Мускулдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кеше мускулдары төҙөлөшөнөң боронғо рәсеме
Скелет мускулы төҙөлөшө

Мускулдар (лат. musculus — бәләкәй сысҡан) — кеше һәм йәнлектәр тәненең тығыҙ, һығылмалы мускул туҡымаһынан тороусы, нерв импульстары тәьҫирендә ҡыҫҡарыу һәләтенә эйә. Мускулдарҙың функцияһы — ағзаларҙы тотоп тора, һаҡлай, төрлө тән өлөштәренең үҙ-ара торошон алырға ярҙам итә, кәүҙәне тура тота.

Мускулдың төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр төрлө хәрәкәттәр яһау өсөн кеше организмында, бөтә умыртҡалы хайуандарҙағы кеүек үк, өс төр мускул туҡымаһы була: һөлдә, йөрәк туҡымалары һәм шыма туҡыма. Һәр бер төр туҡымаға үҙгәргән күҙәнәктәрҙең — мускул сүстәренең үҙенең төрө хас. Һөлдә мускулдары арҡыры һыҙатлы мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Уның мускул сүстәре шәлкемдәргә йыйылып тора. Сүстәр эсенән аҡһым епсәләре үтә, шулар арҡаһында мус­кулдар ҡыҫҡарырға, тартылырға һәләтле. Йөрәк мускулы, һөлдә мускулы кеүек үк, арҡыры һыҙатлы мускул сүстәренән тора. Был сүстәр билдәле бер участкаларҙа бергә ҡушылған (үҙ-ара үрелгән) һымаҡ була. Ошо үҙенсәлек арҡаһында йөрәк мускулы тиҙ ҡыҫҡарырға һә­ләтле. Эске ағзаларҙың (ҡан тамырҙарының, эсәктәрҙең, һейҙек ҡыуығының) көптәре шыма мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Был туҡыма сүстәренең ҡыҫҡарыуы яй бара. Һөлдә мускулдары арҡыры һыҙатлы мускул сүстәре шәлкемдәренән тора. Һәр бер мускулға ҡан тамырҙары һәм нервылар килә. Мускулдар тоташтырғыс туҡыманан торған шекәрә менән көпләнгән һәм һөйәктәргә тарамыштар ярҙамында нығытылған. Һеңерҙәр. Мускулдарҙың һөйәк өслөгенә беректереүсе өлөшө. Хайуандарҙың мөһим үҙенсәлеге — уларҙың хәрәкәт итеү һәләте. Күпселек хайуандарҙың хәрәкәте — мускулдар ҡыҫҡарыу нәтижәһе.

Мускулдар һәм терәк-хәрәкәт системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөйәктәр кешенең скелетын төҙөй. Скелеттың әһәмиәте бик ҙур: ул тәндең терәге булып тора, шулай уҡ күп кенә эске органдарҙы зарарланыуҙан һаҡлай. Мәҫәлән, баш һөйәктәре — баш мейеһен, ә арҡа һөйәге арҡа мейеһен (ул арҡа һөйәге эсендә урынлашҡан) һаҡлай. Әгәр мускулдар булмаһа, беҙ хәрәкәтләнә алмаҫ инек. Мускулдар һөйәктәргә береккән. Мускулдар, ҡыҫҡарып һәм йомшарып, һөйәктәрҙе, тимәк, беҙҙең тәнде хәрәкәткә килтерә. Был баш мейе бойороғо менән башҡарыла. Скелет һәм мускулдар терәк-хәрәкәт системаһын барлыҡҡа килтерә. Уның төп роле — организмдың терәген һәм хәрәкәтен тәьмин итеү. Кеше организмын вертикаль торошта күп мускулдар, шул иҫәптән арҡа мускулдары ла, тотоп тора. Кәүҙәне вертикаль торошта тотоп тороу өсөн, турайтыусы мускулдарға бөгөүсе мускулдарҙың көсөнә генә түгел, ә улар менән бергә тәьҫир итеүсе ауырлыҡ көсөнә лә ҡаршы торорға тура килә. Тура арҡа, тигеҙ яурындар, киң күкрәк, юғары күтәрел­гән баш — былар бөтәһе лә һомғол һын һәм, тимәк, матурлыҡ, һаулыҡ һәм эшкә юғары һәләтлелек билдәләре. Һалынып төшкән яурындар, эскә батҡан күкрәк, эске ағзаларҙың, беренсе сиратта, һулыш алыу ағзаларының, йөрәктең, баш мейеһе тамырҙарының эшен ҡыйынлаштыра. Һындың дөрөҫ торошо кешегә тыумыштан бирелмәй, ул уны үҙе булдыра. Һындың торошо бала һәм үҫмер саҡта формалаша, һәм 18 йәштән һуң уның етешһеҙлектәрен бөтө­рөү бик ҡыйын була. Бала ваҡытта һәм үҫмер саҡта, умырт­ҡаларҙағы кимерсәк туҡымаһы һөйәк туҡымаһы менән тулыһынса алмашынғанға тиклем, кәүҙәңде дөрөҫ тотоуға, өҫтәл артында, партала дөрөҫ ултырыуға бигерәк тә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Көн һайын дөрөҫ булмаған позала ултырыусы йәки эшләүсе уҡыусының умыртҡалығы кәкрәйергә мөмкин. Умыртҡалыҡтың кәкрәйеүе эске ағзаларҙың эшмәкәр­леген ҡыйынлаштыра. Йөрөгәндә кәүҙәңде тура тотор кәрәк. Әгәр ауыр әйбер күтәреп барырға тура килһә, ике ҡулға ла тигеҙләп бүлеп тоторға тырышырға. Йомшаҡ карауатта йоҡларға ярамай. Физик хеҙмәт, физкультура, спорт менән шөғөлләнгән кешенең генә мускулдары көслө була. Был малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Мускулдарҙың төп дошманы — хәрәкәтһеҙлек, ә иң яҡшы дуҫы — хәрәкәт.

Төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]