Эстәлеккә күсергә

Хитин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хитин
Хитин: химик формула
Дөйөм үҙенсәлектәре
Систематик исемеПоли-(N-Ацетил-1,4-β-D-Глюкопиранозамин)
Ғәҙәти исемеХитин,
полиацетилглюкозамин
Рациональ формула8H13NO5)n
Физик үҙенсәлектәре
Агрегат хәле (Стандарт шарттарҙа)төҫһөҙ ҡаты матдә
Моляр масса203,1925 ± 0,009 г/моль
Термик үҙенсәлектәре
Классификация
Рег. номер CAS1398-61-4
Рег. номер PubChem6857375
Рег. номер EINECS215-744-3
SMILESN([C@@H]1[C@H](O[C@@H]([C@@H]([C@H]1O)O)CO)*O*[C@@H]1[C@@H](O)[C@H](NC(C)=O)[C@H](O[C@@H]1CO)*O*[C@@H]1[C@@H](O)[C@H](NC(C)=O)[C@H](O[C@@H]1CO)O)C(C)=O

Хитин (C8H13NO5)n (франц. chitine, бор. грек. χιτών: хитон — кейем, тире, тышлыҡ) — азот составлы полисахаридтар төркөмөнә ҡараған биополимер. Үҙ-ара β-(1→4)-гликозид бәйләнеш менән берләшкән N-ацетилглюкозамин ҡалдыҡтарынан тора.

Химик атамалары: поли-N-ацетил-D-глюкозо-2-амин йәки поли-​​(N-​Ацетил-​1,4-​β-​DD-глюкопиранозамин)

Быуынтығаяҡлылар экзоскелетының (кутикулаһының) һәм башҡа байтаҡ ҡына умыртҡаһыҙ хайуандарҙың тышҡы һөлдәһенең төп компоненты составына инә.

Бәшмәктәрҙең, ҡайһы бер бактерияларҙың һәм күкһел-йәшел ылымыҡтарҙың (цианобактерияларҙың) күҙәнәк стенкаларын төҙөүҙә ҡатнаша.

Составы буйынса целлюлозаның аналогы булып тора.[1][2]. Тәбиғәттә таралышы буйынса хитин —биополимерҙар араһында целлюлозанан ҡала икенсе урынды биләй[3].

1821 йылда Нанси ботаника баҡсаһы директоры француз Анри Браконно осраҡлы ғына. бәшмәктәрҙең составындағы көкөрт кислотаһында эремәгән матдәне тап итә.Был матдәгә фунгин тигән атама бирә[4].

Тәүге тапҡыр саф хәлендә хитин тарантулдың һөлдәһенән айырып алына. Был термин 1823 йылда бөжәктәрҙең тышҡы ҡатламын тикшереүсе Француз ғалимы А. Одью тарафынан тәҡдим ителә.

Хитиндың структураһы 1929 йылда Альберт Хофманн.тарафынан асыҡланған.

Тәбиғәттә таралышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хитин . бөжәктәрҙең, мәҫ.бал ҡортоның экзоскелеты составына инә.
Цикаданың нимфа хәленән имаго стадияһына күскәнендә иҫке личинка (ағасҡа беркетелгән) һәм яңы төҫһөҙ хитин экзоскелеты.

Хитин — тәбиғәттә иң таралған полисахаридтарҙың береһе. Ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, йыл һайын Ерҙә тере организмдарҙа барлыҡҡа килгән һәм тарҡалған хитин микдары миллиардтарса тоннаға барып етә. .

  • Бәшмәктәрҙең күҙәнәк стенкаһы составына инә. Уға ныҡлыҡ биреп, терәк һәм һаҡлағыс функцияһын башҡара.
  • Быуытығаяҡлыларҙың экзоскелетында төп компонент булып тора.
  • Шулай уҡ күп кенә башҡа хайуандар организмында ла — төрлө селәүсендәр, эсәк ҡыуышлыларҙа һәм башҡаларҙа барлыҡҡа килергә мөмкин.

Хитинды етештергән, уны ҡулланған барлыҡ организмдарҙа ла ул саф хәлдә осрамай. Ә башҡа полисахаридтар менән комплекс төҙөй. Йыш ҡына аҡһымдар менән ассоциацияланған була.

Төҙөлөшө, физик-химик үҙенсәлектәре һәм биологик әһәмиәте буйынса целлюлозға бик оҡшаш булыуға ҡарамаҫтан, целлюлоза барлыҡҡа килтереүсе организмдарҙа (үҫемлек, ҡайһы бер бактериялар) хитин бөтөнләй ҙә осрамай.

Физик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәте буйынса төҫһөҙ йәки ярым үтә күренмәле ҡаты матдә. Һыуҙа һәм поляр органик эреткестәрҙә (этанол, диэтил эфир, ацетон) эремәй.

Литий хлоридының диметилацетамидта (һыуҙың бөтөнләй булмауы шарт) эретмәһендә, ҡайһы бер тоҙҙарҙың (цинк хлориды, литий тиоцианаты, кальций тоҙҙары) туйындырылған эретмәләрендә һәм ионлы шыйыҡлыҡтарҙа эрей..

Химик үҙсәнлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғи составы һәм үҙенсәлектәре буйынса төрлө организмдарҙың хитины бер аҙ бер-береһенән айырыла.

