Һөлдә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәңгәр кит һөлдәһе
Һыбайлы (кеше) һәм ат һөлдәһе

Скеле́т, һөлдә (бор. грек. σκελετός — киптерелгән) — тере организмдарҙың терәк системаһын үтәүсе биологик система; кеше һәм йәнлектәр тәненең тотоноп тороуын тәьмин иткән һөйәктәр берекмәһе[1]; организмда терәк һәм механик зарарланыуҙарҙан һаҡлау функцияһын үтәй торған ҡаты туҡымалар[2].

Coronacollina acula тип йөрөтөлгән болот һымаҡ һөлдәһе булған иң тәүге организмдар 550—560 миллион йылдар элек Австралияның көньяҡ ярҙарында йәшәгән[3][4]. Боронғо һөлдә әҙерләү ысулы — ҡояшта йәки эҫе ҡомда киптереү[5].

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөлдә өс төргә бүленә: тышҡы һөлдә (экзоскелет), эске (эндоскелет) һәм гидростатик һөлдә.

Экзоскелет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡабырсаҡлы (күпселек иң ябай төҙөлөшлөләр, моллюскалар һәм ҡорттарҙың иң тышҡы тире ҡатламы, быуынтыҡ аяҡлыларҙың хитин ҡатламы) умытҡаһыҙҙар өсөн хас. Был ҡатламда организм күҙәнәктәре юҡ, шул уның үҙенсәлеге. Был ҡатламды шудай уҡ тышҡы һөлдә тип тә әйтәләр.

Эндоскелет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Умыртҡалыларҙың эндоскелеты (йәғни һөлдәһе) мезенхиманан (ҡатнаш сығышлы күҙәнәктәр йыйылмаһы; яралғының тән ҡыуышлыҡтарын тултыра; мезенхима күҙәнәктәре ҡан, һөйәк, тоташтырғыс шыма мускул туҡымаһы күҙәнәктәренә башланғыс бирә[6]) үҫеш алып ҡатлаулы тығыҙ берләшмә барлыҡҡа килтерә. Һөлдәнең айырым һөйәктәре кимерсәктәр менән тоташҡан. ОРганизмдың таяныу-хәрәкәт итеү аппараты һөйәк туҡымыһы йәғни физбоздан (тоташтырғыс туҡыманың ныҡ үҫеш алышы[7]) тора.

Һөлдә һөйәктәре түбәндәгесә бүленә:

  • һөлдә күсәре (умыртҡа, баш һөйәге, күкрәк һөйәге)
  • өҫтәлмә һөйәктәр (аяҡ-ҡул һөйәктәре).

Һөлдә шулай уҡ шартлы рәүештә баш һөйәктәре һәм посткраниаль һөлдәгә (йәғни баш һөйәктәренән башҡа һөйәктәр) бүленә. Шулай уҡ эске һөлдә тип тә әйтәләр.

Һөлдәнең әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөлдә терәк, таяныс, һаҡлау, минераль мәтдәләрҙе запаслау һәм хәрәкәтте тәьмин итеү функцияларын үтәй. Тышҡы һәм эске һөлдәләр була. Эске һөлдәт ҡайһы бер иң ябай төҙөлөшлөләрҙә, моллюскларҙа, умыртҡалы хайуандарҙа була. Тышҡы һөлдә ҡайһы бер иң ябай төҙөлөшлөләрҙә, күпселек моллюскларҙа (ҡусҡарҙарҙа, мидияларҙа, устрицаларҙа), быуынтыҡ аяҡлыларҙа осорай. Үҫемлектәрҙә терәк функцияһын механик туҡыма үтәй.

Умыртҡалылар һөлдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балыҡтарҙың һөлдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балыҡтарҙың кимерсәкле һәм һөйәк умыртҡалырҙан торған умыртҡалығы яҡшы үҫешкән. Умыртҡалырҙың үрге дуғаһы остары тоташып арҡа мейеһе урынлашҡан көпшәне барлыҡҡа килтерә. Ситкә йүнелтелгән түбәнге дуғалар остары ҡабырғалар барлыҡҡа килтерә. Балыҡтарҙың умыртҡалығы кәүҙә һәм ҡойраҡ бүлектәренән тора.

Ер-һыу хайуандарының һөлдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу хайуандарының һөлдәһе һыуҙа һәм ерҙә йәшәү рәүеше менән ҡатмарланған һәм бер умыртҡа һөйәгенән тороусы муйын бүлегенән, ҡабырғалар менән бергә ете умыртҡа һөйәгенән тороусы кәүҙә бүлегенән ғибәрәт. Ҡойроҡло амфибияларҙың ҡойроҡ бүлегендә бер нисә умыртҡаһы була.

Һөйрәлеүселәр һөлдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйрәлеүселәрҙең умыртҡалығы биш бүлектән — муйын, күкрәк, бил, һигеҙгуҙ, ҡойроҡ умыртҡаларынан тора. Муйын бүлегендәге умыртҡа һөйәктәре хәрәкәтсән тоташтырылған. Улар баш хәрәкәтсәнлеген тәьмин итәләр. Был ерҙә йәшәү өсөн мотлаҡ шарт.

Күкрәк һәм бил умыртҡаларына ҡабырғалар беркетелгән. Ҡайһы бер һөрәлеүселәрҙең ҡабырғалары күкрәк һөйәге менән тоташын күкрәк ситлеген барлыҡҡа килтерә. Күкрәк ситлеге эске органдарҙы һаҡлый һәм үпкәләргә һауа килеүен тәьмин итә. Һигеҙгүҙ булеге ике умыртҡа һөйәгенән тора. Һойроҡ бүлегендә умыртҡа һөйәктәре һаны төрлөсә була. Йыландарҙың ҡабырғаларының икенсе осо тоташмаған. Был йыландарға эре табышты йоторға мөмкинлек бирә.

Ҡоштарҙың һөлдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күгерсен миҫалында ҡош скелеты. 1 — баш һөйәге (череп), 2 — умыртҡалыҡтың муйын бүлеге (шейные позвонки), 3 — вилочка 4 — клювовидный отросток, 5 — ҡабырғалар (крючковидные отростки рёбер), 6 — киль, 7 — тубыҡ ҡапҡасы (коленная чашечка), 8 — цевка, 9 — пальцы, 10 — сираҡ һөйәге (большая берцовая кость (тибиотарсус)), 11 — сираҡ ҡушар һөйәге (малая берцовая кость (тибиотарсус)) 12 —саңдыр (бедро), 13 — ултырыш һөйәге (седалищная кость), 14 — лобковая кость, 15 — бағым һөйәге (подвздошная кость), 16 — умыртҡалыҡтың ҡойроҡ бүлеге (хвостовые позвонки) 17 — пигостиль, 18 — һигеҙгүҙ, 19 — ҡалаҡ һөйәк (лопатка), 20 — бил-һигеҙгүҙ бүлеге (поясничные позвонки), 21 —ҡулбаш һөйәге (плечевая кость), 22 — терһәк һөйәге (локтевая кость), 23 — терһәк ҡушар һөйәге (лучевая кость), 24 — беләҙек (запястья), 25 — ҡул суғы (кисть), 26 — бармаҡтар (пальцы), 27 — ҡанат (крылышко).

Ҡоштар умыртҡалығы һөйрәлеүселәрҙеке кеүек биш бүлектән тора. Муйын бүлегендә хәрәкәтсән тоташыусы 9—25 умыртҡа һөйәге була. Ҡушылып үҫкән күкрәк һөйәктәре һәм ҡабырғалар, күкрәк һөйәге менән берләштерелелеп, күкрәк ситлеген барлыҡҡа килтерә.

Ҡоштарҙың күкрәк һөйәгенде айырым үҫенте — киль була. Уға осҡан саҡта әүҙем эшләүсе күкрәк мускулдары беркетелгән. Һуңғы күкрәк һөйәге, бил, һигеҙгүҙ һәм ҡойроҡтоң беренсе умыртҡа һөйәктәре ҡушылып үҫеп, көслө һигеҙгүҙ барлыҡҡа килтерә. Ул артҡы ослоҡтар өсөн терәк булып тора. Ул һөлденең ныҡлығын арттыра. Был осорға яраклашҡан ҡоштар өсөн үтә мөһим шарт булып тора. Ҡоштарҙың һөйәктәре еңел, эссе ҡыуыш була.

Һөтимәрҙәрҙең һөлдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөтимәрҙәрҙең умыртҡалары биш бүлектән — муйын, күкрәк, бил, һигеҙгәҙ һәм ҡойроҡ бүлектәренән тора.

Кеше һөлдәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөлдә (лат. sceleton seu sceletum), йомшак туҡымалар өсөн ҡаты терәк һәм мускулдар ҡыҫҡартыу нәтижәһәндә күсеп йөрөүсө рычаг булып хеҙмәт иткән, һөйәктәрҙән (лат. ossa) тора[8]. Оло кешенең һөлдәһе, төрлө быуындар менән тоташҡан, яҡынса 200 −208 һөйәктән тора. Һөлдәне ике бүлеккә бүлеп ҡарарға була: күсәрле һәм өҫтәмә. Күсәрле һөлдәгә баш һөйәктәре, муйын һәм кәүҙә керә. Өҫтәмә һөлдәгә аяҡ-ҡулдар, ҡулбаш биллеге, янбаш биллеге керә. Оло кешенең күсерле һөлдәһе 80 һөйәктән тора: баш һөйәктәре, умыртҡа бағанаһы, 12 пар ҡабырғалар һәм күкрәк һөйәктәре.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  3. Pittalwala, Iqbal. Oldest Organism With Skeleton Discovered in Australia. Калифорния университеты. Дата обращения: 11 март 2012. Архивировано 11 март 2012 года.published
  4. Палеонтологтар боронғо скелет тапҡан. Lenta.ru. Дата обращения: 11 март 2012. Архивировано 11 март 2012 года.published
  5. Анатомия человека / Привес М. Г., Лысенков Н. К. — 9-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1985. — С. 44-45. — 672 с. — (Учебная литература для студентов медицинских институтов). — 110 000 экз.
  6. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  7. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  8. Р. Д. Синельников. Атлас анатомии человека. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1967. — Т. I. — С. 11—20. — 460 с. — 105 000 экз.