Донъя иҡтисады
Уҡыу көйләүҙәре
Донъя иҡтисады (интериҡтисад) – хужалыҡ итеүҙең күп кимәлле, глобаль ҡоролошо, ул донъя илдәренең милли иҡтисадтарын халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр ярҙамында халыҡ-ара хеҙмәт бүленеше нигеҙендә берләштерә.
Донъя хужалығы субъекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя хужалыҡ мөнәсәбәттәре субъекттары түбәндәгеләр:
- Халыҡ-ара иҡтисади ойошмалар (ХВФ һәм ХРҮБ);
- Трансмилли корпорациялар (ТМК) һәм уларҙың оҙайлы альянстары;
- Трансмилли банктар;
- Финанс-сәнәғәт төркөмдәре — ТМК һәм ТМБ берләшмәләре;
- Биржалар (айырыуса эреләре);
- Эре эшҡыуарҙар;
- Дәүләттәр, уларға тиңләштерелгән территориялар, шулай уҡ был дәүләттәр һәм территорияларҙың административ берәмектәре;
- Донъя финанс һәм иҡтисад ойошмалары (эре инвесторҙарҙы һәм халыҡ-ара баҙарҙарҙы контролендә тотҡан ойошмалар һәм берекмәләр, төбәк эсендә илдәр берләшмәләре — БДБ).
Донъя иҡтисады Ер географияһы, тарихы һәм экологияһы менән ныҡлы бәйләнгән. 2011 йыл уртаһында Ерҙә 6,9 миллиард самаһы кеше йәшәй ине.
Донъя иҡтисадының үҫеш күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2005 йылда донъя иҡтисады үҫеше 4,4 % булды. 2005 йыл аҙағына бөтә илдәрҙең ЭТП-һы 43,07 трлн. долл. тәшкил итте. 1970-се йылдар башынан донъя ЭТП-һы үҫеше аҡрыная бара [1]. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда донъя ЭТП-һы күләме 73,5 трлн. долл. тәшкил итте.
- 2007 йылда ЭТП-ла донъя иҡтисадының беренсел секторы өлөшө (ауыл хужалығы) — 4%, икенсел секторҙыҡы (сәнәғәт) — 32%, хеҙмәттәр секторы өлөшө (нигеҙҙә, финанс хеҙмәттәре) 64% булды (Бөтә донъя факттар китабы мәғлүмәттәре буйынса).
- Донъя иҡтисадында номиналь сағылыштағы күрһәткес буйынса беренсе урынды Америка Ҡушма Штаттары, һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса Ҡытай биләй. [2]
- Әле донъяла 30 меңләп трансмилли корпорация һәм уларҙың 300 меңләп филиалы бар.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- International Journal of Economic Theory
- Мир-системный подход
- Мировой рынок
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Журнал «Мировое и национальное хозяйство» 2019 йыл 19 март архивланған.
Журнал «Международная экономика» 2009 йыл 25 ноябрь архивланған.