Эстәлеккә күсергә

Гданьск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гданьск
пол. Gdańsk
кашуб. Gduńsk
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 997[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Gdańsk
Этнохороним gdańszczanin[2], gdańszczanka[3], gdanskano, Gdanščan, Gdanščanka һәм gedanesi
Девиз тексы Nec temere, nec timide
Дәүләт  Польша[4]
Административ үҙәге Вольный город Данциг[d], Гданьск воеводалығы[d], Гданьское воеводство[d], Рейхсгау Данциг — Западная Пруссия[d], Гданьский повет[d], Данцигская республика[d], Западная Пруссия[d] һәм Западная Пруссия[d]
Административ-территориаль берәмек Померания воеводалығы[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм Үҙәк Европа ваҡыты[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Висла
Хөкүмәт башлығы Александра Дулькевич[d]
Ойошма ағзаһы Union of the Baltic Cities[d][5] һәм International Cities of Refuge Network[d][6]
Халыҡ һаны 486 022 кеше (31 март 2021)[7]
Ир-егеттәр 230 161[8]
Ҡатын-ҡыҙҙар 255 861[9]
Административ рәүештә бүленә Aniołki[d], Brętowo[d], Brzeźno[d], Chełm[d], Jasień[d], Kokoszki[d], Krakowiec-Górki Zachodnie[d], Letnica[d], Matarnia[d], Młyniska[d], Nowy Port[d], Олива[d], Olszynka[d], Orunia-Św. Wojciech-Lipce[d], Osowa[d], Piecki-Migowo[d], Przeróbka[d], Przymorze Małe[d], Przymorze Wielkie[d], Rudniki[d], Siedlce[d], Stogi[d], Strzyża[d], Suchanino[d], Śródmieście[d], Ujeścisko-Łostowice[d], VII Dwór[d], Wrzeszcz Dolny[d], Wrzeszcz Górny[d], Wzgórze Mickiewicza[d], Zaspa-Młyniec[d], Zaspa-Rozstaje[d], Żabianka-Wejhera-Jelitkowo-Tysiąclecia[d], Wyspa Sobieszewska[d] һәм Orunia Górna-Gdańsk Południe[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 11 метр[10]
Туғандаш ҡала Вильнюс[11][12][13][…]
Милке Городской центр спорта и отдыха[d], Zbigniew Podlecki Stadium[d] һәм PGE Arena[d]
Сиктәш Сопот[d], Гдыня[d], Картузский повет[d], Гданьский повят[d], Новодвурский повят[d], Гданьский залив[d], Жуково[d], Кольбуды[d], Прущ-Гданьский[d], Прущ-Гданьский[d], Цедры-Вельке[d] һәм Стегна[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер Большого креста ордена Возрождения Польши
Майҙан 266 ± 1 км²
Почта индексы 80-008–80-958
Рәсми сайт gdansk.pl
Тасуирлау биттәре meyersgaz.org/place/1031…
Урынлашыу картаһы
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Коллаж
Портал открытых данных Open data in Gdansk[d]
Тема иҡтисады economy of Gdańsk[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 997
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 26 435
Лексема-субъект Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
Урындағы телефон коды 58
Номер тамғаһы коды GD
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Гданьска[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Гданьске[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Категория:Фильмы, снятые в Гданске[d]
Карта
 Гданьск Викимилектә

Данциг бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Данциг (мәғәнәләр).

Гдыня менән бутамаҫҡа.

XVII быуатта нығытмалар ҡулсаһы менән уратылған Гданьск
Зубр бастионы — Түбәнге ҡала
Вестерплатта Яр буйын һаҡлаусыларға һәйкәл

Гданьск (пол. Gdańsk  [ˈgdaɲsk], кашуб. Gduńsk, лат. Gedanum, Dantiscum, 13081945 йылдарҙа Да́нциг атамаһын йөрөткән, нем. Danzig[14]) — Польшаның төньяғындағы ҡала, халыҡ һаны буйынса илдә алтынсы урында (461 935 кеше, 2014 йыл). Күрше Сопот һәм Гдыня ҡалалары менән бергә Труймясто («өс ҡала») агломерацияһын барлыҡҡа килтерә, уның халҡының дөйөм иҫәбе — 747 637 кеше (2017)[15].

Гданьск — Балтик диңгеҙе буйында эре порт, сәнәғәт үҙәге (айырым әйткәндә нефтехимия һәм машиналар эшләү — караптар эшләү һәм йүнәтеү үҫешкән).

Гданьск тәүге тапҡыр йылъяҙмала 997 йылда Пруссияға Адальберт (Войцех) миссияһына бәйле телгә алына. Әммә археологик ҡаҙыу мәғлүмәттәренә ярашлы Гданьск урынында V быуатта уҡ торама булған.

