Абстракционизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Абстракционизм (латинсә abstractio — ситләшеү) — XX быуат әҙәбиәтендә, сәнғәтендә тормош күренештәре менән предметтарҙы объектив рәүештә сағылдырыуҙан баш тартҡан, буржуаз мәҙәниәттең сиктән тыш тарҡалыу һәм тәрән көрсөгөн кәүҙәләндереүсе йүнәлеш. Уны предметһыҙ сәнғәт тип тә атайҙар.

Абстракт әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән «образдар» ысынбарлыҡтағы әйберҙәрҙән танымаҫлыҡ рәүештә алыҫ тора. Абстракционистар нәмәләрҙең реаль формаларын боҙоп күрһәтә, картиналарын бер ни ҙә аңлатмай торған һыҙыҡтар, нөктәләр һәм таптар менән тултырып бөтә.

Абстракционизмдың нигеҙен сәнғәтте тормоштан айыра торған субъективизм һәм идеализм тәшкил итә. Абстракционизм кешеләрҙең типик образдарын һәм тормоштағы реаль ваҡиғаларҙы сағылдырыуҙан баш тарта.

Художестволы ижадтың донъяны танып белеүҙәге ролен кире ҡаҡҡан абстракционизм сәнғәте XX быуаттың тәүге ун йыллығында майҙанға сыға, икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң шаҡтай ҙур үҫеш ала. Абстракционистар образлылыҡтан баш тарта, предметһыҙлыҡ культын, формализмды, стихиясылыҡты алға һөрә. Нәфис әҙәбиәттә абстракционизм сәнғәте фәлсәфәһе «яңы роман» (анти роман) яҡлылар ижадында айырыуса асыҡ сағылды. XX быуаттың 80-се йылдарында СССР-ҙың совет сәнғәтендә лә абстракционизм алымдарына мөрәжәғәт итеү күренештәре көсәйҙе. Нәфис әҙәбиәттә абсракционизм күренештәре рус шағиры Велимир Хлебников ижадында сағылыш тапты.


Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965. 5-6-сы биттәр.