31 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
31 март | |
![]() |
31 март — григориан стиле буйынса йылдың 90-сы (кәбисә йылында 91-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 275 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Мальта: Азатлыҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1814: 1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се һәм 19-сы башҡорт полктары тантаналы рәүештә Парижға инә.
- 1889: Эйфель башняһын рәсми асыу көнө. Конструктор Гюстав башня башына Франция флагын элә.
- 1901: Беренсе «Mercedes-Benz» автомобиле эшләп сығарыла.
- 1918: АҠШ беренсе тапҡыр йәйге ваҡытҡа күсә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәхитова Жәриә Әхмәтвәли ҡыҙы (1935), педагог. 1959 йылдан Ишембай һәм Стәрлебаш районы мәктәптәре, 1983—1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Рощинский урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1971) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан.
- Нелюбин Евгений Викторович (1950), табип-хирург. 1979—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш хирургы, 5-се дауахананың элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Теләк ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы (1916—17.08.1956), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы сапёры, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.
- Гулина Эльвира Александровна (1936—21.01.2012), малсылыҡ алдынғыһы. 1960—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовещен районының «Степановка» совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, 1982).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы (1962), башҡорт ғалимы, физика‑математика фәндәре докторы (2005), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (1914—17.07.2011), ғалим-тарихсы, СССР-ҙың комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры.
- Мокеев Геннадий Иванович (1944), ғалим-педагог, спортсы, тренер. 1967 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — физик тәрбиә кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР‑ының (1990) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). Француз боксы-сават буйынса халыҡ-ара категориялы (1992) һәм бокс буйынса республика категориялы (1975) судья. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Белогузово ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1635: Патрик Гордон (1635), Шотландия һәм Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал һәм контр-адмирал.
- 1685: Иоганн Себастьян Бах, Германия композиторы.
- 1800: Осип Сенковский (псевдонимы «Барон Брамбеус»), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, журналист, нәшерсе, шәрҡиәтсе.
- 1882: Корней Чуковский, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, тәнҡитсе, тәржемәсе.
- 1890: Уильям Лоренс Брэгг, Бөйөк Британия физигы, Нобель премияһы лауреаты (1915).
- 1935: Герб Алперт, АҠШ музыканты, композитор.
- 1955: Ангус Янг, Австралия музыканты.
- 1960: Иен Макдональд, Ирландияның фантаст яҙыусыһы.
- 1970: Аленка Братушек, дәүләт эшмәкәре, 2013—2014 йылдарҙа Словенияның премьер-министры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1982: Дәүләтов Бәкер Рәхим улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]