997 йылдан 1308 йылға ҡәҙәр Польша составында булған. 1308 йылдың 14 ноябрендә Тевтон ордены рыцарҙәре тарафынан баҫып алынған һәм Пруссияға ҡушылған. Ҡала Данциг тип атала башлай.

1361 йылдан Гданськ Ганза берләшмәһенең мөһим ағзаларының береһе булып китә.

1466 йылда Тевтон ордены һәм Польша араһындағы Ун өс йыллыҡ һуғыш тамамланғандан һуң, Гданськ Польша составына ҡайтҡан. Әммә ҡала Польша короле Казимирҙан киң привилегиялар алған, улар арҡаһында уның Польшаға бойондороҡлоғо фактик рәүештә номиналь булып ҡалған: ҡала үҙаллы вазифа башҡарыусларҙы һайлаған, бойондороҡһоҙ тиерлек тышҡы сәйәсәт алып барған һәм тәңкә баҫтырыу хоҡуғына эйә булған.

Польша мираҫы өсөн һуғыш барышында 1734 йылда ҡала Рәсәй империяһы генералы Миних тарафынан алынған. 1793 йылда Польшаны бүлеү һөҙөмтәһендә ҡала Пруссия составына ингән. 1807 йылда Наполеон ғәскәрҙәре ҡаланы алғандан һуң ул ирекле ҡала (Данциг республикаһы) тип иғлан ителгән. 1813 йылда рус ғәскәрҙәре (улар составында башҡорт полктары була) ҡаланы оҙайлы ҡамауҙан һуң алғандар, бынан һуң ул йәнә Пруссия составына кергән[16].

Ике донъя һуғышы араһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышыынан һуң 1919 йылғы Версаль тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Данциг ирекле ҡала статусын алған һәм Милләттәр лигаһы идаралағы аҫтында булған. Шулай уҡ килешеү Польшаға Данцигҡа илтеүсе территорияларҙы тапшырған, был биләмәләр Көнсығыш Пруссияны Германиянан айырған. Ҡаланың күпселек өлөшөн немецтар тәшкил иткән, әммә поляктарға үҙҙәренең учреждениеларын (мәҫәлән, мәктәптәр, китапханаар һәм башҡалар) ойошторорға хоҡуғы булған. Бынан башҡа Версаль килешеүе буйыынса Польшаға Данцигтың тышҡы эштәрен алып барыу һәм ирекле ҡаланың тимер юлдары менән идара итеү бирелгән. Польшаға Данцигтың һыу юлдары, доктары һәм башҡалары менән ирекле ҡулланыу хоҡуғы тапшырылған. Данциг Польшаның таможня зонаһына ингән. 1926 йылдан Милләттәр лигаһы ризалығы менән Польша Данциг гаванендә хәрби ҡорал складын тотҡан.

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылда Германия Поляк Республикаһынан Данцигты ҡайтарыуҙы һәм Көнсығыш Пруссия менән тоташтырыусы коридорҙы талап иткән. Польшаның бынан баш тартыуы Икенсе донъя һуғышы башланыуына формаль сәбәп булған.

1939 йылдың 1 сентябрендә ҡалаға немец ғәскәрҙәре һөжүм иткән һәм уны алған. Данциг Көнсығыш Пруссия составына кергән.

1945 йылдың март аҙағында СССР ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгән. Совет ғәскәрҙәренең бомбалар ташлауҙары һәм ҡаланы штурмлау барышында ул ныҡ емерелгән, Гданьск үҙәгенең 70—80 % емерелгән.

Һуғыштан һуң Потсдам конференцияһы ҡарары буйынса Көнсығыш Пруссия бөтөрөлгән. Уның көньяҡ өлөшө, майҙанының яҡынса өстән ике өлөшө, шул иҫәптән Гданьск Польша составына бирелгән. Немец халҡы депортацияланған.

(аудио)
(аудио)
«Совет информбюроһынан». 30 март 1945 йыл.
noicon
Войска 2-го Белорусского фронта завершили разгром Данцигской группы немцев и 30 марта 1945 года штурмом овладели городом и крепостью Гданьск (Данциг) — важнейшим портом и первоклассной военно-морской базой немцев на Балтийском море.
Помощь по воспроизведению
Өсөнсө рейх плакаттары (1945 йыл).

Һуғыштан һуң 1940-сы йылдар аҙағында Гданьскиҙа иҫке ҡаланы тереҙеү башланған. Эштәрҙең күп өлөшө башҡаралыуына ҡарамаҫтан, улар әлелә тамамланмаған. Дөйөм алғанда иҫке ҡала тулыһынса тиерлек тергеҙелгән.

