Һулыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кешенең диафрагма (ҡорһаҡ) тибындағы һулышы

Һулыш — кеше, хайуандар, үҫемлектәр һәм бик күп микроорганизмдар диссимиляцияһының төп өлөшө.

Һулыш — ул метаболизмдың, йәғни тере организмда матдәләр һәм энергия алмашыныуының тейешенсә барыуын тәьмин итеүсе физиологик процесс.

Тирә-яҡ мөхиттән кислород (О2) алып, гомеостаз (эске мөхиттең тотороҡлолоғон) тәьмин итә, организмда метаболизм һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән матдәләрҙе (СО2, H2O һ.б.) тышҡы мөхиткә сығара.

Матдәләр алмашыныуының көсөргәнешенә ярашлы кеше үпкә аша уртаса 5 — 18 литрға яҡын углекислый газ(СО2) һәм сәғәтенә 50 г һыу бүлеп сығара. Улар менән 400-гә яҡын башҡа ҡатнашмалар ҙа бүленә.

Тышҡы һулыш тигән төшөнсә аҫтында организм һәм тирә-яҡ мөхит араһында газ алмашыныу күҙҙә тотола. Ул үҙ эсенә кислород йотоу һәм углекислый газ сығарыуҙы, шулай уҡ был газдарҙың һулыш көпшәләре (трахея менән һулаусы бөжәктәр) йәки ҡан әйләнеше аша үтеүен ала.

Күҙәнәк һулышы аҡһымдарҙың күҙәнәк мембраналары аша үтеүен тәьмин итә; шулай уҡ митохондрияларҙа әселәндереү барышын көйләй — был аҙыҡтың химик энергияһын үҙгәртергә булышлыҡ итә.

Тышҡы мөхиттә тән туҡымаһының майҙаны ҙур булған осраҡта газдың күҙәнәктәргә шул туҡыма аша диффузияланып, һулыш алыныуы мөмкин (мәҫәлән, үҫемлектәрҙең япраҡтарында, ҡатмарлы тиреле хайуандарҙа). Тән туҡымаһы сағыштырмаса әҙ майҙанлы булғанда газ ҡан әйләнеше (умыртҡалылар һ.б.) йәки трахеялар (бөжәктәрҙә) аша эшкәртелә.

Үҫемлектәрҙең һулауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә үҫемлектәр көндөҙ углекислый газ йота, кислород бүлеп сығара — был үҫемлектәрҙең һауа аша туҡланыу процесы, һәм ул фотосинтез тип атала. Фотосинтез яҡтыла һәм үҫемлектең йәшел күҙәнәктәрендә (хлоропластары булған) бара. Шул уҡ ваҡытта үҫемлектәр һулай. Һулыш яҡтыла ла, төнгө йоҡо фазаһында ла бара. Фотосинтезға ҡапма-ҡаршы кире процесс булып тора: кислород һулыш ваҡытында йотола, углекислый газ бүленеп сыға. Шулай уҡ үҫемлектең барлыҡ күҙәнәктәре лә һулай. Әммә фотосинтез һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан кислород микдары һулыш өсөн киткән кислородтан күп тапҡыр артығыраҡ.

Үҫемлектәрҙә һәм хайуандарҙа молекуляр кимәлдә һулыш процесының дөйөм принциптары оҡшаш. Әммә үҫемлектәр беркетелгән тормош алып барғанға күрә, уларҙың матдәләр алмашыныуы үҙгәреп торған тышҡы шарттарға даими яраҡлашырға тейеш. Шуға күрә уларҙың күҙәнәк һулышы ҡайһы бер үҙенсәлектәргә эйә (өҫтәмә окисланыу юлдары, альтернатив ферменттар).

Тышҡы мөхит менән газ алмашыу ауыҙса еге, ҡабыҡ ауыҙсалары, ҡабаҡтағы ярыҡтар (ағастарҙа) аша башҡарыла.[1]

Кешенең һулыш алыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өлкән кеше тыныс ваҡытта минутына уртаса 14 һулыш алыу хәрәкәтен башҡара. Шул уҡ ваҡытта һулыш алыу йышлығы һиҙелерлек тирбәлергә мөмкин (минутына 10-дан 18-гә тиклем). Балаларҙа һулыш алыу йышлығы минутына 20-30 тирәһен тәшкил итә. Сабыйҙарҙа — 30-40 тирәһе булһа, яңы тыуған сабыйҙарҙа 40-60 араһында тирбәлә.[2]. Вместе с тем частота дыхания может претерпевать значительные колебания (от 10 до 18 за минуту)[2]

Бер һулыш алғанда үпкәгә 400—500 мл һауа инә. Һауаның был күләме һулыш алыу күләме (дыхательный объём) тип атала. Шундай уҡ күләмдәге һауа һулыш ваҡытында үпкәнән атмосфераға сығарыла. Максималь тәрән һулыш яҡынса 2000 мл тирәһен тәшкил итә. Шулай уҡ максималь һулап сығарған һауа ла яҡынса 2000 мл.[2]

Максималь һулыш сығарғандан һуң үпкәлә яҡынса 1500 мл һауа һаҡлана. Был үпкәнең ҡалдыҡ күләме тип атала. Тыныс ҡына һулыш сығарғандан һуң үпкәлә яҡынса 3000 мл һауа ҡала. Был күләмдәге һауа үпкәнең функциональ ҡалдыҡ ҡеүәте (функциональная остаточная ёмкость) тип атала.

Альвеолалар эсендә һауаның функциональ ҡалдыҡ ҡеүәте арҡаһында кислород менән углекислый газдың сағыштырмаса даими нисбәте һаҡлана. Сөнки үпкәнең функциональ ҡалдыҡ ҡеүәте һулыш алыу күләменә ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк. Альвеолаларға һулыш алыу күләменең тик 2/3 өлөшө генә барып етә. Ул альвеолаларҙы елләтеү күләме тип атала.

Өлкән кешенең (һулыш алыу күләме 0,5 литр һәм минутына 14 һулыш алыу хәрәкәте менән) үпкәһе аша минутына 7 литр һауа үтә. Физик көсөргәнеш хәлендә минутлыҡ тын алыу күләме минутына 120 литрға етергә мөмкин.[3]

Тыныс һулыш алғанда һулыш алыу һәм һулыш сығарыу ваҡыттары нисбәте — 1:1,3

Тын алмайынса кеше ғәҙәттә 5-7 минутҡа тиклем йәшәй ала, шунан һуң аңын юғалта. Һөҙөмтәлә баш мейеһендә кире ҡайтмаҫлыҡ үҙгәрештәр үлемгә килтерә.

Һулыш — организмдың аң менән һәм рефлектор (аңһыҙ) идара ителә алған бик аҙ үҙсәнлектәренең береһе. Йыш һәм өҫтән-мөҫтән тын алғанда нервы үҙәктәренең ҡуҙғыуы көсәйә, ә тәрән һулыш алғанда, киреһенсә, кәмей.

Һулыш алыу төрҙәре: тәрән һәм өҫтән, йыш һәм һирәк, өҫкө, урта (күкрәк менән) һәм түбәнге (ҡорһаҡ менән).

Һулыш алыу хәрәкәттәренең айырым төрҙәренә тамаҡ сиҡылдау һәм көлөү инә.

Һулыш алыу характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Ритмика — һулыш алыу һәм сығарыуҙың билдәле бер интервал аша даими ҡабатланыуы.

— Йышлыҡ — минутына тын алыу һаны (ирҙәрҙә минутына 16-20, ҡатын-ҡыҙҙарҙа минутына 18-22).

— Тәрәнлек — һәр тын алыу хәрәкәтенә тура килгән һауа күләме.

