Ғафуров Ренат Зәйтүн улы
Ғафуров Ренат Зәйтүн улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 октябрь 1982 (42 йәш) |
Тыуған урыны | Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | спидвейный гонщик |
Спорт төрө | мотоцикл спорты[d] |
Ғафуров Ренат Зәйтүн улы (8 октябрь 1982 йыл) — спортсы, спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры. Мотоциклда уҙышыуҙа Европа чемпионы, шәхси иҫәптә ике тапҡыр, команда иҫәбендә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Зәйтүн Ғафуров, билдәле спидвей спортсыһы, СССР команда чемпионатының призеры («Нефтсе» составында) һәм тренер. Спидвей арбитры Рафаэль Ғафуров — аҙашы.
Спидвей менән 1977 йылда шөғөлләнә башлай, ә 1998 йылда Рәсәй чемпионатында юниорҙар араһында шәхси финалға сыға һәм унда 15 мәрәй менән 2-се урын биләй.
1999 йылдан алып спидвей буйынса Рәсәйҙең команда чемпионаты ярыштарында ҡатнаша башлай. 1999—2005 йылдарҙа "Лукойл" өсөн сығыш яһай, унда ике тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм биш тапҡыр команда зачетында көмөш призер була, ә шәхси зачетта шулай уҡ юниорҙар араһында ил чемпионы (2001, 2003) титулын яулай. Шул уҡ 2003 йылда өлкәндәр араһындағы шәхси беренселектә 2-се урын биләй, бары тик тәжрибәле Олег Кургускиндан ғына ҡалыша.
2006 йыл шул уҡ Октябрьский ҡалаһы спортсыһы Эдуард Шәйхуллин менән бергә, март айындағы «Турбина» командаһының үҙен саҡырыуына һәм үҙенең Балаково командаһына күсергә теләге булыуға ҡарамаҫтан, «Восток» командаһы өсөн ярыша[1]). Ренат Алыҫ Көнсығыш командаһы өсөн 2006 — 2013 йылдарҙа, (2008 йылда «Салауат» командаһы өсөн ярышыуын иҫәпкә алмағанда) ярыша. Ошо ваҡыт эсендә Ренат шәхси беренселектә ике тапҡыр (2006, 2009) һәм командалар араһындағы чемпионатта бер тапҡыр (2010) ил чемпионы титулын яулай. 2014 йыл миҙгеле алдынан туған СТК «Октябрьский» командаһына әйләнеп ҡайта, әммә «Октябрьский» командаһы чемпионаттан төшөп ҡалғас, ҡайтанан «Восток» командаһы өсөн сығыш яһай.
2016 йыл миҙгеле алдынан Тольяттиҙың «Мега-Лада» командаһына күсә[2].
2004—2006 йылдарҙа Рәсәй чемпионаттарында иң яҡшы спортсы була. 2012—2017 йылдарҙа йыл һайын Рәсәй шәхси чемпионаты призеры була.
Европала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылда Равичтың 1ПЛ «Колеяж» клубы өсөн бер ярыштарҙа ҡатнаша, унда 5 ярышта 6 мәрәй йыя. 2005 — 2007 йылдарҙа — Рыбникта, 2008 — 2016 йылдарҙа — Гданьскиҙа клуб алдындағы ҡаҙаныштары өсөн 15 йыллыҡтың (2000—2015) иң шәп спидвейсыһы итеп һайлана[3]. Шуны ла әйтергә кәрәк, ике клуб өсөн ярышҡанда ла Ренат Ғафуров беренсе лиганан Экстра лигаға күсә (2005 — Рыбник клубы, 2008, 2011 һәм 2013 йылда — Гданьск клубы менән).
Рәсәй спортсылары араһынан Британия лигаһында ярышыусыларҙың береһе. Ундағы ҡушаматы «The Gaffer» — Дед (Ҡартатай)[4].
