Иҡтисад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҡтисад
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә иҡтисад, экономическая антропология[d] һәм иҡтисадсы[d]
Пиктограмма
Һештег economy
Тема географияһы иҡтисади география[d]
 Иҡтисад Викимилектә
Мировая экономика: ВВП (по ППС) на душу населения

Иҡтисад (боронғо грек теленән οἶκος — йорт, хоужалыҡ, хужалыҡ итеү һәм νόμος — ном, хужалыҡ менән идара итеү территорияһы һәм һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, «йорт хужалығын алып барыу ҡағиҙәһе»)[1] — йәмғиәттең хужалыҡ эшмәкәрлеге, шулай уҡ етештереү, бүлеү, алмашыу һәм ҡулланыу системаһында барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәр берлеге.

Беренсе тапҡыр ғилми хеҙмәттә «иҡтисад» һүҙе беҙҙең эраға тиклем Ксенофонттың ғилми эштәрендә телгә алына һәм ул уны «тәбиғи фән» тип атай. Аристотель иҡтисадты хрематистикаға — кешенең файҙа алыу менән бәйле эшмәкәрлек тармағына ҡапма-ҡаршы ҡуя[2]. Хәҙерге философияла иҡтисад хаҡ билдәләмәһе күҙлегенән ҡаралған йәмғиәт мөнәсәбәттәре системаһы итеп ҡарала. Иҡтисадтың төп функцияһы даими рәүештә халыҡтың тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәк булған уңайлыҡтар булдырыу, сөнки шунһыҙ йәмғиәт үҫешмәй. Иҡтисад сикләнгән ресурстар донъяһында кешенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итә.

Йәмғиәт иҡтисады ҡатмарлы һәм бөтә өлкәгә ҡағылған организм булараҡ, һәр кешенең һәм йәмғиәттең тормошон, эшмәкәрлеген тәьмин итә.

Иҡтисадтың кимәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад фәнендә иҡтисади эшмәкәрлек производствоның микро- һәм макроиҡтисад кимәленә һәм донъя иҡтисадына бүленә.

  • Микроиҡтисад айырым производство йәки предприятие булып тора.
  • Макроиҡтисад милли йәки дәүләт иҡтисадын тәшкил итә.
  • Интериҡтисад донъяуи хужалыҡтың барлыҡҡа килеү нигеҙҙәрен һәм уның үҫешеүен ҡылыҡһырлай.

Иҡтисад секторҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иҡтисадтың беренсел секторы ауыл хужалығын, балыҡсылыҡты, урмансылыҡты, һунарсылыҡты һәм сеймал табыу, яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтен берләштерә.
  • Иҡтисадтың икенсел секторы эшкәртеүсе сәнәғәт һәм төҙөлөш.
  • Иҡтисадтың өсөнсөл секторы — хеҙмәтләндереү өлкәһе. Бик йыш өсөнсөл секторҙан иҡтисадтың дүртенсел секторын — мәғлүмәт технологияларын, мәғарифты, ғилми тикшеренеүҙәрҙе, глобаль маркетингты, банк һәм финанс хеҙмәттәрҙе һәм производство менән түгел, ә уны планлаштырыу һәм ойоштороу менән бәйле (белем иҡтисады) башҡа хеҙмәтләндереүҙе айыралар.

Милек формаһына бәйле дәүләт һәм шәхси секторға айырыла.


Иҡтисади эшмәкәрлектең аныҡ төрҙәренә бәйле иҡтисадтың аныҡ, производство булмаған һәм финанс секторын айырылар.

Иҡтисад формалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәлдәгеләрҙән түбәндәге төп формаларҙы бүләләр:

  • баҙар
  • административ-команда
  • традицион
  • ҡатнаш

Иҡтисади үҫеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад үҫеше билдәле ваҡыт арауығында, билдәле осорҙа (ай, квартал, йыл) милли иҡтисадта продукция етештереүҙең аныҡ үҫешен билдәләй. Иҡтисади үҫештән айырмалы, иҡтисад үҫеше күләм күрһәткесе. Аныҡ производство тигәндә (инфляция факторҙары ҡағылмаған), ғәҙәттә, аныҡ эске тулайым продукция (ВВП) күләмен, һирәк кенә — аныҡ тулайым милли продукт (НВП), саф милли продуктты (ЧВП) йәки милли килемда (НД) аңлайҙар. Иҡтисад үҫеше дөйөм именлек үҫешенә: ғүмер оҙайлығы артыуына, медицина хеҙмәтләндереүе сифатына, белем кимәленә, эш сәғәте ҡыҫҡарыуға һ.б. тығыҙ бәйләнгән.