Тышҡы һулыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Схематическое изображение Кешенең һулыш системаһы схемаһы:
1 — трахея; 2 — үпкә венаһы (йөрәккә кислород менән байытылған ҡан алып килә); 3 — үпкә артерияһы (йөрәктән үпкәгә углекислый газға бай ҡанды алып килә); 4 — бронхиола һәм альвеолалар; 5 — үпкә альвеолалары; 6 — плевра; 7 — бронх бүлкәттәре; 8 — сегментар (өсөнсөл) бронх; 9 — долевой бронх; 10 — төп уң бронх; 11 — ҡурылдай

Кешенең һулышы тышҡы һулыш һәм туҡымаларҙа барған күҙәнәк (эске) һулышы процестарынан тора. Тышҡы һулыш алыу функцияһын һулыш алыу системаһы ла, ҡан әйләнеше системаһы ла тәьмин итә.

Танау ҡыуышлығынан атмосфера һауаһы тамаҡ өҫтөнэ, унан һуң ҡурылдай аша көпшә рәүешендәге боғарлаҡҡа (трахеяға) үтә. Артабан боғарлаҡтан уң һәм һул үпкәләргә инеүсе 2 бронхылар буйлап үпкәләрҙәге (бронхыларҙың һәр береһе ағас һымаҡ тармаҡлана һәм һауа үткәреү көпшәләренең диаметры аҡрынлап бәләкәйләнә бара; иң ваҡ бронх көпшәләренең остары эсенә һауа тулған йоҡа көплө үпкә ҡыуыҡсалары шәлкеме менән тамамлана) альвеолаларға барып етә. Альвеолаларҙың бер ҡатлау эпителиаль күҙәнәктәрҙән төҙөлгән көбө ҡуйы капиллярҙар селтәре менән сырмалған.[4]

Һәр үпкәлә 300—350 миллион тирәһе альвеола була, уларҙың дөйөм өҫкө йөҙө 100 квадрат метрҙан ашып китә. Был кәүҙәнең өҫкө йөҙөнән сама менән 50 тапҡырға ҙурыраҡ була.

Һулыш юлдарын үткәндә һауа механик өлөшсәләрҙән, микроорганизмдарҙан таҙартыла, йылына һәм дымлана.

Һулыш алыу бронхиолалары, альвеола үткәүелдәр һәм альвеоляр ҡыуыҡсалары менән бер альвеолалар ағасын тәшкил итә. Ә терминал (ос) бронхиола тармаҡтары — 1-се, 2-се һәм 3-сө тәртип (порядок) һулыш алыу бронхиолалары альвеолалар ағасы менән үпкәнең һулыш алыу паренхимаһының функциональ-анатомик берәмеген — acinus барлыҡҡа килтерә. Acinus (лат. acinus «виноград бунағы») — үпкәнең структур һәм функциональ берәмеге.

Һәр үпкә бүлкәһе төрлө баһалар буйынса 3-5-тән алып 5-50-100 ацинустан ғибәрәт.

Үпкәлә газдар алмашыныу һулыш алыу мускулдары ярҙамында, һулыш хәрәкәттәре аша башҡарыла. Альвеолаларҙа мембрана аша атмосфера һауаһы менән әйләнештәге ҡан араһында газ алмашыу үткәрелә.

Һулыш алыу хәрәкәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һулыш алыу һәм һулап сығарыу бер-береһен ритмик алмаштырып, үпкәләр аша һауаның үтеүен, уларҙа һауа алмашыныуын тәьмин итәләр.

Һулыш алыу менән һулап сығарыуҙың алмашынып тороуы оҙонса мейелә урынлашҡан һулыш алыу үҙәге менән көйләнә.

Һулыш алыу үҙәгендә ритмик рәүештә импульстар тыуып тора. Импульстар нервылар буйлап ҡабырға-ара мускулдарға һәм диафрагмаларға тапшырыла һәм уларҙың ҡыҫҡарыуына килтерә. Мускулдарҙың ҡыҫҡарыуы иҫәбенә ҡабырғалар күтәрелә, диафрагма ҡыҫҡарып яҫы тип әйтерлек хәлгә килә. Һөҙөмтәлә күкрәк ҡыуышлығының күләме арта. Үпкәләр күкрәк ситлегенең хәрәкәте артынан эйәрәләр. Эсендә һауа баҫымы атмосфера һауаһы баҫымынан түбәнерәк булып китә һәм үпкәләр эсенә һауа ағымы йүнәлә. Был һулыш алыу була (инспирация) .

Унан һуң ҡабырға-ара мускулдар һәм диафрагма мускулдары йомшаралар, күкрәк ҡыуышлығының күләме бәләкәйләнә. Үпкәләр ҡыҫыла һәм эсендә һауа баҫымы атмосфераныҡынан юғарыраҡ була башлай һәм һауа тышҡа сығарыла. Был һулап сығарыу була (экспирация).

Шулай итеп, һулыш алыуҙың ике төрө бар:

— күкрәк менән тын алыу (күкрәк киңәйеүе ҡабырғалар күтәрелеү юлы менән башҡарыла),

— ҡорһаҡ менән тын алыу (күкрәк киңәйеүе диафрагма ҡыҫҡарыу юлы менән башҡарыла).

Сағыштырма тынлыҡ хәлендә оло кеше 1 минутта яҡынса 16 һулыш алыу хәрәкәте яһай. Насар елләтелгән бинала йәки көсөргәнешле эш башҡарғанда һулыш алыу хәрәкәттәренең йышлығы 2 тапҡырға һәм унан да күберәккә арта. Был һулыш алыу үҙәге нервы күҙәнәктәренең ҡандағы углекислый газға һиҙгерлеге һөҙөмтәһе булып тора. Ҡанда углекислый газ миҡдары күбәйһә, һулыш алыу үҙәгендә ярһыу көсәйә һәм нервы импульстары нервылар буйлап һулыш алыу мускулдарына тарала, һөҙөмтәлә һулыш алыу хәрәкәттәренең йышлығы һәм тәрәнлеге арта. Шулай итеп, һулыш алыу хәрәкәттәре нервылар ярҙамында һәм гумораль көйләнә.

Шулай итеп, һулыш процесы түбәндәге этаптарҙан тора :

— тышҡы һулыш (һулыш юлдары аша туранан-тура алвеолаларҙы һауа менән тәьмин итеү, вентиляция);

— үпкәләрҙә газ алмашыу (альвеолаларҙа һауа һәм кесе ҡан әйләнеше капиллярҙары араһында газдар алмашыныуы). Тышҡы һулыш һәм туҡымаларҙағы күҙәнәк һулышы араһындағы сик альвеолаларҙың периферия күҙәнәктәренең мембранаһы буйлап үтә;

— йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы аша бөтә периферия ағзаларына һәм туҡымаларына, шул иҫәптән үпкәнең үҙенә кислород алып барыу, шулай уҡ катаболик процестар барышында барлыҡҡа килгән углекислый газды сығарыу алып китеү;

— артериаль ҡан менән туҡыма күҙәнәктәре араһында газ алмашыу;

күҙәнәк (туҡымалар) һулышы— тере организмдар күҙәнәктәрендә барлыҡҡа килгән биохимик реакциялар йыйылмаһы. Уның барышында углеводтар, липидтар һәм аминокислоталар углерод диоксидына окислана һәм аденозин трифосфатының (АТФ) молекулалары биосинтезы өсөн кәрәкле энергия бүленеп сыға. АТФ күҙәнәктә универсаль энергия сығанағы булып тора.

Һулыш рефлекстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Организмдың хәленә ҡарап, мәҫәлән, йоҡлағанда, физик эш эшләгәндә, тән температураһы үҙгәргәндә һулыш алыуҙың йышлығы һәм тәрәнлеге рефлектор рәүештә үҙгәрә. Һулыш алыу рефлекстарының дуғалары оҙонса мейенең һулыш алыу үҙәге аша үтә.

Саң йәки ҡырҡыу еҫле матдәләр танау ҡыуышлығына килеп ингәс, уның лайлалы шекәрәһендә урынлашҡан рецепторҙарҙы ҡуҙғыталар. Һаҡланыу рефлексы — сөскөрөү барлыҡҡа килә.

Сөскөрөү — танау тишектәре аша көслө һәм бик тиҙ рефлектор һулыш сығарыу ул. Сөскөрөү арҡаһында танау ҡыуышлығынан уны ҡуҙғытыусы матдәләр сығарып ташлана. Тымау төшкән саҡта танау ҡыуышлығында йыйылған лайла ла ошондай уҡ реакция тыуҙыра.

Йүткереү ауыҙ аша ҡапыл рефлектор һулап сығарыу ҡурылдайҙы ҡуҙғытҡанда барлыҡҡа килә.

Һулыш туҡтағанда беренсе ярҙам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яһалма һулыш алдырыу. Һыуға батҡан, электр тогы йәки йәшен һуҡҡан, һөрөм газы менән ағыуланған һәм башҡа бәхетһеҙлеккә осраған кешеләргә беренсе ярҙам күрһәткәндә яһалма һулыш алдырталар.

һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәткәндә, бөтәһенән элек, уның һауа үткәреү юлдарынан һәм үпкәләренән һыуҙы мөмкин тиклем тиҙерәк сығарырға тырышырға кәрәк. Бының өсөн ҡотҡарыусы кеше, бер тубығына теҙләнеп, бәләгә осраған кешене, уның башы һәм кәүҙәһенең өҫкө өлөшө аҫҡа һалынып төшөрлөк итеп, үҙенең ботона һала.

Артабан батыусының ауыҙын астыралар һәм арҡаһынан ҡаҡҡылап, һулыш юлдарынан һыуҙы сығаралар. Унан һуң ауырыуҙың муйынын, күкрәк ситлеген һәм ҡорһағын ҡыҫып торған кейемдәрен бушаталар, иҙеүен ысҡындыралар, галстугын, бил ҡайышын сисәләр һәм салҡан ятҡыралар. Ҡалаҡ һөйәктәре аҫтына ниндәй ҙә булһа йомшаҡ төргәк һалырға, башын артҡа саңҡайтырға, ә аҫҡы яңағын алғараҡ сығарырға кәрәк.

Бынан һуң ауырыуҙың ауыҙына йәки танауына ҡулъяулыҡ аша минутына 16 тапҡыр самаһы һауа өрҙөрә башлайҙар. Һәр яһалма һулыш алдыртыуҙан һуң, ауырыуҙың күкрәк ситлеге түбән төшөүен күҙәтеп торорға кәрәк. Һулыш сығарыуҙың дауамлылығы һулыш алдыртыуҙан сама менән ике тапҡырға оҙағыраҡ булырға тейеш.

Әгәр йөрәк типмәһә, был алымды йөрәккә тура булмаған массаж менән бергә ҡулланырға тура килә: үпкәләргә бер тапҡыр һауа өргәндән һуң, тиҙ баҫыу хәрәкәттәре менән дүрт-биш тапҡыр күкрәк һөйәгенең аҫҡы өлөшөнә умыртҡалыҡҡа перпендикуляр йүнәлештә баҫҡылап алалар.

Минутына 70 — 90 тапҡыр баҫҡылау ритмында күкрәк һөйәген өлкәндәрҙә — 4 — 5 см-ға, кесе йәштәге балаларҙа 1,5 — 2 см-ға төшөрәләр.

4 — 5 тапҡыр баҫҡылап алғас, бәләгә тарыусының ауыҙына йәки танауына яңынан һауа өрөргә кәрәк. Әгәр ауырыуҙың күҙ ҡараһы бәләкәйләнеп, тиреһе алһыуланһа, пульсы барлыҡҡа килһә, терелтеү саралары маҡсатҡа иреште тип иҫәпләргә мөмкин. Һыуға батҡан кеше үҙ -аллы һулыш ала башламайынса һәм аңына килмәйенсә тороп, беренсе ярҙам күрһәтеүҙе туҡтатырға ярамай. Бынан һуң уға эҫе сәй эсерергә, одеялға төрөргә һәм больницаға тапшырырға кәрәк.[5]

Тышҡы һулыш патологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы һулыш алыу патологияһының төп формаһы — һулыш алыу етешмәүсәнлеге. Патологик процесс барышына ҡарап киҫкен һәм хроник һулыш алыу етешмәүсәнлеге айырыла.

