Түбәнге Аллағыуат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Түбәнге Аллағыуат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°13′07″ с. ш. 55°31′49″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 802 001

ОКТМО коды

80 648 402 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Аллағыуат (Рәсәй)
Түбәнге Аллағыуат
Түбәнге Аллағыуат
Түбәнге Аллағыуат (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Аллағыуат

Түбәнге Аллағыуат (рус. Нижний Аллагуват) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 295 кеше[1]. Почта индексы — 453188, ОКАТО коды — 80248802001. ИФНС коды — 0268

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихта тәүҙә бер генә Аллағыуат ауылының булыуы теркәлә. Әкренләп ауыл ҙурая һәм ике ауылға: Үрге Аллағыуат һәм Түбәнге Аллағыуат ауылдарына бүленә һәм Федоровка ауылынан икеһе лә 23 саҡрым алыҫлыҡта ята. Х Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Түбәнге Аллағыуаттағы (Сәрмәк) 62 ихатала 370 кеше йәшәүе билдәләнә. 1917 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында атап үтелгән ике ауыл да Стәрлетамаҡ өйәҙе Сытырман олоҫо составына инә. Түбәнге Аллағыуат ауылындағы 81 ихатала 431 кеше йәшәй[2].

Тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу сараһы мәлендә был ауылдарҙың икеһе лә Ҡалҡаш олоҫона ҡарай һәм ундағы халыҡ тулыһынса аҫаба башҡорттар була[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 295 159 136 53,9 46,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ашҡаҙар урамы (рус. улица Ашҡадарская),
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная),
  • Йылға урамы (рус. улица Речная),
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная) [3].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]