Швецияла ярышыуын 2007 йылда «Капарень» клубында башлай — Элитсерияның дебютанты сифатында ярыша. Әммә клуб 2008 йылда лицензия ала алмай[5], һөҙөмтәлә үҙе менән бергә был «Капарень» клубы өсөн ярышыусы Рәсәй спортсыһы Ғизәтуллин Денис менән «Хаммарбю» клубына күсә[6]. 2008 йыл миҙгеленән һуң «Хаммарбю» иғәнәсеһен юғалтҡанлығы арҡаһында Allsvenskan-лигаға күсә, ә Ғафуров ҡуртым буйынса «Индианерна» клубы өсөн ярыша башлай[7]
Шулай уҡ украин, чех, венгр һәм дания спидвей лигаларында ҡатнаша
Рәсәй чемпионаттарындағы ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Спидвей буйынса юниорҙар Рәсәй чемпионатында
- шәхси иҫәптә — 1-се урын (2001, 2003), 2-се урын (2000)
- команда иҫәбендә — 1-се урын (2003)
- Спидвей буйынса Рәсәй чемпионаты
- шәхси иҫәптә — 1-се урын (2006, 2009), 2-се урын (2003, 2007, 2012, 2014, 2017), 3-сө урын (2013, 2015, 2016)
- команда иҫәбендә — 1-се урын (1999, 2000, 2010, 2017), 2-се урын (2001—2005, 2009, 2011, 2013, 2014), 3-сө урын (2006, 2007, 2012, 2016)
- парҙар иҫәбендә — 1-се урын (2016), 2-се урын (2004—2006, 2008—2011), 3-сө урын (2003)
- Спидвей буйынса Халыҡ -ара Рәсәй Федерацияһында
- команда иҫәбендә — 1-се урын (2005)
Уртаса ярыш һөҙөмтәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лига | 1999 | 2000 | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡалып:Цвета спидвея |1,609 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,500 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,294 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,462 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,333 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,611 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,810 Лукойл |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,500 Восток |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,250 Восток |
2,025 Салават |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,316 Восток |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,364 Восток |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,289 Восток |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,237 Восток |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,444 Восток |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,357 Восток |
- | Ҡалып:Цвета спидвея |1,761 Мега-Лада |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,429 Мега-Лада |
Мега-Лада | |
(E) | - | - | - | - | - | - | - | 1,419 Рыбник |
- | - | 1,231 Гданьск |
- | - | 1,481 Гданьск |
- | 0,887 Гданьск |
- | - | - | - |
(I) | - | - | - | - | 1,200 Равич |
- | 2,300 Рыбник |
- | 2,029 Рыбник |
1,557 Гданьск |
- | 1,912 Гданьск |
1,591 Гданьск |
- | 1,875 Гданьск |
- | - | 1,844 Гданьск |
1,646 Гданьск |
- |
(II) | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | 2,224 Гданьск |
- | - | Острувия |
(E) | - | - | - | - | - | - | 1,083 Оксфорд |
1,385 Суиндон |
- | - | - | - | Ҡалып:Цвета спидвея |1,405 Пул |
1,267 Бель Вью |
- | - | - | - | - | - |
(E) | - | - | - | - | - | - | - | - | 1,507 Капарна |
1,643 Хаммарбю |
1,280 Индианерна |
1,792 Индианерна |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,526 Хаммарбю |
- | - | - | - | - | - | - |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | - | Ҡалып:Цвета спидвея |2,167 Ландсхут |
Ҡалып:Цвета спидвея |2,390 Ландсхут |
- | Ҡалып:Цвета спидвея |2,000 Ландсхут |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,757 Ландсхут |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,950 Ландсхут |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,579 Ландсхут |
Ҡалып:Цвета спидвея |1,800 Ландсхут |
- | - | |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | Ҡалып:Цвета спидвея |3,000[8] Дебрецен |
- | - | - | - | - | - | - | - | |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | Ҡалып:Цвета спидвея |2,333 Турбина |
- | - | - | - | - | - | - | - | |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | Ҡалып:Цвета спидвея |2,500 Олимп |
- | - | - | - | - | - | - | |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | Ҡалып:Цвета спидвея |1,385 Хольстед |
- | - | - | - | - |
Халыҡ-ара ярыштарҙағы ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юниорҙар ярыштарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЛЧЕЮ — 8-се урын (2000), 16-сы урын (2001)
- ЛЧМЮ — 6 -сы урын ¼ финалында (2002), 10 -сы урын ½ финалында (2003)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Владивостокский спидвейный клуб «Восток» хочет покинуть Гафуров 2014 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ Ренат Гафуров выступит за «Мега-Ладу» в сезоне 2016
- ↑ Ренат Гафуров гонщик 15-летия в Выбжеже Гданьск 2020 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ RENAT GAFUROV 2013 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Где будет ездить Ренат Гафуров
- ↑ Шведская проблема решена
- ↑ Ренат ГАФУРОВ: «С российской лигой ясности нет»
- ↑ Из 4 возможных.