13 декабрь
13 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
13 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 347-се көнө (кәбисә йылында 348-се). Йыл тамамланыуға 18 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ҡорһаҡ байрамы.
АҠШ: Ат көнө.
Мальта: Республика көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Айыу көнө.
- «Джентльмены удачи» комедияһы көнө.
Бразилия: Моряктар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1922: Кавказ аръяғы Советтарының I съезы (Баҡы) 1922 йылдың 12 мартында ойошторолған «Кавказ аръяғы Социалистик Совет Республикаларының Федератив Союзы»н берҙәм «Кавказ аръяғы Совет Социалистик Федератив Республикаһы» тип үҙгәртә.
- 1971: СССР кинотеатрҙарында «Джентльмены удачи» комедияһы күрһәтелә башлай.
- 1989: Владимир Жириновский Либераль-демократик партия ойоштора.
- 1996: Кофи Аннан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретаре итеп һайлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сиражетдинова Шәмсинур Мырҙабай ҡыҙы (1930—29.12.1986), театр актёры. 1947 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1949 йылдан — хәҙерге Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры, 1952 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙғы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Теләшев Ғүмәр Ғариф улы (1931—2.06.2016), ғалим-инженер-технолог. 1954—1960 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының АВТМ-1 ҡулайламаһы, 1964 йылдан — ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, 1967 йылдан — тәжрибә тикшеренеү цехы начальнигы; 1989 йылдан — ғилми технология үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; Өфөләге «ИНТЭКО» нефтехимик эшкәртеү инженерлыҡ үҙәген ойоштороусы һәм 1998—2004 йылдарҙа уның директоры. Техник Фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1978) һәм атҡаҙанған химигы (1991). Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1996), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2015). Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
- Вилданов Эдгар Әбүзәр улы (1951—5.11.2018), шағир. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының элекке хеҙмәткәре. 2011 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
- Рәхимов Урал Мортаза улы (1961), хужалыҡ эшмәкәре. 2006—2009 йылдарҙа «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Константин Петрович (1912—2.05.1996), инженер-төҙөүсе, төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре һәм дәүләт эшмәкәре. 1947 йылдан Өфөләге 21-се төҙөлөш тресының 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы, трест идарасыһы урынбаҫары, 1953 йылдан — трест идарасыһы; 1958 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигы; 1970—1982 йылдарҙа СССР ауыл хужалығы подукттары әҙерләү министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының бишенсе (1959—1963), алтынсы (1963—1967) һәм етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Зәки Хәсән улы (1932), табип-уролог. Башҡортостандың беренсе балалар урологы. 1967—1968 йылдарҙа хәҙерге Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, артабан Республика балалар клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Аферина Лилия Васильевна (1937), Өфө ҡалаһы 114-се мәктәбенең ветеран-педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Вәлишин Роман Ғәлиәскәр улы (1937—10.11.1979), журналист, яҙыусы. 1967 йылдан Удмурт АССР-ының Грахов районы «Сельская новь» гәзитенең баш мөхәррире, 1970 йылдан — «Советская Удмуртия» гәзите (Ижевск), 1978 йылдан — «Молот» журналының әҙәби хеҙмәткәре, Удмурт АССР-ы Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Удмурт АССР-ының дәүләт премияһы лауреаты (1980, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Үрге Тиктәм ауылынан.
- Ғәлимова Резида Марат ҡыҙы (1977), ғалим-нейрохирург, йәмәғәтсе. 2004 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының табип-нейрохирургы 2011 йылдан — баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары. 2012 йылдан «Изгелек» хәйриә фондының эксперт советы ағзаһы. Медицина фәндәре кандидаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Губарев Евгений Михайлович (1903—3.04.1963), ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. 1934—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының биохимия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1936 йылдан — Өфөләге И. И. Мечников исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. 1956—1959 йылдарҙа Ростов дәүләт медицина университеты ректоры. Биология (1940) һәм медицина (1942) фәндәре докторы, профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954).
- Тузов Николай Иосифович (1923—18.01.2002), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Фёдорова Мария Васильевна (1923—21.04.1982), китапханасы. 1949—1978 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы уҡыу залының өлкән китапханасыһы, мөдире, баш китапханасы, 1975 йылдан — бүлек мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Серебровский Александр Павлович (1884—10.02.1938), революцион хәрәкәт һәм СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1903 йылдан РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1932 йылдан — СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары урынбаҫары. СССР-ҙың Ленин (1931), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1925) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1935) ордендары, Әзербайжан ССР-ының Ҡыҙыл Байраҡ (1921) ордены кавалеры.
- Ивановский Георгий Фёдорович (1919—7.08.1998), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, нефтехимик. 1957—1965 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры; 1965—1973 йылдарҙа СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министры урынбаҫары, 1973—1987 йылдарҙа СССР Министрҙар Советының Матди-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) ордендары кавалеры.
- Кайдаров Абду-Али Туғанбай улы (1924—27.02.2019), ғалим-тел белгесе. Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). I (1944) һәм II (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар Дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Мансурова Любовь Ильинична (1929), ғалим-агроном. 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы (2006).
- Телятников Иван Александрович (1929—10.08.1996), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1988 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ветеринария фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Горулёв Павел Сергеевич (1949), ғалим-педагог, спортсы, тренер, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999 йылдан Башҡортостан физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор. Ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1995), СССР чемпионы (1978) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997) һәм күренекле спортсыһы (1993).
- Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы (1954), ғалим-социолог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил. Социология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш (2008— 2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнгән.
- Белобородова Нилә Сабит ҡыҙы (1964), ғалим-педагог, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдан Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014) һәм мәғариф отличнигы (1997).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1553: Генрих IV, Францияның Бурбондар династияһынан беренсе короле.
- 1684: Людвиг Хольберг, Мәғрифәтселек дәүере яҙыусыһы, Дания һәм Норвегия әҙәбиәттәренә нигеҙ һалыусы.
- 1797: Генрих Гейне, Германия шағиры.
- 1816: Вернер фон Сименс, Германия инженеры, «Siemens» фирмаһын ойоштороусы.
- 1839: Пётр Баллод, Рәсәй империяһы табибы, философ, революционер.
- 1867: Кристиан Биркеланд, Норвегия ғалимы, һаҙағай күренешенең асылын тәүге аңлатыусы.
- 1874: Иосиф Левин, Рәсәй империяһы һәм Америка пианисы.
- 1899: Борис Ишбулдин-әл-Бәкри, тарихсы, иктисадсы, сығышы менән Мәскәүҙән.
- 1964: Хидэто Мацумото, Япония музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1969: Сергей Фёдоров, СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы.
- 1969: Морат Насыров, СССР, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы.
- 1984: Сантьяго Касорла Гонсалес, Испания футболсыһы.
- 1989: Тейлор Свифт, Америка йырсыһы, актёр һәм йырҙар авторы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1204: Маймонид, Испания философы, йәһүд мәғрифәтсеһе, Талмудты аңлатыусы.
- 1466: Донателло, Италия скульпторы.
- 1754: Мәхмүд I, төрөк солтаны.
- 1784: Сэмюэл Джонсон, Англия тәнҡитсеһе, шағир.
- 1944: Василий Кандинский, рус рәссамы, сәнғәттәге абстракционизм ағымына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1947: Николай Рерих, рус рәссамы.
- 2009: Пол Самуэльсон, Америка иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1970).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]