Эстәлеккә күсергә

Украина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украина
укр. Україна
Украина гербы
Флаг Герб
Гимн: «Ще не вмерла України ні слава, ні воля»
Үҙаллылыҡ датаһы 9 (22) ғинуар 1918 йыл — Украина Халыҡ Республикаһы[1] (Рәсәй республикаһынан)

24 август 1991 йыл (СССР-ҙан)

Рәсми телдәр украин[3][4][5]
Баш ҡала Киев
Эре ҡалалар Киев, Харьков, Одесса, Днепр, Донецк, Запорожье, Львов, Кривой Рог
Идара итеү төрө Президент-Парламент республикаһы
Украина Президенты

Премьер-министр
Верховная рада рәйесе

Владимир Зеленский
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
44
603 700[6] км²
7
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

45 539 100[7] кеше (30)
▼ 75,47 кеше/км²
ЭТП (ҺАМП)
  • Бөтәһе
  • Йән башына

▲ 327,937 млрд.Report for Selected Countries and Subjects  долл.
▲ 7 198 долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

▲ 162,850 млрд. долл.
▲ 3 574 долл.
КПҮИ (2011) ▲ 0,729[8] (юғары) (76 урын)
Этнохороним украиндар
Валюта
Интернет-домен .ua[d][9]
Код ISO UA
ХОК коды UKR
Телефон коды +380[10]
Сәғәт бүлкәте UTC+2

UTC+3 (Йәйге ваҡыт)

Украи́на (укр. Україна [ukrɑˈjinɑ]) — Көнсығыш Европалағы дәүләт. 2001 йылдағы Бөтә Украина халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, илдәге даими йәшәүселәр һаны 48 240 902 кеше[11] һәм булған халыҡ 48 457 102 кеше тәшкил иткән[11]. Украинаның дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 2017 йылдың 1 февралендә илдә — 42 388 691 даими йәшәүсе һәм 42 558 328 иҫәпкә алынған кеше булған[12]. Украина Конституцияһына ярашлы[13] дәүләттең территорияһы — 603 549 км²[14], шул уҡ ваҡытта ил биләмәләренең бер өлөшө ғәмәлдә Украина властары контроленда түгел. Халыҡ һаны буйынса донъяла 32-се, майҙаны яғынан — 44-се (47-се) урында тора. Тотошлайы менән Европала урынлашҡан дәүләттәр араһында Украина иң ҙуры.

Баш ҡалаһы — Киев. Дәүләт теле — украин; урыҫ теле киң таралған[5].

Украина — унитар дәүләт һәм парламент-президент республикаһы. 2019 йылдың 20 майенән Президент — Владимир Александрович Зеленский. Ил 27[15] административ-территориаль берәмеккә бүленгән, уларҙың 24-е — өлкә, 1 — автономиялы республика[15] һәм 2-һе — дәүләт ҡарамағындағы ҡала (Киев, Севастополь[15]).

Төньяҡта Белоруссия, көнбайышта — Польша, Словакия һәм Венгрия, көньяҡ-көнбайышта — Румыния һәм Молдавия, көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта — Рәсәй Федерацияһы менән сиктәш. Көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан ил биләмәләрен Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәре менән йыуыла. Румыния менән дәүләт сиге Ҡара диңгеҙ, Рәсәй менән Азов диңгеҙенән үтә.

Диндарҙарҙың күпселек өлөшө православие динен тота.

Һатып алыу мөмкинлегенә тиңләп иҫәпләгәндә 2012 йылда эске тулайым продукты күләме АҠШ доллары менән 338,33 миллиард (кеше иҫәбенә 7 421 доллар) тәшкил иткән[16]. Шул уҡ йылда номиналь эске тулайым продукт 176,31 миллиард АҠШ доллары (кеше иҫәбенә 3 867 долларо)[16]. Илдең аҡса берәмеге — Украина гривнаһы (UAH), 2015 йылда уртаса валюта курсы — 1 АҠШ долларына 22 гривна.

Украина, күршеләре Рәсәй һәм Беларусь кеүек үк, үҙенең дәүләтселеген урта быуаттарҙағы Киев Русенән башлай. XIII быуатта монгол яуы ваҡытында емерелгәндән һуң, хәҙерге Украина территорияһы сиратлап Алтын Урҙа, Бөйөк Литва кенәзлеге, Польша короллеге, Речь Посполитая, Осман империяһы, Рәсәй империяһы һәм Габсбург монархияһы составына инә. XVII быуатта Үҙәк Украинада Ҡаҙаҡ Гетманлығы барлыҡҡа килә, ләкин ул һуңыраҡ Рәсәй менән Польша араһында бүленә һәм XVIII быуатта тулыһынса Рәсәй империяһы тарафынан ҡушыла.