1980 йылда ҡалала «Солидарность» караптар эшләүселәрҙең бойондороҡһоҙ профсоюзы барлыҡҡа килгән, уны карап верфының электригы Лех Валенса етәкләгән. Аҙаҡ Лех Валенса Польшаның президенты булып киткән.

2019 йылдың 13 ғинуарында Гданьск мэры Павел Адамович үлтерелгән, ул был вазифаны 20 йыл дауамында биләгән.[17]

Ҡалала йомшаҡ ҡышлы һәм ямғырлы йәй менән дымлы диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Һауаның уртаса температураһы −1,0 °C-тан +17,2 °C-ҡа тиклем тирбәлә.

Миҙгелдәр аныҡ айырыла. Яҙ башында ғәҙәттә һалҡын һәм елле була, ә артабан һауа торошо йылы һәм ҡояшлы булып китә. Июндә башланған йәй башлыса йылы була.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 11,2 12,8 19,7 25,8 29,3 32,1 34,9 34,2 30,2 24,3 16,6 14,0 34,9
Уртаса максимум, °C 1,5 1,9 6,8 12,5 17,9 18,8 20,4 20,1 16,4 11,8 6,0 2,9 11,4
Уртаса минимум, °C −3,5 −2,5 −0,1 4,1 8,1 12,0 13,6 12,7 11,0 6,6 2,4 −0,9 5,3
Абсолют минимум, °C −23,8 −23 −17,5 −6,9 −2 0,9 4,1 2,0 −2,9 −5,8 −12,4 −16,6 −23,8
Сығанаҡ: http://www.stat.gov.pl/cps/rde/xchg/gus
Wysokościowce — Гданьск үҙәгендә ҡунаҡханалар һәм офис биналары
Складтар утрауында иген һаҡлау аҙбарҙары

Ҡаланың сәнәғәт райондарында караптар эшләү, нефтехимия, химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өҫтөнлөк итә. Электроника, телекоммуникациялар, машиналар эшләү, косметика һәм фармацевтика һымаҡ юғары технологиялы секторҙар күтәрелеш кисерә. Гәүһәр эшкәртеү шулай уҡ урындағы иҡтисадтың мөһим өлөшө булып тора, сөнки донъялағы гәүһәр ятҡылыҡтарының күп өлөшө Балтик ярҙары буйлап ята. Помор воеводалығы шул иҫәптән Гданьск йәйге айҙарҙа туризмдың эре үҙәге булып тора, Балтик буйы пляждарында миллионлаған поляктар һәм Европа Берлеге граждандары ял итә.

Гданьск ҡалаһының эре компаниялары:

  • Acxiom — IT
  • Aluship Technology — караптар төҙөү
  • Amazon — IT
  • Arla Foods — аҙыҡ-түлек сәнәғәте
  • Atlanta Poland — сәтләүектәр һәм киптерелгән емеш-еләк импортлаусыһы
  • Cognor — ҡорос, техника, капиталь тауарҙар
  • Compuware — IT
  • Crist — караптар төҙөү
  • Delphi — автомобиль запас частары
  • Dr Cordesmeyer — он етештереү
  • Dr. Oetker — аҙыҡ-түлек сәнәғәте
  • Dresser Wayne — заправкалау системаһы
  • Elektrociepłownie Wybrzeże — энергетика
  • Elnord — энергетика
  • Energa Trading — энергетика
  • EPAM — IT
  • Fineos — IT
  • First Data — финанс эше
  • Flügger — буяҙар етештереү
  • Fosfory Ciech — химия компанияһы
  • Gdańsk Shipyard — караптар төҙөү
  • Gdańska Stocznia Remontowa — караптар төҙөү
  • GE Money Bank — финанс эше
  • Glencore — сырье материалдары
  • Grupa Lotos — энергетика
  • HD Heavy Duty — сауҙа
  • Hydrobudowa — төҙөлөш компанияһы
  • IBM — IT
  • Intel — IT
  • Jysk — сауҙа
  • Kainos — IT
  • Llentabhallen — ҡорос конструкциялар
  • LPP — сауҙа
  • Lufthansa Systems — IT
  • Maersk Line — services & pick-up
  • Masterlease — финанс эше
  • Mercor — янғынға ҡаршы һаҡлау системалары
  • Meritum Bank — финанс эше
  • Orlen Morena — энергетика
  • Petrobaltic — энергетика
  • Polnord Energobudowa — төҙөлөш компанияһы
  • Satel — хәүефһеҙлек системалары, ИТ
  • SII — IT
  • Skanska — төҙөлөш компанияһы
  • Sony Pictures Entertainment — бухгалтер хисабы
  • Stabilator — төҙөлөш компанияһы
  • Stocznia Północna — караптар төҙөү
  • Stocznia Wisła — караптар төҙөү
  • Suruga Seiki — IT
  • Thomson Reuters — киң мәғлүмәт сараһы
  • ThyssenKrupp Johann A. Krause — ҡорос, техника, капиталь тауарҙар
  • Transcom WorldWide — бизнес аутсорсингы
  • Weyerhaeuser Cellulose Fibers — целлюлоза сүстәрен етештереү
  • Wirtualna Polska — интернет-сервис
  • Young Digital Planet — IT
  • ZenSar Technologies — IT
  • Ziaja — косметика һәм гүзәллек компанияһы
Гданьск трамвайы — Bombardier NGT6.
Йыл 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016
Йөк әйләнеше, мең т[18] 23341 22407 19826 17781 18863 27182 25305 26898 30259 32278 35914 37289
  • Gdańsk Główny (ПКП вокзал) — төп пассажирҙар тимер юл станцияһы;
  • Szybka Kolej Miejska — Труймясто агломерацияһының ҡала яны тимер юлы;
  • Автобустар һәм трамвайҙар паркы ЗТМ Gdańsk (Zarząd Transportu Miejskiego w Gdańsku) компанияһы ҡарамағында.

