Бала
Бала | |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | предподростковый возраст[d] |
---|---|
Продуцируется | H. sapiens[d] |
Һештег | children[1] |
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[2] |
ACM коды (2012) | 10010931 |
Код NCI Thesaurus | C16423 |
Бала Викимилектә |
Бала − балалыҡ осорондағы кеше. Уның сиктәре төрлө культурала төрлөсә аңлатыла. Дөйөм алғанда, кеше тыуғандан алып бәлиғ (енси өлгөрөү)булғансы осор. Ҡыҙ — ҡатын- ҡыҙ енесендәге бала. Малай — ир енесендәге бала.
Балалар медицинаһы Педиатрия тип атала (грек. παιδός «бала» + ἰατρεία «дауалау»[3] .
Башҡорт телендәге «бала» һүҙе башҡа бик күп төрки телдәрҙәге кеүек прото төрки *bāla, боронғо төрки bala һүҙенән алынған.
Санскритта «Бала» — bAla — парень, 5-16 йәшлек малай.
Урыҫ телендәге «ребёнок» һүҙе бор.-урыҫ. робѧ, праслав. *orbę (родит. *orbęte), ҡәрҙәш Ҡалып:Lang-inc «маленький мальчик», бор. грек. ὀρφανός «сирота», лат. orbus «осиротевший», әрм. оrb «сирота», гот. arbja «наследник». Беренсе ижектәге һуҙынҡы «е» өнө «о» урынында булыуын икенсе ижектәге һуҙынҡы өн менән ассимиляцияланыуы менән аңлаталар[4][5].
Тарихи мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала тураһында ғилем беҙҙең эраға тиклем IV быуатта медицинаның атаһы тип йөрөтөлгән Гиппократтың «Бала тәбиғәте тураһында» тигән хеҙмәтенән башлана тип иҫәпләйҙәр. I—II быуаттарҙа балалар тәрбиәләү, улар тураһында хәстәрлек күреү тураһында Цельс, Гален һәм Соран яҙа. Унан һуң 15 быуат буйы Гален менән Соран яҙғанды ҡабатлағандар. Балаларҙың күпләп үлеүе, хәйриә ойошмалары булдырылыуы, ҡайһы бер Европа илдәрендә тәрбиә йорттары, ташлап ҡалдырылған һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балалар өсөн приюттар асылыу XV—XVII быуатта балалар организмы үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра —бала тәрбиәләү һәм уларҙың һаулығын ҡайғыртыу тураһында күп кенә хеҙмәттәр сыға башлай[6].
Рәсәйҙә Пётр I «Никахһыҙ тыуған балаларҙы урынлаштырыу өсөн Мәскәүҙә госпиталдәр төҙөү һәм уларға һәм уларҙы имеҙгән ҡатындарға аҡса бүлеү тураһында» («О строении в Москве госпиталей для помещения незаконнорождённых младенцев и о даче им и их кормилицам денежного жалования») тигән указ сығара. Һуңыраҡ М. В. Ломоносов никахһыҙ тыуған балалр өсөн халыҡ хәйриә йорттары (богадельня) һәм балалар сирҙәре буйынса ҡулланма сығарыу кәрәклеге тураһында «Рәсәй халҡын арттырыу һәм һаҡлап ҡалыу тураһында» («О размножении и сохранении Российского народа») тигән хатында яҙа. Тәүге тәрбиә йорттары (1763 йылда — Мәскәүҙә, 1771 йылда Петербургта) Екатерина II ҡушыуы буйынса И. И. Бецкой тарафынан булдырыла. Бецкой (үҙе лә кенәз И. Ю. Трубецкойҙың никахтан тыш тыуған улы) был йорттарҙың проекттарын эшләй һәм балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса ҡулланма яҙа[6].
Баланың үҫеү осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала — һәр саҡ уҫеүсе һәм үҫешеүсе организм, һәр бер йәшкә бәйле осорҙа уға билдәле морфологик, физиологик һәм психологик үҙенсәлектәр хас[6]. Бала психикаһы үҫешенең түбәндәге осорҙарын айыралар:
- яңы тыуған бала (тыуғандан һуң тәүге дүрт аҙна— 28 көн);
- имсәк балаһы (29-сы көндән алып, 1 йәшкә тиклем)[7];
- ясле йәки кесе мәктәпкәсә осор (1 йәштән 3 йәшкә тиклем)[8];
- мәктәпкәсә осор (3 йәштән 7 йәшкә тиклем)[8];
- кесе мәктәп йәшендәге (7 — 12 йәш)[8];
- үҫмер осоро (13—14 йәштән 17—18 йәшкә тиклем)[8].
Имсәк балаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имсәк балаһы— бер йәшкә тиклемге бала: яңы тыуған бала (тыуғандан алып тәүге 4 аҙна) һәм имсәк балаһы (4 аҙнанан 1 йәшкә тиклем). Имсәк балаһының үҫеше уның артабанғы аҡыл һәм физик үҫешенә хәл иткес йоғонто яһай. Уның организмы тышҡы тәьҫирҙәргә тотороҡһоҙ, төрлө сирҙәргә тиҙ бирешеп бара, шуға күрә уны һәйбәт итеп ҡарарға кәрәк.
Имсәк балаһы тиҙ үҫә, үҙгәрә. Бер айҙан өс айға тиклем бала ай һайын 3 см үҫә; 4—6 айҙа — 2,5 см, 7—9 айҙа— 1,5—2 см, 10—12 айҙа — 1 см үҫә. Т тыуғандан һуң тәүге йылда бала уртаса 1,5 тапҡырға үҫә, буйы 75 см, тән ауырлығы 3 тапҡырға артып, 10 кг етә[7].
Балалар анатомияһы һәм физиологияһы үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имсәк балаларҙың тиреһе бик йомшаҡ, тиҙ йәрәхәтләнеп бара, тир биҙҙәренең сығара торған юлдары үҫешеп бөтмәгән. Беренсе йылда тир сығыу ике тапҡырға күбәйә, ләкин күп осраҡта тир бүленеүе оло кешенеке кеүек бармай, мәҫәлән, һыуығыраҡ булғанда тир нығыраҡ бүленеү лә күҙәтелә. Апокрин тир биҙҙәре эшләмәй. Был осорҙа сәс әкрен үҫә, ул 0,06 мм -ҙан 0,08 мм-ға тиклем ҡалыная.
Был осорҙа тире аҫты күҙәнәкле туҡыма (клетчатка) массаһы ла, май күҙәнәктәре миҡдары ла арта. Имсәк балаларының тире аҫты туҡымаһы массаһы тән ауырлығына ҡарата ололарҙыҡынан күберәк. Тыуған саҡта тире аҫты туҡымаһы майы 35,5 % була, бер йыл эсендә ул 56 % тиклем арта[7].
Имсәк балаларҙың һөйәк туҡымаһында ололарҙыҡына ҡарағанда минераль матдәләр аҙыраҡ. Ололарҙыҡынан ҡалыныраҡ булған һөйәк ярыһы (надкостница) яңы һөйәк туҡымаһын булдырыуҙа ҡатнаша. Яйлап һөйәккә әүерелеү нөктәләре барлыҡҡа килә, һөлдәлә кальций тоҙҙары күбәйә, һөйәк ҡата башлай. Балаға бер йәш тулыуға һөйәктәге кальций уртаса 3,5 тапҡырға арта (28 грамдан 100 грамға тиклем). Умыртҡа һөйәгенең физиологик бөгөлөшө барлыҡҡа килә. Яңы тыуған бала баш һөйәгенең һөйәктәре араһындағы йөйҙәр 3—4-се айға ҡата башлай, артҡы (кесе) лепкә (малый родничок) 4—8-се аҙнаға; алғы (ҙур) лепкә— бер йәш тулыуға ҡата. Күкрәк ситлеге мискә кеүек (ҡабарынҡы), ҡабырғалар горизонталь урынлашҡан. Тәүге тештәр (тешәү теш, һөт теше) 6-8 айлыҡ саҡта сыға башлай, бер йәшлек баланың 8 теше булырға тейеш[7].
Мускулдары бик үҫешмәгән була, тән ауырлығына ҡарата мускулдары оло кешенекенән күпкә әҙерәк. Мускулдар, бигерәк тә бөгә торғандары, юғары көсөргәнешле була(гипертонус, хатта бер аҙ хәрәкәт сикләнеүе лә һиҙелә), ҡулдарҙа 2—2,5 ай ярымға, аяҡтарҙа 3—4 айға бөтә, шулай уҡ бала ғәҙәттәгесә һәр саҡ аяҡ-ҡулды бөкләп тотмай башлай[7].
Баланың бронхылары бик нескә, уларҙың мускулы һәм эластик епсәләре бик аҙ үҫешкән. Үпкәнең эластик туҡымаһы ла ныҡ үҫешмәгән. Беренсе йылда үпкә альвеолалары һаны арта, үпкәнең тын алыу майҙаны 4 тапҡырға, бер минут тын алыуҙың күләме— 635 -тән 2200 см3 хәтле арта. Бала һирәгерәк тын ала башлай. Нормаль үҫешкән имсәк балаһының бер тын алыуына йөрөктең өс тибеше тура килә. 8 айға йөрәк массаһы 2 тапҡырға башлыса миокард ҡалынайыу иҫәбенә 2 тапҡырға арта. Пульс һирәгәйә бара: бер йәштә саҡта минутына 120 тибеш була[7].
Бала физиологияһының ҡайһы бер үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы тыуған һәм йәш балаларҙа кислородҡа ихтыяж, углекислый газ һәм мочевина (һейҙектәге карбамид) бүлеп сығарыу ихтыяжы ололар организмына ҡарағанда ҙурыраҡ. Бала кешенең тын алыуы оло кешенекенән айырыла, үпкәнең лайлалы ҡатламы бик йоҡа, йәрәхәтләнеүсән, тик һығылмалыраҡ, күп ваҡыт лайла бүлендекле, мукоцилиар эшмәкәрлеге яҡшыраҡ (тышҡы тәьҫирҙән яҡшыраҡ һаҡлана) ; йүтәл һәм сөскөрөү нәтижәлерәк, тик уларҙы контролдә тотоу ололар менән сағыштырғанда ауырыраҡ була.
6 айҙан 4 йәшкә тиклемге баланың үҙ буйы һәм тән ауырлығына ҡарата тын алыу йышлығы оло кешенекенән өс тапҡырға , 5 — 11 йәштәге балаларҙыҡы — ике тапҡырға йышыраҡ. Был бала организмы ололарҙыҡына ҡарағанда кислород менән яҡшыраҡ тәьмин ителә тигәнде аңлата, тик шул уҡ ваҡытта бысраҡ һауа һулағанда уға бындай һауа нығыраҡ зыян итә; йәки: оло кеше тәүлегенә үҙ кәүҙәһенең 1 кг-на ҡарата 1 мг ағыулы газдар һәм аэрозоль ваҡ матдәләр (мәҫәлән, туҙан) һеңдерһә , 6 айҙан 4 йәшкәсә бала уға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк һеңдерә, шул уҡ ваҡытта уның зыянлы матдәләрҙе тарҡатыу һәм организмдан сығарыу мөмкинлеге ололарҙыҡына ҡарағанда әҙерәк була.
Кесе мәктәп йәшендәге бала үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе мәктәп йәшендәге бала шәхесенә уның эске позицияһы формалашыу күҙлегенән сығып ҡарарға кәрәк, уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып уның үҙ-үҙен тотоуы (произвольное поведение) — был йәштәге бала психикаһы үҫешенең стратегик маҡсаты тора .
Кесе мәктәп йәшендәге баланың үҙ-үҙен тоторға өйрәнеүе өсөн иң мөһим фактор- уҡыу, унан ҡала — ғаиләләге хеҙмәт. Был баланың ғаиләләге бурыстарына бәйле, сөнки был йәштәге бала өсөн эшмәкәрлек үҙаллы була бара.
— Бала үҙ-үҙен тоторға өйрәнһен өсөн баланың уның алдына оло кеше ҡуйған маҡсаттарға ынтылыуынан тыш, уның үҙаллы шундай маҡсаттар ҡуя белеүе, уларға ярашлы үҙ тәртибен һәм аҡыл эшмәкәрлеген ойоштора һәм контролдә тота белеүе лә мөһим . Маҡсаттың ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мәжбүр итеүсе әһәмиәткә эйә икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Маҡсат эшмәкәрлек башланырҙан алда билдәләнһә һәм эшләнә торған эш бик күп булмаһа ғына үҙенең төп функцияһын үтәй. Эш саманан тыш күп булған хәлдә, бала унан баш тарта.
— Икенсе мөһим хәл уҡыусы балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәте артыуға бәйле. Был осорҙа коллектив бәйләнештәр, йәмәғәт фекере, бер-береңде баһалау, талаптар ҡуйыу кеүегерәк башҡа йәмғиәт тормошона хас феномендар барлыҡҡа килә. Иптәштәр менән аралашыу теләге 4-5-се кластарға көсәйә. Бындай ихтыяжы элек һиҙелмәгән балаларҙа ла ул күҙгә күренеп арта. Һәр бер бала үҙ урынын табырға теләй, уның иптәштәре менән булғыһы һәм улар тарафынан танылыу яулағыһы килә. Был йәштә балалар араһында мөнәсәбәттәр даими булмай, иптәштәре алмашынып тора, бының төбөндә баланың үҙенә яҡын иптәш һәм дуҫ табыу теләге ята.
— Үҙ-үҙеңде тотоу (произвольное поведение) 4-5-се класс уҡыусыларында үҫеп еткән, өлгөргән өлкән кеше тойғоһоноң формалашыуының һәм үҫешенең сығанағы булып тора .
Өлкәнлек (үҫеп етеү, өлгөрөү) төрҙәре:
— социаль һәм мораль яҡтан өлгөрөү- ул ололар менән аралашыуҙа, баланың ғаилә, уның именлеге тураһында ҡайғыртыуында, ата-әсәһенә даими ярҙамлашыуында күренә . Ғәҙәттә, был ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә күҙәтелә, унда бала оло кеше вазифаларын үтәргә мәжбүр була;
— аҡыл йәһәтенән өлөгөрөп етеү- бала нимәнелер ысынлап та белергә һәм эшләй белергә теләй, был уның тирә яҡты танып-белеү эшмәкәрлегенә дәрт биреп тора;
— баланың «ысын ир -егет» һәм «ысын ҡатын-ҡыҙ» сифаттарына тиңләшеүе, был туранан- тура оҡшарға тырышыу һөҙөмтәһе һәм баланың үҙендә көс, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, түҙемлелек, дуҫтарға тоғролоҡ, башҡалар тураһында ҡайғыртыу кеүек өлкән кешегә хас сифаттарҙы булдырырға тырышыуы. Өлкән кеше тойғоһо булыуҙың күрһәткестәре :
— «өлкән кеше» булыу теләге һәм тирә-яҡтағыларҙан үҙенә "өлкән кеше"гә булған мөнәсәбәтте талап итеү ,
— үҙаллылыҡҡа ынтылыу, үҙ тормошоноң ҡайһы бер яҡтарын ололарҙың ҡыҫылыуынан һаҡлаға тырышыу,
— үҙ-үҙен тотоу линияһы, үҙ ҡараштары булыуы һәм уларҙы яҡлау .
Психологтар өлкән кеше хисе барлыҡҡа килеү был осор өсөн яңылыҡ (новообразование) тиҙәр һәм тимәк уның барлыҡҡа килеүе бала үҫешендә яңы осор башланыуы тураһында уйланырға ваҡыт еткәнлеген күрһәтә.
Үҫмер осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баланың енси өлгөрөүе һәм организм үҫешенең юғарыраҡ кимәлгә еткән осоро — өлгөрөп етеү.
Үҫмер — егет йәки ҡыҙҙың балалыҡтан йәшлек осорона күсеү ваҡыты. Хәҙерге фәндә баланың үҫмер осоро ил (йәшәү регионы), мәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрҙән сығып билдәләнә (12—14 йәштән 15—17 йәшкә тиклем).
2011 йылда донъяла бер миллиардтан артыҡ үҫмер булған[9].
