Астана
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы | ||||||
Астана ҡаҙ. Астана | ||||||
Өҫтән сәғәт теле буйлап: астана үҙәге, Ҡаҙағстан концерт залы, Хәҙрәт Солтан мәсете, Л. Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты, Назарбаев Университет, Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы, Хан-Шатыр | ||||||
| ||||||
Ил | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Статус | ||||||
Координаталар | ||||||
Эске бүленеш |
3 район | |||||
Аким |
Адильбек Рыскельдинович Джаксыбеков (2014 йылдың 22 октябренән) | |||||
Нигеҙләнгән | ||||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | ||||||
Элекке исеме |
до 1961 — Акмолинск, | |||||
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы с | ||||||
Майҙаны |
722 км² | |||||
Климат тибы |
киҫкен континенталь | |||||
Халҡы | ||||||
Милли состав |
ҡаҙаҡтар — 75,08% | |||||
Конфессиональ составы |
мосолмандар, христиандар һ.б. | |||||
Этнохороним |
астаналар | |||||
Сәғәт бүлкәте | ||||||
Телефон коды |
+7 7172 | |||||
Почта индексы |
010000 | |||||
Һанлы танытмалар | ||||||
Автомобиль коды |
Z, 01 | |||||
Рәсми сайт |
astana.gov.kz | |||||
Астана (элекке исемдәре Аҡмола, Целиноград, Нур-Солтан) — 1998 йылдың 10 июненән Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы.
2015 йылдың 1 ғинуарына 985 852 кеше йәшәй[3]. Ҡала территорияһы 200 км2 тәшкил итә. Ишим йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Фарсы теленән тәржемәләгәндә, «Астана» һүҙе «изге урын» тигәнде аңлата. Ҡаҙағстанда ҙурлығы буйынса Алматы менән Шымкенттан һуң 3-сө урында тора.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишем йылғаһы ярында урынлашҡан.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала климаты киҫкен континенталь. Йәй эҫе һәм ҡоро, ҡыш — һыуыҡ һәм оҙон. Уртаса йыллыҡ температура — 3,1 °C. Яуым-төшөм йылына 300 мм яуа. Уртаса йәй температураһы 20 °C, ҡышҡыһын −15 °C, йәйгеһен һауа температураһы 40 °C тиклем күтәрелеп, ҡыш көнө −50 °C тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Климаттың йәшәү өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыу сәбәпле, ҡаланы уратып, ағас ултыртыла.
Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Астана ҡалаһы Һарыарҡа, Алматы, Есиль райондарына бүленгән.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2000 йыл менән сағыштырғанда, Астанала халыҡ һаны 169,2 мең кешегә артҡан, 2006 йыл башында 550,2 мең кеше булһа, 2015 йылдың 1 ғинуарына 985 852 кеше йәшәүе теркәлгән. Был күрһәткес буйынса Алматы ҡалаһынан һуң Ҡаҙағстанда 2 урында..
2009 йыл йомғаҡтары буйынса Астана ҡалаһының миграция сальдоһы 31 908 кеше тәшкил итә — республикалағы иң юғары күрһәткес. Миграция ағымының нигеҙендә — Ҡаҙағстандың башҡа төбәктәренән килеүселәр. 1000 кешегә — 704 кеше ситтән килеүсе һанала, 296 — урындағы кеше. Уларҙан сығышы менән Аҡмола өлкәһенән — 173, Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенән — 66, Ҡарағандынан — 56, Ҡостанайҙан — 56, Алматынан 32 кеше. Уртаса никахҡа инеү йәше: ир-егеттәр — 27,5 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 25,3 йәш.
1999 йылдан 10 йыл эсендә халыҡ үҫеше — 86,7 %. Ҡаланың милли составы: ҡаҙаҡтар, урыҫтар, әзербайжандар, украиндар, татарҙар, йәһүдтәр, белорустар, грузиндар, молдавандар, тажиктар, үзбәктәр һ.б. Дөйөм алғанда, ҡала халҡы үҫеше миграция иҫәбенә тәьмин ителә.