Иҡтисад үҫешенең экстенсив һәм интенсив факторҙары бар.

Иҡтисад тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүтормош йәмғиәттә иҡтисади үҫеш кимәле түбән йән йән аҫырарлыҡ ҡына була. Башта тәүтормош кешеләре йәшәү өсөн һунарсылыҡ һәм ризыҡ йыйыу менән шөғөлләнһә, неолитик инҡилап һөҙөмтһендә ер эшкәртеү һәм малсылыҡ барлыҡҡа килә. Йәмғиәттең үҫеше хеҙмәт бүленешенә һәм социаль тигеҙһеҙлеккә килтерә, социаль синыфтар һәм дәүләт барлыҡҡа килә. Ҡол биләүселек башлана.

Яйлап ҡына тәүҙә тәбиғи алмашыу — бартер формаһында тормошҡа ашырылҡан тауар әйләнеше үҫешә, әммә аҡса барлыҡҡа килгәс, ул сауҙаға әйләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Боронғо донъя һәм Урта быуаттар йәмғиәттәрендә тәбиғи хужалыҡ өҫтөнлөк итә. Бик күп дәүләттәрҙә хужалыҡты планлы алып барыуға (ул ирригация, һарайҙар һәм пирамидалар һалыу кеүек һур эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеге бирә) һарай иҡтисады һәм тәбиғи хужалыҡ берләшмәһенә нигеҙләнә.


XV быуат һуңынан Бөйөк географик асыштар дәүере башлана, ул донъя иҡтисадын барлыҡҡа килтерә һәм беренсел туплау дәүеренә юл аса.

XVIII быуаттың һуңғы сирегенән сәнәғәт инҡилабы башлана һәм ул ҡайһы бер үҫешкән илдәрҙә XIX быуат һуңында халыҡтың күпселегенең ауыл хужалығында түгел, ә сәнәғәттә эшләй башлауына килтерә. Өҫтөнлөклө иҡтисади система булып капитализм тора, традицион йәмғиәт замансаға, аграр йәмғиәттән индустриаль йәмғиәткә әйләнә.

XX быуатта ҡайһы бер илдәрҙә административ-командалы социалистик иҡтисад ойошторола. Башҡа илдәрҙә капитализм үҫешә. XX быуаттың икенсе яртыһында фәнни-техник инҡилап башланып, һөҙөмтәлә нығыраҡ үҙещкән илдәрҙә индустриаль йәмғиәт постиндустриаль йәмғиәткә йәләнә башлай. Ҡайһы бер илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, постиндустриаль иҡтисадҡа күсеү билдәле бер объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында тотҡарланыла.

Эске тулайым продукция етештереү буйынса донъяның иң ҙур иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъяның иң ҙур иҡтисады

2008 йылда эске тулайым продукция күләме буйынса (миллионлаған АҠШ долларында) Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяның иң ҙур иҡтисадтары[3]:

Урын Ил ВВП (млн $)
Тотош донъя 62 909 274[4]
Европа союзы Европа союзы 16 282 230[4]
1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 14 657 800
2 Ҡытай Ҡытай 5 878 257
3 Япония Япония 5 458 872
4 Германия Германия 3 315 643
5 Франция Франция 2 582 527
6 Бөйөк Британия Бөйөк Британия 2 247 455
7 Бразилия Бразилия 2 090 314
8 Италия Италия 2 055 114
9 Канада Канада 1 574 051
10 Һиндостан Һиндостан 1 537 966
11 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 1 465 079
12 Испания Испания 1 409 946
13 Австралия Австралия 1 235 539
14 Мексика Мексика 1 039 121
15 Корея республикаһы Корея республикаһы 1 007 084

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иҡтисад тармағы
  • Инновацион иҡтисад
  • Конституцион иҡтисад
  • Халыҡ хужалығы
  • Иҡтисади социология
  • Электрон иҡтисад

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. — М.: ИНФРА-М, 2007. — 495 с.
  2. Вавилов С. И.. Большая советская энциклопедия Том 03 — Большая Советская Энциклопедия Второе издание 2014 йыл 5 март архивланған.
  3. Report for Selected Countries and Subjects
  4. 4,0 4,1 Nominal 2010 GDP for the world and the European Union. Международный валютный фонд. Дата обращения: 27 май 2011. Архивировано 22 август 2011 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]