Башҡорттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡорт битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Башҡорттар
Salavat memorial.jpg
M G Rakhimov.jpg
Валиди.jpg
Ш.Бабич.jpg
Rasulev Zaynulla.jpg
Загир Исмагилов.jpg
Rizaetdin fahretdinov.jpg
Халиков.png
Muhametsalim Ishmuhametovich Umetbaev.jpg
Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы.jpg
KarimM.jpg
Портрет Акмуллы.jpg
Zajnab biisheva.jpg
DJultji.jpg
Ғәлимйән Ғирфан улы Таған.jpg
Генерал Шайморатов.jpg
Gareev mg.jpg
Тагир Кусимов.jpg
Муса Муртазин.jpg
Irek Zaripov.jpg
Denis Shafikov in Espoo.jpg
Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.jpg
Rauil bikbaev.jpg
Saidi.gif
Үҙ атамаһы

башҡорт

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 2 млн тирәһе[15]
Рәсәй Рәсәй: 1 584 554 (2010 й. халыҡ иҫәбен алыу)[1][2]

Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан:
17 263 (2009 й. халыҡ иҫәбен алыу)[5]
Украина Украина:
4 253 (2001 й. халыҡ иҫәбен алыу)[6]
Төрөкмәнстан Төрөкмәнстан:
3 820 (1995 й. халыҡ иҫәбен алыу)[7]
Үзбәкстан Үзбәкстан:
53 000 (2016 й. баһалама)[8]Ҡалып:Не АИ
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан:
1 111 (2009 й. халыҡ иҫәбен алыу)[9]
Беларусь Беларусь:
607 (2009 й. халыҡ иҫәбен алыу)[10]
Латвия Латвия:
264 (2013 й. баһалама)[11]
Тажикстан Тажикстан:
143 (2010 й. халыҡ иҫәбен алыу)[12]
Эстония Эстония:
112 (2011 й. халыҡ иҫәбен алыу)[13]
Литва Литва:
84 (2011 й. халыҡ иҫәбен алыу)[14]

Тел

башҡорт, урыҫ, татар[16].

Дин

ислам суннизм

Раса тибы

европеоид расаһы, көньяҡ себер расаһы, понтия расаһы, урал расаһы[17][18]

Халыҡ

Алтай ғаиләһе
  Төрки тармағы
    Ҡыпсаҡ төркөмө
      Волга буйы төркөмсәһе

Туғандаш халыҡтар

төрки халыҡтар[19][20], венгрҙар[21][22]

Килеп сығышы

ҡатнаш: төрки, фин-уғыр, иран

Башҡорттар — төрки милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш төбәктәре Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында бар.

Башҡорттарҙың Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дингә ышанған башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.

Этноним[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытта башҡо́рт этнонимының 50-нән ашыу төрө барлыҡҡа килеү варианты бар.

  • XVIII быуат тикшеренеүселәре В. Н. Татищев, П. И. Рычков, И. Г. Готлиб буйынса, башҡорт һүҙе «баш ҡорт», йәғни «баш бүре» тигәнде аңлата[23][24][25].
  • Тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе В. С. Юматов (?—1848) буйынса, башҡорт — «баш ҡорт». Бында «ҡорт» һүҙе бал ҡорто мәғәнәһендә[26].
  • Рәсәй тарихсыһы һәм этнограф А. Е. Алекторов 1885 йылда яҙғанса, башҡорт — «айырым бер халыҡ»[27].
  • Этнограф-ғалим Н. В. Бикбулатов буйынса, этноним, Гардизиҙың (XI б.) тарихи яҙмаларында телгә алынған, Яйыҡ йылғаһы бассейнында хазарҙар һәм ҡыпсаҡтар араһында йәшәгән, 2000 яугиры булған легендар сардар Башгирд (Башҡорт хан) исеменән килеп сыҡҡан тигән фекер тәҡдим итә[28].
  • Мадьяр төркиәтсеһе Н. Ф. Немет һәм америка ғалимы Д. М. Данлоп буйынса башҡорт этнонимы «биш ҡәбилә, биш уғыр» тип аңлатылған beshgur, bashgur формаларынан барлыҡҡа килгән[29]. Шулай уҡ Данлоп фекеренсә, хәҙерге телдәге Sh өнөнөң болғар телендәге L өнөнә тура килеүе нигеҙендә, башҡорт (bashgur) һәм булгар (bulgar) этнонимдары эквивалентлы булып тора[30].
  • Танылған төрки этнонимдар тикшереүсеһе Н. А. Баскаков буйынса, башҡорт һүҙе 2 киҫәктән ойоша: «badz(а)»—"бажа", «(о)ғур»—"ҡәбилә атамаһы", һәм мәғәнәһе лә «уғыр бажалары». Шулай уҡ Баскаков был этнонимды бәшнәктәрҙең атмаһы менән сағыштыра[31][32]. Баскаков фекеренсә төрки һәм монгол телдәрендә һүҙ башындағы b ~ т алмашыусанлығы нигеҙендә, «башҡорт» һәм «мадьяр» этнонимдары бер үк сығышлы тигән һығымтаға килә: башҡорт — badža oγur (оғурҙар бажаһы, уғырҙар бажаһы) > badž(a) oγur > badžγar ошо форманы ала madž(a) oγur > madžγur > madžγar > madjar[33].
  • Телсе М. З. Зәкиев буйынса башҡор/башҡыр этнонимы баш-оғур («төп оғур/уғыр» йәки «башҡа уғыр») композитына барып тоташыуы мөмкин: башоғур>башғур>башғыр>башҡор[34].
  • Этнограф М. И. Өмөтбаев буйынса, башҡорттар борон үҙҙәрен «баш унғар» («баш уғыр»), һуңынан «башғур», һәм аҙаҡ «башҡурт» тип атай[35].
  • Тел белгесе Ә. М. Аҙнабаев буйынса этноним түбәнге өлөштәрҙән тора: баш+уғыр//уғор+т: биш+уғыр+т (бында «биш» — һан, «уғыр» — ҡәбилә атамаһы, «т» — дөйөм алтай күплек күрһәткесе). Әхмәр Аҙнабаев этнонимды «венгр» (вун[36] уғар//уғыр) һәм «болғар» (бäл[37] уғор//уғар//уғыр) этнонимдарының этимологиялары менән сағыштыра[38].
  • Этнограф Р. Ғ. Кузеев этноним баш — «баш», «төп» һәм ҡор(т) — «ырыу», «ҡәбилә», «бүре» һүҙҙәренән барлыҡҡа килеү варианттарын килтерә[39].

Этногенез[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар составында этнографик төркөмдәр (төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш), этник төркөмдәр (Кама‑Ыҡ башҡорттары, Пермь башҡорттары, Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары, Ырымбур башҡорттары), этник ҡатлам төркөмдәре (мишәрҙәр, типтәрҙәр) айырып йөрөтөлә. Башҡорттар раса составы буйынса бер төрлө түгел, уға европеоид һәм монголоид расалары ҡушылыуы хас.

Башҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө ғилми ҡараштар бар.

Генетика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

R1b гаплогруппа башҡорттарҙа һәм ингистарҙа таралған

Брайан Сайкс һәм Сти́вен О́ппенгеймер R1b гаплогруппа таралышыу нигеҙендә британдар һәм башҡорттар туған халыҡтар булыу мөмкинлеген белдерҙеләр[45]. Фонетик яҡтан башҡорт өндәре ҫ, ҙ, ҡ, ө, ң инглиз телендә th, q, o, ng өндәре менән оҡшаш.

Башҡорт субпопуляция араһында иң күбеһе Y-хромосомының мутациялар — R-M269, R-M73, SRY10831.2 һәм N-tat.[46] Шул мутациялар Көнбайыш Европала һәм Көньяҡ Уралда күпләп таралған R1b гаплогруппаһына (R-M269 и R-M73), Көнсығыш Европала һәм Урта Азияла таралған R1a гаплогруппаһына (SRY10831.2) һәм N гаплогруппаһына (N-tat) инәләр.

Ҡәбиләләре һәм ырыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халҡы элек ҡәбиләләргә һәм ырыуҙарға бүленгән. Ырыуҙар — араларҙан, нәҫел-зат бүленештәренән торған.

Ҡәбиләләр таралып ултырыу һәм этник тарих барышында башҡорттарҙың төньяҡ-көнбайыш (байлар, балыҡсы, бүләр, гәрә, ғәйнә, дыуанай, ирәкте, йылан, йәлдәк, йәнәй, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ, таҙлар, танып, унлар, уран, ыуаныш, юрмый), төньяҡ-көнсығыш (бишул, бәҙрәк, бәкәтин, дыуан, көҙәй, ҡалмаҡ, ҡатай, ҡошсо, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, мырҙалар, өпәй, табын, терһәк, һалйот, һеңрән, һыҙғы, һырҙы, шуран, әйле), көньяҡ-көнсығыш (бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы), көньяҡ-көнбайыш (мең) төп этнографик төркөмдәре барлыҡҡа килә[47].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евразия картаһы, б.э. 600 йылы
1813 йылда Европала башҡорт полктары. Фёдор Куртенер һүрәте (XIX быуат)

Совет филологы, антика тарихы С. Я. Лурье иҫәпләүенсә, б.э.т. V быуатта Геродоттың «Тарих»ында аргиппейҙар исеме аҫтында хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары телгә алына[48]. Геродот хәбәр итеүенсә, аргиппейҙар «бейек тауҙар битләүендә» йәшәй[49], улар күршеләренең үҙ-ара низағтарын яйға һала һәм уларҙа тыуған иленән ҡыуылған берәйһе һыйынырға урын тапһа — уны бер кем дә кәмһетмәйәсәк. Агрипейҙар айырым телдә һөйләшә, скифса кейенә, ағас емештәре менән туҡлана. Аҙыҡҡа ҡулланылған ағастың атамаһы — понтик, уның емештәре баҡса борсағына оҡшаш, әммә эсендә һөйәге бар. Бешкән емеште туҡыма аша һығалар һәм унан «асхи» тигән ҡара һут сыға. Был һутты улар һөткә болғап эсә. «Асхи»ның тѳпрәһенән күмәс әҙерләйҙәр[49]. С. Я. Лурье «асхи»ны «әсе» (рус. кислый) төрки һүҙенә тап килтерә[48], ә телсе Ж. Ғ. Кейекбаев буйынса, «асхи» һүҙе башҡорт телендәге «әсе һыу»ҙы (рус. кислая жидкость) хәтерләтә[50].

Төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди күҙаллауынса, башҡорттар Клавдий Птолемейҙың беҙҙең эраның II быуатына ҡараған хеҙмәтендә скифтарҙың пасиртай тигән ырыуы исеме аҫтында телгә алына[51].

Француз ғалимы М. Бувье-Ажан билдәләүенсә, һундарҙың юлбашсыһы Аттила уға туғандаш булған халыҡ — башҡорттар менән килешеү төҙөй[52].

643 йылда төҙөлгән Суй-шу хроникаһында, теләү (уғыҙ) төрки ҡәбиләләре берләшмәһендә 45 ырыу, шул иҫәптән Арал һәм Каспий диңгеҙҙәре араһында йәшәүсе башукили телгә алына, көнбайыш һәм ҡытай тикшеренеүселәре уны башҡорттар тип иҫәпләй[51][53]. Ҡытай сығанаҡтарына ярашлы, VIII—IX быуаттарҙа Волга бассейнындағы һундарҙың этник вариҫтары булған ҡәбиләләр араһында Бо-хан һәм Бей-дин телгә алына, уларҙы волга болғарҙары һәм башҡорттарға тап килтерәләр теләү[54][51].

Беҙҙең эраның I мең йыллығы аҙағында башҡорттар көнбайышта Волга йылғаһынан алып көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем, көньяҡта Илек һәм Яйыҡ (Урал) йылғаларынан башлап төньяҡта Кама һәм Сылва йылғаларына тиклемге ерҙәрҙә йәшәй һәм төрлө дәүләттәр составына инә (Дәшти Ҡыпсаҡ, Төрки ҡағанаты, Хазар ҡағанаты, Волга буйы Болғары, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы). XVI быуаттың 2‑се яртыһында башҡорттар Мәскәү батшалығына инә. Дәүләт хәрби хеҙмәт һәм башҡа йөкләмәләрҙе үтәү, яһаҡ һәм һалымдар түләү шарты менән башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы, урындағы үҙидаралығы (йыйын, ҡоролтай), традицион йолалары, байрамдары, дин тотоу ирке һаҡланыуын гарантиялай. Колониялаштырыуҙың көсәйеүе, һалымдар үҫеүе һәм йөкләмәләр һанының артыуы, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыу, урындағы үҙидаралыҡтың сикләнеүе башҡорт ихтилалдарына (XVII—XVIII бб.) сәбәп була. Төбәктең башҡа халыҡтары менән бергә башҡорттар Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—1775) ҡатнаша. 1798—1865 йылдарҙа Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы була, башҡорттар хәрби хеҙмәтле ҡатламдарға (Башҡорт полктары, Башҡорт-мишәр ғәскәре) ҡарай. XIX—XX быуат башында башҡорттар һаны арта (1897 йылда ҡарай 1311 мең кеше), мәғариф, мәҙәниәттең артабанғы үҫеше күҙәтелә.

