Эстәлеккә күсергә

Мәҡсүт (Стәрлебаш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәҡсүт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°27′21″ с. ш. 55°18′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 845 005

ОКТМО коды

80 648 445 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мәҡсүт (Рәсәй)
Мәҡсүт
Мәҡсүт
Мәҡсүт (Стәрлебаш районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мәҡсүт

Мәҡсүт (рус. Максютово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 153 кеше[1]. Почта индексы — 453196, ОКАТО коды — 80248845005.

Стәрле йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Мәҡсүт ауылының икенсе исеме Ҡайраҡлы Мәҡсүт була. 1794 йылғы V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 23 ихатала 133 кеше йәшәүе теркәлә. 21 йылдан һуң ихаталар һаны 31-гә етә, барлығы 154 кешенең йәшәүе тураһында яҙып алына. X рәүиз документтарында ихаталарҙың 55 булыуы һәм уларҙа 350 аҫаба башҡорт һәм 40 ерһеҙ башҡорт йәшәүе асыҡлана[2].

XIX быуат башында үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ауылға нигеҙ һалған кешенең улы Дәүләткилде Мәҡсүтов (1779 йылда тыуған) һәм уның улдары Минеғужа менән Мөхәмәтша тураһында мәғлүмәтте теркәй. 1917 йылда ваҡытлы хөкүмәт тарафынан үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу Мәҡсүт ауылының Ҡалҡаш олоҫона ҡарауын билдәләп үтә. 95 ихатала 457 башҡорт һәм бер ихатала 7 урыҫ кешеһенең йәшәүе билдәләнә.

Өс йылдан һуң совет власы үткәргән халыҡ иҫәбен алыуҙа ихаталарҙың 85 кенә булыуын, халыҡ һанының дә байтаҡҡа кәмеүен (ауылда 396 кеше йәшәй) күрһәтә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 153 76 77 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (86 %)[3].

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 180. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)