Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы
Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1934 (90 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Исай ауылы, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | театр актёры, актёр |
Эш урыны |
Өфө «Нур» татар дәүләт театры Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2019 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы (5 ғинуар 1934 йыл) — театр актёры. 1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Татарстан Республикаһының (2001) халыҡ артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019). Нуриман районының һәм Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2021).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы Сираева 1934 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Иҫке Исай ауылында тыуған.
1952 йылда Өфө дәүләт театр-художество училищеһын (Х. Бухарский курсы) тамамлай.
Училищены тамамлағас, 1953 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, шунан 1960—1963 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, 1964 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрында, 1989 йылдан — Өфө йәш тамашасылар театрында, 1993 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында.
Сәүиә Сираева — комик һәм үткер характерлы ролдәр актёр.
Режиссер булараҡ, ул «Нур» театрында Сәйфи Ҡудаштың «Урман әкиәте» спектаклен ҡуя (1999).
«Ай ҡыҙы» телевизион фильмында (2001-02; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) Мәрйәм ролендә төшә.
1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
2021 йылдың апрелендә сәхнә оҫтаһына «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде[1].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыһан («Башмағым»), Сабира («Ҡыҙ урлау» — «Похищение девушки», Мостай Кәрим), Сәимә (Аманулла, «Йөнлө мөғжизә») , Гөлниса («Рәйсә» Н. Асанбаев; дебют, 1960, Салауат башҡорт драма театры), Гөлирә («Аманатҡа хыянат», Ф. В . Богданов), Таифа («Өс аршын ер» А. М. Гилязов), Разия («Яңғыҙ ҡатын», Т. Ғ. Миңнуллин), Сихырсы (Н. М. Ғиматдинованың шул уҡ исемле әҫәре буйынса), Сәйҙә («Үлтер мине, күгәрсенем!», Г. Несин).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Юлаев ордены (2019)[2]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2000)
- Нуриман районының почётлы гражданы.
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2021).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Иксанова. Театр тураһында һәм уның тураһында ғына түгел: очерктар, интервью, рец. Өфө, 2006
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Актриса Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» тигән исем бирелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 7 апрель 2021 йыл
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 май 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы // Өфө дәүләт татар театры «Нур»
- 5 ғинуарҙа тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Нуриман районында тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Татарстандың халыҡ артистары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- XX быуат актёрҙары
- XXI быуат актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- СССР актёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Шәхестәр:Салауат башҡорт дәүләт драма театры
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шәхестәр:Нуриман районы
- Нуриман районының почетлы граждандары