Литр
Литр (л, l, L, ℓ) — күләм үлсәү берәмеге. Литр сәғәт, тәүлек кеүек берәмектәр менән бергә Үлсәү системаһы (СИ) берәмеге түгел, шулай ҙа Үлсәү системаһындағы (СИ) башҡа берәмектәр менән ҡулланырға була. Үлсәү системаһындағы (СИ) стандарт күләм үлсәү берәмеге — куб метр (м³).[1]
Литр дәүмәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1 литр 1 кубик дицеметрға тигеҙ: 1 л = 1 дм³.
Был аныҡлау 1964 йылда Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 12-се Генераль конференцияла ҡабул ителә.
Быға тиклем, 1901 йылғы Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә, литр нормаль атмосфера баҫымында (760 мм терекөмөш бағанаһы) һәм температурала 1 кг һыуҙың күләме тип билдәләнә. Шулай итеп, 1,000028 дм³ 1 литр тип ҡабул ителгән.
Һүҙҙең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Литр» һүҙе француз күләм үлсәү берәмеге, 0,831018 литрға тигеҙ булған, «литрон» (фр. litron) һүҙенән килеп сыҡҡан. Ә «литрон» һүҙе грек-латин телендәге «litra» һүҙенән килеп сыҡҡан. Боронғо грек колонияларында, бигерәк тә Сицилияла, литр тип көмөш (һәм уға бәрәбәр ауырлыҡтағы) аҡсаны атағандар.
Тамғалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә литр бәләкәй «л» хәрефе менән билдәләнә[2]. Ошо уҡ тамға Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан һәм Монголияла ҡулланыла. 1990 йылдарға тиклем Болгарияла ҡулланылды (1994 йылда үлсәү берәмектәре латин хәрефтәренә алыштырылһа ла рәсми булмаған рәүештә кирилл хәрефтәре ҡулланыла).
Тәүҙәрәк Халыҡ-ара үлсәү системаһындаСИ литрҙы тамғалау өсөн бәләкәй l хәрефен ҡулланғандар. Был ғалим исеменән барлыҡҡа килгән үлсәү берәмектәрен ҙур хәреф менән яҙырға тигән килешеүгә яраҡлы булған. l бәләкәй латин хәрефен «1» цифраһы менән бутарға мөмкин булған, был буталыш медицина вәкилдәре араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Төрлө илдәрҙең метеролигия ойошмалары литрҙы ҙур хәреф менән (L) яҙыуҙы раҫларҡа тырышып ҡарай. Шул туралы бер тарихи ваҡиға бар.Канаданың Ватерлоо университеты хеҙмәткәре Кеннет Вулнер Клод Эмиль Жан-Батист Литр исемле мифик ғалимды уйлап сығара һәм шул ғалим исеме менән литрҙы ҙур хәреф менән яҙырға ирешеп ҡарай. Мәҡәлә 1978 йылда университеттың «Chem13 News» журналында донъя күрә[3]. Көлкө көнөнә арналған мәҡәләллә француз ғалимы Клод Литрҙың (1716—1778) биографияһы ентекләп яҙыла.
Шаярып яҙылған мәҡәлә булыуға ҡарамаҫтан мәҡәләне Халаҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия союзының (UPAC) «Chemistry International»журналы күсереп яҙа. Киләһе һанында хата тураһында белдереү яһай[4]. Был ваҡиғанан һуң 1979 йылда үлсәмдәр һәм ауырлыҡтар буйынса XVI Генераль ассамблея литр өсөн ике тамға ҡулланыуҙы рәхсәт итә: бәләкәй хәреф l һәм ҙур хәреф L[5]. АҠШ-тың Стандарттар һәм технологиялар буйынса институты литрҙы билдәләү өсөн тик L символын ҡулланырға тәҡдим итә[6], был алым Канада һәм Австрияла киң ҡулланыла.
Башҡа үлсәүҙәр менән сағыштырыу һәм ҡабатлылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Метрик берәмектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә, литрҙың сығарылмалары ҡулланыла — миллилитр (мл, ml), декалитр (дал, dal), шулай уҡ метрик берәмектәр — куб метр һ.б.
Ҡабатлы берәмектәр | Исеме | Символ | Эквивалент күләм | Өлөшлө берәмектәр | Исеме | Символ | Эквивалент күләм | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
100 L | литр | l (ℓ) | L | dm3 | куб дециметр | |||||||
101 L | декалитр (дал) | dal | daL | 101 dm3 | 10 куб дециметр | 10−1 L | децилитр | dl | dL | 102 cm3 | 100 куб сантиметр | |
102 L | гектолитр | hl (ГЛ) | hL | 102 dm3 | 100 куб дециметр | 10−2 L | сантилитр | cl | cL | 101 cm3 | 10 куб сантиметр | |
103 L | килолитр (куб метр) | kl | kL | m3 | куб метр | 10−3 L | миллилитр | ml | mL | cm3 | куб сантиметр | |
106 L | мегалитр | Ml | ML | dam3 | куб декаметр | 10−6 L | микролитр | µl | µL | mm3 | куб миллиметр | |
109 L | гигалитр | Gl | GL | hm3 | куб гектоометр | 10−9 L | нанолитр | nl | nL | 106 µm3 | миллион куб микрометр | |
1012 L | тералитр | Tl | TL | km3 | куб километр | 10−12 L | пиколитр | pl | pL | 103 µm3 | мең куб микрометр | |
1015 L | петалитр | Pl | PL | 103 km3 | мең куб километр | 10−15 L | фемтолитр | fl | fL | µm3 | куб микрометр | |
1018 L | экзалитр | El | EL | 106 km3 | миллион куб километр | 10−18 L | аттолитр | al | aL | 106 nm3 | миллион куб нанометр | |
1021 L | зетталитр | Zl | ZL | Mm3 | куб мегаметр | 10−21 L | зептолитр | zl | zL | 103 nm3 | мең куб нанометр | |
1024 L | йотталитр | Yl | YL | 103 Mm3 | мең куб мегаметр | 10−24 L | йоктолитр | yl | yL | nm3 | куб нанометр |
Метрик булмаған берәмектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Метрик |
Яҡынса ҡиммәте |
Метрик булмаған |
Үлсәү системаһы |
Метрик булмаған |
Метрик эквивалент |
---|---|---|---|---|---|
1 л | ≈ 0.87987699 | кварта | Инглиз | 1 кварта | ≡ 1,1365225 л |
1 л | ≈ 1.056688 | кварта амер. | Америка | 1 кварта амер. | ≡ 0,946352946 л |
1 л | ≈ 1.75975326 | пинта | Инглиз | 1 пинта | ≡ 0,56826125 л |
1 л | ≈ 2.11337641 | пинта амер. | Америка | 1 пинта амер. | ≡ 0,473176473 л |
1 л | ≈ 0.21997 | галлон | Инглиз | 1 галлон | ≡ 4,54609 л |
1 л | ≈ 0,2642 | галлон | Америка | 1 галлон | ≡ 3,785 л |
1 л | ≈ 0.0353146667 | куб фут | 1 куб фут | ≡ 28,316846592 л | |
1 л | ≈ 61.0237441 | куб дюйм | 1 куб дюйм | ≡ 0,01638706 л | |
1 л | ≈ 33.8140 | унция амер. | Америка | 1 унция амер. | ≡ 29,5735295625 мл |
1 л | ≈ 35.1950 | унция | Инглиз | 1 унция | ≡ 28,4130625 мл |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bureau International des Poids et Mesures, 2006, p. 124. («Days» and «hours» are examples of other non-SI units that SI accepts.)
- ↑ Большой Энциклопедический словарь. 2000.
- ↑ Chem13 News, стр.6
- ↑ «Ariadne»(недоступная ссылка) New Scientist, 8 October 1984]
- ↑ Резолюция 6 XVI Генеральной конференции по мерам и весам (1979) (ингл.). Международное бюро мер и весов. Дата обращения: 2013-22-5. Архивировано 24 май 2013 года.
- ↑ Non-SI units accepted for use with the SI by the CIPM — NIST