Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе
Дәүләт  Совет Рәсәйе
Административ-территориаль берәмек Башҡорт АССР-ы

Башҡортостан Юғары Коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе (Комвуз) — БАССР-ҙың ауыл хужалығына юғары белемле кадрҙар әҙерләгән уҡыу йорто (1933 йылдың ғинуары — 1939 йылдың феврале)[1].

1933 йылдың ғинуарында Башҡортостан Коммунистик университеты ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1932 йылдың 21 сентябрь ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе (БВКСХШ) итеп үҙгәртелә[2]. Яңы барлыҡҡа килгән уҡыу йортоноң төп маҡсаты — республиканың колхоздары, совхоздары, машина-трактор станциялары өсөн, шулай уҡ партия район комитеттары һәм район Советы башҡарма комитеттары, МТС-тарҙың политбүлектәре, эре ауыл хужалығы парткомдары һәм эре ауыл советтары өсөн яҡшы белгестәр әҙерләү. Ошоға бәйле ике бүлексә асыла: 1-се бүлексәлә ике йыл уҡыу мөҙҙәте менән МТС-тар, колхоздар һәм совхоздар өсөн, ә 2-се бүлексәлә өс йыл уҡыу мөҙҙәте менән район партия һәм совет ойошмалары өсөн етәксе кадрҙар әҙерләнергә тейеш була.

Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе туранан-тура ВКП(б) Үҙәк Комитетының ҡарамағында була. Уҡыу йортоноң директорын тик ВКП(б) Үҙәк Комитет ҡына тәғәйенләй һәм эшенән бушата ала.

Ике йыллыҡ бүлексәлә студенттар ялан-баҫыу эштәре (180 студент) һәм малсылыҡ (120 студент) буйынса белем ала; өс йыл уҡығандар тулыһынса партия эше буйынса ғына махсуслаша (200 студент). Уҡыу-производство практикаһын студенттар Дәүләкән районы совхоздарында үтә. Комвузға студентлыҡҡа кандидаттарҙы һайлап алыу өсөн партияның өлкә комитетында мандат комиссияһы булдырыла (рәйесе өлкә комитет секретары). Мандат комиссияһы һайлап алған кандидаттар составы партия өлкө комитетында раҫлана.

Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенең ректоры итеп ВКП(б) Үҙәк Комитетының Ойоштороу бюроһы ҡарары менән Х. А. Мусаев тәғәйенләнә. Ул 1937 йылға тиклем ошо вазифвлв эшләй. 1937—1939 йылдарҙа В. Донковцев ректор була. Әлбиттә, уҡыу-тәрбиә эшендә төп ролде юғары мәктәптең кафедралары үҙ өҫтөнә ала. 1932 йылда уҡыу йортонда биш кафедра булһа, 1934 йылда тағы ла өс кафедра эшләй башлай. Студенттар дөйөм белемдәргә эйә булыуҙан тыш агрономия, малсылыҡ, ауыл хужалығын механизациялау һәм производствоны ойоштороу кеүек махсус фәндәрҙе лә өйрәнә.

Ауыл хужалығы буйынса педагогтар Игенселек наркоматы һәм ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороу буйынса ғилми-тикшеренеү институтынан эшкә саҡырыла. Бынан тыш Мәскәүҙән тупраҡты өйрәнеү буйынса профессор, малсылыҡ һәм агрономия буйынса ике доцент студенттарға белем бирә.

Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе 1933—1938 йылдарҙа 1303 белгес уҡытып сығара.

Был уҡыу йорто ВКП(б)ның Башҡоростан өлкә комитетының 1939 йылдың 2 февралендәге ҡарары нигеҙендә Башҡорт колхоз ауыл хужалығы техникумы итеп үҙгәртелә[3].