Аҙау диңгеҙе

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азов диңгеҙе битенән йүнәлтелде)
Аҙау (Азаҡ, Азов) диңгеҙе
Координаты: пропущена долгота
УрынлашыуыУкраинаның көньяҡ-көнсығышы, Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайышы 
Майҙаны37 605 км²
Яр буйы оҙонлоғо1472 км
Иң ҙур тәрәнлек14,4 м
Уртаса тәрәнлек5—13 м
Һыу йыйыу майҙаны586 000 км²
Аҙау (Азаҡ, Азов) диңгеҙе
Аҙау (Азаҡ, Азов) диңгеҙе
 Аҙау диңгеҙе Викимилектә

Аҙау (Азаҡ, Азов) диңгеҙе (рус. Азовское море, укр. Азовське море, бор. грекΜαιῶτις λίμνη, лат. Palus Maeotis, ҡырымтат. Azaq deñizi, грек. Θάλασσα Αζόφ) — Европаның көнсығышындағы эске диңгеҙ. Донъялағы иң һай диңгеҙ, тәрәнлеге 13,5 метрҙан да ашмай. Европаның көнсығышындағы Атлантик океандың ярым ябыҡ диңгеҙе, Украина ярҙарын йыуа[1] һәм Рәсәйгә ҡарай[2], уртаса тәрәнлеге яҡынса 7,4 м (төрлө баһалауҙар буйынса — 6,8 метрҙан 8 метрға саҡлы)[3]. Аҙау диңгеҙе Атлантик океан менән боғаҙҙар һәм диңгеҙҙәрҙең оҙон сылбыры аша тоташа (Керчь боғаҙы — Ҡара диңгеҙ — Босфор боғаҙы — Мәрмәр диңгеҙ — Дарданелл боғаҙы — Эгей диңгеҙе — Урта диңгеҙ — Гибралтар боғаҙы — Атлантик океан).

Борон заманда Аҙау диңгеҙе булмаған, ә Дон Ҡара диңгеҙгә хәҙерге Керчь боғаҙы эргәһендә ҡойған булған. Аҙау диңгеҙенең акваторияһына яҡынса б . э. т. 5600 йылда һыу тулған тип фаразлана. (см. Теория черноморского потопа).

Тамань ярымутрауының төньяҡ ярында боронғо кешенең иртә палеолит торағы, Кермек, табылған.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антик осорҙа Аҙау диңгеҙен гректар Меотий күле (бор. грек Μαιῶτις), римляндар Palus Maeotis («Меотий һаҙлығы»), скифтар Каргалук, меоттар Темеринда («диңгеҙ әсәһе» тигәнде аңлата) тип йөрөткән[4], ғәрәптәр — Бахр аль-Азуф, төрөктәр — Бахр эль-Ассак йәки Бахр-ы Ассак (Ҡара күк диңгеҙ; хәҙерге заманда төр. Azak Denizi) шулай уҡ — Балысыра (Balisira), генуэзлылар һәм венецианлылар — Mare delle Zabacche тип атаған.

Диңгеҙҙең исеме күп тапҡыр үҙгәртелгән (Самакуш, Салакар, Майутис һ. б.). XIII б. башында Саксин диңгеҙе тигән атама раҫлана. Татар-монгол баҫып алыусылары Аҙау диңгеҙенең атамалар коллекцияһын тулыландырған: Балыҡ-денгиз (балыҡлы диңгеҙ) һәм Чабак-денгиз (йәки чебаклы, йәғни — һылалы, ҡорманлы диңгеҙ). Башҡа мәғлүмәт буйынса азак — түбән, уйһыу урынды аңлатҡан төрки сифат, икенсе мәғлүмәт буйынса, азак (төркисә йылға тамағы), һуңынан ул Азау, тора бара, рус телендә әйтелгәнсә, Азов булып киткән. Үрҙә күрһәтелгән атамалар араһында диңгеҙ исеме түбәндәгесә лә булған: Бар-эль-Азов (Ҡара күк йылға); Франк диңгеҙе (франктар тигәндә генуэзлы һәм венецианлыларҙы күҙ уңында тотҡандар); Сурожское (Судакское)[5] диңгеҙ (Сурож тип, моғайын, хәҙерге Мариуполь ҡалаһы аталғандыр[6][7]); Кафф диңгеҙе (Каффа — Ҡырымдағы хәҙерге Феодосия ҡалаһы урынындағы итальян колонияһы); Киммерий диңгеҙе (киммерийлыларҙан); Акдениз (төрөк телендә Аҡ диңгеҙ тигәнде аңлата). Дөрөҫлөккә иң тап килгәне, диңгеҙҙең хәҙерге заман атамаһы Аҙау ҡалаһының исеме менән бәйле.

«Азов» һүҙенең этимологияһы буйынса бик күп фараздар бар: хәҙерге Аҙау ҡалаһы урынында торған ҡәлғәне 1067 йылда яулап алған ҡыпсаҡ кенәзе Азуп (Азуф) исеме менән бәйләйҙәр; үҙ сиратында авестий телендә «шәп» тигәнде аңлатҡан һүҙҙән алынған остар (ассы) ҡәбиләһе атамаһынан алынған имеш тигән фараз да йәшәй; төрөк һүҙе азан — «түбәнге», һәм черкес һүҙе узэв — «тар тамаҡ» тигәндән алынған тиҙәр. Азов ҡалаһының төрөк исеме — Аузак. Б. э. т. I б. уҡ Плиний, үҙенең хеҙмәттәрендә скиф ҡәбиләләрен һанағанда, азов һүҙенә оҡшаған асоки ҡәбиләһен телгә ала. Азов диңгеҙенең хәҙерге исеме рус топонимикаһына XVII б. башында Пимендың йылъяҙмаһы аша килгән. Башта ул диңгеҙҙең бер өлөшөнә генә ҡушылған (хәҙер Таганрог ҡултығы, Таганрог ҡалаһы барлыҡҡа килгәнгә тиклеи был ҡултыҡ Дон Лиманы тип аталған). Фәҡәт XVIII быуаттың икенсе яртыһында ғына «Азовское море» (Аҙау диңгеҙе) атамаһы бөтә һыуһаҡлағысҡа ҡушылған. Диңгеҙ исеме Азовская һәм Приазовская станицаларына, Новоазовск ҡалаһына, Приазовское ҡасабаһына һ. б. тораҡ пункттарына ҡушылған.

Тикшереү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау диңгеҙенең 1833 йылда төҙөлгән гидрографик картаһы.

Аҙау диңгеҙен тикшереү тарихында өс этап айырылып күрһәтелә:

  1. Боронғо (географик) — Геродот заманынан XIX б. башына саҡлы
  2. Геолог-географик — XIX б. — XX быуаттың 40-сы йылдары
  3. Комплекслы — XX б. уртаһы — бөгөн.

Понт Эвксинский һәм Меотиданың беренсе картаһын Клавдий Птолемей төҙөй, ул Аҙау диңгеҙе яр буйындағы ҡалалар, йылғалар тамаҡтары, морондар һәм ҡултыҡтарҙың географик координаталарын билдәләй.

1068 йылда ул саҡта Тмутаракань ҡалаһында хакимлыҡ иткән рус новгород кенәзе Глеб Святославич, боҙ өҫтөнән үткәндә, Керчь һәм Тамань араһын үлсәгән. Тмутаракань ташындағы яҙыуҙан билдәле булыуынса, Тмутаракань менән Керчь (Корчева — Керчтең боронғо исеме) араһы яҡынса 20 км тәшкил иткән(939 йыл эсендә ара 3 километрға артҡан). XII—XIV бб. генуэзлылар һәм венецианлылар Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәренең портоландарын (лоцияларын һәм диңгеҙ карталарын) төҙөй башлағандар.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спутник аша алынған фото (NASA)
Мариуполь ҡалаһы янында Аҙау диңгеҙе
Аҙау диңгеҙенең ҡомло пляжы

Аҙау диңгеҙенең сик нөктәләре төньяҡ киңлегенең 45°12′30″ и 47°17′30″ һәм 33°38′ (Сиваш күле) һәм көнсығыш оҙонлоғо 39°18′ араһында ята. Уның иң ҙур оҙонлоғо 380 км, иң ҙур киңлеге 200 км; яр буйы һыҙаты оҙонлоғо 1472 км; дигеҙ өҫтө майҙаны — 37 800 км²[8] (был майҙанға 107,9 км² майҙанды биләүсе утрауҙар һәм диңгеҙҙә ослайып кергән ҡоро ер йәки ҡомаяҡтар индерелмәгән).

Геоморфологик билдәләр буйынса Аҙау диңгеҙе яҫы диңгеҙ төрөнә ҡарай һәм бейек булмаған яр битләүле һай һыулы һыуһаҡлағыс тип атала[9]. Океандан алыҫ ятыуы менән Аҙау диңгеҙе планетаның иң континенталь диңгеҙе булып тора.

Ҡыш миҙгелендә тулыһынса туңыу мөмкинлеге бар, һәм уның боҙо Керчь боғаҙы аша Ҡара диңгеҙгә сығарыла[10][11]. Ҡағиҙә булараҡ, боҙ менән ҡапланыу ғинуар айына хас, әммә һыуыҡ йылдарҙа хатта бер ай алдан боҙ менән ҡапланыу осраҡтары була.