Халыҡ һаны артыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ошо хәл һаҡланһа, үҫеш артасаҡ, йәғни ҡала халҡы һаны бер нисә йылдан миллионға тиклем етеүе ихтимал. Әммә был фараз тормошҡа ашҡан осраҡта ла, Алматыны үтә алмаҫ, сөнки уның халҡы 1.6 млн кеше тәшкил итә. [4]
Түбәндә Астана халыҡ һаны үҫеше күрһәтелгән.[5]
Милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1987 йылда Аҡмолала халыҡ иҫәбен алыу буйынса 9707 кеше йәшәй, шул иҫәптән урыҫтар — 4619 (47,58 %), ҡаҙаҡтар — 3020 (31,11 %), татарҙар — 1035 (10,66 %), мордва — 223 (2,30 %), немецтар — 205 (2,11 %), йәһүдтәр — 173 (1,78 %), украиндар — 101 (1,04 %), башҡа милләттәр — 331 (3,41 %)[6].
1989 | % | 1999 | % | 2009[8] | % | 2017[9] | % | 2018[10] | % | 2020[11] | % | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
бөтәһе | 281 252 | 100,00 % | 319 324 | 100,00 % | 613 006 | 100,00 % | 972 672 | 100,00 % | 1 030 577 | 100,00% | 1136156 | 100,00 % |
Ҡаҙаҡтар | 49 798 | 17,71 % | 133 585 | 41,83 % | 425 298 | 69,38 % | 750 946 | 77,20 % | 805 718 | 78,18% | 906391 | 79,78 % |
Урыҫтар | 152 147 | 54,10 % | 129 480 | 40,55 % | 122 215 | 19,94 % | 137 333 | 14,12 % | 138 175 | 13,41% | 139443 | 12,27 % |
Украиндар | 26 054 | 9,26 % | 18 070 | 5,66 % | 12 783 | 2,09 % | 14 127 | 1,45 % | 14 176 | 1,38% | 14311 | 1,26 % |
Татарҙар | 9339 | 3,32 % | 8 286 | 2,59 % | 8970 | 1,46 % | 11 299 | 1,16 % | 11 624 | 1,13% | 12313 | 1,08 % |
Үзбәктәр | 640 | 0,23 % | 429 | 0,13 % | 7186 | 1,17 % | 10 238 | 1,05 % | 10 642 | 1,03% | 10906 | 0,96 % |
Немецтар | 18 913 | 6,72 % | 9591 | 3,00 % | 6916 | 1,13 % | 9059 | 0,93 % | 9243 | 0,90% | 9403 | 0,83 % |
Кореялылар | 1329 | 0,47 % | 2028 | 0,64 % | 4172 | 0,68 % | 6224 | 0,64 % | 6549 | 0,64% | 7048 | 0,62 % |
Ҡырғыҙҙар | 94 | 0,03 % | 196 | 0,06 % | 2567 | 0,42 % | 4506 | 0,46 % | 4741 | 0,46% | 5235 | 0,46 % |
Белорустар | 8220 | 2,92 % | 5761 | 1,80 % | 3752 | 0,61 % | 4034 | 0,41 % | 4052 | 0,39% | 4072 | 0,36 % |
Әзербайжандар | 997 | 0,35 % | 902 | 0,28 % | 2618 | 0,43 % | 3696 | 0,38 % | 3811 | 0,37% | 4084 | 0,36 % |
Поляктар | 2412 | 0,98 % | 2537 | 0,79 % | 2179 | 0,36 % | 2685 | 0,28 % | 2687 | 0,26% | 2711 | 0,24 % |
Ингуштар | 2311 | 0,67 % | 1822 | 0,57 % | 2129 | 0,35 % | 2590 | 0,27 % | 2642 | 0,26% | 2733 | 0,24 % |
Чечендар | 514 | 0,18 % | 752 | 0,24 % | 951 | 0,16 % | 1269 | 0,13 % | 1328 | 0,13% | 1415 | 0,12 % |
Уйғырҙар | 53 | 0,02 % | 161 | 0,05 % | 689 | 0,11 % | 1210 | 0,12 % | 1315 | 0,13% | 1450 | 0,13 % |
Башҡорттар | 1187 | 0,42 % | 870 | 0,27 % | 925 | 0,15 % | 1159 | 0,12 % | 1217 | 0,12% | 1271 | 0,11 % |
Әрмәндәр | 814 | 0,29 % | 576 | 0,18 % | 946 | 0,15 % | 1174 | 0,12 % | 1204 | 0,12% | 1258 | 0,11 % |
Молдавандар | 1004 | 0,36 % | 629 | 0,20 % | 621 | 0,10 % | 772 | 0,08 % | 783 | 0,08% | 814 | 0,07 % |
башҡалар | 5498 | 1,64 % | 3649 | 0,83 % | 8089 | 1,32 % | 10 371 | 1,07 % | 10 670 | 1,04% | 11298 | 0,99 % |
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала 1830-сы йылда Ишим йылғаһы буйында казак форпосты булып барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — полковник Фёдор Кузьмич Шубин-икенсе, Бородино алышы ҡатнашыусыһы. Урыҫ-ҡаҙаҡ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре үҫешендәге роле өсөн II дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә.