Революциянан (1917) һуң Башҡортостан автономияһын төҙөү өсөн көрәш башлана. 1919 йылдың мартында Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. 1922 йылда Оло Башҡортостан ойошторолғандан һуң, башҡорттарҙың күп өлөшө унан ситтә ҡала (Туҡ-Соран кантоны, Ялан кантоны, Арғаяш кантоны). 1926 йыл аҙағында башҡорттар һаны революцияға тиклемге осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек кәмей һәм СССР‑ҙа 714 мең кеше тәшкил итә, БАССР‑ҙа — 584,8 мең: Граждандар һуғышы, ҡоролоҡ һәм аслыҡ эҙемтәләре үҙен һиҙҙерә. Башҡорттар һаны артыуына сәйәси репрессиялар, Бөйөк Ватан һуғышы кире йоғонто яһай. Башҡорттарҙың бер өлөшө урыҫтар, татарҙар тарафынан ассимиляциялана. Халыҡ һанының революцияға тиклемге кимәленә тик 1989 йылда өлгәшелә. Башҡорттарҙың башҡа төбәктәргә миграцияһы күҙәтелә: 1926 йылда — дөйөм һандың 18 %‑ы, 1959 — 25,4 %‑ы, 1989 — 40,4 %‑ы. Эш урындары етешмәү һәм уңайһыҙ социаль шарттар арҡаһында, нигеҙҙә, көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ райондарҙан халыҡ күсеп китә. Һуңғы йылдарҙа башҡорттарҙың Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайтыу тенденцияһы (1992—96 йй. 4904 кеше) күҙәтелә. Башҡорттарҙың социаль‑демографик структураһында эшселәр синыфы, интеллигенция, инженер‑техник хеҙмәткәрҙәр һаны арта.

Теле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1897 йылғы Бөтә Рәсәй иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Рәсәй империяһында башҡорт теленең таралыу ареалы.

Башҡорт теле алтай телдәре ғаиләһенә ингән төрки телдәрҙең береһе (ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ‑болғар төркөмсәһе). Башҡорттарҙың милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Төмән, Һамар, Һарытау, Чита һәм Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Коми Республикаһында, Саха Республикаһында, Урта Азия республикаларында, Ҡаҙағстанда һ. б. таралған. Башҡорт телендә һөйләшеүселәр һаны — 1057 меңгә яҡын кеше (2002).

Төп диалекттары: төньяҡ-көнбайыш, көнсығыш һәм көньяҡ. Лексик һәм фонетик‑грамматик билдәләре буйынса татар теленә яҡын.

Башҡорттарҙың күбеһе урыҫ телен, бер өлөшө мари телен, сыуаш телен, татар телен, удмурт телен һәм башҡалар телдәрҙе белә.

Иҫәбе һәм урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылғы Бөтә Рәсәй иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Волга-Урал регионында башҡорттарҙың таралып ултырыуы.

Рәсәй империяһының беренсе бөтә халыҡ иҫәбен алыу (1897) ваҡытында милләт тураһында һорау бирелмәгән. Шул уҡ ваҡытта туған тел һәм ниндәй дингә ышаныуҙары тураһындағы һорауға яуаптар буйынса теге йәки был милләттең һан иҫәбен билдәләп була. 1897 йылда Рәсәйҙә 1 321 363 кеше туған телен башҡорт теле тип атаған. Башҡорттарҙың 99,2 % Өфө (899 910), Ырымбур (254 561), Пермь (85 395), Һамар (57 242), Вятка (13 909) губерналарында йәшәгән.

Бөтә донъяла халыҡ һанын теүәл генә билдәләүе бик ауыр. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа донъяла башҡорттар 2 миллион тирәһе кеше тигән фаразлауҙар бар. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында 1 584 554 башҡорт, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 172 287 башҡорт теркәлгән[1][2][3].

Хәҙерге ваҡытта Тарихи Башҡортостанға ингән территорияларҙан тыш, башҡорттар Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәйҙәр.

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорттарҙың һан иҫәбе (кеше)
1897[55] 1926 1939 1959 1970 1979 1989 2002 2010
Рәсәй империяһы, СССР 713 693 843 648 989 040 1 239 681 1 371 452 1 449 157
РСФСР, Рәсәй Федерацияһы 1 321 363 712 366 824 679 953 801 1 180 913 1 290 994 1 345 273 1 673 389 1 584 554
Башҡорт АССР-ы, Башҡортостан Республикаһы 899 910 625 845 671 188 737 711 892 248 935 880 863 808 1 221 302 1 172 287

Урбанизация процесы ҡала халҡының 1938 йылда 5,8 %‑тан 2002 йылда ҡарата 42,4 %‑ҡа тиклем артыуына килтерә. Ҡалаларҙа башҡорттар һаны 518 мең кеше тәшкил итә, шул иҫәптән Өфөлә — яҡынса 155 мең; Стәрлетамаҡта — 41 мең; Нефтекамала — 34 мең; Сибайҙа — 29 мең; Салауатта — 28 мең; Ишембайҙа — яҡынса 20 мең; Мәләүездә — 17 мең.

Хужалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттарҙың төп һөнәр-кәсебе булып игенселек, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ, йыйыусылыҡ менән аралаш ярымкүсмә (йәйләү) малсылығы һ. б. торған.

Башҡорттарҙың хужалыҡ ҡоролошона йәшәү урынындағы тәбиғәт мөхите — дала, тау районы һәм тау итәге, гумусҡа бай тупраҡ, йылғалар, күлдәр үҙенсәлеге — барыһы тәьҫир итә. Башҡортостандың ер аҫты файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарға — тимер мәғдәненә, нефткә, газға, төҫлө металдарға бай. Бик күп файҙалы байлыҡтар булыуы, отошло урынлашыуы һәм кеше потенциалы Башҡортостанда хәҙерге заман талаптарына яуап бирерлек хужалыҡ — сеймал табыу һәм яғыулыҡ сәнәғәтен, уларҙы эшкәртеү сәнәғәтен, ғилми учреждениелар һәм мәктәптәрҙе, ғилми нигеҙгә ҡоролған ауыл хужалығын, Фәндәр Академияһын булдырырға мөмкинлек бирә.

Кейеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр милли кейеме

XVII быуаттан башлап ҡына башҡорт милли костюмы тураһында яҙма сығанаҡтар билдәле. XVII—XVIII быуаттарҙа халҡыбыҙ күрше милләттәр менән тығыҙ мәҙәни бәйләнештә тормаған, шуға ла милли үҙенсәлектәр ҙә нығыраҡ һаҡланып килгән. Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән һәм кесерткәндән һуғылған туҡыманы, һарыҡ һәм башҡа төрлө йәнлек тиреләрен, кейеҙҙе, йөндө, мамыҡты файҙаланған. Башҡорттар сит илдәрҙән (Бөйөк ебәк юлы аша) килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларын да ҡулланған, уларҙың өлгөләре боронғо ҡорғандарҙа ла табыла. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем — затлылыҡ билдәһе һаналған.

XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән, елән, тун кейһә, был осорҙа билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ кейемдәр киң тарала. Бигерәк тә ир-егеттәрҙең кейеме ҙур үҙгәреш кисерә. XIX быуат башындағы гравюраларҙа ир-егеттәр боронғо кейем кейһә, быуат аҙағындағы фотоларҙағы кейем айырмаһы күҙгә ташлана. Башҡорт кейемдәре, бигерәк тә, байрам өсөн кейемдәр бик күп төрлө. Көн торошона һәм миҙгеленә ҡарамай, эске кейем өҫтөнән ҡат-ҡат халат кейгәндәр.