Батиметрия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙҙең һыу аҫты рельефы сағыштырмаса ябай. Ярҙан алыҫлашҡан һайын тәрәнлек яйлап һәм һалмаҡлап тәрәнәйә барып, диңгеҙҙең үҙәгендә 13 метрға етә. Диңгеҙ төбөнөң төп майҙаны 5—13 м тәрәнлектә. Диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә иң тәрән ерҙәре. Симметриклыҡҡа яҡын изобаталарҙың урынлашыуы уларҙың Таганрог ҡултығына табан төньяҡ-көнсығышҡа ҙур булмаған һуҙылыуы арҡаһында боҙола. 5 м изобата Таганрог ҡултығы эргәһендәге ярҙан яҡынса 2 километрҙа урынлашҡан Дон тамағы янында, ҡултыҡтың үҙендә. Таганрог ҡултығында тәрәнлек Дон тамағынан (2—3 м) диңгеҙҙең асыҡ өлөшө йүнәлешендә ҙурая бара, ҡултыҡтың диңгеҙ менән сигендә 8—9 метрға етә. Аҙау диңгеҙе төбөнөң рельефында көнсығыш (Железинская банкаһы) һәм көнбайыш (Морская һәм Арабатская банкалары) яр буйҙарында һуҙылған һыу аҫты ҡалҡыулыҡтары системалары билдәләнә, улар өҫтөндәге тәрәнлектәр 8—9 метрҙан 3—5 метрға тиклем кәмей. Төньяҡ яр буйының һыу аҫты яр ипкененә 6—7 м тәрәнлектәге киң һай майҙандар (20—30 км), көньяҡ яр буйына — 11—13 м тәрәнлектәге текә һыу аҫты һөҙәклеге хас. Аҙау диңгеҙе бассейнының һыу йыйыу майҙаны 586 000 км² тәшкил итә.

Диңгеҙ ярҙары башлыса яҫы пляждарҙан һәм күпселеген ваҡ ҡабырсаҡтарҙан тора, тик көньяҡ ярҙарында ғына урыны менән текә алдынғы тауҙарға күскән вулкандарҙан барлыҡҡа килгән ҡлҡыулыҡтар осрай.

Диңгеҙ ағымдары унда иҫкән бик көслө төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш елдәре йоғонтоһона эләгә һәм шуның өсөн йыш ҡына йүнәлешен үҙгәртә. Аҙау диңгеҙе ярҙарындағы сәғәт уҡтарына ҡаршы түңәрәк буйлап әйләнмәле ағым төп ағым булып тора.

Температура режимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау диңгеҙенең температура режимы, тәрән булмаған һыу ятҡылыҡтарына хас булған миҙгел үҙгәреше менән ҡылыҡһырлана. Ҡыш көнө (ғинуар — февраль) минималь температура билдәләнә, уның күрһәткестәре туңыу температураһына яҡын. Фәҡәт диңгеҙҙең көньяҡ өлөшөндә, Керчь боғаҙында, һыу өҫтөндәге температура ыңғай. Һыу температураһының йыллыҡ амплитудаһы 27,5…28,5 °С тәшкил иткән.

Йәй көнө бөтә диңгеҙ өҫтөндә тиерлек яҡшы уҡ бер төрлө температура +24…+26 °С урынлаша. Уның максималь күрһәткестәре һыу өҫтө ҡатламында июлдә (+28,0…+28,5 °С) билдәләнә. Иң юғары температура (+32,5 °С) Приморско-Ахтарск районында күҙәтелә. Күп йыллыҡ һыу өҫтөндәге уртаса йыллыҡ температура 11 °С-ҡа тигеҙ, ә уның йыл араһындағы тирбәлеше — 1 °С тирәһе.

Температура үҙгәрештәренең вертикаль буйынса тәрәнлеге ғәҙәттә ҙур түгел. Ҡыш диңгеҙ төбө ҡатламдарында температура яҡынса 1,7 °С. Был Аҙау һыуының максималь тығыҙлығына ярашлы температура. Яҙын һәм йәйен (март — август) һыу температураһы һыу өҫтөнән төбөнә саҡлы яҡынса 1 °С кәмей. Йәйен диңгеҙҙең асыҡ өлөшөндә һыуҙың өҫкө ҡатламында температура яҡынса +24…+26 °С, ә төбөндә — яҡынса +20…+22 °С тәшкил итә. Температураның бындай бүленеше фәҡәт тәүге ҙур булмаған дауылға саҡлы ғына һаҡлана[12].

Аҙау диңгеҙенең яр буйы гидрометеостанцияларында һыу температураһының күп йыллыҡ уртаса айлыҡ күрһәткестәре[13]
Пункт Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь
Таганрог 0,1 0,1 1,2 9,6 18,1 22,4 24,8 23,6 18,4 11,1 4,6 0,9
Мариуполь 0,1 0,0 1,1 8,4 17,3 22,0 24,5 23,6 19,1 12,4 6,1 1,5
Бердянск 0,0 0,0 1,3 8,4 17,0 22,3 24,6 23,7 19,0 12,5 6,4 1,7
Ейск 0,2 0,2 1,7 9,5 17,6 22,4 24,9 23,7 18,6 11,9 5,5 1,7
Должанская 0,2 0,1 2,0 9,6 17,2 22,0 24,4 23,4 18,6 11,9 5,5 1,7
Геническ 0,2 0,2 2,3 9,5 17,2 21,9 23,5 23,5 19,2 12,7 6,9 2,0
Приморск-Ахтарск 0,3 0,6 3,1 11,1 18,1 22,5 23,4 23,4 18,5 11,9 5,9 1,7
Мысовое 1,1 0,7 2,3 7,7 15,5 21,1 24,1 24,1 20,2 14,4 9,1 3,9
Опасное 1,9 1,0 2,5 8,0 15,3 21,1 24,1 24,1 20,1 14,3 9,0 4,6
Темрюк 1,1 1,2 3,5 10,2 17,1 22,3 24,2 24,2 19,6 13,5 7,8 3,2

Тоҙлолоғо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау диңгеҙенең гидрохимик үҙенсәлектәре тәү сиратта йылға һыуҙарының мул ағымы (һыу күләме 12 %) һәм Ҡара диңгеҙ менән һыу алмашыуҙың ауырлашҡанлығы йоғонтоһонда формалаша.