1917 йылғы революцияларҙан һуң төҙөлгән Украина Халыҡ Республикаһы 1921 йылға тиклем йәшәй һәм дәүләтселекте тергеҙеүҙә мөһим аҙым була. Граждандар һуғышы ваҡытында Киев Ҡыҙыл Армия контроленә күсә, ал 1919 йылда Украина Совет Социалистик Республикаһы иғлан ителә. 1922 йылда ул СССР-ҙы ойоштороусыларҙың берһе була. 1930-сы йылдар башында миллионлаған украин яһалма аслыҡ — Голодомор һөҙөмтәһендә һәләк була. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Украина Германия тарафынан оккупациялана, аяуһыҙ алыштар урынына әүерелә, һөҙөмтәлә 7 миллионлап тыныс кеше, шул иҫәптән еврейҙарҙың күпселеге ғүмерен юғалта. 1945 йылда БМО-ны ойошторғанда УССР һәм БССР уның ағзалары булып китә. 1954 йылда Ҡырым РСФСР-ҙан Украина составына тапшырыла.

1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң Украина үҙ суверенитетын һәм халыҡ-ара танылыуын тергеҙә. Ядро ҡоралынан баш тартыуға алмашҡа 1994 йылғы Будапешт меморандумы буйынса Рәсәй, АҠШ һәм Бөйөк Британия уның бойондороҡһоҙлоғон һәм сиктәрен гарантиялай.

Физик-географик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Украинаның физик картаһы Украины (картала 2014 йылда РФ составына ингән Ҡырым биләмәләре лә күрһәтелгән[15])

Украина Европаның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Көнсығыш Европа тигеҙлеге эсендә урынлашҡан[17]. Дәүләттең бөгөнгө конституцион ҡоролошона ярашлы, уның территорияһы 603 628 км², был Европа биләмәләренең 5,7 процентын һәм Ер шары майҙанының 0,44 процентын тәшкил итә. Тотошлайы менән Европала урынлашҡан илдәр араһында ҙурлығы яғынан беренсе урында тора[К 1]).

Ҡырым ярымутрауы һәм Донецк менән Луганск өлкәләренең айырым райондары өҫтөнән фактик контролде Украина 2014 йылдан юғалта. Ҡырымдың бөтә территорияһын тиерлек ғәмәлдә Рәсәй, ә Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарын үҙаллылыҡ иғлан иткән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары контролдә тота.

  1. ↑ 1992: останній президент УНР передає Кравчуку клейноди (укр.)
  2. ↑ «Дәүләт теле сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында» Закондың 22-се статьяһын ҡарағыҙ
  3. ↑ Рус, румын (молдаван), венгр, ҡырым-татар, болгар һәм гагауз телдәре ҡайһы бер административ берәмектәр территорияһында төбәк телдәре статусына эйә; шулай уҡ ҡайһы бер функциялар инглиз теленә беркетелгән[2]
  4. ↑ Конституция Украины — статья 10.
  5. 1 2 До 10 августа 2012 года согласно Закону Украины «О языках в Украинской ССР» языком межнационального общения на всей территории страны являлся русский язык (ст.4), знание которого требовалось от должностных лиц наряду со знанием украинского (ст.6)
  6. ↑ Украина тарриторияһы
  7. ↑ Державний комітет статистики України: Демографічна ситуація в Україні у січні 2013 року(недоступная ссылка)
  8. ↑ . 2011 Human development Report.
  9. ↑ https://finance.ua/saving/30-rokiv-nezalezhnosti-ukrainy
  10. ↑ Country Calling Codes — Telephone Area Codes For Ukraine
  11. 1 2 Всеукраинская перепись населения-2001
  12. ↑ Чисельність населення (за оцінкою) на 1 лютого 2017 року та середня чисельність у січні 2017 року1 (укр.)
  13. ↑ Включая Автономную Республику Крым и Севастополь, де-факто находящиеся под контролем России (см. присоединение Крыма к Российской Федерации); без них — 576 604 км². Присоединение Крыма к Российской Федерации не признаётся международным сообществом.
  14. ↑ Статистичний збірник «Регіони України» 2012. Частина І (укр.) с. 21.
  15. 1 2 3 4 Данный объект расположен на территории Крымского полуострова, бо́льшая часть которого является объектом территориальных разногласий между Россией, контролирующей спорную территорию, и Украиной. Согласно федеративному устройству России, на спорной территории Крыма располагаются субъекты Российской Федерации — Республика Крым и город федерального значения Севастополь. Согласно административному делению Украины, на спорной территории Крыма располагаются регионы Украины — Автономная Республика Крым и город со специальным статусом Севастополь.
  16. 1 2 Gross domestic product based on purchasing-power-parity (PPP) valuation of country GDP (ингл.). Всемирный банк (The World Bank) (1 июль 2015). — ВВП по ППС. Дата обращения: 4 июль 2015.
  17. ↑ Національний атлас України. Географічний нарис.
  • Украина // Большая советская энциклопедия. — М., 1972. — Т. 10. — С. 539—556.
  • Грушевский Михаил. Иллюстрированная история Украины. — К., 1995.
География
Экономика
Экология
Политика
Медицина
История
Достопримечательности
Культура
Туризм
Связь


  1. ↑ При этом европейская территория России больше территории Украины, общая территория частично находящихся в Европе Турции, Казахстана, Франции (с учётом зависимых территорий) и Дании (с учётом Гренландии) также превышает территорию Украины.
Өҙөмтә хатаһы: "К" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="К"/> тамғаһы табылманы