Бынан тыш, һулыш алыу етешмәүсәнлегенең өс төрө бар: обструктив тип; рестриктив төрө; ҡатнаш тип.

Тышҡы һулыштың төп боҙолоу төрҙәре: альвеолалар гиповентиляцияһы, альвеолалар гипервентиляцияһы, имгәнеү парфюмерияһының боҙолоуы, елләтеү-парфюмерия мөнәсәбәттәрен боҙоу, диффузияның боҙолоуы.

Йыш ҡына һулыш боҙолоуы төрҙәренең ҡушылыуы күҙәтелә.

Альвеолалар гиповентиляцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альвеолалар вентиляцияһының етерлек булмауы менән ҡылыҡһырлана, һөҙөмтәлә ҡанға кислород аҙ инә һәм ғәҙәттә ҡандан углекислый газдан таҙарыныу ҙа етерлек дәрәжәлә булмай. Гиповентилизация ҡандағы кислород миҡдарының (гипоксемия) кәмеүенә һәм ҡандағы (гиперкапния) углекислый газ миҡдарының артыуына килтерә.

Альвеолалар гиповентиляцияһының сәбәптәре: Һулыш юлдарындағы һауа үтеүсәлеге боҙолоу, үпкәнең һулыш алыу өҫлөгөнөң кәмеүе, альвеолаларҙа һауа ҡыуыҡсаларының кирелеүе һәм кире үҙ хәленә ҡайтыуы боҙолоу, күкрәктәге ситлегендәге патологик үҙгәрештәр, һулыш мускулдарының боҙолоуы, тын алыуҙың үҙәктән көйләнеүе боҙолоуы.[6][7]

Һулыш юлдарындағы һауа үтеүсәлеге боҙолоу төрҙәре:[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— ваҡ бронхтарҙың (обструктив бронхит, бронхиаль астма) спазмаһы

— телдең төшөүе;

— трахеяға йәки бронхыға аҙыҡ, ҡоҫҡолоҡ, сит есемтәр эләгеүе;

— яңы тыуған сабыйҙарҙың тын юлдарына лайла, маңҡа тулыуы;

— ҡурылдайҙың шешеүе йәки күбеүе;

— шеш йәки абсцесс һөҙөмтәһендә обтурация (ябылыу) йәки компрессия (ҡыҫылыу).

Һулыш алыу ағзаларының ауырыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һауа аша ауырыу йоғоусы сирҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Микроорганизмдар һәм саң өҫкҡө һулыш алыу юлдарының лайлалы шекәрәһендә тотолоп ҡала. Унан лайла менән бергә сығарып ташлана. Был ваҡытта микроорганизмдарҙың күбеһе йоғошһоҙландырыла.

Һулыш алыу ағзаларына үтеп ингән микроорганизмдар араһында төрлө сир тыуҙырыусылар бар: грипп, туберкулез, ангина, дифтерия һәм ҡайһы бер башҡа ауырыуҙар.

Грипп[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грипп (киҙеү) ауырыуын вирустар тыуҙыра. Улар үтә бәләкәй һәм күҙәнәкле төҙөлөшлө түгел. Грипп вирустары ауырыу кешеләрҙең танауынан бүленеп сыға торған лайлала, уларҙың ҡаҡырығында һәм шайығында була. Сирле кешеләр сөскөргәндә һәм йүткергәндә, инфекция йәшереп ятыусы күҙгә күренмәй торған миллиондарса бик ваҡ тамсылар һауаға эләгә. Әгәр улар сәләмәт кешенең һулыш алыу ағзаларына үтеп инһә, уға грипп йоғоуы мөмкин. Шулай итеп, грипп — тамсылар аша таралыусы инфекция ул.