Донды тәртипкә һалғансы диңгеҙ тоҙлолоғо океандың уртаса тоҙлолғонан өс тапҡырға кәмерәк. Һыу өҫтөндә уның күләме Дон тамағында 1 промиллдән диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә 10,5 промиллгә һәм Керчь боғаҙы янында 11,5 промиллгә саҡлы үҙгәргән. Цимлянск гидроузелын булдырғандан һуң, диңгеҙ тоҙлолоғо күтәрелә башлаған. 1977 йылға диңгеҙҙең уртаса тоҙлолоғо 13,8 промиллегә, ә Таганрог боғаҙында — 11,2 промиллегә саҡлы артҡан. Диңгеҙҙең күберәк акваторияһында һыу 14—14,5 ‰-ҡа саҡлы тоҙлоланған. Сағыштырмаса юғары еүешлек осоронда (1979—1982 йылдар) тоҙлолоҡтоң 10,9 ‰ тиклем шәп кәмеүе билдәләнгән, әммә 2000 йылға уҡ уның ҙурлығы яңынан үҫкән һәм 11 ‰ кимәлендә нығынған[14]. Тоҙлолоҡ күрһәткестәренең уртаса миҙгел тирбәлеүе 1-2 промиллегә һирәк етә.

Аҙау диңгеҙенең төньяҡ өлөшөндә һыуҙа тоҙ аҙ. Шул сәбәп менән диңгеҙ еңел туңа, һәм шуның өсөн ледоколдар барлыҡҡа килгәнсегә тиклем ул декабрҙән середины апрель уртаһына тиклем суднолар йөрөрлөк булмаған. Диңгеҙҙең көньяҡ өлөшө туңмай һәм уртаса температура һаҡлана.

XX быуат дауамында Аҙау диңгеҙенә ҡойған бөтә эреле-ваҡлы йылғалар, һыуһаҡлағыстар булдырыу өсөн плотиналар менән быуылған була. Был диңгеҙгә сөсө һыу ағыуының һәм ләмдең күсеүенең байтаҡҡа кәмеүенә килтергән.

Диңгеҙҙең асыҡ өлөшөндәге һыуҙың ион составы океандың тоҙло составынан сағыштырмаса хлор һәм натрий иондарының ярлылығы һәм ҡоро ер һыуҙарының өҫтөнлөклө компоненттарына — кальцийға, карбонат һәм сульфаттарға эйә булыуы менән айырыла[15].

Океандағыға һәм башҡа күп диңгеҙҙәрҙәгегә ҡарағанда 3 тапҡырға аҙыраҡ тоҙло булғанлыҡтан, Аҙау диңгеҙе һыуҙары (Балтиҡ диңгеҙенеке кеүек) ғәҙәти булмаған ситуацияларҙа, сөсө һыу булмаған саҡта, ғәмәлдә ваҡытлыса һыуһын ҡатырыуға яраҡлы.

Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге һәм төҫө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау дигеҙенең үтә күренеүсәнлеге түбән кимәлдә. Ул төрлө райондарҙа һәм йылдың төрлө миҙгелендә 0,5 метрҙан алып 8 метрға саҡлы тирбәлә. Болғансыҡ йылға һыуҙары күп ҡушылғанлыҡтан, диңгеҙ тулҡынланғанда диңгеҙ төбөндәге ләмдең тиҙ болғаныуы һәм аҙау һыуында байтаҡ планктон ҡатламдары уның тоноҡ булыуын билдәләй. Таганрог боғаҙында (0,5—0,9 м, һирәк осраҡта 2 м) иң аҙ үтә күренмәүсәнлек күҙәтелә. Бында һыуҙың төҫө йәшел һарынан көрән һарыға тиклем үҙгәрә. Диңгеҙҙең көнсығыш һәм көнбайыш райондарында үтә күренеүсәнлек байтаҡҡа юғары — уртаса 1,5—2 м, әммә 3—4 метрға ла етеүе мөмкин. Аҙау диңгеҙенең үҙәк районында ҙур тәрәнлек һәм ҡара диңгеҙ һыуҙарының тәьҫире арҡаһында үтә күренеүсәнлек 1,5—2,5 метрҙан 8 метрға саҡлы күрһәткескә эйә. Бында һыу йәшел зәңгәр төҫтә. Йәйен үтә күренеүсәнлек бөтә ерҙә лә тиерлек арта, әммә диңгеҙҙең ҡайһы бер участкаларында, һыуҙың юғары ҡатламдарында үтә ваҡ үҫемлек һәм тере организмдарҙың ҡотороноп үҫеүе арҡаһында, ул нулгә саҡлы төшә, һәм һыу асыҡ йәшел төҫкә инә. Был күренеш диңгеҙҙең «сәскә атыуы» тип атала[16].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фитопланктон һәм бентос үҫешкән. Фитопланктон (%-ҙа): диатомовый — 55, перидиниевый − 41,2 һәм күк йәшел ылымыҡтарҙан — 2,2 тора. Бентостың биомассаһында моллюскалар өҫтөнлөклө урын биләй. Уларҙың кальций карбонаты хәлендә килеп еткән һөлдә ҡалдыҡтары хәҙерге диңгеҙ төбө ҡатламын һәм аккумулятив һыу өҫтө есемдәрен формалаштырыуҙа байтаҡ сағыштырма ауырлыҡҡа эйә.

