Дондағы Ростов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Дондағы Ростов
Ростов-на-Дону
Rostov-on-Don Collage.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Ҡала округы

Дондағы Ростов ҡала округы

Координаталар

47°14′26″ с. ш. 39°42′38″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

8 райондан тора:

  • Ворошилов районы,
  • Тимер юл районы,
  • Киров районы,
  • Ленин районы,
  • Октябрь районы,
  • Беренсе май районы,
  • Пролетарий районы,
  • Совет районы.
Башлыҡ

Зинаида Неярохина

Нигеҙләнгән

1749

Майҙаны

348,5[1] км²

Бейеклеге

50 м

Халҡы

1 109 835 кеше (2014)

Тығыҙлығы

3184.61 кеше/км²

Агломерация

2,7[2] млн кеше (2013)

Конфессиональ составы

христандар, мосолмандар

Телефон коды

+7 863

Почта индексы

344000—344999

Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 401

ОКТМО коды

60 701 000 001

Рәсми сайт

rostov-gorod.ru

Ҡала көнө 2017 йылда

17.09.17

Бүләктәр

Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
«Хәрби даны калаһы»

Официаль булмаған атамалары

Рәсәйҙең көньяҡ башкалаһы[3],
Ростов-атаһы[4], Кавказ ҡапҡасы, РнД, Рост-Анджелес[5][6]

Дондағы Ростов (Рәсәй)
Дондағы Ростов
Дондағы Ростов
Дондағы Ростов (Ростов өлкәһе)
Дондағы Ростов

Дондағы Ростов (рус. Ростов-на-Дону) — Ростов өлкәһе һәм Рәсәй Көньяҡ федераль округы (рус.)баш.ның административ үҙәге. Ҡала Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығышында, Азов диңгеҙенә ҡушылған ерҙән 46 км юғарыраҡ, Дон йылғаһы ярында урынлашҡан. Мәскәүгә тиклем алыҫлыҡ — 1076 км.

Халыҡ һаны — 1 109 835 кеше (2014), халҡы буйынса Рәсәй ҡалалары араһында унынсы урынды биләй. Көньяҡ федераль округ ҡалалары араһында 1-се урында тора (Дондағы Ростов, Волгоград, Краснодар, Әстерхан, Сочи).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дондағы Ростовтың барлыҡҡа килгән ваҡыты 1749 йыл тип һанала, батшабикә Елизавета Петровна (рус.)баш.ның 1749 йылдың 15 декабрендәге грамотаһы тарафынан нигеҙ һалына. Бынан һуң бында порт барлыҡҡа килә, ә 1761 йылда — хәрби Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе төҙөлә башлай. Ҡулайлы географик урыны Ростовтың иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай. Ҡаланың 100-йыллығында бында 15 мең кеше, ә инде XX быуатта 110 меңдән артыҡ кеше һанала[7].

Ростовтың иҡтисади үҫешенең нигеҙе — сауҙагәрлек булған. Шулай ҙа, XX быуат башында Ростовта йөҙҙән артыҡ предприятие һаналған. 1917 йылға тиклем Ростов тышҡы сауҙала тауар һатыу кимәле буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләп торған. 1930 йылдар аҙағында халыҡ һаны һәм иҡтисади үҫеше буйынса Советтар Союзыныңиң эре ун ҡалалаһы иҫәбенә ингән.

Дондағы-Ростовта 9 май

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немец ғәсҡәрҙәре Ростовты ике тапҡыр яулап алған: 1941 йылдың көҙөндә һәм 1942 йылдың йәйендә. Беренсе тапҡыр немец ғәсҡәрҙәре ҡаланы 1941 йылдың 17 ноябрендә баҫып алған[8], бер аҙнанан, 28 ноябрҙә, маршал С. К. Тимошенко командованиеһындағы совет ғәсҡәрҙәре ҡаланы азат иткән.

9 май Парады

1942 йылдың 24 июлендә Ростовҡа вермахтың 17-се армияһы ингән. Оккупация осоронда нацистар тарафынан 40 меңдән ашыу кеше язаланған, 53 мең Ростов халҡы көс менән Германияға ҡоллоҡҡа оҙатылған[9]. 1943 йылдың 14 февралендә Дондағы-Ростов немец ғәсҡәрҙәренән азат ителгән[10]. Һуғыш ҡалаға ҙур зыян килтергән, 270 завод һәм фабриканың алтауһы ғына һаҡланып ҡалған. Театр биналары, институт, мәктәп һәм дауаханалар шартлатылған һәм яндырылған.

1970 йылда Дондағы Ростов СССР Юғары Советы Указына ярашлы Ленин ордены менән бүләкләнгән, 1982 йылда СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Бөйөк Ватан Һуғышының 63-сө йыллығы алдынан Ростовҡа «Ғәсҡәри Дан ҡалаһы»[11] тигән почетлы атама бирелгән.