1862 йылда Аҡмола ҡала статусын алды.
1962 йылда ҡалаға Целиноград исеме бирелде.
1997 йылда Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ҡалаға тарихи Аҡмола атамаһына күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә.
1998 йылдың 6 майында ҡалаға Астана исеме бирелә.
1998 йылдың 10 июнендә Ҡаҙағстандың яңы баш ҡалаһы Астана менән халыҡ-ара рәсми танышыу уҙғарыла.
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала иҡтисадын сауҙа, транспорт һәм бәйләнеш, төҙөлөш барлыҡҡа килтерә. Алматы һәм Астана ҡалаларының дөйөм һөҙөмтәһе Ҡаҙағстан сауҙаһының яртынан ашыу өлөшөн булдыра. Тауар әйләнеше буйынса Астана икенсе урында тора, төҙөлөш өүҙемлеге буйынса ла алда бара. 2009 йылда төҙөлгән бар торлаҡ йорттарҙың биштән бер өлөшө Астана ҡалаһына тура килә. Биш йылдан ашыу ҡала торлаҡтың файҙаланыуға тапшырыу күләме буйынса беренсе урында.
Ҡаланың сәнәғәт өлкәһе төҙөлөш материалдарын, аҙыҡ-түлек сығарыу, машина төҙөү өлкәһендә тупланған. Инвесторҙар йәлеп итеп, яңы конкурентлы өлкәләрҙе үҫтереү өсөн «Астана — яңы ҡала» махсус иҡтисад зонаһы булдырылған. Бындағы үҙенсәлекле хоҡуҡи режим һалым һәм таможня ташламалары менән ҡыҙыҡһындыра.
Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы йылдарҙа ҡалала мәҙәни-мәғариф ойошмалар күбәйҙе: 3 театр, 23 китапхана, 2 кинотеатр, Аҡмола өлкә филармонияһы, 2 һарай, 3 балалар музыка мәктәбе. Шулай уҡ музейҙар (Ҡаҙағстан Республикаһының милли музейы, һынлы сәнғәт музейы, Сәкән Сәйфуллин музейы), театрҙар (Күләш Байсәйетова ис. милли опера һәм балет театры, Кәлибәк Ҡыуанысбаев ис. ҡаҙаҡ музыка драма театры, М. Горький ис. академия урыҫ драма театры), Конгресс-холл, Йәштәр һарайы, Президент мәҙәниәт үҙәге эшләп килә. Бәйтерек монументы — ҡала символы.
Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаланың иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]



- Байтерек — монумент, Астананың мөһим иҫтәлекле урыны һәм символы
- Казак Ели — монументы
- Нуржол бульвары (элекке Һыулы-йәшел бульвар) — Йырлаусы фонтандар аллеяһы менән рекреацион йәйәүлеләр зонаһы.
- «Аҡ Урҙа» — Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының резиденцияһы.
