Ҡумрыҡ
Ҡумрыҡ — табын төркөмө башҡорттары составындағы ырыу
Этник тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡумрыҡ ырыуының сығышы Көньяҡ Себерҙәге боронғо төрки халыҡтары менән бәйле.
Яҡынса XIII—XIV быуаттарҙа ҡумраҡтар, табындар менән бер үк осорҙа, Башҡортостанға күсенәләр. Риүәйәттәрҙән билдәле булыуынса, ҡумрыҡтарҙың «ырғыҙ далаларынан» (төньяҡ Арал янындағы Ыҡ йылғаһы күҙ уңында тотола) күсенеүе Аҡ Урҙа хандары араһындағы «оло һуғыш» менән бәйле [1].
Ҡумрыҡтар Инйәр йылғаһы бассейнында урынлаша, бында улар күршеләш көн иткән көҙәй ырыуҙары менән ҡушыла[2].
Y-DNA — тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Y-DNA — тикшеренеүҙәр ҡумрыҡ ырыуының ҡайһы бер вәкилдәрендә I2 гаплотөркөм барлығын асыҡлаған.
Йәшәгән урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ ваҡыт ҡумрыҡ ырыуының аҫаба ерҙәре табын улыҫы составына ҡараған.
1700 йылда Ҡумрыҡ-Табын улыҫы, Күрпәс — Табын улыҫынан айырылып, үҙ — аллы булып китә:
«с оного по себе собственно сами начали было именоваться кумрук-табынцами..»
1731 йылда ҡумрыҡ-табын башҡорттары үҙҙәренең 53814 дисәтинә ерҙәрен өс түбә (улыҫ бүлексәләре Бәкриш, Оломан, Минәүс) араларында бүләләр.
Ҡумрыҡ-Табын улыҫы территорияһында XVIII быуатта барлығы 10 ауыл ғына — Абҙан, Айытмәмбәт,Аҙау, Ғәйфулла, Тимербай, Оҙондар, Тәүәкәс, Тирәкле, Яҡсан — була. 1798—1865 йылдарҙа был ауылдар 7-се башҡорт кантоны составына инәләр[3].
Ҡумрыҡ-Табын улыҫы ауылары административ яҡтан Өфө провинцияһы Стәрлетамаҡ өйәҙе составында була, һуңынан Ырымбур губернаһына, ә 1865 йылдан алып— Өфө губернаһына ҡарай. 1930 йылдың 20 авгусынан улар Башҡортостандың Архангел районы составына инәләр.
Улыҫта йәшәүселәр малсылыҡ, умартасылыҡ, өлөшләтә игенселек менән шөғөлләнәләр. Игенселек менән шөғөлләнмәгән ҡумрыҡ — табындар поташ заводы өсөн көл әҙерләгән, баҡыр мәғдәнен Архангел заводына, шадрик һәм поташ (онтаҡ рәүешендәге һелтеле матдә (көлдән, хлорлы кальцийҙан алына) Өфө ҡалаһына алып барғандар.
XVIII быуат материалдарына ярашлы Инйәр йылғаһы буйындағы Абҙан ауылына Ҡумрыҡ — Табын улыҫының старшинаһы Яҡшымбәт Урасов нигеҙ һалған. Уның исеме, 1760 йылда Ырымбур тау етәкселегенә улыҫ территорияһында нефть ятҡылығы табылыуы тураһында хәбәр итеүе сәбәпле, билдәлелек ала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 576 с. (на с.278)
- ↑ Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — С.115.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974.
- Янгужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре. Өфө: Китап, 1992.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)