Хәҙерге ваҡытта Аҙау диңгеҙенең ихтиофаунаһы 76 төркөмгә ҡараған 103 төр һәм төрсә балыҡтан тора, һәм улар үтә йөрөмлө, ярым үтә йөрөмлө, диңгеҙ һәм сөсө һыуҙа йәшәүсе төрҙәрҙән тора.

Үтә йөрөмлө балыҡ төрҙәре енси өлгөрөүҙәре еткәнсе, туйғансы диңгеҙҙә йөҙә, ә йылғаға ыуылдырыҡ сәсергә генә килә. Йылғаларҙа һәм һыубаҫар урындарҙа һыубаҫар урындарҙа үрсеү ғәҙәттә 1—2 айҙан артмай. Аҙау диңгеҙенең йөрөмлө балыҡтары араһында бик ҡиммәтле ҡырпа балыҡ, уҡбаш йәки уҡморон, сельдь, йоҡа ҡорман,бикре, бестер һәм шабай балыҡ йәки майбалыҡ кеүек промысла төрҙәре бар.

Ярым үтә йөрөмлө балыҡ төрҙәре үрсеү маҡсатында диңгеҙҙән йылғаға инә. Әммә улар, үтә йөрөмлө балыҡтар менән сағыштырғанда, йылғаларҙа күберәк ваҡытҡа ҡалыуҙары мөмкин. Йәш балыҡтар иһә ыуылдырыҡ сәселгән урындарынан бик әкрен күсәләр һәм йыш ҡына йылғаларҙа ҡышларға ҡалалар. Ярым үтә йөрөмлө балыҡ төрҙәренә относятся массовые виды, такие как һыла, ҡорман, диңгеҙ сабағы йәки тарансай, промыслала әһәмиәте ҙур булмаған балыҡ һ. б.

Башҡа төрлө диңгеҙ төрҙәре тоҙло һыуҙарҙа үрсейҙәр һәм туйғансы йөҙәләр. Улар араһында Аҙау диңгеҙендә даими йәшәгән төрҙәрҙе айырыр кәрәк — пеленгас, ҡара диңгеҙ калканы, камбала-глосса, диңгеҙ балығы, перкарина, өс энәле сәнскеле, оҙон моронло энә балыҡ һәм үгеҙ балыҡтарҙың бөтә төрҙәре. Һәм, ахырҙа, Аҙау диңгеҙенә Ҡара диңгеҙҙән инеүсе, шул иҫәптән даими күсеп йөрөүсе, диңгеҙ балыҡтарының ҙур төркөмө: аҙау ҡамсаһы, ваҡ диңгеҙ балығы һәм ҡара диңгеҙ ҡамсаһы, ҡара диңгеҙ сельде, барабуля, сингиль, осло моронло балыҡ, лобан, ҡара диңгеҙ калканы, ставрида, скумбрия һ. б.

Сөсө һыуҙа йәшәү се төрҙәр ғәҙәттә һыу ятҡылығының бер районында даими йәшәй һәм башҡа ҙур миграциялар яһамай. Был төрҙәр ғәҙәттә диңгеҙҙең сөсөләнгән акваторияларында йәшәй. Бында түбәнлдәге балыҡтар уҡбалыҡ йәки сөгә, көмөш табан балыҡ, суртан, опто, аҡ сабаҡ йәки бәшкәләй һ.б.

Аҙау диңгеҙенә йәшәүсе һөтимәрҙәрҙең бер төрө — диңгеҙ сусҡаһы (башҡа атамалары — ҡара диңгеҙ сусҡаһы, аҙау дельфины, пыхтун, чушка). Диңгеҙ сусҡаһы көтөү эсендә йәшәй. Төркөм составына икенән алып унға саҡлы берәмек инә. Популяцияның һаны һәр ваҡыт ҙур булмаған, хәҙерге мәғлүмәттәр юҡ. Азовка — кит ғаиләһе төркөмөнән иң ваҡ хайуан. Ә урындағы аҙау-ҡара диңгеҙ популяцияһы башҡа ареал дельфиндарынан вағыраҡ. Инә диңгеҙ сусҡалары аталарынан ҙурыраҡ: 90—150 см. Аталарының иң ҙурының размеры 167 сантиметрға, а синәләренеке — 180 сантиметрға еткән. Азовкаларҙыъ уртаса ауырлығы 30,2 кг тәшкил итә. Ғүмер оҙонлоғо — 25—30 йәш.