Аҡыл үҫеше осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше аҡылы үҫешенең бер нисә осоро бар[10].
-Тыуғандан алып, 2 йәшкә тиклем сенсо-мотор интеллект (һиҙеүгә һәм хәрәкәт координацияһына бәйле, һөйләшә башлағанға тиклемге осор);
−2 −11 йәштәрҙә — айырым операцияларҙы (эштәрҙе) әҙерләү һәм ойоштороу осоро: уны эш башланғансыға тиклемге мәлде күҙаллауға (2 — 7 йәш) һәм айырым операциялар мәленә (7 — 11 йәш) бүләләр) ;
— 11 йәштән 15 йәшкә тиклем формаль эштәр осоро.
Бала тәрбиәләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәрбиәләү — кеше шәхесен формалаштырыу процесы. Тәрбиә процесында бала шәхси тормошҡа, йәмғиәт, производство һәм мәҙәниәт тормошона әҙерләнә. Тәрбиә баланың аҡылы, әхлаҡи һәм физик яҡтан үҫешендә төп ролде уйнай. Тәрбиәнең төп төрҙәре — ғаилә тәрбиәһе (өйҙә) һәм ижтимағи тәрбиә. Ижтимағи тәрбиәгә мәктәп, мәктәпкәсә һәм мәктәптән тыш учреждениелар, балалар һәм йәштәр ойошмалары инә . Тәрбиә процесында балаға махсус ойошторолған ғаилә , йәмғиәттә ойошторолған тәрбиә системаһы, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәттең үҫеш кимәле тәьҫир итә. Тәрбиә уҡытыу менән тығыҙ бәйләнгән, уҡытыу — бик мөһим тәрбиә сараһы. Тәрбиәләү оло һәм кесе быуындар араһында күсәгилешлекте тәьмин итә, белем биреүҙә, һаулыҡ һаҡлау һәм үҫтереүҙә тупланған тәжрибәне, донъяға ҡарашты бер быуындан икенсеһенә тапшырыуға ярҙам итә.[11].
Тәрбиәләү барышында түбәндәге төп саралар ҡулланыла[12]:
— үрнәк күрһәтеү, тәү сиратта тәрбиәсенең тәрбиәләнеүсегә күрһәткән үрнәге;
— бойороҡ, шул иҫәптән талаптар һәм тыйыуҙар ҡулланыу ;
— өгөтләү (ышандырыу, инандырыу, ипкә килтереү);
— өйрәтеү, ғәҙәтләндереү;
— уҡытыу;
Бала тәрбиәләү тураһындағы фән— педагогика — бала тәрбиәләү процесында әһәмиәте булған бөтә факторҙарҙы ла асыҡлай һәм тикшерә[12].
Бала тәрбиәләүҙәге төп йүнәлештәр:
— баланың эшмәкәрлегенә даими йүнәлеш биреү, ләкин был ялҡытҡыс булырға тейеш түгел; башта тик уйын барышында ғына, һуңыраҡ—йорт эштәрен эшләгәндә һәм хеҙмәт эшмәкәрлегендә;
— баланың белем даирәһен арттырыуҙа ярҙам итеү, бала белергә тейешле һәм ул белергә теләгән нәмәләрҙең асылын асып биреп, аңлатырға;
— кәрәкле әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;
— физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе хуплау;
Педагогика фәне баланың йәшенә ҡарап әкренләп уға булған талаптарҙы арттыра барырға тәҡдим итә[13].
Борон заманда бала тәрбиәләүҙе айырым эшмәкәрлек тип һанамағандар. Оло быуындың тәжрибәһе быуында быуынға хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында, шулай уҡ төрлө йолалар башҡарғанда һәм уйындар ойошторғанда тапшырылып барған. Тәрбиәләү тәү сиратта балаларҙың физик үҫешенә йоғонто яһаған, уларҙың хеҙмәткә һәләтен үҫтергән[11].
Балиғ булыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күпселек илдәрҙә бала 18 йәштә балиғ була .
- Фарер утрауҙарында балиғ булыу йәше— 14 йәш (иң түбән йәш).
