Ҡошсо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡошсо
Koshsy.jpg
Ырыу тамғаһы
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 50 мең (яҡынса фараз[1])
Рәсәй Рәсәй

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Халыҡ

башҡорттар

Туғандаш халыҡтар

төрки халыҡтары

Этник төркөм

аҡ-айбуранғолғөҙәирҡаҙырҡалмаҡҡулсыҡайкүҫәкбирҙемөслиммәтәйсирмешсолтансәкетәтөлкөтуғыҙүмәртәйһабанаҡһарт

Ҡошсо — Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары — ҡайын, муйыл, ҡоштары — аҡҡош, орандары — Салауат.

Аралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

аҡ-айбуранғолғөҙәирҡаҙырҡалмаҡҡулсыҡайкүҫәкбирҙемөслиммәтәйсирмешсолтансәкетәтөлкөтуғыҙүмәртәйһабанаҡһарт.

Этнонимы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төнъяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙары

Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.

Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләнән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһеҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төнъяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡошсо башҡорттарының тораҡ пункттары[2]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Балаҡатай районы Айҙаҡай, Ауышты, Ҡурғаш, Һандалаш
Ҡыйғы районы Юныс
Мәсетле районы Абдулла, Айып, Борғатъя, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйоғот, Тимербай, Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй, Юлай
Свердловск өлкәһе Красноуфимск округы Биш ауыл, Рахманғол, Бәйәктамаҡ, Ҡуян, Юғары Бәйәк
Түбәнге Һырға районы Аҡҡул, Өфө-Шигер, Үрмәкәй
Әртә ҡала округы Бикән, Бәхмәт, Әжеғол, Әртә-Шигири
Әшит ҡала округы Ғәйнә

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Ҡошсо ырыуы ауылдарында йәшәүсе дөйөм халыҡ һанына нигеҙләнеп Р.Ғатауллин тарафынан фаразланды
  2. История башкирских родов, 2016, с. 135, 148—149

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • Ғатауллин Р. Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 б.
  • История башкирских родов. Кошсо, Сызги, Упей. Том 18 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — Б. 160, 165. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 б. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — 572 б.
  • Твое шежере. Материалы государственных переписей населения Мечетлинского района Республики Башкортостан / Авторы составители Б. С. Давлетбаев, Г. Б. Азаматова. — Уфа: Идель Пресс, 2012. — 356 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]