Үҫемлек һәм тере организмдар һаны буйынса Аҙау диңгеҙенә донъяла тиңдәр юҡ. Майҙандың бер берәмегенә балыҡ һаны буйынса, Аҙау диңгеҙе 6,5 тапҡырға Каспий диңгеҙенән, Ҡара диңгеҙҙән — 40 тапҡырға һәм Урта диңгеҙҙән 160 тапҡырға ҙурыраҡ.

Аҙау диңгеҙенең географик объекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генический боғаҙынан башлап урынлашыу тәртибе буйынса сәғәт уғы хәрәкәте йүнәлешендә иң ҙур йәки айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған географик объекттар һанап кителгән.

Ҡултыҡтар һәм лимандар:

  • Украина территорияһында:
    • төньяҡ-көнбайышта: Утлюкский лиманы, Молочный лиманы , Обиточный ҡултығы, Бердянский ҡултығы;
    • көнбайышта: Сиваш ҡултығы.
  • Рәсәй территорияһында:
    • төньяҡ-көесығышта: Таганрог ҡултығы, Миусский лиманы, Ейский лиманы;
    • көнсығышта: Ясенский ҡултығы, Бейсугский лиманы, Ахтарский лиманы;
    • көньяҡ-көнсығышта: Темрюкский ҡултығы.
  • Ҡырымда:
    • көнбайышта: Сиваш ҡултығы.
    • көньяҡ-көнбайышта: Казантипский ҡултығы, Арабатский ҡултығы;
Долгая ҡомаяғының (диңгеҙҙә ослайып кергән ҡоро ер) сиге

Ҡомаяҡтар, морондар (диңгеҙгә инеп торған ер), ҙур утрауҙар:

  • Украина территорияһында:
    • төньяҡ-көнбайышта: Федотова ҡомаяғы һәм Бирючий утрауы ҡомаяғы (Утлюкский лиманы), Обиточная ҡомаяғы (Обиточный ҡултығы), Бердянская ҡомаяғы (Бердянский ҡултығы);
    • төньяҡ-көнсығышта: Белосарайская ҡомаяғы, Кривая ҡомаяғы;
  • Рәсәй территорияһында:
    • төньяҡ-көнсығышта: Беглицкая ҡомаяғы, Петрушина ҡомаяғы, Таганий Рог (Таганрогский) мороно;
    • көнсығышта: Чумбурский мороно, Глафировская ҡомаяғы, Долгая ҡомаяғы, Камышеватская ҡомаяғы, Ясенская ҡомаяғы (Бейсугский лиманы), Ачуевская ҡомаяғы (Ахтарский лиманы), Ейская ҡомаяғы, Сазальникская ҡомаяғы;
    • көньяҡ-көнсығышта: Ачуевский мороно һәм Каменный мороно (Темрюкский ҡултығы);
    • Керчь боғаҙында: Чушка ҡомаяғы, Тузлинская ҡомаяғы,;
  • Ҡырымда:
    • Керчь боғаҙында: Тузлинская ҡомаяғы, Тузла утрауы;
    • көньяҡ-көнбайышта: Хрони мороно, Зюк мороно, Чаганы мороно һәм Казантип мороно;
    • көнбайышта: Арабатская Стрелка ҡомаяғы.

Диңгеҙгә ҡойоусы йылғалар:

  • Украина территорияһында:
    • төньяҡ-көнбайышта: Малый Утлюк, Молочная йылғаһы, Корсак йылғаһы, Лозоватка йылғаһы, Обиточная йылғаһы, Берда йылғаһы, Кальмиус йылғаһы, Грузский Еланчик;
  • Рәсәй территорияһында:
    • төньяҡ-көнсығышта: Мокрый Еланчик, Миус йылғаһы, Самбек йылғаһы, Дон, Кагальник (Аҙау диңгеҙенә ҡойоусы йылға), Мокрая Чубурка, Ея йылғаһы;
    • көньяҡ-көнсығышта: Протока (Кубань тармағы), Кубань йылғаһы.

Диңгеҙ яры буйындағы административ берәмектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генический боғаҙынан башлап урынлашыу тәртибендә һаналалар:

  • Украина
    • Херсон өлкәһе
      • Генический районы[17]
    • Запорожский өлкәһе
      • Акимовский районы
      • Мелитополь районы (Молочный лиманы түбәһе)
      • Приазовский районы
      • Приморский районы (Запорожский өлкәһе)
      • Бердянский районы
    • Донецкий өлкәһе
      • Мангушский районы
      • Мариуполь ҡала советы
        • Мариуполдең Приморский районы
        • Мариуполдең Левобережный районы
      • Волновахский районы
      • Новоазовский районы (факт. ДНР)
  • Рәсәй
    • Ростовский өлкәһе
      • Ростовский өлкәһенең Неклиновский районы
      • Ростовский өлкәһенең Азовский районы
      • Таганрог ҡала округы
    • Краснодар крайы
      • Краснодар крайының Щербиновский районы
      • Краснодар крайының Ейский районы
      • Краснодар крайының Приморск-Ахтарский районы
      • Краснодар крайының Каневской районы (Бейсугский лиманына сыға)
      • Славянский районы (Краснодар крайы)
      • Краснодар крайының Темрюкский районы
  • Ҡырым Автономиялы Республикаһы Ҡырым Республикаһы
    • Керчь ҡала округы (Керчь ҡала советы)
    • Ленин районы (Ҡырым)