Ҡуйы концентрирацияды минераль кислоталарҙа ҡыҙҙырғанда (тоҙ йәки көкөрт кислоталары) гидролиз күренеше күҙәтелә. Һөҙөмтәлә хитин N-Ацетилглюкозамин мономерҙарына тарҡала.

Хитинды оҙаҡ итеп ҡуйы концентрациялы һелте эретмәләрендә ҡыҙҙырғанда N-деацетилирование процесы һөҙөмтәһендә хитозан барлыҡҡа килә.

Хитинда β(1→4)- гликозид бәйләнешен тарҡатыусы ферменттар хитиназалар тип атала.

Хитин молекуларының синтезы хитосомаларҙа бара. Был процесс гликозилтрансфераза (КФ 2.4.1.16), йәғни хитинсинтетаза ферменты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Хитинсинтетаза уридиндифосфат-N-ацетил-D-глюкозаминдан (UDPGlcNAc) N-ацетил-D-глюкозамин ҡалдыҡтарын айырып алып, үҫеп барыусы полимер сылбырына күсерә.

Сәнәғәт ысулы менән етештерелә торған хитин сығарылмаларының береһе — хитозан. Уны алыу өсөн сеймал булып ҡыҫала һымаҡтарҙың панциры (криль, камчатка крабы) хеҙмәт итә. Шулай уҡ микробиологик синтез продукттарынан да файҙаланалар.

Һөтимәрҙәрҙең, шул иҫәптән кешенең организмында хитиназа ферменты булмау сәбәпле, уларҙың аш һеңдереү трактында бәшмәктәрҙең һәм бөжәктәрҙең хитины эшкәртелмәй. Әммә эсәк микроорфлораһының ҡайһы бер микроорганизмдары тарафынан эшкәртелеүе һәм үҙләштерелеүе мөмкин[1][5][6].

Шул уҡ ваҡытта, кеше организмында аш һеңдереүҙә ҡатнашмай торған хитотриозидаза ферменты бар. Ул фермент макрофагтар тарафынан етештерелә һәм патоген микроорганизмдарға ҡаршы иммун яуап процесында ҡатнаша. Уларҙың күҙәнәк стенкаһын емерә. Ҡайһы бер аллергия реакцияһы механизында ҡатнашырға мөмкин[7][8][9][10][11].

Атап әйткәндә, был фермент Гоше һәм Ниманна — Пик (тибындағы C) ауырыуҙары табылған осраҡта ҡан плазмаһында табыла. Микромицеттарҙа хитиназа булыуы уларға юғары төҙөлөшлө бәшмәктәрҙең хитиндан торған күҙәнәк стенкалары аша үтеп инергә булышлыҡ итә[12].

  • Хитозаназ
  • Склеротин
  • Муреин
  • Кератита
  1. 1,0 1,1 Хитин // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  2. Хитин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Варламов В. П., Ильина А. В., Шагдарова Б. Ц., Луньков А. П., Мысякина И. С. Хитин/хитозан и его производные: фундаментальные и прикладные аспекты / Институт биоинженерии и Институт микробиологии им. С. Н. Виноградского Федерального исследовательского центра «Фундаментальные основы биотехнологии» РАН // Научная статья в «Успехи биологической химии», т. 60, 2020, с. 317—368. (С. 317).
  4. Life after death for empty shells: Crustacean fisheries create a mountain of waste shells, made of a strong natural polymer, chitin. Now chemists are helping to put this waste to some surprising uses, Stephen Nicol, New Scientist, Issue 1755, February 09, 1991.
  5. Горленко М. В., Кудашева В. А., Смольянинов В. М., Шиманко И. И. Грибы / Грибы как пищевой продукт // Большая медицинская энциклопедия, 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 6.
  6. Роскачество не рекомендует есть грибы детям младше семи лет // Статья от 26.07.2019 г. «Коммерсантъ».
  7. Ингибиторы человеческой хитиназы: «за» и «против» 2020 йыл 25 июль архивланған. // Статья от 30.09.2005 г. Интернет-журнал «Коммерческая биотехнология».
  8. Хитин может стать причиной аллергии // Статья от 24.04.2007 г. CNews.
  9. Короленко Т. А., Черканова М. С. Хитотриозидаза макрофагов человека и хитиназы млекопитающих: биологические функции и нарушения при патологии(недоступная ссылка) // Научная статья в № 11 от 2009 г. Вестника Российской Академии медицинских наук. С. 39-45.
  10. Renkema GH, Boot RG, Au FL, Donker-Koopman WE, Strijland A, Muijsers AO, Hrebicek M, Aerts JM (January 1998). «Chitotriosidase, a chitinase, and the 39-kDa human cartilage glycoprotein, a chitin-binding lectin, are homologues of family 18 glycosyl hydrolases secreted by human macrophages». European Journal of Biochemistry 251 (1–2): 504–9. DOI:10.1046/j.1432-1327.1998.2510504.x. PMID 9492324.
  11. Chitotriosidase // Опубликованные научные статьи про фермент в научных изданиях на сайте «ScienceDirect».
  12. Медицинская токсикология: национальное руководство (Глава 12. Отравление животными и растительными ядами) / Под ред. Е. А. Лужникова // М.: ГЭОТАР-Медиа, 2012—928 с. (С. 775). ISBN 978-5-9704-2226-7.