25 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
25 май | |
![]() |
25 май — григориан стиле буйынса йылдың 145-се (кәбисә йылында 146-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 220 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
: Африканы азат итеү көнө.
: Таҫтамал көнө.
Төркмәнстан: Ашхабад көнө.
Украина: Киев көнө.
Рәсәй: Филологтар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1918: Чехословак корпусының Совет власына ҡаршы ихтилалы башлана.
- 1931: Өфөлә Башҡортостан коммунистик университеты эшләй башлай.
- 2000: Дәүләт Третьяков галереяһында «XX быуат сәнғәте» исемле даими экспозиция асыла.
- 2011: Өфөлә «Леруа Мерлен» гипермаркеты һатып алыусыларҙы ҡабул итә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зотов Виктор Никифорович (1925—16.07.1996), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Октябрьский һәм Өфө ҡалаларында мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Дан орденының тулы кавалеры.
- Еркеев Нур Төхвәтша улы (1925—2007), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1992 йылдарҙа Бәләбәй районының Баймырҙа урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордены кавалеры. Бәләбәй районының почётлы гражданы (2001).
- Мөхтәров Рифҡәт Ғосман улы (1925—2000), мәҙәниәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—1979 йылдарҙа РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, артабан Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе президиумы рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылынан.
- Рыбалко Иван Игнатьевич (1925—26.04.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Камил Вәлиев (1930—13.06.2016), йырсы, мәҙәниәт эшмәкәре, педагог. 1959—1969 һәм 1978—1991 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1988—1990 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторийҙың баш режиссёры; 1969—1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1973—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1997—2007 йылдарҙа Сибай сәнғәт колледжы директоры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987). Республика йәштәр фестивалдәре (1956, 1959) лауреаты. Салауат Юлаев (2007), Дуҫлыҡ (2011) ордендары кавалеры.
- Юдаев Александр Иванович (1930), инженер-технолог, нефтехимик, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылдан Салауат нефтехимия комбинатының (хәҙер «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1975—1977 йылдарҙа — генераль директоры; 1977—1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Башнефтехимзаводы» производство берекмәһе етәксеһе. РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1979) һәм химия сәнәғәте отличнигы (1967). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974, 1986) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Сызрань районының Рамено ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы (1926—26.01.2003), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).
- Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы (1931), башҡорт яҙыусыһы, драматург, шағир һәм журналист. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты (2011).
- Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы (1961), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы (1927—10.07.2006), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1997 йылдарҙа Братск алюмин заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдуллин Фәнир Хәкимйән улы (1938), «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке мастеры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Волков Николай Иванович (1924—24.10.1983), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы пулемётсыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Зубков Сергей Васильевич (1934—2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1953—1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының «Сталь» колхозы комбайнеры. Ленин (1973) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Преображеновка ауылынан.
- Әхмәров Рәйес Ислам улы (1939), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, хирург. 1967—2008 йылдарҙа Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл участка дауаханаһы мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1810: Пьер Эдмон Буассье, Швейцария ботанигы, сәйәхәтсе, 3600-гә яҡын яңы үҫемлек төрөн тасуирләп һүрәтләүсе.
- 1845: Герман Ларош, Рәсәй империяһының музыка һәм әҙәби тәнҡитсеһе, композитор.
- 1860: Джеймс Кеттелл, АҠШ ғалимы, психолог, дифференциаль психология вәкиле.
- 1931: Георгий Гречко, лётчик-космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1997: Александр Бурзянцев, рәссам. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- 1984: Ғабдулла Әхмәтшин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]