Эстәлеккә күсергә

Үрге Шәкәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Шәкәр
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°17′27″ с. ш. 55°30′55″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 248 835 003

ОКТМО коды

80 648 435 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Шәкәр (Рәсәй)
Үрге Шәкәр
Үрге Шәкәр

Үрге Шәкәр (рус. Верхнешакарово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл, Һарайҫа ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[1]. Почта индексы — 453185, ОКАТО коды — 80248835003. Зәки Вәлиди ( урам ) ОКТМО коды 80648435111. ИФНС коды 0268.

Ауылға нигеҙҙе XVIII быуаттың икенсе яртыһында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәренә һала, һәм тораҡ пунктына тәүгеләрҙән ошо төбәккә килеп төпләнгән Шәкәр уҙамандың исеме бирелә. 1794 йылғы V рәүизде үткәргән мәлдә ауылдағы 15 ихатала 54 кеше йәшәй. Ә 21 йылдан һуң унда ни бары 47 кешенән торған 4 ихата ғына була. Әммә X Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ауылда 190 кеше иҫәпкә алына. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә бындағы 63 ихатала 190 кеше булыуы билдәләнә. Ошо сара барышында ауылға нигеҙ һалған Шәкәр уҙамандың балалары атап үтелә. Бына улар: Әхмәт һәм уның улдары: Хангилде (1747 йылда тыуған) һәм Байназар (1751 йылда тыуған) (балалары: Ғәптелмәжит, Әбделхәлим, Абдрахман). 1842 йылда Үрге Шәкәр ауылында 73 кеше йәшәй.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда йәшәгән 168 кешенең 98 проценты башҡорттар<[2]. Ауылда Зәки Вәлиди урамы бар[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 168 77 91 45,8 54,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]