Грипп бик тиҙ тарала. Шуға күрә грипп менән сирләүсе кешеләргә предприятиеларҙа, учреждениеларҙа эшләргә, уҡыу йорттарына занятиеларға йөрөргә рөхсәт ителмәй. Гриптан өҙлөгөү ҡурҡыныслы.

Грипп менән ауырыусы кешеләр менән аралашҡанда, ауыҙҙы һәм танауҙы дүрт ҡат марлянан тегелгән повязка менән ҡапларға тейеш. Уның аша һауа үтә, ә сир тыуҙырыусы микробтар булған ваҡ тамсылар тотҡарланып ҡала.

Әйләнә-тирәләге кешеләрҙе грипп йоҡтороуҙан һаҡлау өсөн йүткергәндә һәм сөскөргәндә ауыҙҙы һәм танауҙы ҡулъяулыҡ менән ҡапларға кәрәк.

Туберкулез[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туберкулез сирен туберкулез таяҡсаһы (бактерия) тыуҙыра. Йышыраҡ үпкәләрҙе зарарлай. Ул һулана торған һауала, ҡаҡырыҡ тамсыларында, сирле кеше файҙаланған һауыт-һабала, кейем-һалымда, таҫтамалда һәм башҡа предметтарҙа булырға мөмкин.

Туберкулез — тамсылар аша ла, саң аша ла таралыусы инфекция ул. Ҡояш яҡтыһы төшмәй торған дымлы урындарҙа туберкулез тыуҙырыусы микробтар тереклек һәләтлелектәрен оҙаҡ ваҡыттар буйына һаҡлап ҡалалар. Ҡоро, яҡшы яҡтыртылған урындарҙа улар тиҙ үләләр.

Насар санитария шарттарында, даими рәүештә аслы-туҡлы йәшәү элек туберкулездың киң таралыуына төп сәбәп булып тора.

Туберкулезды булдырмау өсөн өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла даими тикшереп торалар. Махсус туберкулез диспансерҙарында һәм санаторийҙарҙа сирле кешеләрҙе түләүһеҙ дауалайҙар.

Һулыш алыу параметрҙарын өйрәнеү өсөн ҡулайламалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Капнография — пациент билдәле бер ваҡытҡа һулап сығарған һауала углекислый газ миҡдарын үлсәү һәм график яҡтан күрһәтеү өсөн ҡулайлама.

Пневмография — билдәле бер ваҡыт арауығында һулыш алыу хәрәкәттәренең йышлығын, амплитудаһын һәм формаһын үлсәү һәм график сағылдырыу өсөн ҡулайлама.

Спирография — тын алыуҙың динамик үҙенсәлектәрен үлсәү һәм график сағылдырыу өсөн ҡулайлама.

Спирометр — үпкәләрҙең тереклек һыйымын үлсәү ҡоролмаһы.

Туҡыма (күҙәнәк) һулышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туҡыма йәки күҙәнәк һулышы — тере организмдар күҙәнәктәрендә барлыҡҡа килгән биохимик реакциялар йыйылмаһы, уның барышында углеводтар, липидтар һәм аминокислоталар углекислый газға һәм һыуға окислана.

Бүленеп сыҡҡан энергия макроэргик берләшмәләрҙең химик бәйләнештәрендә (аденозин трипхосфор кислотаһы молекулаларында һәм башҡа макроэргтарҙа) һаҡлана һәм кәрәк булғанда организм тарафынан ҡулланыла ала. Катаболизм процестары төркөмөнә инә.

Күҙәнәк кимәлендә һулыш алыуҙың ике төп төрө ҡарала: аэроб (кислород окислаусы ҡатнашлығында) һәм анаэробик. Шуның менән бергә кислородты күп күҙәнәкле организмдар күҙәнәктәренә ташыу һәм уларҙан углекислый газ сығарыу физиологик процестар тышҡы һулыш алыу функцияһы булараҡ ҡарала.

