Әмир (Стәрлебаш районы)
Ауыл | |
Әмир | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Әмир (рус. Амирово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 483 кеше[1]. Почта индексы — 453187, ОКАТО коды — 80248860003. ИФНС коды — 0268).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлебаш районының Күндерәк йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан мишәр ауылдары миҫалында этник танылыуҙың бик ҡыҙыҡлы рәүештә үҙгәреүен күҙәтергә була. Рәсәй империяһы ваҡытында 1850 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу Әмир ауылында 513 мишәр, яһаҡ татарҙарынан 93 дәүләт крәҫтиәне йәшәүе, 1859 йылғы рәүиз документтарында 1160 мишәр һәм 135 татарҙың йәшәүе теркәлә[2].
1917 йылдың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Әмир ауылында йәшәүселәрҙең күбеһенең милләттәре башҡорт тип күрһәтелә — 447 ихатала 2 491 башҡорт, бер ихатала 5 татар йәшәй тип теркәлә. Өс йылдан һуң совет халыҡ иҫәбен алыу сараһы мәлендә лә был ауылда йәшәүселәр башҡорттар тип таныла: 472 ихатала 2 390 кеше (1 131 ир-егет һәм 1 259 ҡатын ҡыҙ) теркәлә[2].
Шулай итеп, XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуаттарҙағы рәүиз документтарында Әмир ауылында йәшәүселәрҙең милләте, нигеҙҙә, мишәр, тип яҙылһа, 1917 һәм 1920 йылдарҙа улар башҡорт булараҡ теркәлә. Ғәмәлдә, XIX быуат аҙағына Әмир ауылы халҡы үҙен башҡорт тип таный. Ә XX быуаттың 30-сы йылдарынан алып, шул осорҙа барлыҡҡа килгән "Татар милләте" проекты йоғонтоһо аҫтында Әмир ауылында йәшәүселәр татар тип билдәләнә башлай[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 483 | 234 | 249 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда күбеһенсә татарҙар йәшәй[3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлебаш): 15 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Хөлекәй): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 73 км
Ауылдың урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡшишмә урамы рус. улица Акчишма,
- 1-се Исемһеҙ урам рус. улица Безымянная 1-я,
- 2-се Исемһеҙ урам рус. улица Безымянная 2-я,
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/041/000065.html
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |