Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Салауат башҡорт дәүләт драма театры
Theater salavat.JPG
Элекке исеме

Ауырғазы колхоз-совхоз театры

Эшләй башлаған

1933

Урынлашҡан

Башҡортостан Республикаhы һәм Салауат

Етәкселәре
Баш режиссёр

Сөләймәнов Зиннур Фәрит улы

Ссылки

театрсалават.рф

Салауат башҡорт дәүләт драма театры — Салауат ҡалаһындағы драма театры.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Театр тарихы 1933 йылдан башлана: Ауырғазы районының Талбазы ауылында колхоз-совхоз театры булараҡ ойошторола. Уға нигеҙ һалыусы — Елизавета Шляхтина-Сыртланова, башҡорт театр сәнғәтенең иң тәүге профессиональ актёрҙарҙың береһе.

Был труппаның составына ике актерҙар ғаиләһе ингән — Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғәзизә Насирова һәм Бикташ Кәлимуллин. Улар үҙ ваҡытында колхоз-совхоз театрҙарының бөтә республика фестивалендә лә төп приздарҙы яулап йөрөгән. Уларҙың эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтамаған.

Театр артистары өсөн тәүге йылдарҙа бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар булмаған. Улар баракта, һуңынан төрлө уңайһыҙ бинала, сәхнәһеҙ көйө эшләргә мәжбүр булған. Театрға яңы директор — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, хәҙерге көндә Салауат ҡалаһының почетлы гражданы Марс Яппаров килеү менән хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән.

Салауат театрына данлыҡлы Вәзих Сәйфуллин 1965 йылдарҙа килә һәм унда 35 йыл буйы эшләй.

Театрҙа 75 йыл элек булдырылған матур йолаларға, яңылыҡтарға, замана драматургияһына ҙур иғтибар бирелә: музыкаль постановкалар күп ҡуйыла, әҫәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа, тормошҡа, кешеләргә яҡыныраҡ булғандары сәхнәләштерелә.

Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы — директор (1998—2014).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]