөйләшә. Илдә сәнәғәт үҫешмәгән. Нефть һәм газ сығарыла. Ауыл хужалығы нигеҙе булған кофе экспортлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 409http://dne.mof.gov.tl/published/2010%20and%202011%20Publications/Census%20Summary%20English/English%20Census%20Summary%202011.pdf
  2. Классификатор стран мира (ОКСМ)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азия илдәре
Афғанстан · Бангладеш · Бахрейн · Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре · Бруней · Бутан · Вьетнам · Грузия* · Израиль · Индонезия · Иордания · Ираҡ · Иран · Йемен* · Камбоджа · Катар · Кипр Республикаһы* · Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы · Корея Республикаһы · Көнсығыш Тимор · Ҡаҙағстан* · Ҡырғыҙстан · Ҡытай · Кувейт · Лаос · Ливан · Малайзия · Мальдив · Монголия · Мьянма · Непал · Оман · Пакистан · Рәсәй* · Сәғүд Ғәрәбстаны · Сингапур · Сүриә · Тажикстан · Таиланд · Төркмәнстан · Төркиә* · Үзбәкстан · Филиппин · Һиндостан · Шри-Ланка · Әзербайжан* · Әрмәнстан · Япония

Абхазия · Вазиристан · Көньяҡ Осетия · Ҡытай Республикаһы · Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы · Фәләстин Дәүләте


Гонконг · Макао


Европала һәм Азияла*
LocationAsia.png
Донъя Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.