Бөгөнгө Ростов — Рәсәйҙең иң эре мегаполистарының береһе, көньяҡ илдең сәйәсәти, иҡтисади, мәҙәни һәм фәнни үҙәге, мөһим транспорт магистраль узелы.

Власть органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дондағы Ростов — халыҡ һаны буйынса Рәсәй ҡалалары араһында 10-сы, Көньяҡ Федераль округы һәм Ростов өлкәһе буйынса — 1-се урынды биләй.

Дондағы Ростовта 2014 йыл башына 1 млн 109,8 кеше йәшәгән[12], йәки өлкәнең 26,1 % халҡы.

Дондағы Ростовтың миллионлы кешеһе 1987 йылда тыуған[13].

Милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғағы буйынса ҡалала 106-нан артыҡ милләт йәшәгән.

2010 йылға милли составы[14][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дондағы Ростов көньяҡ илдең, төрлө халыҡтарҙың күплеге буйынса, миллионлы ҡалалар араһында беренселекте биләй.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса милли составы[15]:
Милләт Иҫәбе,
кеше
милләтен
күрһәтеүселәр %
Урыҫтар 960 883 90,1 %
Әрмәндәр 41 553 3,4 %
Украиндар 16 249 1,5 %
Әзербайжандар 6 739 0,6 %
Ҡаҙаҡтар 5 291 0,5 %
Грузиндар 3 960 0,4 %
Белорустар 2 874 0,3 %
Корейҙар 2 792 0,3 %
Йәһүдтәр 2 403 0,2 %
Лезгиндар 1 660 0,2 %
Ҡырғыҙҙар 1 374 0,1 %
Үзбәктәр 1 188 0,1 %
Чечендар 1 073 0,1 %
Осетиндар 992 0,1 %
Гректар 950 0,1 %
Ингуштар 928 0,1 %
Сиғандар 893 0,1 %
Таджиктар 852 0,1 %
ҡалған милләттәр 13 861 1,7 %
Милләттәрен күрһәтеүселәр, бөтәһе 1 066 523 100,0 %
БАРЛЫҠ ХАЛҠЫ 1 089 900

Урыҫтар араһынан 2005 кеше үҙҙәрен төп халыҡ казактар иҫәбенә индергәндәр.

Халыҡ һаны динамикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ һанының үҙгәреүе (мең кеше)

Тыуым һәм үлем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күрһәткес 1990 1999 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013[16]
1000 кешегә, тыуғандар һаны 11.2 6.7 7.5 7.6 8.49 8.6 8.55 8.54 8.62 8.99 9.1 9.6 10.3 10.0 11.1 11.1
1000 кешегә, вафат булғандар һаны 11.9 13.4 14.7 14.8 15.3 13.7 13.59 13.75 13.27 13.08 14 13.4 12.9 11.9 11.8 11.7
1000 кешегә, тәбиғи артым (кәмеү) -0.7 -6.7 -7.2 -7.2 -6.8 -5.1 -5.04 -5.21 -4.65 -4.09 -4.9 -3.8 -2.6 -1.9 -0.7 -0.6

Райондар буйынса халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(мең кеше)

Район 1970 1979 1989 2002 2010
Ворошилов &&&&&&&&&&&&0192.900000192,9 &&&&&&&&&&&&0203.300000203,3 &&&&&&&&&&&&0212.700000212,7
Ленин &&&&&&&&&&&&0103.800000103,8 &&&&&&&&&&&&&090.60000090,6 &&&&&&&&&&&&&079.80000079,8 &&&&&&&&&&&&&081.80000081,8 &&&&&&&&&&&&&078.50000078,5
Пролетарий &&&&&&&&&&&&0122.400000122,4 &&&&&&&&&&&&0132.200000132,2 &&&&&&&&&&&&0129.600000129,6 &&&&&&&&&&&&0132.200000132,2 &&&&&&&&&&&&0122.200000122,2
Тимер юл районы &&&&&&&&&&&&0170.600000170,6 &&&&&&&&&&&&0100.800000100,8 &&&&&&&&&&&&&095.30000095,3 &&&&&&&&&&&&&095.30000095,3 &&&&&&&&&&&&0103.200000103,2
Октябрь &&&&&&&&&&&&0154.700000154,7 &&&&&&&&&&&&0197.800000197,8 &&&&&&&&&&&&0137.600000137,6 &&&&&&&&&&&&0153.600000153,6 &&&&&&&&&&&&0160.600000160,6
Совет &&&&&&&&&&&&0146.600000146,6 &&&&&&&&&&&&0148.200000148,2 &&&&&&&&&&&&0166.200000166,2 &&&&&&&&&&&&0170.300000170,3
Киров &&&&&&&&&&&&&098.50000098,5 &&&&&&&&&&&&&094.10000094,1 &&&&&&&&&&&&&081.50000081,5 &&&&&&&&&&&&&069.&&&&&069,0 &&&&&&&&&&&&&066.&&&&&066,0
Беренсе май районы &&&&&&&&&&&&0138.700000138,7 &&&&&&&&&&&&0171.700000171,7 &&&&&&&&&&&&0154.200000154,2 &&&&&&&&&&&&0166.600000166,6 &&&&&&&&&&&&0176.400000176,4

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лаша И. А. Э. Килем Йорттары
Чириков килем йорттары
Йортта М. В. Ширман
Йорт Масалитин

Ҡаланың төп аэропорты «Рәсәй аэропорттары» холдингына инә («Ренова» составында)[17]. Хәҙерге ваҡытта төрөк Limak Holding менән ҡаланың яңы «Көнсығыш» аэропорты төҙөлә[18].

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡала думаһы бинаһы.
  • А. Солженицын Йорто.
  • Г. Г. Пустовойтов сауҙа йорто.
  • Гәзит урамындағы бәҙрәф.
  • Парамонов складтары.
  • Сурб Хач сиркәүе.
  • Пресвятая Богородица раштыуаһындағы Ростов Кафедраль соборы.
  • М. Горький исемендәге Ростов академия драма театры.
  • Ростов өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы.
  • Ростов дәүләт циркы.
  • С. Н. Мнацаканов килем йорто булған, ХХ быуат башында.
  • Ир-ат шәхси реаль училище Ягубьянец С. Я.
  • Килем йорто Пивоварова.
  • Кистов килем йорто булған.
  • Максимова Йорт.
  • Врангел Йорт.
  • Өйҙә Ҡаралама.
  • Степан Акимов килем йорто булған.
  • Мыльцын килем йорто булған.
  • Квитко килем йорто булған.
  • Бострикин килем йорто булған.
  • Трунов Йорт.

Театр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростов дәүләт музыка театры, рәсәйҙең көньяғындағы иң ҙур музыка театрҙарының береһе. Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан.

1931 йылдың ғинуарында ул дәүләт театры статусына эйә була. Был Советтар Союзында музыка сәнғәтендә һиҙелерлек эҙ ҡалдырған иң яҡшы оперетта театры була. 1999 йылдың сентябрендә театр яңы бинаға күсә. Яңы Ростов дәүләт музыка театры Рәсәйҙә ысын мәҙәни феномен була. Ул, үҙенең статусын үҙгәртеп, музыкаль театрҙың тулы хоҡуҡлы вариҫы булараҡ, бөгөн үҙ репертуарында опера, балет, оперетта, мюзикл, рок-опера, музыкаль новеллалар, иҫ киткес симфоник концерттар тота.

Дондағы Ростовтың академия драма йәштәр театры, элекке Ленин комсомолы исемендәге Ростов йәш тамашасылар театры. Ростов дәүләт ҡурсаҡ театры — дондағы Ростовта 1935 йылда нигеҙ һалынған ҡурсаҡ театры.

Фән һәм мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рәсәй Президенты янында халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәт Рәсәй академияһы(РАНХиГС) филиалы.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. О городе. Ростов-на-Дону. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 август 2013.
  2. Ростовская агломерация. Существующее положение
  3. Ростов-на-Дону — «южная столица России» — Женский Журнал Кроха
  4. Ответы@Mail.Ru: Почему Одессу называют мамой, а Ростов папой???
  5. Рост-Анджелес
  6. Баста − Рост-Анжелес
  7. Официальный портал городской Думы и Администрации города
  8. Бусленко Н. И. На ростовских рубежах: немецкие письма сорок первого года. Ростов-на-Дону, 2005.
  9. Действительное количество угнанных в Германию из СССР не поддаётся точному учёту, поскольку в советских источниках угнанные насильно не отделялись от тех, кто добровольно ушёл на Запад вслед за отступающими немецкими войсками (И. Г. Ермолов. Три года без Сталина. Стр. 217)
  10. Старосельский Б. Я. Так ковалась наша воинская слава (2007-02-27). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 февраль 2012. 19 декабрь 2008 тикшерелгән.
  11. Указ Президента Российской Федерации от 5 мая 2008 года № 556 «О присвоении городу Ростову-на-Дону почётного звания Российской Федерации „Город воинской славы“»
  12. Ростовстат. Муниципальная статистика. Численность населения Ростовской области на 1 января 2014 года
  13. Централизованная Библиотечная Система Ростова-на-Дону: Исторические зарисовки. Ростов-на-Дону
  14. Итоги::Ростовстат
  15. Итоги::Ростовстат. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 май 2013.
  16. Ростовстат. Естественное движение населения в Ростовской области за 2013 год
  17. [ http://www.ar-management.ru/ ]
  18. [ http://www.rostov.aif.ru/money/vybran_genpodryadchik_stroitelstva_aeroporta_yuzhnyy Хәҙерге ваҡытта төрөк Limak Holding менән ҡаланың яңы «Көнсығыш» аэропорты төҙөлә]