Иҫке Ҡалҡаш
Иҫке Ҡалҡаш | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Иҫке Ҡалҡаш (рус. Старый Калкаш) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 349 кеше[1]. Почта индексы — 453171, ОКАТО коды — 80248840001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Тәлтем-Юрматы улусының Илсек-Тимер түбәһенә ҡарай. 1794 йылғы V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы үткәрелгән мәлдә ауылдағы 43 ихатала 270 кеше йәшәгән була. 21 йылдан һуң булып үткән ошондай уҡ сарала 58 ихатала 332 кеше йәшәй. Шул йылдағы рәүиз документтарында ауылға нигеҙ һалған Ҡалҡаш уҙамандың улы Юламан Ҡалҡашев (1736 йылда тыуған) улы Ишморат менән теркәлә. Ҡалҡаштың икенсе улы Ярлыҡап Ҡалҡашев 1777 йылда Стәрле һәм Ағиҙел йәлғалары буйына Иван Григорьев етәкселегендә мордва крәҫтиәндәренең килеп төпләнеүе мәлендә улустың ышаныслы кешеһе булараҡ ҡатнаша[2].
Башҡорт ауылдарына хас булғанса, ауылдың икенсе исеме Ибраһим була. 1859 йылғы Х Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә унда 90 ихатала 500 кеше йәшәй. 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Ул мәлдә 127 ихатала 660 башҡорт, ике ихатала 14 мордва һәм бер ихатала 3 урыҫ кешеһе йәшәй. Әммә ни бары өс йылдан һуң, 1920 йылдағы халыҡ иҫәбе ваҡытында ауылдағы 109 ихатала 532 башҡорттоң йәшәүе теркәлә[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 349 | 162 | 187 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлебаш): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 45 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (26.02.1926—6.10.1996), совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1973—1985 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1.04.1954), баянсы. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының баянсыһы, 1994 йылғаса — музыкаль бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Волга буйы баянсыларының төбәк конкурсы дипломанты (Ульяновск, 1974)[3].
- Флүр Ғәлимов (7.12.1958), яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының (2019) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Юность» журналының Валентин Катаев исемендәге премияһы лауреаты (2018).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 180. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 март 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Ҡалҡаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |