Эстәлеккә күсергә

Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наилә Сәфәрғолова
Исеме:

Наилә Абдулхай ҡыҙы

Тыуған ваҡыты:

10 март 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Үрге Шәкәр ауылы[1]

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)

Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы (10 март 1963 йыл) — театр‑йәмәғәт эшмәкәре. 2002 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).

Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова (Байкова) 1963 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы, Үрге Шәкәр ауылында[1] тыуған.

1985 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (Л. В. Вәлиев курсы). Шул уҡ йылда йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында хеҙмәт юлын башлай. 1988 йылдан алып «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының драма түңәрәге етәксеһе. 1989 йылда конкурс нигеҙендә халыҡ депутаттарының Салауат ҡала башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1998 йылдан башлап Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры. 2014 йылда Өфө ҡалаһына күсә, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның етәкселегендә Салауат драма театрында иң яҡшы спектаклдәр яңыртыла, актёрҙарҙың ижад кисәләре үткәрелә. Уның башланғысы менән йыл һайын тапшырыла торған «Йылдың иң яҡшы актёры» (1993 йылдан алып), «Дебют» (2003 йылдан алып) премияһы булдырыла. Театр сәхнәһендә М. Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» пьесаһы буйынса «Салауат», Нәжиб Асанбаевтың «Көҙән башҡорто» спектаклдәре ҡуйыла. А. Н. Островскийҙың «Һуңлап килгән мөхәббәт» («Поздняя любовь»), Мольерҙың «Һаран» («Скупой»), Л. Я. Станкованың «Үтте минең аҡ йәйем» («Ушло моё белое лето») һәм «Парижда апрель» («Апрель в Париже») пьесаларының башҡортсаға тәржемәләре авторы.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында 2015 йылда әҙәбиәт йылына бағышланған «…Әйтер һүҙем бар!» — «…Мне есть вам что сказать!» исемле ижади тапшырыу авторы. Республиканың билдәле шәхестәре үҙҙәренең халыҡҡа әйтергә теләгән уй-хистәрен шиғыр аша башҡорт һәм рус телендә еткерә. Улар араһында иң кесеһе беренсе клас уҡыусыһы булһа, иң өлкәненә 92 йәш.