Аш-һыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы һәм ҡуй ите, һөт продукттары, киптерелгән еләк, бөртөклө культуралар, башҡорт балы тәшкил иткән. Был ашамлыҡтарҙың миҫалы булып ҡаҙы-ҡарта (йылҡы колбасаһы), баҫтырма (ҡаҡланған ит), шулай уҡ ҡымыҙ, сейәле hары май, муйыл майы, ҡорот (ҡоро ҡорот), эремсек һәм айран тора — уларҙың барыһы ла йәйге эҫелә лә сағыштырмаса яҡшы һаҡлана һәм юлға алыу өсөн уңайлы. Ҡымыҙ тап юлда әҙерләнә тип иҫәпләнә — бейә һөтө һалынған һауыт эйәргә бәйләнгән һәм һабала көнө буйына сайҡалып йөрөтөлгән.

Традицион башҡорт ашамлығы бишбармаҡ бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмас төрө) әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушыла һәм, әлбиттә, ҡорот өҫтәлә. Башҡорт аш-һыуының (кухняһының) күҙгә ташланып торған тағы бер үҙенсәлеге: ашамлыҡтар янына йыш ҡына һөт ризыҡтары бирелә — һирәк осраҡтарҙа ғына табын ҡоротһоҙ һәм ҡаймаҡһыҙ була. Башҡорт ашамлыҡтарының күпселеге әҙерләү ябайлығы һәм туҡлыҡлы булыуы менән айырылып тора.

Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, өйрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.

Ғаилә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байрамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар Мулдаҡай ауылы янында көн уртаһындағы намаҙ ҡыла. Максим Дмитриевтың 1890-сы йылдарҙағы фотоһы.

Диндар башҡорттар — мосолман‑сөнниҙәр. Ислам диненең Башҡортостанға үтеп инеүенә мосолман илдәре менән VIII—IX быуаттарҙа урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. Бында эҙләнеү барышында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 һәм 712 йылғы өс көмөш дирһәме һәм алтын динары, шулай уҡ мәйеттәрҙең ҡулдары кәүҙә буйлап һуҙылған, баштары көнбайышҡа йүнәлтелгән иртә мосолман зыяраты ҡәберҙәре табылған[56]. VII быуатта пәйғәмбәр Мөхәммәттең үҙ сәхәбәләрен Көньяҡ Уралға ебәреүе тураһында мәғлүмәттәр бар. Төрөк дин белгесе Усман Нури Топбаш һәм Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең башлығы шәйех Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡани Башҡортостанға ебәрелгән өс сәхәбәне атайҙар[57]. Быны үҙ хеҙмәттәрендә тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Таджетдин Ялсығол Әл-Башҡорди раҫлай, улар шулай уҡ башҡорттарҙан кемдәр тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итәләр. Хисаметдин бин Шәрәфетдин үҙенең «Болғар тарихы» китабында башҡорттарҙың ислам динен үҙ күршеләренән иртәрәк, һижрә буйынса 195 йылда (Григориан календары буйынса 748 йылда) ҡабул итеүҙәре тураһында яҙа[58]. «Кун-әл-әкбәр» («Ваҡиғаларҙың асылы») төркиҙәр тарихында башҡорттарҙың яҡынса 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы, ә исламды улар һижрәнең 530 йылда (Григориан календары буйынса 1152 йылда) ҡабул итеүҙәре хаҡында телгә алына[58].

Урта Азия илдәре менән мәҙәни һәм сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәре Башҡортостанда хәнәфи мәзһәбе тәғлимәтенең таралыуына булышлыҡ иткән. Башҡорттар араһында ислам диненең таралыуына шулай уҡ 922 йылда Волга буйы Болғарының исламды дәүләт дине булараҡ ҡабул итеүе лә сәбәпсе булған. Әммә Аллен Франк буйынса, «иң мөһиме башҡорттарҙың исламлаштырыу тураһындағы бик боронғо күпселек һәм йыш ҡына осраған риүәйәттәрендә — был Болғар ҡалаһы уларҙа бөтөнләй булмауы, ә исламлаштарыу Бохара, Бағдад һәм Анатолия миссионерҙарына беркетелә»[59]. Иртә осорҙа башҡорттарҙа ислам динен таратыуҙа ҙур ролде Ясауи һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәттәренең суфый миссионерҙары башҡарған, улар Көньяҡ Уралға Урта Азияның үҙәк ҡалаларынан, тәү сиратта Бохаранан, килгән.

