Эстәлеккә күсергә

Нейпьидо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баш ҡала
Нейпьидо
бирм. နေပြည်တော်
Ил

Мьянма

Координаталар

19°44′16″ с. ш. 96°12′27″ в. д.HGЯO

Рәйес

Myo Aung[d][1]

Баш ҡала с

2005

Майҙаны

7 054.37 км²

Халҡы

925 000[2] кеше (2009)

Тығыҙлығы

130 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+6:30

Телефон коды

+95 67

Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Нейпьидо (Мьянма)
Нейпьидо
Нейпьидо

Нейпьидо́ (бирм. ; MLCTS: ne.prany. dau mrui. — һүҙмә-һүҙ әйткәндә «король иле») — Мьянманың баш ҡалаһы. Элекке баш ҡала Янгондан 320 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ҡала Мандалай округындағы Пьинмана ҡалаһынан 17 км көнбайыштараҡ урынлашҡан Чепьи ауылы урынында төҙөлә.

2005 йылдың 6 ноябрендә Нейпьидоға Мьянманың баш ҡалаһы статусы бирелә.

2005 йылдың 7 ноябрендә Мьянманың хәрби хөкүмәте Янгондан яңы баш ҡалаға министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың күсереү процессы башлана[3]. Баш ҡаланы күсереүҙең сәбәбе аныҡ билдәле түгел.

2006 йылдың 27 мартында, Бирма армияһы көнөндә, 1945 йылда Бирманы япон окуппацияһынан азат итә башлау хөрмәтенә, 12 меңдән ашыу һалдат тәүге хәрби парад уҙғара. Был көндө Нейпьидо тәүге тапҡыр баш ҡала булараҡ телгә алына[4].

2013 йылдың декабрендә ҡалала 27-се Көньяҡ-Көнсығыш Азия уйындары үткәрелә.

Янгондан Нейпьидоға ҡәҙәр поезд туғыҙ сәғәт бара, көн һайын сәғәт 9:00 сыға һәм 18:00 сәғәттә барып етә[5].

2006 йылдың март уртаһынан Air Mandalay авиакомпанияһы Янгон һәм Нейпьидо араһында осоштар яһай башлай. 2006 йылдың 5 июнендә Ситтве һәм Тандве ҡалаларына тиклем даими авиарейстар асыла[6].

  1. https://www.president-office.gov.mm/en/?q=briefing-room/orders/2016/04/04/id-6214 (ингл.) — 2016.
  2. World Urbanization Prospects 2007 (2008). Дата обращения: 24 сентябрь 2008. Архивировано 10 март 2007 года. 2018 йыл 26 декабрь архивланған.
  3. The Move to Pyinmana, Bangkok Post (4 декабрь 2005). 7 декабрь 2005 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  4. Burma's new capital stages parade, BBC News, BBC (27 март 2006). 6 апрель 2006 тикшерелгән.
  5. Import, export licensing moving to Naypyidaw. The Myanmar Times. Myanmar Consolidated Media (29 май 2006). Дата обращения: 29 июнь 2006. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  6. News Briefs (New air destinations). The Myanmar Times. Myanmar Consolidated Media (12 июнь 2006). Дата обращения: 29 июнь 2006. Архивировано 19 февраль 2012 года.