Дили

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баш ҡала
Дили
тет. Dili, порт. Díli
Ил

Көнсығыш Тимор

Координаталар

8°33′31″ ю. ш. 125°34′25″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1520

Халҡы

193 563 кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+9

Дили (Көнсығыш Тимор)
Дили
Дили

Ди́ли (тет. , индон. и ингл. Dili, порт. Díli) — Көнсығыш Тиморҙағы иң ҙур ҡала һәм уның баш ҡалаһы. Кесе Зонд утрауҙары иң көнсығышындағы Тимор утрауының төньяҡ ярында урынлашҡан[1]. Дили — Көнсығыш Тиморҙың төп порты һәм коммерция үҙәге, уның халҡы — 193 563 кеше[2]. Бында Коморо аэропорты урынлашҡан, ул Көнсығыш Тиморҙың милли батыры Николау Лобат хөрмәтенә аталған. Ҡала шулай уҡ үҙ биләмәһенә ҡараған административ Дили районының баш ҡалаһы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1520 йылда португалдар тарафынан нигеҙ һалына, улар Дилиҙы 1769 йылда Португалияның баш ҡалаһы итеп Тиморҙы билдәләй. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Япония оккупацияһы аҫтында була. Португал Тиморын деколонизациялау процесы, Португалиялағы авторитар режим ҡолағандан һуң, 1974 йылда башлана. 1975 йылдың 28 ноябрендә Көнсығыш Тиморҙың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Әммә 9 көндән һуң, илгә индонезия армияһы бәреп инә, һәм Көнсығыш Тимор Индонезияның 27-се провинцияһы тип иғлан ителә.

Бының артынса уҡ 1975 йылдан1999 йылға тиклем Индонезия көстәре менән бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәр араһында партизандар һуғышы бара, һуғыш барышында Көнсығыш Тиморҙың унар меңләп кешеһе һәм ҡайһы бер сит ил граждандары һәләк була. 1999 йылда БМО баҫымы аҫтында Көнсығыш Тиморҙа үҙбилдәләнеш мәсьәләһе буйынса референдум үткәрелә. Һөҙөмтәлә халыҡтың 78,5 % бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә һәм 2002 йылдың 20 майында Дили яңы бойондороҡһоҙ дәүләт Тимор-Лешти Демократик Республикаһының баш ҡалаһы исемен яулай..

Һәйкәлдәр һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Богоматерь һыны

Бик күп биналар Индонезия хәрбиҙәре һәм урындағы боевиктар ойошторған1999 йылғы сыуалыштар арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Әммә ҡалала Португалия дәүерендә төҙөлгән күп йорттар һаҡланған. Португалияның элекке губернаторының резиденцияһы хәҙерге көндә ил премьер-министрының резиденцияһы булып тора. Элек ул Индонезия губернаторы һәм БМО-ның Көнсығыш Тиморҙағы һәм Ваҡытлы хакимиәте тарафынан ҡулланылған.

Берләшеү монументы

Католик сиркәүе индонезия оккупацияһының ҡаршылыҡ күрһәтеү үҙәгенә әйләнгән. Был хаҡта иҫтәлек итеп Непорочный Зачатие соборы төҙөлгән, унда Көньяҡ-көнсығыш Азияла иң ҙур собор, Дилиҙағы рим-католик епархияһының резиденцияһы урынлашҡан. Шулай уҡ бында 1976 йылғы индонезия аннекцияһына бағышланған билдәле Берләшеү монументы ла урын алған. Һында һүрәтләгән кеше традицион тимор кейемендә, уның ҡул суғында өҙөлгән сынйыр, был һәйкәл емерелмәгән.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дили Көнсығыш Тиморҙағы берҙән-бер халыҡ-ара аэропорт — Президент Николау Лобатуҙың Халыҡт-ара аэропорты тарафынан хеҙмәтләндерелә. Шулай уҡ Баукау, Суаи һәм Окусиҙа бер нисә осоу-ултырыу һыҙаты бар, улар эске рейстары өсөн ҡуллана. Дили аэропорттарының осоу-ултырыу һыҙаты һуңғы йылдарға тиклем, Boeing 737 йәки Hercules С-130 кеүек самолеттарҙан ҙур булғанын ҡабул итә алмай ине, ләкин 2008 йылдың ғинуарында Португалияның EuroAtlantic Airways авиакомпанияһы Лиссабондан тура рейстар өсөн Боинг 757 ҡуллана, ул Португалия Республикаһы Милли гвардияһының 140 ағзаһын килтерә. Португалия идаралығы ваҡытында иң оҙон осоу-ултырыу һыҙаттары булған Баукау аэропорты халыҡ-ара рейстар өсөн ҡулланыла, әммә Индонезия баҫып ингәндән һуң, ул индонезия хәрбиҙәре ҡулы аҫтына күсә, һәм ул граждандар транспорты өсөн ябыла.

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғанлашҡан ҡалалар булып Дилиҙа иҫәпләнә[3]:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Dili in in Encyclopædia Britannica Online (ингл.). Дата обращения: 5 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  2. the Democratic Republic of Timor-Leste. 2013 йыл 8 декабрь архивланған.
  3. Timor-Leste's Community (ингл.). Дата обращения: 5 февраль 2013. Архивировано 3 май 2013 года.