Ауыҙ‑тел ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ауыҙ‑тел ижадында «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Алпамыша менән Барсынһылыу» һәм башҡа эпостар төп урынды биләй. Әкиәт фольклоры героик, тылсымлы, көнкүреш әкиәттәренән тора. Башҡорт эпик, лирик, көнкүреш йырҙарына шиғыр һәм көй үҙенсәлектәре, бейеүҙәренә пантомима элементтары, ҡатмарлы сюжет структураһы («Байыҡ», «Перовский») хас. Башҡорт халыҡ ижады традициялары профессиональ сәнғәт һәм әҙәбиәт нигеҙенә ята. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте художество‑һүрәтләү сараларының күп төрлөлөгө, композицион алымдар камиллығы, орнаменттың тасуирилығы менән һыҙатлана. Аппликация, сигеү, бәйләү, кейеҙ, ағас, таш, күн, металл, буҫтауҙы художестволы эшкәртеү киң үҫеш ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
  2. 2,0 2,1 Всероссийская перепись населения 2010. Национальный состав населения РФ 2010
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 3,23 3,24 3,25 Всероссийская перепись населения 2010 г. Национальный состав регионов России
  4. 4,0 4,1 http://www.gks.ru/free_doc/new_site/population/demo/perepis_krim/tab-krim/pub-04-15.xlsx
  5. Агентство Республики Казахстан по статистике. Национальный состав, вероисповедание и владения языками в Республике Казахстан
  6. Population by national and/or ethnic group, sex and urban/rural residence: each census, 1985—2003  (инг.)
  7. Итоги всеобщей переписи населения Туркменистана по национальному составу в 1995 году
  8. http://joshuaproject.net/countries/UZ
  9. Национальный статистический комитет Кыргызской Республики. Численность постоянного населения по национальностям по переписи 2009 года
  10. Национальный статистический комитет Республики Беларусь. Национальный состав РБ согласно переписи 2009 года
  11. Latvijas iedzivotaju sadalijums pec nacionala sastava un valstiskas piederibas  (латыш.)
  12. Перепись населения и жилищного фонда Республики Таджикистан 2010 года. Национальный состав, владение языками и гражданство населения Республики Таджикистан. Том III
  13. PCE04: ENUMERATED PERMANENT RESIDENTS BY ETHNIC NATIONALITY AND SEX, 31 DECEMBER 2011  (инг.)
  14. GYVENTOJAI PAGAL TAUTYBĘ, GIMTĄJĄ KALBĄ IR TIKYBĄ (Национальный, языковой и религиозный состав Литвы)
  15. Lewis, M. Paul (ed.) Ethnologue: Languages of the World, Sixteenth edition.  (инг.). Dallas, Tex.: SIL International. (2009). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 15 апрель 2011 тикшерелгән.
  16. Том 4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 5. Владение языками (кроме русского) населением наиболее многочисленных национальностей (с численностью 400 тысяч человек и более)
  17. Юсупов Р. М. Антропологические типы //Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т.1. A-Б. — Уфа: Башкирская энициклопедия, 2005, С.169.
  18. Юсупов Р. М Антропологические типы // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  19. Лобов А.С. Структура генофонда субпопуляций башкир. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата биологических наук . Уфа, 2009.
  20. Татары. -М.: Наука, 2001, С.42-43.
  21. Nemeth G. Ungarische Stammesnamen bei den Baschkiren. Hungary, Budapest, 1966.
  22. Немет Д. Венгерские племенные названия у башкир. Будапешт, 1966.
  23. Татищев В. Н. История Российская". Т. 1. — М.-Л., 1962. — С. 252.
  24. Рычков П. И. История Оренбургская. — СПб., 1759. — С. 10.
  25. Готлиб И. Г. Описание всех обитающих в Российском государстве народов и их житейских обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, вероисповеданий и прочих достопамятностей. — СПб., 1799. — С. 85.
