17 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
17 ноябрь | |
![]() |
17 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 321-се көнө (кәбисә йылында 322-се). Йыл аҙағынаса 44 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Студенттар көнө.
Әзербайжан: Милли яңырыу көнө.
Заир: Ил ғәскәрҙәре көнө.
Словакия: Азатлыҡ һәм демократия өсөн көрәш көнө.
Рәсәй: Полицияның участка оперуполномоченныйҙары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1800: Вашингтонда АҠШ Конгрессы беренсе ултырышын уҙғара.
- 1804: Ҡазан һәм Харьков ҡалаларында университет асыла.
- 1869: Суэц каналынан рәсми нигеҙҙә суднолар үтә башлай.
- 1948: «Аврора» крейсеры Оло Нева ярына «мәңгелек» урынына ҡуйыла.
- 1960: Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университеты асыла.
- 1967: Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла.
- 1977: Нефтекама автозаводы эшләй баашлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Золоев Татарҡан Магомет улы (1905—15.07.1985), ғалим-нефтсе-геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1942—1963 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть промыслаһы идаралығының баш геологы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1962). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1975). Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1946, 1950). Ленин (1948) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954) ордендары кавалеры.
- Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы (1930—13.06.2013), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. 2001—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе.
- Ғәбделхаҡова Зинфира Әхмәт ҡыҙы (1950), сәнғәт һәм педагогик хеҙмәт ветераны. 1969—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет артисы, артабан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.
- Ильясова Зөһрә Хәмит ҡыҙы (1950), балет артисы, педагог. 1969—1980 һәм 1990—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, 1994 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1984), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1980) артисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филатов Григорий Иванович (1918—23.03.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Спивак Александр Иванович (1923—20.01.2007), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1972), профессор (1972). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999). Октябрь Революцияһы (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар дуҫлығы (2003), «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Дүсәлимов Мәғбул Ғәбделислам улы (1928—2014), Саҡмағош районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең элекке рәйесе. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Косоуров Юрий Фёдорович (1928), ғалим-урман белгесе. 1956—1992 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урман белгесе (1977). РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Шаран районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Архангельское ауылынан.
- Хвостенко Виктор Иванович (1933—21.03.1996), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1996 йылдарҙа Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты директоры. Физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1979). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аношин Иван Семёнович (1904—1.09.1991), СССР-ҙың партия һәм хәрби эшмәкәре. Генерал-лейтенант. 1939—1942 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
- Петров Михаил Петрович (1904—15.08.1967), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Иҫке Шәрәшле ауылынан.
- Дауытов Əкрəм Сөнəғəт улы (1914—9.01.1986), үҙешмәкәр композитор, йыр текстары авторы, уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Батальон командиры, гвардия майоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1964). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Төрлө ижади конкурс һәм бәйгеләр лауреаты.
- Байбородов Федор Михайлович (1929—1985), хеҙмәт алдынғыһы, 1960—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының өлкән аппаратсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһе Суна районындағы ҡала тибындағы Суна эшселәр ҡасабаһынан.
- Ватолина Елизавета Борисовна (1939), малсылыҡ алдынғыһы. 1953—1973 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз һауынсыһы, 1973—1994 йылдарҙа — быҙау ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
- Йәнекәев Ринат Радик улы (1984), спортсы, тренер. 2005–2012 йылдарҙа билбау көрәше буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ ара класлы (2007) һәм атҡаҙанған (2009) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2007). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Людовик XVIII, Франция короле.
- 1790: Август Фердинанд Мёбиус, Германия математигы.
- 1794: Франсуа Аппер, Францияның консерва уйлап сығарыусыһы.
- 1944: Дэнни де Вито, АҠШ актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1796: Екатерина II, 1762—1796 йылдарҙа Рәсәй империяһы батшаһы.
- 1929: Герман Холлерит, IBM-ды уйлап табыусы.
- 1970: Андрей Упит, Латвия яҙыусыһы.