Аэроблы һулыш алыу. Кребс циклында АТФ молекулаларының төп өлөшө күҙәнәк һулышының һуңғы стадияһында окисланыусы фосфорилизация ысулы менән: электрон транспорт сылбырында етештерелә. Бында гликолиз, β-окисланыу, Кребс циклы һәм башҡа процестарҙа ҡыҫҡартылған НАД∙Н һәм ФАДН2, окисланыуы күҙәтелә.

Был реакциялар ваҡытында митохондрияларҙың эске мембранаһында (прокариоттарҙа — цитоплазма мембранаһында) локалләштерелгән электрон ташыусылар сылбыры арҡаһында бүленеп сыҡҡан энергия трансмембрана протон потенциалына әүерелә. АТФ-синтазаһы ферменты был градиентты АТФ-ты синтезлау, уның энергияһын химик бәйләнештәр энергияһына әйләндереү өсөн ҡуллана. НАД∙Н молекулаһы был процесс барышында 2,5 АТП молекулаһын, ФАДН2 — 1,5 молекула бирә ала. Аэробтарҙың һулыш алыу сылбырында электрондың һуңғы ҡабул итеүсеһе булып кислород тора.

Анаэробик һулыш алыу — O2 урынына электрондың һуңғы ҡабул итеүсеһе булараҡ һулыш электрон транспорты сылбырын(ЭТЦ) ҡулланып органик булмаған йәки органик тәбиғәттәге органик субстраттар йәки молекуляр водород окисланыуының биохимик процесы.

Аэроблы һулыш алыу осрағындағы кеүек үк, реакция ваҡытында бүленеп сыҡҡан ирекле энергия трансмембрана протон потенциалы рәүешендә һаҡлана һәм ATФ-синтазаһы тарафынан АТФ синтезы өсөн ҡулланыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дыхание // Малая медицинская энциклопедия. — Т. 2. — С. 146. (рус.)
  • Глебовский В. Д., Анохин, Михаил Иванович|Анохин М. И., Коркушко, Олег Васильевич|Коркушко О. В., Лосев Н. И., Миронова Н. С., Немеровский Л. И., Тихонов М. А., Шмелев В. П. Дыхание // Большая медицинская энциклопедия, 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 7.
  • Голубева Е. Л. Дыхательный центр // Большая медицинская энциклопедия, 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


  1. https://intensive-care.ru/wp-content/uploads/2018/05/07.pdf
  2. 2,0 2,1 2,2 Физиология человека. В 3-х т. Т. 2. Пер с англ. / Под ред. Р. Шмидта и Г. Тевса. — М.: Мир, 1996. — 313 с.: ил. — ISBN 5-03-002544-8.
  3. Нормальная физиология человека / под ред. Б. И. Ткаченко. — 2-е изд. — М.: Медицина, 2005. — С. 474. — 928 с. — ISBN 5-225-04240-6.
  4. Анатомия человека / Привес М. Г., Лысенков Н. К.. — 9-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1985. — С. 300—314. — 672 с. — (Учебная литература для студентов медицинских институтов). — 110 000 экз.
  5. Пропедевтика внутренних болезней / В. Х. Василенко. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1989. — С. 93. — 512 с. — (Учебная литература для студентов медицинских институтов). — 100 000 экз. — ISBN 5-225-01540-9.
  6. Клиническая эндокринология. Руководство / Старкова Н. Т. — 3-е изд., перераб. и доп. — СПб: Питер, 2002. — С. 244. — 576 с. — («Спутник Врача»). — 4000 экз. — ISBN 5-272-00314-4.
  7. Симптомы и синдромы в эндокринологии / Под ред. Ю. И. Караченцева. — 1-е изд. — Х.: ООО «С.А.М.», Харьков, 2006. — С. 15—16. — 227 с. — (Справочное пособие). — 1000 экз. — ISBN 978-966-8591-14-3.