Юридический статус[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙҙең халыҡ-ара статусы бер төркөм хоҡуҡи сығанаҡтар менән билдәләнә, шуларҙан иң актуале — Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында Аҙау диңгеҙен һәм Керчь боғаҙын файҙаланыу буйынса хеҙмәттәшлек килешеүе (2004 йылда ике яҡлы ратификацияланған). Был документта Аҙау диңгеҙе Рәсәй һәм Украинаның эске һыуҙары категорияһына индерелгән[18].

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау диңгеҙе XIX быуатта Рәсәй өсөн, бер яҡтан, балығы күплектән, икенсе яҡтан — диңгеҙ аша даими үҫә барған тауар әйләнеше менән бигерәк мөһим булған. Аҙау диңгеҙе гавандарына 1866—1871 йылдарҙа йыл әйләнәһенә дөйөм ауырлығы 362 951 тонна булған йөк тейәгән 2662 карап ингән. Шуның яртыһынан күберәге Таганрогҡа, Бердянскиға 558-е, Керчкә 296-һы, Мариуполгә 263-ө тура килә. Диңгеҙгә 6807 яр кәмәһе килгән, 6832 кәмә киткән. Был осорҙа Аҙау диңгеҙенең рус сауҙа флоты дөйөм тоннажы 40 658 булған 1210 караптан торған.

Аҙау диңгеҙендә тимер юл транспорты магистралдәрен төҙөү менән бәйле сауҙа әүҙем үҫешкән:

  • Таганрог ике тимер юл аша (Харьковта һәм Воронежда) Рәсәй империяһының башҡа өлөштәре менән бәйләнгән;
  • Калачтан Царицынға тимер юл (хәҙер — Волгоград) — Дон һәм Волга араһында тура бәйләнеш өлгәшелгән;
  • Бердянскиҙан Чаплино станцияһына тимер юл тармағы төҙөлгән (1899).

Дондың дельтаһынан өҫтә урынлашҡан Дондағы Ростовтан тыш, караптар туҡтай торған гавандар — Таганрог, Мариуполь һәм Бердянск булған.

Аҙау диңгеҙе бассейнындағы йөк ағымы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мариуполь һәм Поти порттары араһында мәғдән-күмер линияһында йөҙөү атҡарыла. Мариуполдән Кавказ аръяғы илдәре ихтыяжын тәьмин итеү маҡсатында донецк күмере, ә кире йүнәлештә «Азовсталь» комбинатына чиатур марганецы ташыла. Донецк күмере шулай уҡ Дунай, Ильичевск, Херсон һәм Николаев порттарына килтерелә; кире йүнәлештә марганец һәм тимер рудаһы Херсондан һәм Николаевтан Мариуполгә килтерелә. Оҙаҡ ваҡыт Камыш-Бурун (Керчь районы) һәм Мариуполь араһында металлургия агломератын ташыу маҡсатында даими линия эшләгән. Был линияла донъя практикаһында тәүге тапҡыр судноларҙа +600 температуралы агломерат йөрөтөү үҙләштерелгән. Бөртөклө һәм май бирә торған культураларҙы күсереү ойошторола. Аҙау диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ менгән сағыштырғанда, һайыраҡ булғанлыҡтан, ҡайһы бер Яҡын Көнсығыш (Ливан, Ливия) һәм Төньяҡ Африка илдәре талабына ярашлы, унда батыу кимәле ҙур булмаған суднолар ғына хеҙмәтләндерелә ала[19].

Нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм нефть табыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Хөкүмәте берлектәге предоставило «Роснефть» һәм ЛУКОЙЛ — «„Приазовнефть“ нефть компанияһы» ЯСЙ предприятиеһына — федераль әһәмиәтендәге углеводород сеймалын эҙләү һәм табыу маҡсатында Аҙау диңгеҙенең Темрюк ҡултығында урынлашҡан «Новое» участкаһындағы ятҡылыҡты файҙаланыу хоҡуғын биргән, 2013 й. 18 апрелендә тейешле ҡарарға ҡул ҡуйылған[20].

2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ятҡылыҡтан геологик һәм сығарылған тейешенсә нефть запастары 1,339 млн тонна һәм 0,67 млн тонна (С1 категорияһы буйынса) һәм 3,429 млн тонна һәм 1,715 млн тонна (С2 категорияһы буйынса) тәшкил иткән[21].

Экологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау диңгеҙе диңгеҙ буйында урынлашҡан Мариуполь («Азовсталь» ААЙ-е, йәғни тулы цикллы металлургия предприятиеһы), Таганрог һәм башҡа сәнәғәт ҡалалары предприятиелары ҡалдыҡтары менән ныҡ бысранған.

  • Суднолар йөрөүҙең артыуы диңгеҙҙең бысраныуына, хатта экологик бәлә-ҡазаларға килтерә. 2007 йылда рәсәйҙең «Кавказ» порты районындағы Керчь боғаҙында ноябрҙәге көслө дауыл арҡаһында 4 судно — сухогруздар «Вольногорск», «Нахичевань», «Ковель», «Хажи Измаил» (Грузия флагы аҫтында, судно хужаһы һәм команда - төрөктәр) бата. 6 судно якорҙарынан ысҡына һәм һай урынға эләгә, 2 танкер зыян күрә («Волгонефть-123» һәм «Волгонефть-139»). Диңгеҙгә 1300 тоннаға яҡын мазут һәм 6800 тонна тирәһе көкөрт эләгә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Аҙау диңгеҙенең украина ярының бер өлөшө үҙен-үҙе иғлан иткән Донецк Халыҡ Республикаһына
  2. Азовское море заметно мелеет. 2012 йыл 8 март архивланған.
  3. Добровольский А. Д., Залогин Б. С. Моря СССР. М., 1982. C. 191
  4. Сергеев И. В. Тайна географических названий. — Москва: Детская литература, 1963. — 237 с.
  5. Большая Советская Энциклопедия, том 25. — Третье издание. В 30 т.. — Москва: Советская Энциклопедия, 1969–1978. — С. 91.
  6. Тизенгаузен В. Г. Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. Том I. Извлечения из сочинений Арабских. — СПб., 1884. — Санктъ-Петербургъ, 1884. — С. 303.
  7. исторический словарь. Сурожское Море. Gufo.me. 2015 Gufo.me (2015).
  8. Природа Азовского моря. 2012 йыл 8 март архивланған.
  9. (Страхов, 1963)
  10. Основные факторы, определяющие ледовый режим Азовского моря, esimo.oceanography.ru
  11. Азовское море покрылось льдом толщиной 5-10 см, Известия. Ру
  12. Азовское море и его охрана // Мариуполь и его окрестности: взгляд из XXI века — Мариуполь: Рената, 2008. СС. 332—334
  13. Гидрометеорология и гидрохимия морей СССР. Т. V. Азовское море. СПб: Гидрометиздат, 1991. С.56
  14. Азовское море и его охрана // Мариуполь и его окрестности: взгляд из XXI века — Мариуполь: Рената, 2008. СС. 332
  15. Гидрометеорология и гидрохимия морей СССР. Т. V. Азовское море. СПб.: Гидрометиздат, 1991. С. 110
  16. В. И. Борисов, Е. И. Капитонов. Азовское море. ККИ, 1973
  17. берега Сиваша не описываются ввиду отсутствия судоходного значения
  18. Договор между Российской Федерацией и Украиной о сотрудничестве в использовании Азовского моря и Керченского пролива 2013 йыл 9 декабрь архивланған. (копия)
  19. Вопросы контроля судоходства в Керченском проливе.
  20. Собств. корр. СП «Роснефти» и «ЛУКОЙЛа» получило право на добычу на Новом месторождении 2013 йыл 29 апрель архивланған. // www.oilcapital.ru. — 2013. — 26 апр.
  21. Собств. корр. Роснедра выдали СП Роснефти и ЛУКОЙЛа лицензию на месторождение в Азовском море(недоступная ссылка) // taganrogtv.ru. — 2013. — 14 мая.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Азовское море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Незнамов П. А. Карта Азовского моря 1699 года // Труды Гос. ист. музея. — 1941. — Вып. 14. — С. 73-81, репр. карты.
  • Велокурова Н. И. Гидрометеорологическая характеристика Азовского моря / Н. И. Велокурова, Д. К. Старов. — Москва-Ленинград: Гидрометеоиздат, 1947. — 116 с.
  • Тушин Ю. П. Русское мореплавание на Азовском, Каспийском и Черном морях (XVII век) / Ю. П. Тушин; Авт. предисл. В. В. Мавродин; Худож. Д. Станкевич; Ленинградский ордена Ленина государственный университет имени А.А. Жданова. — М.: Наука (Глав. редакция восточной лит-ры), 1978. — 184 с. — 10 000 экз. (обл.)
  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0.
  • Бродяной А. В. Названия Азовского моря. — Врадиевка: Издательство Коваленко А. Г., 2008. — 48 с. — ISBN 978-966-2035-01-8.
  • Дирипаско О.А. и др. Рыбы Азовского моря. — Бердянск, 2011.
  • Яновский Э. Г. Рыбы Азовского моря. — Бердянск, 2001.
  • Анистратенко В.В. и др. Моллюски Азовского моря. — Киев: Наукова Думка, 2011.
  • Матишов Г. Г. и др. Закономерности экосистемных процессов в Азовском море. – 2006..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Моря Атлантического океана