- Кубала балиғ булыу йәше- 16 йәш
- Рәсәйҙә — 18 йәштә кеше балиғ була.
Бала хоҡуғы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара ҡануниәткә һәм Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы тыуғандан алып, баланың айырылғыһыҙ хоҡуҡтары бар, уларҙы дәүләт һаҡлай : бала, башҡа кешеләр кеүек үк йәшәүгә, үҙенә ҡағылған мәсьәләләр буйынса ҡараштарына хөрмәткә, уларҙы ирекле белдерергә хоҡуҡлы. Уның үҙ ҡараштарына, төрлө формала мәғлүмәт алыу һәм тапшырыуға, төрлө сикләүҙәрҙән (дискриминация) яҡлауға, белемгә, ялға һәм ял ваҡытын үткәреүгә хоҡуғы бар.
Рәсәй ҡануниәте буйынса кеше 18 йәшкә тиклем бала тип иҫәпләнә. Ләкин балиғ булмаһа ла, балаға 14 йәш тулғас паспорт бирелә. Ҡайһы берәүҙәр, кеше ваҡыттан алып, гражданин хоҡуғы ала тиҙәр, ләкин бала тыуғандан алып- Рәсәй гражданины, уның закондар яҡлаған хоҡуҡтары бар. 10 йәш- « ризалыҡ йәше», судта уға ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралғанда, баланың фекерен һорау мотлаҡ (мәҫәлән, ата-әсәһе айырылышҡанда, баланың кем менән ҡалырға теләүен иҫәпкә алыр өсөн).
Балиғ булғансы (18 йәшкәсә) кешенең бөтә юридик хоҡуҡтары ла булмай. Уның өсөн яуаплылыҡ ата-әсәһе, йәки бағымсыһы (опекун) өҫтөндә була.
Күпселек илдәрҙә балиғ булмағандарға иҫерткес эсемлектәр һәм тәмәке һатыу тыйылған. Рәсәй Федерацияһында балиғ булмағандарға спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған[14]
Бынан тыш, балаларҙы зыянлы мәғлүмәттән ҡурсалау тураһында закондар ҡабул ителгән (мәҫәлән, көс ҡулланыуҙы күрһәткән, порнография ,наркотиктар ҡулланыуҙы һәм суицидты (үҙ -үҙеңә ҡул һалыу) пропагандалаған мәғлүмәттән). Рәсәйҙә 2012 йылдың 1 сентябренән бөтә массакүләм мәғлүмәт (СМИ) сығанаҡтары өсөн ҡағиҙәләр булдырған 2012 йылдың 28 июлендә сыҡҡан № 139-ФЗ федераль закон бар.
Һаулыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балаларҙың тыуғандан алып үҫеүе һәм үҫеше, һаулығы һәм уның менән бәйле мәсьәләләр менән медицинаның айырым өлкәһе — педиатрия шөғөлләнә. Педиатрия башҡа медицина өлкәләре кеүек айырым органдарҙы ғына өйрәнмәй, ә бала һаулығында булған бар тайпылышты тикшерә. Бала организмында патологик процестар барышы оло кешенекенән айырыла, ә бала үҫә барған һайын сирҙең барышы үҙгәрә бара. Бынан тыш, педиатрҙар балалар коллективындағы бөтә балалар өсөн дә уңайлы шарттар булдырыуҙы ҡайғыртырға тейеш (ясли, балалар йорто, балалар комбинаты, мәктәп, интернат, стационарҙа).[15].
Балалар һаулығы бик күп факторҙарҙарға бәйле (география, климат, экология, йоғошло сирҙәр таралған район, ауыл хужалығы ресурстары булыуынан, йолаларҙан, ҡайһы бер сирҙәрҙе генда һаҡлау йышлығы, илдең иҡтисади һәм мәҙәни хәле һ.б.)[15]: Педиатрияла профилактика йүнәлеше тәү сиратта сирҙәрҙе булдырмауҙан һәм үҫеп килгән быуындың ғәрипләнеүенә юл ҡуймауҙан ғибәрәт [16]:
- беренсел профилактика (сирҙе булдырмау саралары): иммунизация , һыуҙы хлор йәки фторлау (тештәрҙе һаҡлау), пастеризация (тейешле температураға тиклем йылытып, зарарһыҙландырыу), дератизация (кимереүселәрҙе юҡ итеү), йәрәхәтләнеүҙе булдырмау;
- икенсел профилактика (сирҙең тәүге билдәләрен күреп, саралар күреү, дауалау, мәҫәлән,үҫмерҙәрҙең умыртҡа һөйәгенең кәкрәйеүе);
- өсөнсөл профилактика (табылған сирҙең аҙып китеүенә юл ҡуймау, мәҫәлән, хроник неврология сирҙәре контрактураға (быуындар ҡатып китеү) әйләнеп китмәһен өсөн физиотерапевтик ысулдар менән дауалау).
