Үрге Аллағыуат
Ауыл | |
Үрге Аллағыуат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үрге Аллағыуат (рус. Верхний Аллагуват) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 154 кеше[1]. Почта индексы — 453188, ОКАТО коды — 80248802002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллағыуат ауылы Ашҡаҙар йылғаһы үҙәнендә ултырған Алаҡай һәм Сытырман ауылдары араһында урынлашҡан. Уға ҡайһы ваҡытта нигеҙ һалыныуын билдәләү ауыр. Уның тураһындағы мәғлүмәт тик 1786 йылда Өфө наместниклығы картаһында хасил була. Тимәк, ауыл XVIII быуаттың 60 — 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән, тип фаразларға мөмкин. Өҫтәүенә, картала тик бер генә ауыл күрһәтелә. 1834 һәм 1859 йылдар араһында ғына ул икегә бүленә. Х Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Түбәнге Аллағыуаттағы (Сәрмәк) 62 ихатала 370 кеше йәшәүе теркәлә. Үрге Аллағыуатта 38 ихатала 200 кеше йәшәй. Халыҡ тотошо менән аҫаба башҡорттар. Ике ауыл да Федоровка ауылынан 23 саҡырымда урынлаша[2].
1770 йылдың 20 майында үҙенең Рәсәй империяһы буйлап сәйәхәте ваҡытында И. И. Лепехин Воскренск заводтарынан 50 саҡырымда ултырған Бүләк ауылында Бүләк исемле старшинала ҡунаҡта була. Башҡорттар уның ниндәй маҡсат менән сәйәхәт итеүе менән ҡыҙыҡһына. Лепехин уларҙың ҡулына губерна канцелярияһынан сәйәхәттең маҡсаты атап яҙылған указды тоттора. Был документҡа ҡарата башҡорттарҙа ихтирам тойғоһо күҙәтелеүен биләдәләп үтә сәйәхәтсе. Артабанғы халыҡ иҫәбен алыу сараларында ни өсөндөр Бүләк ауылы тураһында мәғлүмәттәр бирелмәй[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 154 | 79 | 75 | 51,3 | 48,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлебаш): 42 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Түбәнге Аллағыуат): 1 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 61 км
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы», Уфа. 2017,С 152, стр. 61/Села и деревни Юрматинских башкир. Стерлибашевский район
- ↑ Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы», Уфа. 2017,С 152, стр. 61/Села и деревни Юрматинских башкир. Стерлибашевский район.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был Стәрлебаш районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |