Өфө «Нур» татар дәүләт театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өфө «Нур» татар дәүләт театры
Teatr Nur.jpg
Элекке исеме

«Нур» театры

Эшләй башлаған

1912

Ссылки

teatrnur.ru

Өфө «Нур» татар дәүләт театры — Өфө ҡалаһында эшләгән татар театры.

Өфөлә татар театрын 1912 йылда Ҡазандағы «Сәйәр» театры актёры Сәхипьямал Ғиззәтуллина-Волжская ойоштора. Труппа 1918 йылға тиклем эшләй.

1989 йылда бер төркөм активистар татар театрын тергеҙә. Ул баштараҡ театр-студия була, 1991 йылда «Нур»ға «дәүләт театры» статусы бирелә.

«Нур» театры төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2019 йылдың 9—13 ғинуарында театрҙың Ҡазандағы гастролдәре ҙур уңыш менән үтә. Бөтә донъя татар конгрессы коллективҡа самауыр бүләк итһә, актёрҙар Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева, Башҡортос тандың халыҡ артисы Рәсимә Ғәйфуллина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиевҡа «Татар халҡы алдында ҙур хеҙмәттәре өсөн» миҙалын тапшырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лияна Хәйретдинова, Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина һәм Айрат Фәтиховҡа Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды[1].
  • 1998 йылда Ҡазанда Кәрим Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» өсөн призы Резида Фәхруллинаға бирелә. 2001 йылда Өфөлә III Республика балалар спектаклдәре фестивалендә Салауат Нурисламовҡа «Иң яҡшы ирҙәр роле» призы бирелә.
  • 1997 йылда Стәрлетамаҡта үткән «Театр яҙы-97» фестивалендә «Иң яҡшы актёр дуэты» призын Башҡортостандың халыҡ артистары Сәүиә Сираева менән Дәриға Фәйзуллина ала.
  • 1996 йылда Ҡазанда Кәрим Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына Мөнирә Сәйетова лайыҡ була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Нур» театры

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]