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
1 год
-
2 года
-
3 года
-
4 года
-
5 лет
-
7 лет
-
8 лет
-
9 лет
-
10 лет
-
11 лет
-
12 лет
-
13 лет
-
14 лет
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ребёнок Викиһүҙлектә | |
Ребёнок Викиөҙөмтәлә | |
Ребёнок Викикитапханала | |
Ребёнок Викимилектә | |
Ребёнок Викияңылыҡтарҙа |
- Физическое развитие
- Халыҡ-ара балалар көнө
- Международный день детского телевидения и радиовещания
- Халыҡ-ара балалар китабы көнө
- Психология родительства
- Дети — жертвы пороков взрослых
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (1) #children - Twitter Search / Twitter
- ↑ https://thenextweb.com/vocabulary/child-2/
- ↑ Советский энциклопедический словарь / Гл. ред. А.М. Прохоров. — 4-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1988. — 1600 с.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 3. — С. 453.
- ↑ Этимологический словарь славянских языков. — М.: Наука, 2005. — Т. 32. — С. 114—115.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 А. В. Мазурин, И. М. Воронцов. Пропедевтика детских болезней. — 1-е изд. — М.: Медицина, 1986. — С. 6—19. — 432 с. — 100 000 экз.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Грудной ребёнок. Медицинская энциклопедия . Дата обращения: 31 июль 2014. Архивировано из оригинала 7 февраль 2017 года.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Ҡалып:Arf
- ↑ Информационный центр ООН в Москве — Пресс-бюллетень 2012 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ Флейвелл Джон Х. Генетическая психология Жана Пиаже. М., 1967. С. 202.
- ↑ 11,0 11,1 Воспитание — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ 12,0 12,1 ВОСПИТАНИЕ - это... Что такое ВОСПИТАНИЕ? (рус.), Словари и энциклопедии на Академике. 21 июль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Семейное воспитание — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ http://www.consultant.ru/document/cons_doc_LAW_8368/d3618b9062472ca3182811e431fa7d71b532e447/ Федеральный закон РФ от 22.11.1995 № 171-ФЗ
- ↑ 15,0 15,1 Педиария (руководство) / Под ред. Р. Е. Бергмана, В. К. Вогана. — Пер. с англ. под ред. Воронцова И. М — 2-е изд. перераб. и доп. — М.: «Медицина», 1991. — Т. 1 (Общие вопросы). — С. 15—26. — 704 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-225-00537-3 0-03 011442-X.
- ↑ Педиария (руководство) / Под ред. Р. Е. Бергмана, В. К. Вогана. — Пер. с англ. под ред. Воронцова И. М — 2-е изд. перераб. и доп. — М.: «Медицина», 1991. — Т. 1 (Общие вопросы). — С. 442—479. — 704 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-225-00537-3 0-03 011442-X.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филипп Арьес. Ребенок и семейная жизнь при Старом порядке. // Открытие детства. — Екатеринбург, 1999.
- Божович Л. И. Личность и её формирование в детском возрасте. — М., 1968.
- Ю. Б. Гиппенрейтер. Общаться с ребенком. Как? — М.: АСТ, Астрель,, 2007. — 240 с. — 30 000 экз. — ISBN 978-5-271-15458-4.
- Ҡалып:Anc Маклаков А. Г. Общая психология: учебное пособие для вузов и слушателей курсов психологических дисциплин. — Издательский дом «Питер», 2012. — 593 с. — ISBN 9785459015799.