Поездар Польшаның барлыҡ төп ҡалалары, шулай уҡ күрше өлкәләр менән бәйләнеште тәьмин итә. A1 автострадаһы ҡаланы һәм портты илдең кәньяҡ сиге менән тоташтыра.

Lechii (Лехия) стадионы

1945 йылда ҡалала Лехия профессионал футбол клубы ойошторола, ул футбол буйынса Польша чемпионатының юғары дивизионында уйнай.

1957 йылдан спидвей буйынса команда бар. 2008—2016 йылдарҙа команда составында Башҡортостан спортсыһы Ринат Ғафуров сығыш яһаған[19].

Нептун фонтаны
Артус ихатаһы
Ҡала панорамаһы

1913 йылда Гданьск обсерваторияһында эшләгән немец астрономы Франц Кайзер тарафынан асылған астероид ҡала хөрмәтенә (764) Гедания тип аталған.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #4011039-4 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. https://sjp.pwn.pl/so/gdanszczanin;4436509.html
  3. https://sjp.pwn.pl/so/gdanszczanka;4436510.html
  4. archINFORM (нем.) — 1994.
  5. https://web.archive.org/web/20240602161709/https://ubc.net/cities/
  6. https://perma.cc/63BJ-D92M
  7. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042214361011-0933016?var-id=1639616&format=jsonapi
  8. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042214361011-0933016?var-id=1639617&format=jsonapi
  9. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042214361011-0933016?var-id=1639618&format=jsonapi
  10. https://it-ch.topographic-map.com/map-hmdcmt/Danzica/?zoom=19&center=54.34773%2C18.65102&popup=54.34788%2C18.65101
  11. http://www.gdansk.pl/urzad/wspolpraca,1620.html
  12. https://www.gdansk.pl/urzad-miejski/biuro-prezydenta/wilno-litwa,a,1667
  13. http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
  14. Данциг, город // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  15. Wyniki badań bieżących - Baza Demografia - Główny Urząd Statystyczny. demografia.stat.gov.pl. Дата обращения: 15 ғинуар 2019. 2018 йыл 26 декабрь архивланған.
  16. Книпович Н. М., Лучицкий И. В. Данциг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  17. [1]
  18. Данные по грузообороту. Порт Гданьск. 2019 йыл 1 май архивланған.
  19. Ринат Гафуров, выступая за польскую команду, стал одним из лучших, Primsports.ur (12 апреля 2010). 7 июль 2011 тикшерелгән. 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
  • Медерский Л. А. Гданьск / Ленинградская организация ордена Ленина Союза архитекторов СССР. — Л.: Стройиздат. Ленингр. отд-ние, 1974. — 88 с. — (Города-побратимы Ленинграда). — 15 000 экз.
  • Карта бите N-34-XIII Гданьск. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1978 г.
  • Kimmich Christoph M. The free city: Danzig and German foreign policy, 1919–1934. — Yale University Press, New Haven, Connecticut, 1968.(недоступная ссылка)
  • Rudziński Grzegorz. Gdańsk. — Bonechi. — ISBN 978-88-476-0517-6.
  • Simson Paul. Geschichte Der Stadt Danzig. — BiblioBazaar, LLC. — ISBN 978-1-115-53256-3.

Ҡалып:Ганза