Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Коммунистик университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Коммунистик университеты
Нигеҙләү датаһы май 1931
Административ-территориаль берәмек Башҡорт АССР-ы

Башҡортостан Коммунистик университеты (май 1931 йыл — ғинуар 1933 йыл) — республика райондары өсөн партия һәм совет органдарына кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнгән юғары уҡыу йорто[1]. 1933 йылдың ғинуарында Башҡортостан Юғары Коммунистик Ауыл хужалығы мәктәбенә үҙгәртелә.

Башҡортостан Коммунистик университеты 1931 йылдың май айында ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1931 йылдың 11 мартындағы һәм ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитетының 1931 йылдың 25 майындағы ҡарарҙары нигеҙендә ойошторола.

Башҡорт Коммунистик университеты БАССР райондары өсөн партия һәм совет кадрҙарын әҙерләү менән шөғөлләнә. Юғары уҡыу йортонда өс бүлек эшләй: көндөҙгө, киске һәм ситтәр тороп уҡыу бүлектәре һәм партия активын ҡайтанан әҙерләү буйынса курстар. Университет БАССР-ҙың Мәғәриф буйынса Халыҡ Комиссариаты ҡарамағында була. Уҡыу йорто түбәндәге структура буйынса эшләй: кафедралары булған уҡыу-уҡытыу бүлеге, административ-хужалыҡ бүлеге, секретариат, ревизия комиссияһы, студент ойошмалары.

1931 йылдың майынан 1933 йылдың ғинуарына тиклемге осорҙа Башҡорт Коммунистик университеты республика өсөн 56 юғары квалификациялы белгес әҙерләп сығара.

Тәүге мәлдәрҙә Рәсәй буйынса барлығы 9 ошондай университет эшләй. Улар, нигеҙҙә, эшмәкәрлектәрен дөйөм профилдәге уҡыу йорто булараҡ башлай. Фәнни дисциплиналарҙан тыш халыҡ араһында пропаганда эшен алып бурыу буйынса практик күнекмәләр ҙә бирелә. Әммә ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта уҡыу занятиелары яңы көн талаптарына ла буйһондорола. 20-30-сы йылдарҙа башланған дөйөм коллективлаштырыу компанияһы тап шундайҙарҙан була ла инде. Коммунистик вуздар халыҡ мәғарифы ведомствоһынан (Наркомпростан) алына һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетына туранан-тура буйһондорола[2].

Бындай университеттар иң тәүге сиратта эре ауыл хужалығы төбәктәре үҙәгендә асыла, ә Өфө тап шундайҙар иҫәбендә инә. Студенттарҙы матди йәһәттән тәьмин итеүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә ала: уларға лайыҡлы стипендия түләнә, дөйөм ятаҡтан урын бирелә һәм заманына күрә көнкүрештәрен яйға һалыу мөмкинлеге лә булдырыла. Уҡыу йортон асҡанда тағы ла төбәктең административ һәм мәҙәни үҙәге булған ҡала йәштәргә дөйөм, һөнәри белем алыу һәм рухи талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн дә ҡулай урын булыуы ла иҫәпкә алына[3].

1932 йылдың сентябрендә улар колхоздар, совхоздар, Машина-трактор станциялары (МТС-тар), партияның район комитетарына етәксе кадрҙар әҙерләүсе юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәптәренә әйләндерелә.