- Бойондороҡһоҙлоҡ һарайы — халыҡ-ара кимәлдә үтә торған һәм дипломатик саралар өсөн тәғәйенләнгән бина; бинала шулай уҡ буласаҡ һәм булған объекттар менән Астананың күләмле макет-планы бар.
- Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы — Конгресс-холл, саммиттар һәм традицион ҡаҙаҡ һәм донъя дине вәкилдәренең съездарын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.
- «Ҡаҙағстан» — Үҙәк концерт залы.
- «Шабыт» — Сәнғәттәрҙең Ҡаҙаҡ милли университеты.
- «Жастар» — Уҡыусылар һәм йәштәрҙең ижад һарайы.
- «Хан Шатыр» — Эре сауҙа-күңел асыу үҙәге (донъяла иң ҙур сатыр булып иҫәпләнә).
- Милли- мәҙәни комплекс «Этноаул»
- «Мангiлiк ел» триумфаль аркаһы
- Милли йыһан үҙәге
- Киләсәк энергия музейы «Нур алем»
- «Донъя диуары» монументы
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Астана донъялағы 20 ҡала менән туғанлашҡан.
Ҡала | Йыл | Дәүләт |
---|---|---|
Анкара | - | ![]() |
Истанбул | - | ![]() |
Измир | - | ![]() |
Өфө | 2017 | ![]() |
Мәскәү | - | ![]() |
Санкт-Петербург | - | ![]() |
Ҡазан | 2004 | ![]() |
Амман | - | ![]() |
Рига | - | ![]() |
Ташкент | - | ![]() |
Гданьск | 1996 | ![]() |
Варшава | 2002 | ![]() |
Киев | 1998 | ![]() |
Сеул | 2004 | ![]() |
Дубай | - | ![]() |
Пекин | - | ![]() |
Манила | - | ![]() |
Тбилиси | 2005 | ![]() |
Бишкәк | 2011 | ![]() |
Ханой | - | ![]() |
Ницца | 2013 | ![]() |
Оулу | 2013 | ![]() |
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Астана — төньяҡтан ҡарағанда, Азия баш ҡалаларының иң ситтә урынлашҡаны.
- Астана — Төньяҡ боҙло океан бассейнында урынлашҡан дәүләттәрҙең икенсе баш ҡалаһы. Тағы берәүе — Монголияның баш ҡалаһы Улан-Батор.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Қазақстан Республикасының Сыртқы Істер Министрлігі 2011 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- Астана Ашық Тізімдеме Жобасы (ODP)
- күні мерекесіндегі басты шаралар(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 2015 жылғы 1 қаңтарға Қазақстан Республикасының облыстары, қалалары және аудандары бойынша халық саны 2022 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Агентство Республики Казахстан по статистике. Этнодемографический сборник Республики Казахстан 2015 2020 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 2015 жылғы 1 қаңтарға Қазақстан Республикасының облыстары және қалалары мен аудандары бойынша халық саны 2022 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Астана — Қазақстанның астанасы 2012 йылдың 7 июль көнөндә архивланған. ((қаз.) (орыс.) (ағыл.)). ҚР премьер минстрінің ресми сайты. Тексерілді, 5 тамыз 2012.
- ↑ Тұрғылықты халық саны — 2009-жылғы санақ (орыс.). demoscope.ru. Тексерілді, 27 қыркүйек 2008.
- ↑ История города Акмолинск
- ↑ Айырым этностар буйынса Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ һаны 2016 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу. Төбәктәр буйынса һөҙөмтәләр. Астана ҡалаһы. Том 2 2016 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Численность населения по отдельным этносам 2017 йылдың 28 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Численность населения Мангистауской области по отдельным этносам на начало 2018 года 2019 йылдың 27 март көнөндә архивланған.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Stat2020
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Ташкент, города-побратимы
- ↑ Соглашение о партнерстве с Тбилиси 2012 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Соглашение об установлении побратимских связей между Бишкеком и Астаной 2012 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ystävyyskaupungit . Дата обращения: 30 июнь 2014.