  26. Юматов В. С. О названии башкирцев // Оренбургские губернские ведомости. — № 24. — С. 297.
  27. Алекторов А. Е. // Оренбургский листок. — № 46.
  28. Бикбулатов Н. В. Этноним «башҡорт» / Башкирская этнонимия
  29. Németh Gy. A honfoglalo magyarság kialakulása. — Budapest, 1930.
  30. Danlop D. M. The History of Jewish khazars. — New Gersey, 1954. — P. 34.
  31. Баскаков Н. А. Модели тюркских этнонимов и их типологическая классификация. // Ономастика Востока. — М., 1980. — С. 199—207.
  32. Баскаков Н. А. О происхождении этнонима башкир. // Этническая ономастика. — М., 1984.
  33. Баскаков Н. А. О происхождении этнонима башкир // Сборник «Этническая ономастика». Академия наук СССР. Институт этнографии имени Н. Миклухо-Маклая. — М.: Наука, 1984.
  34. Зәкиев М. З. Этногенез тюрков, булгар и башкир — Уфа: Гилем, 2011. — Б. 58. — 288 б. — ISBN 978-5-7501-1272-2.
  35. Уметбаев М. И. Башкиры // Ватандаш. — 1998. — № 2. — С. 161. — ISSN 1683-3554.
  36. Сыуаш телендә «вун» — 10 һанын аңлата
  37. Сыуаш телендә «пилллек//пилек» — 5 һанын аңлата
  38. Аҙнабаев Ә. М. Тағы ла «башҡорт» этнонимы тураһында // Ватандаш. — 2002. — № 6. — С. 100—106. — ISSN 1683-3554.
  39. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — Б. 447—448. — 572 б.
  40. Руденко С. И. Башкиры. М.-Л., Наука, 1955, с.351.
  41. Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Уфа, Китап, 2010, С.108 (Смирнов К. Ф. о дахо-массагетских корнях башкир).
  42. Р. М. Юсупов. Краниология башкир. Л., Наука, 1989; Юсупов Р. М. Некоторые проблемы палеоантропологии Южного Урала и этнической истории башкир//XIII Уральское археологическое совещание. Тезисы докладов, часть II, Башkортостан, Уфа, ВЭГУ, 23-25.04.1996, С. 120—123.
  43. Зинуров Р. Н. Башкирские восстания и индейские войны — феномен в мировой истории. Уфа, Гилем, 2001, С.11 (прабашкиры — потомки отделившихся скифов).
  44. Галлямов С. А. Башкорды от Гильгамеша до Заратустры. Уфа, РИО РУНМЦ Госкомнауки РБ, 1999 (О башкордах из родов Тангаур и Гайна).
  45. [ http://old.archeo-news.ru/2012/07/blog-post_24.html ]
  46. Лобов А. С. Структура генофонда субпопуляций башкир. Диссертация кандидата биологических наук. — Уфа, 2009. — 131 с.
  47. Йосопов Р. М. Ҡәбилә // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  48. 48,0 48,1 Лурье С. Я. История Древней Греции / С. Я. Лурье. — Л., 1940. — Ч. 1. — 685 с.
  49. 49,0 49,1 Геродот. «История». Книга Четвёртая. «Мельпомена»
  50. Киекбаев Дж. Г. Некоторые вопросы изучения башкирских и татарских диалектов. — С. 19.
  51. 51,0 51,1 51,2 Ахметзаки Валиди Тоган История башкир — Уфа: Китап, 2010. — Б. 21—23. — 352 б. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  52. Еникеев З. И. Когда и как возникла Башкирская республика? // Ватандаш. — 2009. — № 3. — ISSN 1683-3554.
  53. Вэй Чжэн. Хроника государства Суй. — Пекин: Бона, 1958. — Гл. 84, С 18б, 3.
  54. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — Б. 427—428. — 572 б.
  55. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре Рәсәй империяһы һәм Өфө губернаһы территориялары буйынса бирелгән
  56. Ахмад Макаров.
  57. В Миякинском районе установили мемориал сподвижникам пророка Мухаммада. ИА «Башинформ» (2011-06-17). 29 март 2019 тикшерелгән.
  58. 58,0 58,1 Уметбаев М. И. Башкиры // Ватандаш. — 1998. — № 2. — С. 161—162. — ISSN 1683-3554.
  59. Франк А. Дж. Исламская историография и «булгарская» идентичность у татар и башкир в России. — Казань, 2008. — С. 118.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Башҡорттар
Image-silk.png Фотоколлекция музея антропологии и этнографии им. Петра Великого «Кунсткамера» РАН